Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғүмерен халҡына арнаны
[/right]Ғүмерен халҡына арнаныМәғариф өлкәһендәге туҡтауһыҙ реформа-үҙгәрештәргә ҡарамайынса, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған байтаҡ уҡытыусыны беләм. Һәр хәлдә, ундайҙар һәр саҡ булды һәм киләсәктә лә буласаҡ. Педагогия хеҙмәте ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Марат Хафизов — тап шундайҙарҙан.
Ул 1931 йылда Иглин районының Ташлыйылға ауылында тыуған. Атаһы Мөхәмәтйән олатай — был ерҙә яңы тормош ойоштороусыларҙың береһе. И. Насыриҙың “Көҙәй” романына ул үҙенең исем-шәрифе менән төп геройҙарҙың береһе булып ингән. Ҡаһарман коммунист оҙаҡ йыл колхоз рәйесе вазифаһын башҡара.
Уның улы Марат башҡалар кеүек үк ул осорҙоң ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында 20 йәшендә генә урта мәктәпте тамамлаған егет Хәрби-Диңгеҙ училищеһына инергә хыяллана. Әммә Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан Мәғрифә апаһының һүҙен йыҡмай.
— Туғаным, тотош булмышың уҡытыусыныҡы: күңелең саф, бала йәнлеһең. Педагогия институтына бар, хур булмаҫһың, — тип кәңәш бирә яратҡан апаһы. Өфө нефть ғилми-тикшеренеү институты директоры, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе химик-технолог, Рәсәй Юғары Советы депутатының һүҙен нисек тыңламайһың?! Башҡорт мәктәбен тамамлаған Марат Хафизов БДУ-ның тарих факультетына тәүге ынтылыуҙан уҡырға инә. Студенттарҙың араһында ҡаланыҡылар күберәк, етәксе балалары ла бар, байтаҡ ир-ат — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, орден-миҙалдарын сыңлатып хәрби кейемдә йөрөй. Мәсетленән Нәғәмәт Ямалетдинов менән дуҫлашып ала Марат. Яугир һуғышта һыңар ҡулын юғалтҡан, өс бала атаһы. Юғары белем алғас, Нәғәмәт ағай ғүмере буйына Мәсетле мәктәптәрендә директор була, тарихтан белем бирә. Марат Хафизовтың төркөмдәштәренән Фәнир Имаев, Риф Хәлиуллин да оҙаҡ йылдар республиканың һынлы сәнғәт, музыкаль белем биреү мәктәп-интернаттарында директор вазифаһын башҡара.
— Белемгә ынтылдыҡ, уртаҡ уй-теләктәр менән яндыҡ. Ректорыбыҙ Шәйхулла Чанбарисов, профессорҙар Сәми Ниғмәтуллин, Әминә Савельева, Зариф Сираев, Давид Шнейдер, Йосиф Киссельгоф, Вера Синенконың лекциялары иҫтә ҡалған, — тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
1956 йылда йәш белгес әлеге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына тарих уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. Уҡыу йорто Марат Хафизов өсөн ысын мәғәнәһендә “тормош университеты” була. Ул бында 1956 — 1968 йылдарҙа — тарих уҡытыусыһы, 1991 — 1994 йылдарҙа директор вазифаһын башҡара. Педагог булараҡ, яңы алымдар менән эшләй, төбәктең тарихын үҙләштереү, походтар ойоштороуға күп көс һала. Мәҫәлән, уҡыусылар менән берлектә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың көрәш юлын өйрәнә. Хәрби-патриотик эше “РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы” исеме менән баһалана.
Белем биреү өлкәһендә сынығыу үткән көслө уҡытыусы, оҫта ойоштороусыны артабан Өфөнөң 77-се мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Уҡыу йорто ҡаланан ситтә урынлашҡан, шаҡтай туҙған, уҡыусылар араһында тәртип насар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, етәксе баҙап ҡалмай: үҙ янына ышаныслы ярҙамсылар туплай, Өфө моторҙар эшләү заводы менән бәйләнеш булдыра. Тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә 77-се мәктәп алдынғылар араһына сыға.
Унан абруйлы, ышаныслы етәксене баш ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбенә директор итеп ҡуялар. Үҙ халҡына, милли мәғарифҡа кәрәклеген тойоу Марат Хафизовҡа тағы ла ҙурыраҡ сәм өҫтәй.
— 20-се мәктәптә эшләү еңел булды тип әйтә алмайым, — ти ул. — Әммә һис үкенмәйем. Өфөлә башҡорт мәктәбе асыу, милли кадрҙар әҙерләү үтә кәрәкле эш ине.
Ҡала балаларының төплө белем, әхлаҡи тәрбиә алыуында был уҡыу йортоноң роле баһалап бөткөһөҙ. Ул яулаған үрҙәрҙә М. Хафизовтың да өлөшө ҙур.
— Марат Мөхәмәтйән улы гимназия менән бөгөн дә тығыҙ бәйләнештә, — ти белем усағының әлеге етәксеһе Илдар Моталов. — Ул беҙҙә үткән барлыҡ сарала теләп ҡатнаша. Кәңәштәре менән ярҙам итә. Гимназиябыҙҙың тарихы тураһында китап та яҙҙы.
Талантлы уҡытыусы, оҫта ойоштороусы Марат Мөхәмәтйән улын яҙмыш һәр ваҡыт мәғариф тармағының уртаһында ҡайнатты, алғы һыҙығында йөрөттө. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында данлыҡлы 1-се гимназияны күтәреү ҙә — уның хеҙмәт емеше. Тап шул ваҡытта уҡыу йорто яңы статус ала — гимназияға әүерелә, унда профилле уҡытыу башлана, эшкә юғары уҡыу йорттарынан профессорҙар саҡырыла. Матди-техник база ла күҙгә күренеп нығый, 20-шәр бала йәшәгән ятаҡ бүлмәләре үҙгәртеп ҡоролоп, дүрт-биш урынлыҡ итеп бүленә. Уңыштар оҙаҡ көттөрмәй: гимназия-интернат, республикала тәүгеләрҙән булып, “Йыл мәктәбе” исеменә лайыҡ була, Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулай.
Тырыш, тәүәккәл директор гимназияла башҡорт-төрөк лицейын асыу уйы менән яна. Башланғысты Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, “Сәрхәт” төрөк фирмаһы күтәреп ала. Төбәк өсөн бындай уҡыу йорто көтөлмәгән яңылыҡ булды. Республика Хөкүмәте лицейға айырым бина бирҙе — 51-се һөнәрселек училищеһында реконструкция үткәрелеп, 400 уҡыусыға иҫәпләнгән заманса лицей-интернат эшләй башланы. М. Хафизов лицейҙың директоры вазифаһын ҙур теләк менән башҡарҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та араны өҙмәй, уҡыу йортонда социаль-педагогик эште киң йәйелдерҙе. Итәғәтле, бай тормош тәжрибәһе туплаған уҡытыусы егеттәрҙең кәңәшсеһенә, остазына әйләнде.
Марат Хафизовтың уҡыусылары уға бик рәхмәтле.
— Уҡытыусымдың тарих дәрестәрен һағынып иҫкә алам, — ти билдәле журналист Фәүзиә Латипова. — Ифрат белемле, һәр балаға ихтирамлы остазыбыҙ беҙҙе илебеҙ тарихын һөйөргә өйрәтте. Донъя тарихын Башҡортостан, милләтебеҙ яҙмышы менән бәйләп уҡытты.
— Етәкселек итеү оҫталығына Марат Мөхәмәтйән улынан өйрәндем, — тип һүҙгә ҡушыла Өфө энергетика колледжы директоры Таһирйән Ғәниев. — Мине, БДУ-ны яңы ғына тамамлаған егетте, 1991 йылда үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Ә бер аҙҙан Республика башҡорт-төрөк лицейы директоры дилбегәһен тотторҙо. Кәңәштәре, ярҙамы өсөн остазыма рәхмәтем сикһеҙ.
Милли мәғарифтың аҫыл уҙамандарының береһе Марат Хафизов, уҡытыусылыҡ һәм етәкселек эше менән бер рәттән, үҙен журналист-публицист итеп тә танытты. Республика баҫмаларында уның уҡытыусылар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре хаҡында мәҡәләләре донъя күрә. Баш ҡалалағы милли мәғариф мәсьәләләре буйынса сығыш яһай. Әйткәндәй, Өфөләге башҡорт гимназиялары, балалар баҡсалары уның ҡатнашлығында асылды.
Марат Мөхәмәтйән улы — өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Рәйлә Ниғмәтйән ҡыҙы менән 46 йыл татыу һәм бәхетле йәшәнеләр. Рәйлә Ниғмәтйән ҡыҙы, медицина фәндәре докторы, профессор, БДМУ-ның фармакология кафедраһы мөдире, фармацевтика факультеты деканы, Башҡортостанда киң билдәле ғалимә булды. Хафизовтар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Рафаэль — медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, баш ҡаланың 21-се дауаханаһында хирургия бүлеге мөдире булып эшләй. Әлфиә лә — фән кандидаты, врач-терапевт.
Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, танылған уҡытыусы һәм етәксе Марат Хафизов, күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, мәғарифтан айырылғаны юҡ. Белем биреү өлкәһе менән даими ҡыҙыҡһынып тора, файҙалы кәңәштәрен биреп, арымай-талмай уны үҫтерешеүгә ярҙам итә.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф
буйынса комиссияһы
рәйесе, БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана 02.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Республикала Тыуған ил өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә мәсет һәм сиркәү төҙөлә

Республикала Тыуған ил өсөн һәләк булғандар иҫтәлегенә мәсет һәм сиркәү төҙөлә 01.06.2026 // Йәмғиәт

Ғибәҙәтханаларҙы 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә асырға йыйыналар....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана 01.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 2

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә