Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бүләсәләреңә һинән ҡалыр мираҫ
Бүләсәләреңә һинән ҡалыр мираҫ “Кеше! Ер-әсәбеҙ өҫтөндәге генә түгел, уның тәрән ҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡ йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Әгәр беҙҙең баштан үткәндәрҙе, бөгөнгө хәлебеҙҙе, киләһе көндәребеҙҙе асығыраҡ төҫмөрләргә теләһәң, тарихҡа күҙ һал, бөгөн һәр аҙымыңды уйлап баҫ, айыҡ баш менән килер йылдарҙы байҡа, әҙәм балаһы...”

“Завод торбалары ғына ҡурҡыныс түгел”

Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Ноғман ағай Мусиндың ижадына ғашиҡтар был юлдар уның “Мәңгелек урман” әҫәренән өҙөк икәнлеген аңлағандыр инде. Ниндәй матур тел менән һуға­рылған, нисек мауыҡтырғыс ул роман! Шул уҡ ваҡытта әлеге килтерелгән өҙөктәге фекерҙең актуаллеге көсәйгәндән-көсәйә барғанына ла инанаһың, үкенескә ҡаршы, тип әйтәйекме.
Сәнәғәт берәмектәренән ағыл­ған зарарлы төтөн һәм башҡа матдәләр хаҡында йыш ҡына һүҙ ҡуҙғатыла. Ҡуҙғатмаҫлыҡ та түгелдер, Интернет селтәрендәге бер статистик мәғлүмәткә күҙ һалғанда, Рәсәй халҡының ярты­һы(!), атап әйткәндә, 55 миллиондан ашыу кеше экологик яҡтан иң бысраҡ ҡалаларҙа көн күрә. Бында, бәлки, “завод болоттарын” ғына күҙ уңында тотоу килешеп тә етмәйҙер, хәҙер бит һәр ғаиләлә бер автомобиль булһа ла тотоу – тормош ҡануны. Бынан тыш, төрлө тикшереү һәм күҙәтеү органдары ла яҡшы эшләй бөгөн, шуға заводтар һауаны таҙартыу сараларын ҡарарға тырыша. Тик һүҙем әлегә магнаттар ҙа, машиналар хаҡында ла түгел – экологияны ҡаҡшатыусы яңы шарт – көнкүреш ҡалдыҡтары борсой. Йылына бер кеше бер тоннаға тиклем сүп-сар ырғыта.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа химия менән бергә сүп-сар ҙа тәбиғәт һәм кешелектең үҙе өсөн ҙур бәләгә әйләнде. Кешелек тип киңәйтеүем шунан ғибәрәт, баҡ­тиһәң, донъяла көнкүреш ҡалдыҡ­тарының ни бары 60 проценты ғына эшкәртелә икән. Хатта экология тураһында ныҡлап баш ватҡан илдәрҙе күҙ уңында тотҡанда ла хәлдәр бик үк яҡшынан түгел. Нисек кенә булмаһын, Рәсәйҙә был проблема тик һуңғы йылдарҙа ғына күтәрелә башланы кеүек – төрлө эшкәртеү цехтары барлыҡҡа килеүе, уларҙың дәүләт тарафынан хупланыуы быға ишара. Һәр хәлдә, “боҙ ҡуҙғалыуға” ҡыуаныр­ға ғына ҡала.
Эйе, йыйылған сүп-сарҙың 60 проценты ғына эшкәртелә, ҡал­ғаны консервалана, ә йыйыл­мағаны күпме һуң?! Быныһы инде, ысынлап та, бәлә.

Урмандарға керһәң...

Ҡыҙыу бесән мәле. Яланға барғас-барғас, нисек инде эргә­ләге урмандан бер кинәнеп сабынырлыҡ булһа ла миндеклек ағас япрағы алып ҡайтмайһың?! Нәҡ ошо ниәт менән урманға килеп индем. Кереүем булды – танауға һаҫыҡ еҫ бәрелде. Ағастарҙан бындай еҫ килмәй ҙә инде! Бер-ике аҙым атлауға, сәбәбе лә асыҡланды – пластик шешәләр, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡ­тары тултырылған ике тоҡ өҫтөнә барып юлыҡтым. Китте миндек ҡайғыһы, бесән кәйефе төштө. Ярай был тоҡтар автомоби­лемдең багажнигына инеп ятты, ти, ә урман бит был сабынлыҡ тирәһендә генә үҫмәй. Һәр хәлдә, кеше танауы күтәрә алмаҫлыҡ еҫте, зарарҙы урман күтәреп ятырға тейешме? Күтәрер ҙә ул, тик үҙе ниндәй һауа бүлеп сығарыр ҙа күпме күтәрер һуң?
...Тирә-яҡтың экологик торошо хаҡында йыш ҡына һүҙ ҡуҙға­тыла, бәхәс сыға тип әйтеп үттек алдараҡ. Ысынлап та, был тема тураһында һөйләшергә яратабыҙ. Бигерәк тә кемдеңдер “ҡабыр­ғаларын йыуыу” урап үтмәй ундай фекер алышыуҙарҙы. Экологиямы һуң, ниндәйҙер бәлә бар икән, тимәк, мотлаҡ рәүештә берәйһе ғәйепле. Тик шул ваҡытта үҙебеҙ ҡылған ҡылыҡтар хаҡында ла онотоп китмәһәк ине. Ә ниңә, телгә алған ике тоҡ ҡалдыҡты “Сода” компанияһы килтереп ташлап киткәнме ни ауыл янына? Бәлки, бөтөнләй НАТО-лыр, террорсылар, Трамп самолетынан ырғытып китмәгәйе тағы?.. Кем генә ташламаһын, иң мөһиме — бындай тоҡтарҙы, иманым камил, һәр урманда табырға була. “Бер тапҡыр ырғытам да”, “Минән генә донъя бысранмаҫ”... Әлбиттә, яуапты төрлөсә әҙерләргә мөмкин үҙеңдең ҡылығыңа, тик пластик һауыттың ике быуат буйы йәшәгәнен йәки бүләсәләреңдең бүләсәләренә “мираҫ” булып барып етеүен иҫәпкә алғанда, “минән донъя бысрана” бит.
— Урмандарҙа иҫ китмәле сүп табыла. Бик үкенесле: өйөм-өйөм көнкүреш ҡалдыҡтарын ташлап китәләр, хатта ҡырҡҡан диләнкә­ләренең майҙанына быяла-шешә, ватыҡ күнәк ташыусылар бар. Был экологик яҡтан да, янғын хәүефһеҙлеге буйынса ла бәкәлгә һуға. Тик, үкенескә ҡаршы, хоҡуҡ боҙоусыларҙың эҙенә төшөүе бик ауыр, ә тәбиғәткә зыян килтергән мәлендә ҡулынан тотоуы бигерәк тә, — тип билдәләй, мәҫәлән, Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе өлкәһендә көс түккән Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлек вәкиле Ринат Зәйнуллин.
Атап әйткәндә, ошо йылдың тәүге яртыһында Ишембай районында урмандарға законһыҙ рәүештә сүп түгеү осраҡтары теркәлгән. Тәбиғәткә ҡарата зыян килтергәндәр үҙ язаһын алған.
Тик шуныһы... Ғәмәлдә был әҙәми заттар тәбиғәткә ҡарата ғына түгел, үҙенә лә зыян килтер­гән бит. Көнкүреш ҡалдыҡ­тарының дөрөҫ һаҡланмауы йәки тейеш булмаған урындарҙа ятыуы арҡаһында килеп сыҡҡан бәләләр хаҡында күпте әйтергә була. Иң ябайы, мәҫәлән: теләһә ҡайҙа сереп ятҡан сүп нигеҙендә ниндәйҙер инфекция үҫешеп таралырға мөмкин. Бынан тыш, сүп өйөмдәре янында йәшәүсе­ләрҙең һаулығы ҡаҡшаусан, тын юлдары, ашҡаҙан менән бәйле сирҙәр сәскә ата. Ә шул сүп өйөмдәрендә янғын сығыу осрағы ла бар. Инде экологик һәләкәттәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Төймәгә баҫып ҡына автомо­билдең быялаһын төшөрөп, юл йә урман һыҙаттары буйында сүп-сарҙарыбыҙҙы “онотоп” ҡалдырғанда, ошолар хаҡында ла уйланһаҡ ине.

Искәндәр менән Вадим

Ә шулай ҙа... Ә шулай ҙа өмөт­тәр бар әле кешелектең был йәһәттән аңына килеренә, матур-матур миҫалдар ҙа еткереп үтергә була ошо урында. Мәҫә­лән, быйыл шәхсән рәүештә Көҙән ауылында ике малайҙың ихласлап тәбиғәтте ҡайғырт­ҡанын күреп, шул өмөттәр нығынып ҡуйҙы. Искәндәр Лотфуллин үҙ ҡулдары менән ҡоштарға бихисап оя эшләп элгән, һәм бында ниндәйҙер акция йәки мәктәптәге ярыш хаҡында һүҙ бармай. Үҙ теләге менән эшләгән дә элгән. Ә кескәй Вадим Ғатаул­линдың ағас ултыртып йөрөгәнен үҙ күҙҙәрем менән күҙәтергә насип булды. Тиҫтерҙәре шаярышып уйнап йөрөгәндә, тирә-йүнен ҡайғыртып, ағас ултыртырға ваҡыт тапҡан малайға “афарин”­дан башҡа тағы ни әйтәһең!
Бүләсәләреңә һинән ҡалыр мираҫӘ бит, уйлай китһәк, бында Вадим менән Искәндәрҙең үҙҙә­рен генә түгел, атай-әсәйҙәрен, ғаиләләге тәрбиәне лә билдә­ләргә кәрәк. Илнур менән Әхмәт исемле ир-азаматтың үҙ миҫал­дары нигеҙендә шундай улдар үҫтереүҙәрен һис шикләнмәй өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
— Беҙҙең атайҙар ҙа ауыл янындағы урмандарҙы, ялан­дарҙы ярата, — ти малайҙар бер тауыштан.
Бәлки, сер ошондалыр? Һөйөү, мәҙәниәтлелек, тәрбиә – ошо төшөнсәләр күп башлан­ғыстың нигеҙе түгелме ни?! Эйе, кемдер бүләсәләренә сүп өйөмдәренән “мираҫ” ҡалдыра, кемдер – тәбиғәткә булған һөйөүен.
Экология йылы үтер ҙә китер ул, ә тормош бит акция түгел, дауам итә. Беҙҙән һуң да...

Ишембай районы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 0

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә