Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыуған ер йылыһы йырлатты
Тыуған ер йылыһы йырлаттыЙәй тамамланыуға ауылдаштарыбыҙ өсөн тағы бер күңелле йыйын ойошторорға ниәтләгәйнек тә, аҙаҡ бер аҙ борсоуға ҡалдыҡ. Ни тиһәң дә, төйәк иткән тупрағыбыҙ Европа менән Азия ҡитғалары араһына һыйынған, шуға көн торошон алдан фаразлау еңел түгел, айырыу­са көҙ миҙгелендә. Шөкөр, тәбиғәттең “әбейҙәр сыуағы” тигән йомшаҡ мәле беҙ күҙаллаған саҡҡа тап килде лә ҡуйҙы, күңелгә шом һалып йөҙгән ҡара, ялбыр болоттар әллә ҡайҙа китеп юғалды, тирә-йүн ҡояш апайҙың эҫе нурҙарына күмелде.


Туған-ерҙәштәр Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ бәрәкәтенә – сыуаҡ иртәгә ҡыуана-ҡыуана Моң байрамы ойоштороласаҡ майҙансыҡҡа ағылды. Араларында ер аяғы-ер башынан килгән ҡунаҡтар ҙа бар. Сарала ауылдашыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовты күреү барыбыҙ өсөн дә ҙур мәртәбә ине. Иҫәнләшеү-күрешеү, шатлыҡлы ҡосаҡлашыуҙарҙан торған күңелле шау-шыу, яҡында күмер сама­уыр­ҙарының шыжлауы, ошо юлдар авторы бешереп төшөргән былау еҫтәре (алдан йүгереп әйтәйем: “АгроБашҡорт­остан” ЯСЙ-һы етәксеһе Илгиз Сабир улы Сәйетов байрам һайын итләтә күстәнәс биреп, ауылдаштарҙы һөйөндө­рөп тора), клуб етәкселеге һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” әүҙемселәре әҙерләгән өҫтәлдәрҙә­ге һый тантанаға айырым төҫ-бәҫ өҫтәне.
Тыуған ер йылыһы йырлаттыУрындағы “Ҡыҙылғы” фольклор ан­самбленең (етәксеһе – Гөлнара Әбдрәхи­мова) күңелгә үтеп инерлек тәбрик һүҙ-йырҙары яҡташтарҙың хис-тойғоһона осҡон һалды, күрәһең, күптәр майҙан уртаһына яҡыныраҡ булырға, яйы тура килгәндә, микрофонды эләктерергә тырышты. Ҡунаҡтар араһынан иң әүәл сығыш яһаусы Әниф Мирхәйҙәровтың (Әлшәй районы) мәшһүр “Урал” йырын башлауын барыбыҙ ҙа йыйындың маҡсатын асыусы, милләттәштәребеҙҙе, ерҙәштәребеҙҙе берләшеүгә, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлауға саҡырыусы оран булараҡ ҡабул иттек. Һәр ҡунаҡ йылдар буйы тик тыуған яҡты һағыныуҙан килгән һәм күңел төбөнә уйылған ғәзиз кисерештәрен асып һалырға ынтылды.
Варшавка ауылынан Нәфисә Мөхәмәт­йәнова “Эй, гүзәлем, ҡамышлы күл” тип йырлағанда, яҙыусы Таһир Дәүләтбаев үҙе яҙған шиғырҙы уҡығанда, төйәгебеҙҙе уратып алған утыҙға яҡын зәңгәр күҙле түңәрәк күлдәр, уларҙы уратып үҫкән, яҙын – аҡ һәм алһыу сәскәләре, көҙөн мул емештәре менән ҡыуандырған муйыл, балан, гөлйемеш ҡыуаҡтары, ҡара урман булып үҫкән ялбыр шыршылар, йәшел уҡалы аҡ елән кейгән башҡорт ҡыҙы төҫлө зифа ҡайындар һәр кемдең күҙ алдына килмәй ҡалмағандыр.
Өфөнән ҡайтҡан өс бер туған гармунсылар Зыяфетдин, Рушан, Рәғип Динисламовтар дәртле көйҙәрҙе уйнағанда, кем түҙеп торһон инде: йәше-ҡарты дәррәү бейергә төшөп китте. Илүзә Ишмөхәмәтова, Ильвина Динисламова, Лилиә Кузьмина, Рузилә Мөхәмәт­йәноваларҙың йырҙарында башлыса шәфҡәтле атай-әсәйҙәргә булған бөт­көһөҙ рәхмәт хистәре, йәшлек таңында ғына бөрөләнә алған иң наҙлы хис-тойғолар сағылды. Өфөнән үк килеп еткән V класс уҡыусыһы Наҙгөл Ибраһимова иһә ҡәрҙәштәрен әле йырлап, әле Ватаныбыҙ Башҡортостанға һөйөү менән һуғарылған шиғыр һөйләп, бөтөрөлөп йөрөнө.
Ҡунаҡтарҙың йыр-моңо ауылдың мәҙәни кимәлен тотоп торған ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең сығыштары менән аралаш барҙы. Төш мәленә инде боҫрап торған былау, ҡайнар сәй табын түренән урын алды. Ерҙәштәр һыйҙан ауыҙ иткәндә лә йыр-моң, бейеү өҙөлмәне.

Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.


Әниф МИРХӘЙҘӘРОВ:
— Бала саҡта бик ҡыйыуһыҙ инем. Мәктәптә уҡығанда мәжбүрләп тигән­дәй, бер тапҡыр йырлатҡайнылар. Ир етеп, ауылдан ситтә оя ҡорғас, туған- тыумаса йыш иҫкә төшә, тыуған ер йылыһы үҙенә күберәк тарта. Әллә шуғамы, йырлай башланым. Башта “Урал”ды үҙаллы өйрәндем. Ауылымда алдағы көндәрҙә лә хәҙерге кеүек матур саралар ойошторолһа, “Сыңрау торна”­ны үҙләштереп, яҡташтарыма йырлап күрһәтергә тигән хыялым бар.
Таһир ДӘҮЛӘТБАЕВ, яҙыусы, Һәүәләй ауылы:
— Тыуған ауылымдан алыҫ китмәһәм дә, ырыуҙаштарымды ике-өс көн күрмәй торһам, тормошома нимәлер етмәгән кеүек. Моң байрамы һағышландырҙы ла, ҡыуаныслы хистәр ҙә бүләк итте, күп матур иҫтәлектәрҙе йөрәгем аша яңынан кисерҙем. Ойоштороусыларға рәхмәттән башҡа әйтер һүҙем юҡ.
Зыяфетдин ДИНИСЛАМОВ, баш ҡаланың 115-се мәктәбе хеҙмәткәре:
— Ауылыма, тыуған нигеҙгә ҡот биреп йәшәүсе энем Райхан, киленем Флорида янына йыш ҡайтам. Бала сағымдан гармунды ҡулымдан төшөрмәйем. Мәктәп коллективы үткәргән тантаналарҙа ла ҡатнашам. Сараның “Моң байрамы” тип аталыуы үҙе ни тора! Баш­ҡортомдоң иле генә түгел, һәр һүҙе моңдан ҡойолған кеүек.


Автор: Фәүзиә ЛАТИПОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә

Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә 17.09.2026 // Йәмғиәт

Аҙна аҙағында республика биләмәһе Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш райондарынан юғары баҫым йоғонтоһонда ......

Тотош уҡырға 2

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы 17.09.2026 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин 17.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе 17.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 4

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды 17.09.2026 // Йәмғиәт

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән 16.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре МХО геройҙары хөрмәтенә мемориал төҙөгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла

Башҡортостанда һайлау көндәрендә «Рәхмәт» акцияһы уҙғарыла 16.09.2026 // Йәмғиәт

Ойоштороусылар «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында һайлаусыларға ......

Тотош уҡырға 3

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде 16.09.2026 // Йәмғиәт

Роман Плотников Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды 16.09.2026 // Йәмғиәт

Республикабыҙ ҡалаһында уҡытыусыға һәйкәл асылды...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды

Комментарий өҫтәргә