Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өлкәндәрҙе ғаиләгә тәрбиәгә алам тиһәң...
Бәлиғ булмағандарҙы уллыҡҡа алыу күренеше хәҙер киң таралған, патронат ғаиләләрҙә бик күп бала тәрбиәләнә. Әммә бөгөн сағыштырмаса яңы һәм халыҡ араһында киң таралмаған күренеш – өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләләргә тәрбиәгә биреү тураһында һөйләшеп алайыҡ.

Рәсәйҙә “Өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алған ғаилә” проекты 2004 йылда башланды. Уның асылы шунда: бер кеме (туғандары, ире йәки ҡатыны, ғаилә ағзалары) булмаған, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү һәләтен тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтҡан, сит кеше ҡарауына мохтаж өлкән йәштәге кешеләргә яңғыҙлыҡ тойғоһон еңергә, лайыҡлы йәшәү рәүешен һаҡларға, кәрәкле иғтибар, хәстәрлек һәм ярҙамды “ҡаҙна йорто”нда түгел, ә ғаилә мөхитендә алырға ярҙам итеү.
2016 йылдың 2 декабрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр тураһында” законда ошондай ғаиләне ойоштороу һәм булдырыуҙың төп положениелары, ҡаршылыҡ тыуҙырған хәлдәр, килешеүҙе өҙөүгә нигеҙ булырлыҡ осраҡтар билдәләнгән. Законда әйтелеүенсә, ғаиләгә бер юлы өстән дә артыҡ кеше урынлаштырылырға тейеш түгел.
Тәрбиәгә ҡабул иткән ғаиләнең бюджеты уның ағзаларының аҡса килеменән тора, шул уҡ ваҡытта өлкән йәштәге граждан йәки инвалид тапшырған аҡса ғаиләнең йән башына уртаса килеменең 75 процентынан артыҡ бу­ла алмай. Бындай ғаиләлә өлкән йәштәге ке­ше­не йәки инвалидты ҡараған кешегә һәр тәр­­биәләнеүсеһе өсөн айына 6200 һумдан аҡ­­салата түләү ҡаралған. Ғаилә 80 йәште уҙ­­­ған йәки I төркөм инвалидын ҡабул иткән ос­раҡта айлыҡ түләү күләме 30 процентҡа арта.
Был законды бойомға ашырыу сығымдары Башҡортостан бюджетынан, “Башҡортостан Республикаһы халҡын социаль яҡлау” дәүләт программаһының “Халыҡты социаль хеҙмәт­лән­дереү системаһын үҫтереү” ярҙамсы про­граммаһының “Ҡараусылар хеҙмәтен ойоштороу” тигән саралары өсөн ҡаралған аҡсаһы иҫәбенән тормошҡа ашырыла.
Кемдәр өлкән кешене ғаиләгә тәрбиәгә алыу хоҡуғына эйә?
Сит кешенең ярҙамына мохтаж өлкән йәштәге кеше йәки инвалидты ҡарарға теләк белдергән граждан ошондай ғаилә булдыра ала, ләкин был осраҡта сикләүҙәр һәм тыйыуҙар ҙа бар. Мәҫәлән, бындай ғаиләгә яҡын туғаныңды алыу тыйыла; ҡабул иткән ғаилә ағзалығына кандидаттарҙың стационар социаль хеҙмәтләндереүгә ебәрелгәнгә тиклем бергә йәшәүе тыйыла; ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаһын ҡараған өсөн Пенсия фонды бүлексәләре аша компенсация түләүе алған осраҡта ошондай ғаилә булдырырға ярамай. Һис шикһеҙ, ғаиләһенә өлкән йәштәге кешене тәрбиәгә алырға теләүсе хөкөм ителмәгән булырға, психик йәһәттән сәләмәт, алкоголизм, наркомания менән сирләмәҫкә тейеш.
Ғаиләгә кем контроллек итәсәк?
Тәрбиәгә ҡабул иткән ғаилә булдырырға теләгән граждандар хаҡында мәғлүмәттәр банкын алып барыуҙы, ғаилә ағзалығына кандидаттар һайлауҙы, кандидаттарҙы психологик яҡтан әҙерләүҙе, тейешле килешеүҙәр төҙөүҙе һәм контроллек итеүҙе Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм Район-ара ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам үҙәктәре бойомға ашырасаҡ. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: бары тик опека һәм попечителлек органдарының ризалығы менән генә тәрбиәгә ҡабул итеүсе ғаилә булдырырға мөмкин.


Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 5

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә