Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ил инәһе “Ил инәһе тигән һүҙҙәрҙе яҙғас, тағы ла ғәжәпләнеберәк ҡуйҙым. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ил инәһе дәрәжәһенә күтәрелеү фиҙакәр эштәрең менән халҡыңдың оло ихтирамын ҡаҙанғанда ғына мөмкин. Беҙ ил инәһе тигәндә күберәк тарихтағы шәхестәр тураһында уйлайбыҙ, уларға булған ихтирамыбыҙға ниндәйҙер илһамлыҡты, серлелекте тойоу өҫтәлә, шуға күрә әле арабыҙҙа бик күп яҡшылыҡтар ҡылып йөрөгән, ысын мәғәнәһендә ил инәһе тигән изге исемгә лайыҡ шәхестәребеҙҙе йыш ҡына күреп-баһалап еткермәйбеҙ”, – тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.
Әле йәмғиәттә бигерәк тә ил инәһе менән ағинәй кеүек изге төшөнсәләр йыш ишетелә башланы, берәйһенең исем-шәрифенә ошо һүҙҙәрҙе ҡушып сәхнә түренә саҡырыу модаға инде. Ысынында кем ул ил инәһе? Апайҙарҙың ҡайһыһын унда индерергә тип уйлағанда, иң беренсе халҡым, илем, телем тип яныусылар күҙ алдына баҫырға тейеш. Ә ундайҙар арабыҙҙа бихисап. Миңә ҡалһа, һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөп, бер саранан да ҡалмаҫҡа тырышҡандар иҫкә төшөүсән. Шундай шәхестәрҙең береһе – Ләлә апай БЕЙЕШЕВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Һәр бала үҙ булмышы, үҙ яҙмышы менән донъяға килгән шикелле, минең дә үҙемә генә хас тормош юлым, донъяға үҙ ҡарашым бар, – тип башланы һүҙен Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы. – Тормош баҫҡыстарым текә лә, һөҙәк тә, хатта емерелеп төшкән саҡтары ла күп булды. Тик ата-бабаларымдан бирелгән милли тойғо, рух байлығы һәр саҡ оҙата килде. Шуға ла йәшәйешемдең төп маҡсаты – халҡыма тоғро хеҙмәт итеү, көсөмдән килгәнсә илемде, туған телемде яҡлауға ярҙам итергә тырышыу, милләтемә хыянат итмәү. Бындай ҡиммәтле сифаттар, әлбиттә, иң беренсе ғаилә мөхитендә һалына.
– Ғаилә тигәндән, һеҙ ниндәй мөхиттә тәрбиәләндегеҙ?
– Донъяла һәр кеше өсөн ҡәҙерле, иң ҡиммәтле һүҙ ул – атай, оло мәғәнәгә эйә төшөнсә, ләкин һуңғы бер нисә йылда ир кеше, атай абруйының төшә барыуы борсоуға һала. Минеңсә, күптәр үҙҙәре ғәйепле – улар ғаилә башлығы, йорт хужаһы, атай булараҡ яуаплылыҡты юғалта барып, үҙ баһаһын үҙҙәре төшөрә.
Атайым да, әсәйем дә — икеһе лә донъя ауырлыҡтарын, тормош ҡатмарлыҡтарын үҙҙәренең хәйләһеҙ хеҙмәте, аҡыллы фекер ҡеүәһе менән еңеп сыҡҡандыр, тим. Бер ҡасан да байлыҡ һәм аҡса артынан ҡыуманылар. Бар булмыштары – хеҙмәт, ысын күңеллелек, ярҙам һорап килгәндәрҙе ҡабул итеү ине. Бөтә ғүмерҙәре – ауырлыҡ, әммә дөрөҫлөк аша үтте. Беҙҙе лә шулай тәрбиәләнеләр.
Атайым 40 йылға яҡын уҡытыусы булып, үҙе кеүек донъяға дөрөҫ ҡарашта булған уҡыусылар үҫтерҙе. Ҡәҙерлем миңә лә үҙенең маҡтаулы һөнәрен – уҡытыу­сылыҡты һайларға ярҙамлашты. Алға китеп шуны әйтәм – 36 йыл мәктәптә эшләнем.
Әсәйем иһә аш-һыуға бик оҫта булды. Кисәгеләй хәтеремдә, әле мәктәпкә бармаған саҡта уҡ бәләкәй сеүәтәгә минән ҡамыр әсеттерә торғайны. Иртүк уятып, шуны үҙемдән баҫтырғаны күҙ алдымда. Кәләшенең тәрбиә эшен хуплаптыр инде, атайым миңә бәләкәй генә таба алып ҡайтып бирҙе. Күрәһең, баланы хеҙмәткә ылыҡтырып, ҡыҙыҡһыныу уятыуҙың бер сараһы булғандыр ул.
– 40 йылға яҡын мәктәптә эшләгәнһегеҙ, улай ғынамы, тыуған төйәгегеҙҙән йыраҡта. Һеҙ үҙ теләгегеҙ менән сит яҡҡа юлланғанһығыҙ...
– Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлағас, ысынлап та, үҙ милләтемдең балаларын уҡытыу теләге менән Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районына барып эләктем. Ул яҡтағы халыҡтың һөйләшен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, йыр-моңон ишетеү, улар менән тығыҙ бәйләнеш тотоу үҙе бер халыҡ университеты булды. Күп нәмәне белдем, күп нәмәгә өйрәндем. 12 йыл унда эшләгәндән һуң үҙ илемә – Башҡортостаныма ҡайттым. Силәбе өлкәһендәге инде хаҡлы ялдағы уҡыусыларым, оло йәштәге бергә эшләгән коллегаларым менән бәйләнеш әлегәсә өҙөлмәй, сөнки унда минең халҡым, үҙ иленән ваҡытында мәжбүри айырылырға дусар ителгән милләттәштәрем йәшәй.
– Матбуғатта даими сығыш яһайһығыҙ. Ҡулығыҙға ҡәләм алырға нимә этәрә?
– Йәшерәк саҡта уҡ яҙыша башла­ғайным, ләкин тормош баҫҡыстарынан әленән-әле тайпылыу, яҙыуҙан туҡтатып тороуҙы талап итте. Мәҡәләләр яҙыуға илһамды йәшәйеш бирә, айырыуса хаҡлы ялға сыҡҡас, халыҡ менән йышыраҡ аралашыу, милләттәштәрем менән осрашыу, уларҙың проблемалары менән танышыу ҙа мине кеше тормошон тәрәнерәк аңларға өйрәтте, улар тураһында уйландырҙы. Шунан сығып, төрлө мәсьәләләргә ҡағылышлы мәҡәләләр яҙам.
– Бөгөнгө матбуғатҡа ҡарашығыҙ нисек?
– Бөгөн нәшер ителгән гәзиттәребеҙ – тормош көҙгөһө. Улар кәңәшсе лә, ярҙамсы ла, фекерҙәш тә. Ләкин хәҙер үткән быуаттың 90-сы йылдарына тиклемге гәзит-журнал алдырыуҙағы әүҙемлек күҙгә күренеп һүрелде. Халыҡ, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, ваҡытлы матбуғатты уҡыуҙан һыуынды. Бигерәк тә йәш быуындың был тәңгәлдә битарафлығы әсендерә. Телевидение, радио һәм Интернеттағы, мә­ғәнәһеҙ ваҡытлы баҫмаларҙағы әхлаҡ­һыҙлыҡты йәштәрҙең хуп күреүе борсоуға һала, киләсәктең күңелһеҙ шәүләһе тыныслыҡ бирмәй. Улар менән мауығыу ҡиммәтле ғүмерҙе бушҡа үткәреүгә тиң. Шуның өсөн әлеге тәрбиәүи мәғәнәгә эйә, йәштәрҙең фекерен нурландырыусы, холоҡ-фиғелен таҙартыуға ярҙам итерлек матбуғат менән дуҫлашыу киләсәккә өмөт уятыр ине, сөнки яҡшы баҫмалар фекерҙе байыта, зиһенгә ҡеүәт бирә, тормошҡа яҡтылыҡ сәсә. Ә бындай матбуғат баҫмалары беҙҙә быуа быуырлыҡ.
Матбуғатҡа яҙылыуҙың уҡытыусылар араһында насар барыуы аяныслы. Ҡайҙа ғына булһам да, үҙ халҡым араһында гәзит-журнал уҡыуҙың кәрәклеген аңлатып, иң беренсе шул турала һүҙ башлайым. Күптән түгел генә танышҡан башҡорт теле уҡытыусыһы менән һөйләшкәндә, хәҙер йәштәр башҡортса гәзит уҡымай бит, тимәһенме ул! “Ә һеҙ ауылда был юҫыҡта ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?” – тип һораным. “Үҙем дә алдырмайым”, – тип ысҡындырҙы бит үҙе лә һиҙмәҫтән... Төпсөнөүемә ҡарамаҫтан, яуаптан ситләш­те. Быны мин битарафлыҡҡа тиңләйем.
– Бөгөн һеҙҙе нимә борсой?
– Образдар тураһында йыш уйланам. Батырша мулла, Йосоп батыр, Сәйет батыр, Тәтегәс бей һәм башҡалар, лидерҙарҙы һанап бөтөрөрлөк түгел, улар бөтәһе лә халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн көрәштәге етәкселәр. Ҡарттар һәр йыйында уларҙың батырлыҡтары тураһында һөйләр булған борон, көйгә һалып көйләгән, сәсәндәр үҙ һүҙҙәрен әйткән, шағирҙар шиғыр яҙған. Мәңге онотолмаҫ ҡаһармандар тураһында мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич:
Беҙҙең Абыҙ, Аҡай, Салауаттар,
Ҡараһаҡал, Айҙар, Күсемдәр —
Былар барыһы ла ҡара көскә ҡаршы
Һуғышып үлгән алтын исемдәр,
тип яҙып ҡалдырған.
Был образдарҙы өйрәнеү – үҫмерҙәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә, уларҙа ата-бабаларына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятыуҙа тиңе булмаған ысул. Был юл менән ил яҙмышына битараф булмаған, атай-олатайҙар аманатына тоғро булырҙай ир-егет­тәрҙе үҫтергәндәр ҙә инде. Ошо юҫыҡта халыҡ һәр ваҡыт тарихҡа таянған, йәғни иң аҡыллы һәм оҫта юл һайлағандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 50 – 60 йылда илебеҙ ҡоролошондағы үҙгәрештәр балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә зыян килтерҙе.
“Ата — улын, әсә ҡыҙын белмәҫ” тигән заман килде, ахыры. Бының төп сә­бәбе — һуғыштан һуң килеп ингән эскелек, уны афәткә тиңләргә мөмкин, быға бары “шайтан эсемлеге” генә ғәйепле. Ул ғына ла түгел, сит тарафтарҙан килеп ингән бәйелһеҙлек, уғрылыҡ, вәхшилек. Етмәһә, йәштәрҙә бөгөн мин-минлек бик көсәйҙе. Был инде тәрбиә­нең етешмәүе, эске мәҙәниәттең наҡыҫ, аҡылдың ҡыҫҡа булыуынан килә.
Шатландырғаны шул: һуңғы йылдарҙа бихисап үҫмер яңыса йәшәүгә ынтыла, тиңдәр араһында тиң булып, үҙ милләтен һәр яҡлап күтәрергә тырышыу­сылар арта ба­ра. Бындайҙарҙың ир-егеттәр араһынан күп булыуы бигерәк тә ҡыуандыра. Һәр береһе үҙенең яратҡан шөғө­лөн тапҡан. Ул эш менән мәшғүл, уның бынамын тигән ғаиләһе, балалары бар. Егәрленең теләһә ни менән булырға ваҡыты юҡ.
Ә инде һаман был ҡатмарлы заманда үҙ эшен таба алмай интегеүселәр күберәк эсеүгә бирелә, наркоман булып китә. Иң ҡурҡынысы, һыҙландырғаны – шул. Әммә эсеү, тартыу кеүек бисә-сәсәгә бөтөнләй хас булмаған күренештәр гүзәл зат араһында күбәйеүе йәмғиәтте хафаға һала, күңелгә тыныслыҡ бирмәй. Ғаиләлә үҙенең әсәлек, ҡатын бурысын үтәүгә һүлпән ҡарауҙары ла – иң төп бәләләрҙең береһе.
Атайға хөрмәтте балалары алдында әсәй кеше күрһәтергә бурыслы. Бындай ҡараш бөгөн бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә. Хәйер, борон ҡатын өйҙөң ҡото булып ху­жа­лыҡ, бала тәрбиәләү менән генә мәшғүл булһа, әле ирҙәр менән тиң эшләйҙәр, ҡайһы осраҡта унан да күберәк донъя малы таба, шуға мөрхәт­һенмәүҙәре лә ихтимал. Ләкин был ғаилә тормошонда айыр­малыҡҡа килтермәһен ине! Ҡатын-ҡыҙҙың ошондай мөғәмәләһе лә ирҙәрҙең баһаһын төшөрҙө, араларында бөтөнләй түбәнселеккә төшөп йөрөгәндәре лә юҡ түгел.
Әле ҡатын-ҡыҙ көслө, әлбиттә, шулай ҙа ирҙәрҙең абруйын күтәреү ваҡыты килеп етте, был – замана талабы. Юғиһә киләсәктә ҡайҙан тыуыр беҙҙең батырҙар, ил һаҡлар, ҡатын-ҡыҙҙы, балаларыбыҙҙы ҡурсалар егеттәр. Ир-атты үҫтерә, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа белеү фиғеле лә ҡатын-ҡыҙҙың аҡылына, уның тәрән фекерләү, мәғәнәле фараз итә белеү оҫталығына бәйле.
– Ысынлап та, ғаиләлә был йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙың аҡыллы эш итә белеүе ҙур роль уйнай.
– Нәҡ шулай. Ирҙе ил уҙаманы итеп тәрбиәләүҙә гүзәл заттың роле бик ҙур. Аҡыллы ҡатындары булған ир-ат юғары дәрәжәгә күтәрелә ала, ил яҙмышын ҡулға алырҙай шәхес булып китә. Был сифаттар уларға тәбиғәт тарафынан бирелгән. Борон әсәй-өләсәйҙәр үҙ бу­рыстарын ил ағалары үҫтереүҙә күргән, хәҙер ҙә йәшәү маҡ­саттарын ошо изге эшкә бағышлаһындар ине!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872