Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Артыҡ” йәндәрме?
“Артыҡ” йәндәрме? Көҙҙө мин икегә бүлеп йөрөтәм: әбейҙәр сыуағына иҙрәгән алтын көҙ һәм һәр кемдең теңкәһенә тейгән һалҡын ямғырлы, тәнеңде генә түгел, йәнеңде аша сығырлыҡ әсе еллеһе. Улар икеһе бер бөтөн булып, тотош миҙгел хасил итә. Бына әле лә шыя, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Кемдер зонтик аҫтынан ышыҡ эҙләй, кемдер “капюшон”ын башына ҡаплаған, бәғзеләр хатта кейем яғаһынан да йылылыҡ табырға тырыша. Ваҡ ҡына һалҡын тамсылар ел ыңғайына оторо көсәйгәндәй, һоро, ҡараһыу зәңгәр буяуҙары менән ер өҫтөнә ҡапланған. Шыя ямғыр. Үҙәккә үтерлек ел. Ошо моңһоу күренештең буяуҙарын тағы ла ҡуйыртып, туҡталыш эскәмйәһендә берәү ята. Бер кемдең дә унда эше юҡ. Дарыу төймәһе лә тәҡдим итмәйҙәр, “Ашығыс ярҙам” машинаһы ла саҡыртмайҙар, тәртип һаҡсылары ла вайымһыҙ һымаҡ. Ул — “бомж”.
Бомж русса “без определенного места жительства” тигәнде аңлата. Ни өсөн башҡортса тәржемәһен “асарбаҡ” тип алғандарҙыр, белмәйем. Хәйер, эш унда түгел. Моғайын, бер ғилләһе булып, мәғәнә һалынғандыр. “Асарбаҡ” булды ни, “берәҙәк” ни, асылында кеше яҙмышы ята. “Бомж” тип әйтеү менән йөҙө күгәреп, сәсе туҙып бөткән бысраҡ кейемле кешеләр күҙ алдына баҫа. Һирәктәр генә уларҙы йәлләп аҡса һуҙа, күптәр ерәнеп ситкә тайпыла, әсе һүгенеп уҙа. Асылда кем һуң ул асарбаҡтар? Ошо көнгә төшөүҙәренең сәбәбе нимәлә?


Ғаилә — ҡәлғә.
Тик ул емерелһә?


— Браток, ярҙам ит әле, үлеп барам...
Артыма әйләнеп ҡараһам, өҫтө-башы бысраҡ, сәсе еткән, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, бер яҡ күҙ төбө күгәргән ир тора.
— Үлеп барам, ярҙам ғына ит әле, зинһар, берәй егерме һум биреп тор, ун тәңкәһе үҙемдә лә бар, — тип ул усын һондо. Усында — үҙе һымаҡ уҡ бысранып бөткән ҡағыҙ аҡса.
— Утыҙ һумға нимә алаһың инде, сәкүшкәһе лә йөҙҙән ашыу, — тим, һорағанын һуҙып.
— Флакон бирәләр ул, спирт бирәләр, — тип аҡсаларын усына йомдо ла, бөгөлә-һығыла рәхмәттәр әйтеп, мөйөштә һағалаған әшнәләре ҡырына ашыҡты.
Туҡталышта торған эргә-тирәләгеләр берсә теге иргә, берсә миңә аптырап ҡарап торҙо. Ҡайһыһы хатта һүҙ ҡушырға ла йыбанманы.
— Ниңә бирәһең һин уларға? Эшләп ашаһындар...
— Бында бит уларҙың притоны, ошонда һеҙҙең һымаҡ асыҡ ауыҙҙарҙан аҡса йыялар ҙа эсергә китәләр...
Һүҙ күп булды. Әйтерһең, ике “тимер” унлыҡ минеке түгел, үҙҙәренеке ине. Хәйер, бер уйлаһаң, дөрөҫ тә әйтәләр һымаҡ: “эшләп ашаһындар”. Етмәһә, йәйҙәрен “Үҙәк баҙар” туҡталышы эскәмйәләренең күпмелер өлөшө асарбаҡтарҙыҡылай, ошонда йыйылып ултыралар, ятып та алалар. Тик һуңғы йылдарҙа ғына улар бында, күренеп торған ерҙә, һирәгәйҙе. Шулай ҙа уларҙың эскәмйәләренә башҡалар ултырмай, ҡурҡалармы, ерәнәләрме — белмәҫһең.
Был “унлыҡтар” тураһында ауыҙ тултырып һөйләмәҫ тә, тема өсөн генә ҡағыҙ бысратып яҙмаҫ та инем. Әгәр ҙә мәгәр... Эйе, әгәр теге “бомж”ды тағы осратмаһам.
Ошо уҡ “Үҙәк баҙар” туҡталышы. Күпме автобус көтөп торғанмындыр, эргәгә бер ир килде. Нисауа ғына кейенгән, ҡулындағы сумкаһына, пакеттарға аҙыҡ-түлек тултырған. Моғайын, баҙарҙан сыҡҡандыр ҙа өйөнә ашығалыр, тим, эстән генә. Танырға, сырамытырға тырышам. Ҡайҙалыр күргән кеүекмен, тик иҫкә төшөрә алмайым.
— Һаумы, браток. Мине танымайһыңдыр инде, — ти был.
— Юҡ. Ҡайҙалыр күргән кеүекмен дә...
— Бынан бер йыл тирәһе элек осрашҡайныҡ...
Бәй, был бит теге “бомж”! Аптырауымдың сиге юҡ. Онотолған “танышым” яҡындағы кафеға саҡырҙы.
— Ашыҡмаһаң, инеп ултырып сығайыҡ. Мин баштан үткәндәрҙе һөйләрмен, — тине ул.
Айҙар (исеме шулай булып сыҡты) һөйләгәндәрҙе бәйнә-бәйнә яҙып тормайынса, ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтәйек.
Баҡһаң, Айҙар бик яҡшы урында эшләгән икән. Урман сәнәғәте тармағы буйынса юғары белемле белгес. Йыш ҡына Пермь, Удмурт яҡтарына командировкаларға йөрөгән. Билдәле, йәш ҡатыны өйҙә ҡалған. Хәйер, йәш тиһәң дә, ике балалары булған. Оҙон теллеләр Айҙарға ҡатынының башҡалар менән типтереүен еткерә, ләкин ир түҙә, ғаиләһен һаҡларға тырыша.
— Ҡатынға хатта башҡа ҡалаға йәки район үҙәгенә күсергә лә тәҡдим иткәйнем. Риза булманы. Айыры­лышырға тура килде. Айырылғанда ул миңә: “Оялмаһаң, ике бүлмәле фатирҙы бүл, балаларың урамда ҡалыр”, — тине. Балалар хаҡына тип, бер ни алмайынса сығып киттем. Яйлап эскегә һабыштым, эштән китеүемде һоранылар. Һиҙмәй ҙә ҡалдым, бомждар араһына эләктем. Үҙ кешегә әйләндем, хәлемде улар ғына аңлаған һымаҡ булды. Беләһеңме, уларҙың үҙ донъяһы, был донъяға ҡараштары бүтән. Бер нисек тә ысҡынып булмай.
Айҙарға нисектер бәхет йылмая. Уны хеҙмәттәш дуҫы эҙләп таба. Өйөнә алып ҡайта. Дауаханаға һала. Кире эшенә алып барып ҡарай. Тик унда элекке хеҙмәткәрҙәрен кире алырға теләмәйҙәр. Йөрөй торғас, башҡа ергә урынлаша.
— Һуңынан фатирҙы бүлеп алдым. Төрлө кимәлдәге психологтар, наркологтар менән кәңәшләшкәс, был аҙымға барҙым, сөнки мин ҡалдырған фатирҙа башҡа мужик йәшәп ята, мин йоҡлаған диванда йоҡлай. Ә мин — бомж! Ғәрлек бит, — тип ҡуя Айҙар, айырыуса һуңғы һүҙенә баҫым яһап. — Балаларға ҡалһын, тигәйнем, уларға сит-ят ир игелек күрһәтә буламы? Фатирҙы ла бүлдем, теге лә табанын ялтыратты. Ҡатын хәҙер ҡайтырға ҡуша, балалар хаҡына, ти. Ҡайтманым. Балалар аңлай ул, килеп йөрөйҙәр, мин барам. Бына шулай. Әгәр үҙемде ҡулға алып, фатирҙы бүлмәһәм, һаман да балаларға ҡалһын тип йөрөһәм, бәлки, теләһә нәмә эсеп, туңып үлгән дә булыр инем. Былай көндән-көн үҙемде ышаныслы тоям, балаларҙың хөрмәт менән ҡарауын тоям. Бомж бит ул — эскесе, кешелектән сыҡҡан әҙәм генә түгел, ә тәү сиратта урам буйында ҡалған берәҙәк. Аҙаҡ ҡына бүтән тормош китә, һаҙлыҡ һымаҡ үҙенә тарта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асарбаҡтарҙың байтаҡ өлөшө Айҙарҙың яҙмышын ҡабатлаған: уңышһыҙ мөхәббәт, ғаилә ҡороу, эштән ҡыуылыу... Депрессия, шешә, үҙ-үҙенә ҡул һелтәү... “Миңә нимәгә ул хәҙер”, — тип донъянан ваз кисеү.

Рәшәткәләр һындырған яҙмыштар

Әгәр ҙә асарбаҡлыҡтың сәбәптәрен һанай китһәң, бик күп. Нисәмә яҙмыш, шунса уҡтыр, әммә бер кемгә лә сер түгел, байтағы рәшәткә артында ултырып сыҡҡан. Хаҡҡа ла, нахаҡҡа ла. Ә бында уларҙың ҡайтыуын береһе лә көтөп, эш әҙерләп тормай. Хатта төрмәгә ултырғанға тиклем булған хоҡуҡтары ла юҡҡа сыҡҡан. Етмәһә, күпселегенең психикаһы ҡаҡшаған. Көн дә үҙгәргән тормошобоҙға күнә алмайҙар, улар киткәнсе булған ҡиммәттәр ҙә үҙгәреп, осһоҙланған. Ҡыҫҡаһы, башҡа, ят, танып булмаған көнитмеш ҡаршылай уларҙы.
Бер кем дә яҙыҡ юлдан ҡурсалан­маған. Аллаһы Тәғәлә күпме генә әҙәм балаһына яҡшылыҡ теләп, ни ярай, ни ярамағанлығын аныҡ әйтеп, Ҡөрьән сүрәләре индермәһен, яралғас та барыбер бәндә “алма” ашаған, шуның менән оло гонаһҡа батҡан. Ер йөҙөндә кеше ғүмер иткәндән бирле ҡылған эштәрен ҡулбашта ултырған фәрештәләр генә яҙып бармай, ә системаны — дәүләт ҡоролошон — уйлап сығарыусылар ҙа хөкөмдар булып һәр аҙымын күҙәтә. Тарихҡа ниндәй генә быуат килмәһен, һәр береһенең кеше хоҡуҡтарын сикләгән закондары булған һәм бар: ҡол биләүселек, крепостной ҡоролош, феодализм... Уларҙы боҙған әҙәм дәүеренә ҡарап язаһын да алған.
Эйе, беребеҙ ҙә, законға ҡаршы бер ни ҡылманым, тип әйтә алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә закондар ҙа үҙгәреүсән. 1928—1932 йылдарҙа беҙҙең ҡартатайҙарыбыҙ урлашмаған, кеше таламаған. Тик иген сәскән, күпләп мал аҫраған. Әммә барыбер хөкөм ителеп, Себер һөрөлгән. 1937 йылда закон “боҙоусылар” ҙа, “халыҡ дошманы” яһалып, стенаға терәтелгән. Балалары астан үлмәһен өсөн яланда ҡалған башаҡ сүпләүсе ҡатындар ҙа “ғәҙел” хөкөм алдына баҫҡан: сабыйҙары детдомдарға тартып алынған, үҙҙәре каналдар ҡаҙырға, ҡалалар төҙөргә ебәрелгән. Социализм сәскә атҡан осорҙа ла ҡырын һүҙ өсөн рәшәткә артына, йәғни психиа­трия дауаханаларына йәшерелеүселәр булды. Киләсәген яҡшыға юрайыҡ, тик уны ла бер Аллаһы Тәғәлә генә белә. Беҙҙә бит түрәләр менән бергә закондар ҙа иҫкерә бара, яңылары тыуа. Ҡыҫҡаһы, рәшәткә артында булыр өсөн бер ҡырын аҙым да етә, иреклек беҙҙә ҡурсаланмаған, тимәксемен. Тимәк...
Асарбаҡтарҙың байтаҡ өлөшө “тегендә” булып сыҡҡан, тинек. Алда әйтелгәнсә, хаҡҡа ла, нахаҡҡа ла ултырғандар. Биографияңа ҡара мөһөр баҫылдымы, һинең хаҡ, нахағыңды ҡарап тормай шул беҙҙең система, ошонда тәрбиәләнгән бәндәләр.
Әҙәм балаһы ҡылған эштәренә тәүбә итеп, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, яңынан тормош башлар, тауҙар аҡтарырҙай булып сыға унан. Әммә тәүге көндәренән үк барлыҡ уйҙары селпәрәмә килә. Ултырғансы өйрәнелгән донъя үҙгәргән, кешеләр бер-береһен алдай, алдаша. Ярай әле өҙөлөп көтөп торған ата-әсәһе, һөйгән кешеһе булһа. Ә бит йыш ҡына ирҙәре ултырған ҡатындар айырылып, башҡаға кейәүгә сыға, сыҡмағандары “тюремщик” ирен ҡабат индерергә теләмәй.
Бик күп һөнәргә эйә булыуға ҡара­маҫтан, эшкә урынлашыуы ла ҡыйын. Ҡайҙа ҡарама — ҡыҫҡартыу. Билдәле, хәҙер ҡала ерендә аҡсалы эш табырмын тимә. Йөк ташыусы, урам һепереүсе кеүек ҡара эштәрҙе лә ауылдарҙан килеп тулғандар, заводтарҙан ҡыҫҡартылыу­сылар башҡара. Ә “тегенән” икәнеңде белһәләр, элегерәк тә чиновник ишектәре ябыҡ ине.
Был хәлдә ҡалыусыларҙың өс кенә юлы бар: тәүгеһе — барыһына ла күҙ йомоп, теште ҡыҫып түҙеп, ғәҙел тормош һуҡмағынан атлау; икенсеһе — ҡабат енәйәт юлына баҫыу; өсөнсөһө — башыңды йүләргә һалып, донъяға ҡул һелтәү, шешә төбөн ҡарау. Икенсеһендә киләсәктә, өсөнсөһөндә яҡын арала асарбаҡлыҡҡа йәшел ут яна түгелме?

“Балаларыма ғына ҡыҫыҡ булмаһын...”

Был төркөмгә “һаҡаллы сабыйҙары” өсөн үҙҙәренең йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған ата-әсә, әбей-бабайҙар инә. Хәтеремдә, асарбаҡтар тураһында бынан тиҫтә йыл элек мәҡәлә яҙғайным. Шул ваҡыт баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһенә төшкән ерҙәге һул яҡтағы тау битендә (ҡасандыр ташландыҡ баҡсалар булған) бер бомждың йәшәп ятҡанын ишетеп эргәһенә барҙыҡ. Был урында ҡышын да, йәйен дә төтөн сыға икән. Тәүләп уның тураһында, шул тирәлә бер бомж йәшәй, бала-саға үтергә лә ҡурҡа, тигәнерәк һүҙҙәр ишеттек. Шуға ла уны күҙ алдына ябыҡ ҡына, һонтор кәүҙәле, өҫтө-башы туҙып бөткән, эргәһендә шешә аунап ятҡан, ҡыҫҡаһы, беҙ күҙ алдына баҫтырып өйрәнгән ғәҙәти асарбаҡ итеп килтерҙем. Әммә күреп, танышыу менән, әлеге уй-хистәр һыпырып ташлағандай юҡ булды. Хатта өҫтәл янына сәй эсергә лә саҡырҙы ул. Ҡыҙыҡһыныуымдың сиге булманы, кеше йәшәргә тырыша бит! Төрлө ерҙән таҡталар, бүрәнәләр йыйып, үҙ ҡулы менән “йорт” төҙөгән. Үҙенсә “комфорт” яһаған: иҫке өҫтәл, шундай уҡ ултырғыс, шкаф, бәләкәйерәк кенә ярыҡ көҙгө... Ә түрҙә — беҙҙекенән бер ере лә кәм булмаған костюм, салбар, күлдәк эленгән, башҡа кейем-һалым да етерлек.
— Бала-сағаны ҡурҡытыуым — уларҙың соҡсоноп йөрөүҙәренән, әйберҙәремә тейеүҙәренән. Мин бит бомж түгел. Эш урыным да бар. Элек электрик булып эшләгәйнем, хәҙер һөнәрҙе үҙгәрттем. Һәр кем кеүек, аҡсалыраҡ эште ҡарайым. Балаларға ла ярҙам итәм. Өҫ-башты бөтәйтергә лә, аҙыҡ-түлек алырға ла кәрәк. Ә бында миңә рәхәт, үҙ “фазендам” тигәндәй, — ти Несов фамилиялы яңы танышым.
— Балаларға ярҙам итергә кәрәк, тинегеҙ, уларға нисә йәш һуң? — тип һорайым, алтмыш йәштәр тирәһендәге иргә ҡарап.
— Береһенә ҡырҡ була, икенсеһе ике йәшкә бәләкәй. Йәштәргә ни, аҡса күп кәрәк бит... Өсөнсөһө — ҡыҙ, уныһы ла башлы-күҙле инде...
Фатирына бик йыш ҡайтмай. Үҙе әйтмешләй, балаларына ҡыҫыҡ булмаһын өсөн шулай ҡарар иткән. Ысынлап та, фатирҙа бит өйләнгән ике улы ғүмер итә. Юҡ-юҡта, туғандар араһында һүҙ ҡуйыра, ыҙғыш-талаш китә. Етмәһә, ейән-ейәнсәрҙәр йүгерә. Үтеп-һүтеп булмай: порошок, һабын аңҡытҡан керҙәр эленгән, бер плитә өҫтөндә өс ғаиләнең һурпаһы ҡайнай; “хрущевка”ның ҡыҫыҡ кухняһы тағы ла тарайғандай... Бер-береһенең бүлмәлә­ренә үткәндә лә икенсеһенең балаҫына баҫырға, ул яҡҡа күҙ һалырға тура килә. Килендәр яҡлап туғандар ҙа йыйылмай тормай — ҡунаҡ бүлмәһе кәрәк. Бындай хәл беҙҙең ҡыҫыҡ дөйөм ятаҡтарға ҡарағанда ла ҡот осҡосораҡ­тыр ул. Ошонан “ҡасҡан” да инде Несов.
Ярай әле Несов үҙе киткән. “Робинзон” тормошон ҡабул итеп йәшәп ятмышы ине. (Осраш­ҡандан һуң тағы ике йыл төтөн сыҡты уның ҡыуышынан, һуңынан туҡтаны: балаларының намыҫы уянып, алып ҡайттылармы, әллә башҡа тарафтарға юл тоттомо — белмәҫһең). Бына артабанғы геройыбыҙҙы балалары үҙҙәре вокзалға илтеп ҡуя. Пенсия ваҡыты еткәс, килеп алып ҡайталар. Һуңынан тағы сиркәү, вокзал.
Һамарға командировка ваҡытында автовокзал буйлап автобус килер сәғәтте түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөгәндә, оло йәштәрҙәге әбей күҙгә салынды. Ваҡыт үлтереүсегә — сәбәп, тигәндәй, шул яҡҡа ыңғайланым. Әбекәйем, танырға тырышҡандай, миңә текләне.
Шешенгән күҙ ҡабаҡтары был ҡарсыҡтың күптән ашамағанлығын, бысраҡ, төрлө ерҙән йыртылып бөткән, өҫтө-өҫтөнә кейелгән кейемдәре уның тәрбиәләнмәгәнлеген асыҡ күрһәтә ине. Етмәһә, тәҙрә аҫтынан ғына үткән батареяға менеп ултырыуына ҡарамаҫтан, үҙе дер ҡалтырай.
— Был минең урын. Уны алырға хаҡың юҡ, ана, теге тәҙрә төбөнә ултыр, әле Василий килеп етмәгән...
Әбейгә ниҙер аңлатыуҙан фәтүә юҡ икәнде аңлап, кеҫәнән аҡса сығарҙым. Шунан һуң ғына һүҙҙәр ялғанып китте.
Лена Шепелева тип таныштырҙы ул үҙен. Ошо уҡ өлкәнең Молдавка ауылынан. Ире үлгәндән һуң ауылдан ҡыҙына килгән. Һөйләүенсә, кейәүе бик алама кеше икән. Ҡайһы ваҡыт көндәр буйына ваннаға бикләп тотҡан, ҡыҙының быға артыҡ иҫе китмәгән. Аптырағас, Шепелева сығып киткән.
— Улым да бар минең, — ти һикһән ике йәшлек ҡарсыҡ. — Тик ул ситтә. Ҡатыны бик һәйбәт. Былтыр ҡыҙыма ҡайтҡайнылар, улым мине таптыра икән. Шунан һуң кейәү эҙләп килде. Берәүҙәргә алып барып йыуындырҙы, ашатты, кейендерҙе лә улым менән киленем эргәһенә алып ҡайтты. Ҡыҙым, ҡайҙа йөрөйһөң, кисә үк сығып киткәйнең, тигән була. Мин ни, әхирәтемә барҙым, тимен. Ә мин төн йоҡламаным, ти теге. Балаларымдың араларын боҙғом килмәне. Улым алып китергә булғайны, ҡыҙым арҡыры төштө. Ул китеү менән эт урынына ҡыуып сығарҙылар.
— Әбей, пропискаң да бар бит, пенсия ла алаһыңдыр?
— Эйе, пенсияһын бирәләр. Әммә ул миңә эләкмәй. Бирер алдынан ғына эҙләп табалар ҙа баяғыса кейендереп ҡуялар. Шунан һуң тағы ла... Өйрәндерҙе инде, хатта йомшаҡ матрас һалынған карауатҡа ятҡас, йоҡлай алмай аҙапланам. Ейәндәремде тупылдатып һөйгө лә килә. Шулай ҙа бер төндә икеһенең арҡаһынан һыйпап сыҡтым әле...
— Ҡарттар йортона барып ҡараманыңмы һуң?
— Ҡуй, бимазалама, был вокзалда минең үҙ урыным бар. Элегерәк төнөн сиркәүҙәргә бара торғайныҡ, беҙҙең кеүектәр етерлек бит инде, тик унда һыуыҡ. Шунан һуң, миңә йәшәргә күп ҡалған тиһеңме, үлгәс ҡайҙа ла бер бит...
Асарбаҡтар тураһында яҙғанда, урынһыҙ булһа ла, борондан килгән хикәйәт иҫкә төштө. Имеш, бер егет һөйгәненең бар теләген үтәп барған икән. Һуңғы сиктә ҡыҙ унан әсәһенең йөрәген һораған. Теге иҫәүән барып, әсәһенең йөрәген ярып ала. Ҡыҙ ҡырына ашығып китеп барғанда абынып йығыла. Шул саҡта әсә йөрәге телгә килеп: “Ҡайһы ерең ауыртты, балам?” — тип өҙгөләнеп һорай икән. Башҡа һүҙ юҡ...
Асарбаҡтар тураһында һүҙ сыҡҡас, бер танышым: “Нимәһен яҙаһың инде, ана, ҡалаға ауылдан уҡырға, эшкә килгән һәр береһе күпмелер кимәлдә бомж инде”, — тигәйне. Уйландырамы? Эйе. Ысынлап та, һәр ҡайһыһына ошо “күпмелер кимәлдә”не, “ваҡытлыса”ны еңеп сығырға кәрәк. Сығалар ҙа. Шуныһы һоҡландыра...

Йомғаҡлау һүҙе

Асарбаҡтар, айырым алғанда, оҙаҡ йәшәмәй: эскелек бөтөрә, бысраҡлыҡ, сир, һалҡын бөгә, ләкин асарбаҡлыҡ яҡын арала бөтмәйәсәк әле. Уларҙың шул көнгә төшөүендә тәү сиратта үҙҙәре ғәйепле. Ләкин йәмғиәт тә кеше ҡайғыһы төштән һуң тип йәшәргә күнекте. Һайлаған саҡта тау-тау вәғәҙәләр биргән депутаттар илдә ошондай ҙа ҡатлам кешеләре барлығын да белмәгән һымаҡ...
Һанай китһәң, сәбәптәр ҙә, яуаплы кешеләр ҙә етерлек. Журналист тәфтишсе түгел, тик маҡсат бер генә ине: беҙ “бомж” тип ситкә тайпылған һәләмә кейемле, йөҙҙәре шешенеп, күгәреп бөткән әҙәмдәр ҙә кеше балаһы икәнен күрһәтеү, улар яҙмышына иғтибар иттереү.
...Ҡарлы-боҙло ямғыр. Үҙәккә үтерлек ел. Ошо моңһоу күренештең буяуҙарын тағы ла ҡуйыртып, һороға мансып туҡталыш эскәмйәһендә берәү ята. Тағы ла... Тағы ла ҡул һонола: “Ун һум ғына етмәй...”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872