Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъяны изгелек ҡотҡарыр
Донъяны изгелек ҡотҡарырДонъяны изгелек ҡотҡарырҺуңғы осорҙа ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙарҙы патронат ғаиләгә, опекаға биреү эше киң йәйелдерелде. Күптәр был мәрхәмәтле тулҡынға ҡушылды, хатта республикала һуңғы йылдарҙа ике балалар йортоноң ябылыуын ишетеп ысын күңелдән ҡыуандыҡ, сабыйҙарҙың ғаиләлә тәрбиәләнеүен оло уңыш, бәхетле осраҡ тип ҡабул иттек.
Әммә бала уйынсыҡ түгел. Наҙға, йылы һүҙгә һыуһаған, аңлауға, яҡшы мөнәсәбәткә өмөт иткән кескәйҙәрҙең тормошонда көтөлмәгән һынауҙар, хыянаттар осрап ҡына тора. Изге эштең дә ҡайһы берәүҙәр ҡулында олоғара бәләгә әүерелеүен яҡшы беләбеҙ. Бер туған Вера менән Толя яҙмышындағы имтихандар ошо вайымһыҙлыҡҡа, яуапһыҙлыҡҡа сағыу миҫал.
14-15 йәшлек үҫмерҙәр балалар йортонда алты йыл тәрбиәләнә. Моғайын, улар өсөн бер-береһенән ҡәҙерлерәк кеше донъяла юҡтыр. Һөйкөмлө, үҙенсәлекле заман балалары. Вера бәләкәйҙән спорт гимнастикаһы, бейеү менән шөғөлләнә. I кластан алып ҡала мәҙәниәт йортондағы балет студияһына йөрөй. Балалар йорто етәкселәре ҡыҙыҡайҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала. Бына дүртенсе йыл инде уларҙың тәрбиәләнеүсеһе Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжында уңышлы уҡып йөрөй. Толяның белемгә ынтылышы апаһыныҡы кеүек үк көслө булмаһа ла, ҡыҙыҡһыныусанлығы, теремеклеге менән иғтибарҙы йәлеп итә. Аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, ат һарайына (“Дуплет” ат-спорт клубы балалар йорто базаһында эшләй) йүгерә. Йорт хайуандарын тәрбиәләргә уны ғына ҡуш! Малайҙар ҡайҙа ла малайҙар инде, өлкәндәрҙе “сыҙамлыҡҡа” һынап ҡарай, үҙҙәренә ҡарата мөнәсәбәтте ентекләп өйрәнә, ҡайһы бер эштәрҙе кисектереү мөмкинлеге тыуыу менән тайыу яғын ҡарай. Дәрес әҙерләү мөһимлеген дә үҫмерҙең ҡолағына киртеп тороу кәрәклеген яҡшы аңлай тәрбиәселәр.
Ошо үҫмерҙәр иңенә төшкән ауырлыҡты йәшәү тәжрибәһе мул булған ҡайһы бер өлкәндәр ҙә күтәрә алмаҫ ине. Аҙ ғына ғүмер эсендә уларға дүрт тапҡыр тормоштарын өр-яңынан ҡорорға тура килә!
Приют — балалар йорто — тәрбиәгә алыусы ғаилә — приют һәм... йәнә балалар йорто. Ошондай ҡатмарлы тормош боролоштарын үтеп, битарафлыҡтан арып-талсыҡҡан, кешеләргә ышанысын юғалтҡан балаларҙы йәлләү тойғоһон һөйләп аңлатырлыҡмы ни? Өмөтһөҙлөккә бирелмәйек, бәлки, атай-әсәй наҙын татыған йөҙәрләгән етемдәргә бәхет йылмайған кеүек, улар ҙа яҡшы кешеләрен осратыр, ҡайғы-хәсрәттәрен онотторорлоҡ йортло-ерле, туған-ырыулы булыр.
Балалар йорттарынан ҡыҙ һәм малайҙарҙы тәрбиәгә ҙур теләк менән алып та, “холоҡтары насар”, “тыңлашмай”, “етем бала аҫрағансы, етем быҙау аҫра, тигәндәре хаҡ”, тип төрлө сәбәп табып, уларҙан ҡотолорға тырышҡан ата-әсәләрҙең төп хатаһы — сабыйҙарҙың психологияһын аңламауҙа.
Яңы ғаиләлә яҡлау тапмаған малай өйҙән сығып ҡаса. Бәлки, ата-әсә унда ғүмере фажиғәле өҙөлгән улдарының образын күрергә теләгәндер? Тормошта бер-береһенә холоҡ-фиғеле һыу тамсыһындай оҡшаш ике кешене табыу мөмкин дә түгелдер һәм бының кәрәге лә юҡ. Бары балаларҙың мәнфәғәттәре менән йәшәү, теләктәренә, уй-ниәттәренә иғтибарлы булыу ғына араларҙы яҡынайта, күңелдәрҙе йомшарта ала.
Психологтарҙың әйтеүенсә, балаларҙағы агрессия өлкәндәрҙе ҡурҡытмаҫҡа тейеш, бындай холоҡ рәүешен үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеү сараһы тип ҡарарға кәрәк. Ә алдашыу — тирә-яҡтағы кешеләргә ышанысһыҙлыҡ билдәһе, тип иҫәпләй белгестәр.
Балаларҙы ғаиләгә тәрбиәгә алыу менән генә проблемалар үҙенән үҙе хәл ителмәй, күпте өмөт итеү ҙә үҙен аҡламай. Тәртиптә лә, уҡыуҙа ла уңыштарҙың мыҫҡаллап йыйыласағын ата-әсә яҡшы аңларға тейеш. Йылдар буйы боҙҙай туңған күңелдәрҙе иретеү ҙә, ышанысты яулау ҙа анһат мәсьәлә түгел. Шуға күрә етемдәрҙе йылы ҡосаҡҡа алғанға тиклем ниәтегеҙҙе ете ҡат уйлап, мөмкинлектәрегеҙҙе барлау мөһим. Хатта иң һәләтле, әүҙем, тыңлаусан балаларға ла тәү сиратта ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу кәрәк. Ата-әсә үтәсәк ҡатмарлы юлда сабырлыҡ, ышандырыу көсө һәм өмөт уты юлдаш булһын!
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 86-4-19-45 (Бәләбәй балалар йорто).
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә