Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһөйәрлек... һүҙҙә түгел, күҙҙә сағыла
Патриотик рухта тәрбиәләү тигәндә, беҙ, ғәҙәттә, илде, Ватанды һаҡлау, уны яратыу тиеберәк ҡабул иттек. Ошоноң менән ул хәрби рухта тәрбиәләү һымағыраҡ килеп сыға ине.
“2016 – 2020 йылдарға Рәсәй граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү” яңы дәүләт программаһы ҡабул ителгәс, ошо йүнәлештә эште, тағы ла киңерәк йәйелдереп, әүҙемерәк алып барырға кәрәклеге билдәләнде. Патриотик тәрбиә бик туҡталғаны ла юҡ, киреһенсә, Украиналағы хәлдәр, Көнбайыштағы матбуғат сараларының тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыуҙары беҙгә башҡараһы эш күп икәнен иҫкәртә.



Беҙҙең быуын коммунизм төҙөү, коммунистик идеология менән йәшәһә, ул идеология юҡҡа сыҡты. Бөтә Рәсәй халҡы өсөн дин дә идеология була алмай, сөнки илебеҙҙә улар күп, береһенә генә табыныу мөмкин түгел. Шулай бул­ғас, ошо патриотизм – илһөйәрлекте милли идея итеп кенә ҡалмай, ә идеология кимәлендә күтә­рергә һәм бөтә кимәлдә лә шунан сығып эш алып барыр­ға мөмкиндер, минеңсә. Бөтә ил, төбәктәр кимәлендә булмаһа ла, айырым район­дар­ҙа, ҡалаларҙа, ауылдар­ҙа илһөйәр­лекте иң алға ҡуйып булалыр. Илһөйәр­лек өсөн тырышыу ғына етмәй, ә көрә­шергә, хеҙмәтеңде, көсөңдө йәллә­мәҫкә, башҡалар алдында бирешмәҫкә, тик ал­да барырға ынтылырға. Ниндәй генә тар­­маҡтағы эшмәкәрлекте алһаҡ та, уның уңышын илһөйәрлек менән бәйләргә мөмкин.
Экология менән илһөйәрлек араһында бәйләнеш табып була. Йәшәгән биләмәң­дә таҙалыҡ өсөн ярышыу, тәбиғәтте һаҡ­лау, матурлыҡ өсөн көрәштә йәшәгән урамың, ауылың, ҡала йәки муниципалитет үрнәк булһа, ғорурланырға ғына ҡала бит.
Ә бына йәй бигерәк тә ауыл урамдарында ҡайһы берәүҙәрҙең кәртә буй­ҙарын кесерткән, сүп үләндәре баҫып алыуы күңелде ҡыра. Әгәр ҙә беҙ һәм балала­рыбыҙ ысын мәғәнәһендә матур­лыҡ, таҙалыҡ яратһа, илһөйәрлек рухы, әҙ генә булһа ла бергә йәшәү мәҙәниәте булһа, уларҙа ошо сәнскеле үләндәргә ҡарата ҡырағайҙарса ҡараш булыр ине. Һәр кем үҙ йорто, урам-ихата буйын та­ҙалыҡта, тәртиптә тота ала. Минең уйым­са, тап ошонда урам комитеттары кәрәк тә инде, улар ауыл хакимиәтенә тәртип урынлаштырыуҙа таяныс була ала.
Ә тирә-яҡтағы сүп өйөмдәре? Беҙ бәләкәй саҡта ауылды уратып сүплектәр булманы. Тимәк, тормош кимәле күтәре­леү менән уның кешеләргә зыянлы яҡта­ры ла етерлек була икән. Төрлө шешә­ләр, химик юл менән етештерелгән һа­уыттар һәм башҡа ҡалдыҡтар тураһында күп һөйләп тормайынса, шөкөр инде, металл һыныҡтарын йыялар, юғиһә ауылдар тирәләй, юл буйҙары иҫке техника ҡалдыҡтары менән тулыр ине. Бына шулай, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, мин, сүп-сарҙы тәбиғәтте һаҡлауға, экологияға бәйле тип, ә эко­логияға һаҡсыл булыу – ул илһөйәрлек­тең бер өлөшө, тип әйтергә тырыштым.
Ә хәрби-патриотик тема, башта әйт­кәнемсә, беҙгә танышыраҡ. Ләкин бында ла башҡараһы эштәр етерлек, бигерәк тә йәш быуында илһөйәрлек рухы тәр­биәләгәндә. Ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарға ҡуйылған обелисктар эргәһенә тылдағы фронтта эшлә­гәндәр менән бергә һуғыш балаларына ла һәйкәлдәр комплексы ҡуйылһа, бик яҡшы булыр ине. Тик уның эргәһен һәр ваҡыт таҙа тоторға, бөтә сараларҙы шун­да үткәрергә тырышырға кәрәк, илһөйәр­лек тәрбиәләүҙең бер миҫалы ғына әле был.
Бер борсоулы мәсьәлә хаҡында ла яҙмай булдыра алмайым. Бына уртансы кластарҙан башлап 10-сы класҡа тиклем балаларҙың ситкә китеп уҡырға тырышы­уының сәбәбе нимәлә? Был хәлде төплө­рәк белем алырға теләүҙәре менән генә аңлатып булмайҙыр. Мәктәп етәкселеге­нә, уҡытыусыларға уйланырға урын бар. Илһөйәрлек тураһында һүҙ барғанда, илдән тибеү кеүегерәк килеп сыҡмаймы икән?
Патриотизм, илһөйәрлек төшөнсәһе иҫкермәй, тик уны һәр кем үҙенсә аңлап, төрлө кимәлдә эш итергә мөмкин. Бе­рәү­­ҙәр – бөтә эшмәкәрлеге менән пат­риот, икенселәре иһә – яуаплы эш­тәме, етәксеме ул – битарафыраҡ була. Бына ошо битарафлыҡ күп нәмәне боҙа ла ин­де. Илһөйәрлек тураһында күп һөй­ләргә мөмкин, ләкин уны көндәлек эш менән нығытырға кәрәк. Бөтә тәр­биәүи сараларҙы, бөтә төр эшмәкәрлекте илһө­йәрлек менән бәйләһәк, һис шикһеҙ, һөҙөм­тәһе лә ыңғай булыр, тигән уйҙа ҡалам.


Автор: Рим НАСИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә

Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә 17.09.2026 // Йәмғиәт

Аҙна аҙағында республика биләмәһе Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш райондарынан юғары баҫым йоғонтоһонда ......

Тотош уҡырға 2

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы 17.09.2026 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин 17.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе 17.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 4

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды 17.09.2026 // Йәмғиәт

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән 16.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла 16.09.2026 // Йәмғиәт

Ойоштороусылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һайлаусыларға ......

Тотош уҡырға 3

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде 16.09.2026 // Йәмғиәт

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды 16.09.2026 // Йәмғиәт

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды

Комментарий өҫтәргә