Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Герой ҡәбере янында ант
Герой ҡәбере янында антЧернушки йылғаһынан алыҫ түгел урман ауыҙында, ваҡ ҡыуаҡтар эсендә, ҡар күмеп киткән бер дзот тора. Дзотты әйләндереп алған сәнескеле тимер сыбыҡтар әле булһа йыйып алынмаған. Бәлки, улар дәһшәтле йылдарҙы хәтерләтеп, йылдар буйына шулай ҡалырҙар. Йылғаның алғы яғы ҡалҡыулыҡ. Унда ла һуғыштың эҙҙәре ярылып ята. Остарын снаряд ярсыҡтары өҙгөләп киткән ҡарағай, ҡайын ағастары үҙҙәренең яланғаслыҡтарын ҡапларға һаман өлгөрмәгән.


Бына ошо ерҙәргә, ҡарға күмелмәйенсә тик амбразуралары ғына ҡалған дзот янына, уны күкрәге менән ҡаплаған гвардия рядовойы Александр Матросовтың ҡәберенә яҡташтары, Башҡортостан йәштәренең делегацияһы килде. Бынан биш йыл элек Өфө егете Саша ҡарағай урмандары үҫкән һаҙлыҡлы ерҙәр буйлап үлемһеҙлеккә китте. Уның батырлығын даһи Сталин үҙенең айырым приказы менән билдәләне һәм Матросов­тың исеме, һәм уның батырлығы беҙҙең йәштәр өсөн һуғышта ла, хеҙмәттә лә еңеүгә рухландырыусы көс өлгөһөнә әүерелде. Ватан һуғышында йәш воиндар Саша подвигын ҡабатланылар һәм еңеүҙе тәьмин иттеләр.
Һуғыш үткәс, дзоттан километрҙар самаһы ғына йыраҡлыҡта урынлашҡан “Рассвет” колхозынан бер генә бағана ла ҡалмағайны. Ләкин тыуған ерҙәргә төрлө яҡтан ҡайтҡан колхозсылар ҡул ҡаушарып ҡалманылар:
– Башҡа ергә китмәйбеҙ. Беҙҙең тупрағы­быҙҙа Александр Матросов ята. Ул беҙҙең еребеҙ өсөн үҙенең ғүмерен бирҙе. Был урындар – данлы урындар, – тинеләр һәм, бө­тә ауырлыҡтарға түҙеп, нигеҙе көлгә әйләндерелгән колхоз ауылын аяҡҡа баҫтырырға тотондолар, өр-яңы йорттар төҙөнөләр, иген сәстеләр. Бында хәҙер землянкаларҙа бер генә кеше лә йәшәмәй: бөтә ауыл ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған яңы өйҙәргә күсте. Уларҙы Матросовтың батырлығы рухландырып торҙо. Тупрағында данлы яҡташыбыҙ ятҡан “Рассвет” колхозы өҙлөкһөҙ күтәрелеш юлында.
Яҡташтарының батырлыҡ өлгөһө Башҡортостан йәштәренә айырыуса көслө тәьҫир итте. Уның исемендә йәштәр бригадалары, звенолары ойошторолдолар. Улар фиҙакәр хеҙмәттең гүзәл өлгөләрен бирҙеләр.
Делегация составына Әлшәй районы Антонов исемендәге колхоздың юғары урожай мастеры Нина Саламатина, Учалы районы “Ҡыҙыл партизан” колхозының алдынғы звено башлығы Хәдисә Ғилманова, телефон аппараттары заводының йәштәр бригадаһы бригадиры Фатима Аҡбулатова, производство стахановсыһы Марат Миңлебаев кеүек республика йәштәренең иң алдынғы вәкилдәре инделәр. Уларҙан башҡа Матросов ҡәберенә геройҙың тәрбиәсеһе Лидия Ильинична Балакирева, художник Р. Ғүмәров, кинооператор Ғ. Әмиров, яҙыусы Ә. Бикчәнтәев һәм Масунов иптәштәр барҙылар.
Матросов үҙенең исемен үлемһеҙ иткән көндө, 23 февраль иртәһендә, дүрткел аҡланда урынлаштырылған һәм йәш шыршыларҙың йәшеллеге, күп һандағы сәскәләрҙең матурлығы эсенә сумып ятҡан герой ҡәбере янында ҙур митинг йыйылды. Митингыла, Башҡортостан йәштәренән башҡа, Великие Луки өлкә йәштәре делегацияһы, Локня районы комсомолец­тарының вәкилдәре һәм башҡа күрше-тирә ауылдарҙан килгән делегациялар ҡатнашлыҡ иттеләр. Митингыла ВЛКСМ-дың Великие Луки өлкә комитеты секретары Малиновский, Балакирева, Аҡбулатова һ. б. иптәштәр комсомолец-йәштәрҙең тыныс хеҙмәттә лә Матросов подвигына лайыҡ булыуҙарын ышандырҙылар, йәш көстәрҙең өлгәшкән уңыштары, перспективалары, йөкләмәләре тураһында һөйләнеләр.
– Мин, – тине Фатима Аҡбулатова, – 1947 йылда бер биш йыллыҡ норманы үтәнем. 1949 йылға тағы ла бер биш йыллыҡты үтәргә йөкләмә алдым. Мин быны батыр һәм ҡыйыу яҡташыбыҙ Александр Матросов ҡәбере өҫтөндә ант итеп әйтәм.
Великие Лукиҙан һәм Өфөнән килгән ике делегация ла герой ҡәбере өҫтөнә үҙҙәре менән алып килгән венокты һалғас та, Башҡортостан делегаттары Матросов ҡәбере буйлап теҙелделәр, ыҡсым ғына һәйкәлгә урынлаштырылған Матросов рәсеменә ҡарап, бөтә республика йәштәре исеменән сталинсы биш йыллыҡты дүрт йылда тултырырға, бының өсөн бөтә йәшлек энергияһын һалырға, әгәр кәрәк икән, әгәр Ватан саҡыра икән, Матросовтың ҡыйыу подвигын ҡабатларға әҙер тороуҙары тураһында тантаналы ант ҡабул иттеләр.
Митингынан һуң йәштәр, һуғыш алдынан батальон комсомолецтарының йыйылышы үткән, Ломоватый ҡарағай урманы аҡланына барҙылар. Унда усаҡ яғып, Матросов подразделениеһының һөжүм хәрәкәте тураһында иптәш Федоровтың һөйләүен тыңланылар. Аҙаҡ, подразделениеның һөжүм юлы менән урман аша сығып, дзот эргәһенә килделәр. Матросовтың ҡайҙан һәм нисек шыуып килеүе менән таныштылар.
Шик юҡ, Башҡортостан йәштәре герой ҡәбере өҫтөндә уларҙың делегациялары тарафынан бирелгән тантаналы антты намыҫ менән үтәп сығырҙар.

Лоҡман ХӘКИМ.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1948 йыл, 20 март).
Баҫмаға БР
Китап палатаһы әҙерләне.


Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған
тел-стиль, орфография
үҙенсәлектәре һаҡланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә