Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсә. Педагог. Ғалимә
Әсә. Педагог. ҒалимәОшо өс сифатты үҙенә туплаған, ғилем һәм мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова менән фән, тормош, ғаилә бәхете, йәшәү мәғәнәһе хаҡында әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы, һеҙ йәмле Бөрйән районында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкәнһегеҙ. Фән донъяһына һеҙҙе нимә ылыҡтырҙы? Бала саҡ хыялымы, әллә ата-әсәйегеҙҙең теләгеме?
— Эйе, мин хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында донъяға килгәнмен. Барлыҡ тормошон уҡытыу-тәрбиә эшенә бағышлаған атай-әсәйем Рәхилә Ирназарова менән Мөҙәрис Ғәликәевтәрҙең ете балаһына ла мәктәп, дәрес, уҡыусы-уҡытыусы төшөнсәләре кескәй саҡтан таныш булды, сөнки һәр көн иртән барыһы ла белем усағына ашыға ине. Бала саҡта тиҫтерҙәрем менән һәр саҡ “мәктәп” төҙөп уйнағаным иҫемдә. Киләсәктә уҡытыусы булыу теләгем тап шул осорҙа уянғандыр, күрәһең. Хәтеремдә, әҙәби китаптарҙы шул тиклем яратып уҡый торғайным, ауыл китапханаһында уҡымаған бер яҙыусының әҫәре лә ҡалмағандыр. Тыуған ауылымда — һигеҙенсене, күрше Байназар урта мәктәбендә унынсыны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға керҙем. Шаулы студент йылдарында Әхнәф Кирәев, Ким Әхмәтйәнов, Абдрахман Ғәлләмов, Нәғим Ишбулатов, Марат Зәйнуллин, Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Әхмәт Сөләймәнов, Ғәли Сәйетбатталов, Вәли Псәнчин кеүек күренекле ғалимдарҙан һабаҡ алыу бәхете тейҙе. Шул уҡ ваҡытта тел ғилеме һәм драма түңәрәктәренә йөрөргә лә ваҡыт таптым. Студенттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ғилми конференцияларында ҡатнашыу, ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләремдең баҫылып сығыуы фән донъяһына яһаған тәүге аҙымдарым булғандыр. Атай-әсәйемдең тырышып уҡы, камиллыҡҡа ынтыл, белемле бул тигән теләктәре лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Университетты уңышлы тамамлағас, хөрмәтле остаздарым белемемде аспирантурала дауам итергә тәҡдим итте. Оҙаҡ уйлап тормаҫтан, ризалаштым һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға индем. Фән — ҙур фиҙаҡәрлек талап иткән өлкә. Ғилми эш менән шөғөлләнеү өсөн хатта ҡайһы бер теләк-ниәттәреңдән баш тартырға тура киләсәген аңлаһам да, белемгә ынтылыуым көслөрәк булғандыр, күрәһең — фән юлынан китергә баҙнат иттем. Һәм бер ваҡытта ла быға үкенмәнем. 1990 йылда филология фәндәре докторы, профессор, күренекле яҙыусы Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә “Башҡорт балалар прозаһында герой проблемаһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, ошо уҡ институтта ғилми хеҙмәткәр булып эш башланым. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтының башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһында дәрестәр алып барҙым. 1991 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына өлкән уҡытыусы итеп эшкә саҡырҙылар. Ә 1993 йылда ғаиләм менән яңы ғына асылған Сибай институтына эшкә ҡайттыҡ.
— Шулай итеп, артабанғы яҙмышығыҙ Сибай ҡалаһы менән тығыҙ бәйләнде...
— Шулай тип әйтергә лә була. Хәйер, бер аҙ эшләп алғандан һуң, күптәр кеүек, ҡайтанан Өфөгә юлланырбыҙ тигән уй менән килгәйнек, бөтөнләйгә ҡалыуыбыҙға әле булһа хайран ҡалам (көлә). Ә төптән уйлап ҡарағанда, ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы З.Ғ. Йәрмөхәмәтовтың, оҙаҡҡа һуҙмай, беҙҙең ғаиләне торлаҡ менән тәьмин итеүе, артабан Зиннур Ғөбәйҙулла улы үҙе институт менән етәкселек итә башлағас, һәр башланғысымды хуплауы, терәк булыуы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙан килгән йәштәрҙең белемгә ихлас ынтылышы, үҙаллылыҡ емештәренең күҙгә ташланып сәскә атыуы тап Сибай ҡалаһында төпләнергә сәбәпсе булды. 2000 йылдар башында институтта башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген асыу, кафедра ойоштороу, уны юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү кеүек эштәрҙе атҡарып сығырға тура килде. Шул уҡ ваҡытта бихисап йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштым: Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында, ҡала хакимиәте янында ойошторолған “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияла, институттың ғилми советында, ҡала ҡатын-ҡыҙҙары советында... Уйлап ҡараһаң, фән менән шөғөлләнергә ваҡыт та ҡалмаған кеүек. Әммә фәнгә хеҙмәт итеүемде тормошомдоң төп маҡсаты итеп алғанмын икән, уға хыянат итергә ярамай. Төн йоҡоларым иҫәбенә булһынмы, ял көндәрендәме — ғилми эшкә лә ваҡыт бүлергә тырышам. Бөгөн йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторымын.
— Изге әсә. Бәхетле ҡатын. Билдәле ғалимә. Ошо өс төшөнсә һеҙҙә нисек үҙ-ара һыйышып йәшәй? Улар бер-береһенә ҡамасауламаймы?
— Уйлап ҡараһаң, төрлө саҡтар булғандыр. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға ғаилә менән фәнде бергә алып барыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Шуныһы менән бәхетлемен: мин бер ваҡытта ла, ғилми эш менән шөғөлләнәм тип, әсәлек бурысымды ситкә ҡуйманым. Берҙән-бер улыбыҙ Илнурҙы һәр яҡлап һәләтле итеп үҫтерергә тырыштыҡ. Шул уҡ ваҡытта яратҡан эшемә лә ваҡыт таптым. Быға ғаилә татыулығы, иремдең дә йәш быуынға белем биреү өлкәһендә эшләүе ярҙам иткәндер.
— Тормош иптәшегеҙ — филология фәндәре кандидаты, профессор Илдус Ҡасим улы — үҙе лә фән кешеһе. Улығыҙ Илнур ҙа һеҙҙең юлды дауам итә...
— Улыбыҙҙың фән юлын һайлауы осраҡлы түгел. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, тиҙәр бит. Илнур мәктәптә уҡыған сағында уҡ фән менән ҡыҙыҡһынды, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Урта мәктәпте алтын миҙалға, институтты “ҡыҙыл диплом”ға тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих кафедраһы аспирантураһына уҡырға инде. Институтта уҡыған йылдарында һәм аспирантурала белемен дауам иткәндә лә Башҡортостан Президенты стипендиаты булды. Күптән түгел Ырымбур ҡалаһында урта быуат тарихы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Хәҙерге ваҡытта Илнур ҡасандыр үҙебеҙ эшләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Әйткәндәй, киленебеҙ Гөлсәсәк тә фән юлын һайланы: ул этнография буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға йыйына.
— Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы, һеҙҙеңсә, йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
— Йәшәүҙең мәғәнәһе — тормоштоң һәр мәленең ҡәҙерен белеүҙәлер, минеңсә. Ҡәҙерле әсәйемдең һәм туғандарымдың иҫән-һау булыуы, коллегаларым менән уртаҡ тел табып, үҙ-ара кәңәшләшеп, бер төптән булып эшләүебеҙ, ғөмүмән, тормоштан йәм һәм тәм таба белеү — бына ул минең өсөн йәшәү мәғәнәһе. Ҡасандыр мин уҡытҡан студенттарым фән үрҙәрен яулай, кандидатлыҡ диссертациялары яҙып, аспирантурала уҡыуын дауам итә, йә булмаһа, мәктәптәрҙә йәш быуынға белем бирә икән — ошо түгелме һуң йәшәүемдең һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүемдең төп асылы?!
— Шулай ҙа һеҙҙең иң ҙур хыялығыҙ?
— Ысынын әйтәйемме? Тиҙерәк өләсәй булыу. Улымдың балаһын күкрәгемә ҡыҫып һөйөү — әлеге ваҡытта минең өсөн иң изге теләк.
Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872