ҠобайырМилләт тиеп һүҙ һөйләүҙән арымайбыҙ,
Шуны һөйләп ни хәлдәргә тарымайбыҙ,
Тик нимәне аңлата һуң милләт тигән,
Инде быны аңларға ла мөлләт* тиһәң?
Бер тупраҡта йәшәгәндәр туғаныңмы,
Кеме яҡын – үҙ ереңдән ҡыуғанымы?
Туғаныңдыр – шул тупраҡты
һаҡлашҡандар,
Дошман килһә, арҡалашып
яҡлашҡандар.
Кем генә юҡ хәҙер беҙҙең тыуған ерҙә,
Һанай китһәң, ҡәүемдәре мең дә
бер ҙә.
Әммә былар башҡорт түгел,
бары яҡташ,
Еребеҙҙә тороп ятҡан бер тупраҡташ.
Бәлки, милләт һаналалыр
ҡандаштарың,
Ҡаны бер тип уйланылған
һандаштарың?
Тик фән таный: ҡаны берҙәр
донъя тулы,
Мәгәр күбе башҡортомдоң түгел улы.
Тел, тел тибеҙ, мөһимлеген
беҙ беләбеҙ,
Тел белмәй тип ҡай сағында тибеләбеҙ,
Тик милләт ул телде генә аңлатамы,
Башҡортсаны белгән урыҫ —
үҙ атаңмы?
Мосолмандар — һәммәһе бер өммәт,
тиҙәр,
Ни ҡан булһын, бер-беренә ҡиммәт,
тиҙәр,
Өммәтебеҙ бер булһа ла, милләт
башҡа,
Тамырыбыҙ береккән бит Урал ташҡа.
***
Берәм-берәм теҙеп сыҡтым – кем тип
башҡорт,
Дүрт терәккә нигеҙләнгән беҙҙең баш
йорт –
Милләт бит ул тәү сиратта –
ер берлеге:
Ҡанбабаның быуат-быуат ҡәберлеге.
Икенсеһе – ошо ерҙә ҡандаш булыу,
Күп ырыуҙы бергә ҡушҡан хан баш
булыу.
Быуат-быуат бер һандалда
сүкелгәнлек,
Арҡалашып һынауҙарҙы үтелгәнлек.
Өсөнсөһө, һис шөбһәһеҙ, әсә теле,
Бер күс итеп ойошторған йәшәү теле,
Күҙәнәккә инеп биргән аң-зиһенде,
Телең менән танытаһың һин илеңде.
Дүртенсеһе – булыуың бер инаныста,
Бер ҡиблалыҡ — милләт өсөн
ҡыуанысҡа,
Уңырбыҙ тик төрлө дингә ҡатышмаһаҡ,
Аҡҡош, Суртан, Ҡыҫалалай
тартышмаһаҡ.
Булыр, шикһеҙ, төрлө яҡҡа
ҡайырғандар,
Һин ҡара тип, һин һары тип
айырғандар,
Онотмайыҡ – ҡөҙрәт бары берҙәмлектә,
Милләттәштең ҡәҙерҙәрен белгәнлектә.
Шына
Һаман да хәтерҙә, хәтерҙә –
Әрҙәнә яралар ағайҙар,
Бирешмәй ботаҡлы бүрәнә,
Төрлөсә сапҡылап ҡарайҙар.
Улай ҙа сабалар, былай ҙа,
Бүрәнә бирешмәй, бөп-бөтөн.
Улдарға нишләргә өйрәтмәй,
Атайҙар ултыра ни көтөп?
Ҡырҡ төрлө өйрөлтөп-сөйрөлтөп
Олонға бер ярыҡ һалғастан,
Тотондо зирәк бер ағайым
Нимәлер юнырға ағастан.
Юнғанын ярыҡҡа ҡыҫтырҙы,
Бар көскә тондорҙо бер генә –
(Атайҙар шым ғына йылмайҙы),
Икегә ярылды бүрәнә.
*Мөлләт – мөҙҙәт, ваҡыт.
Аңланым атайҙар аҡылын.
Аңланым мин тағы шуны ла:
Ағастың башына етеүсе
Шына ла ағастан юныла.
Ҡырҡынды
Ҡырып сыҡҡандар урманды,
Ҡалған бары төпһәләр,
Ни сараһы ағастарҙың –
Бысҡы менән үтһәләр.
Иңрәп ауҙы аҡ ҡайындар,
Гөрһөлдәне сағандар,
Ҡая кеүек ҡарағастар
Бисараға ҡалғандар.
Ишетелмәй ҡош тауышы –
Ҡунып һайрар тал да юҡ,
Оялары туҙҙырылған,
Осоп китмәй хәл дә юҡ.
Ҡорттарҙың киткән солоғо
Кәрәҙле ҡарағайҙа,
Инәләрен юғалтҡандар –
Ҡунырға икән ҡайҙа?!
Серкелдәй бары сиңерткә,
Төпһәлә ята йылан,
Тыуған урманын табалмай
Аҙашып йөрөй болан.
Урман ҡәберлеге буйлап
Һыҡтап барам шым ғына.
Тик күңелде йыуатырға
Етә икән ым ғына:
Ана, үлән араһында
Үҫенте ҡайын ҡалҡҡан,
Тамырҙан үрә башлаған
Яңы ағаслыҡ, баҡһаң.
Ваҡыт ҡына кәрәк, урман
Шаулар бында яңынан,
Солоҡ геүләр, ҡоштар һайрар
Салт ҡояшлы таң менән.
Орлоҡтар ҡалған бит ерҙә,
Тере әле тамырҙар.
Йәнлектәре кире ҡайтып
Тыуған ерен табырҙар.
Тере әле тамырҙар...
Тере әле тамырҙар...
Үгәй
Туған телем – әйтерһең дә,
Һынған ҡылыс ҡынымда,
...Берсә үгәй ҡулындағы
Етемәк ҡыҙ һынында.
Бер һоҡланам, бер һыҡранам,
Зөһрә ҡыҙҙай телемә,
Үгәйһетелгән көнөнә
Бәғерҙәрем теленә.
Тишек һауыт – иңдәрендә,
Әй ташый һыу силәкләп,
Кемдең һауыты тула һуң
Ташығанда иләкләп!
Үкһеҙҙәргә тигән өлөш
Иҫәпкә бар, юҡ һанға,
Үҙең ғәйеплеһең, тиҙәр,
Төшөп ҡалып барғанға.
Яҙмыш, ялбарам, ҡурсысы
Иңдәрем талыуынан,
Зөһрә ҡыҙҙай телгенәмде
Ай төшөп алыуынан!
Ҡатай эйәре
Түребеҙҙә генә тора
Олатайым эйәре,
Күпме тарих килеп еткән
Шул эйәргә эйәреп!
Өйрәк башлы эйәрҙәрҙең
Сығышы – быуаттарҙа,
Урал, Алтай, Аҙау диңгеҙ
Иңләп сапҡан яҡтарҙа...
Ҡатайҙы дауға яратты,
Тигәндәр боронғолар,
Даулашһа ла ҡан ҡоймаған
Һис сәбәпһеҙҙән улар.
Инселәнмәгән был эйәр
Йөрөтөргә ҡурҡаҡты,
Мәкерлене, һатлыҡтарҙы,
Эш-һөнәргә йомшаҡты.
Ил һаҡлаған ҡанбабалар
Ял белмәй эйәр-аты,
Затлы һарайҙар һалырға
Теймәгән тик форсаты.
Вариҫтарға ҡалған бары
Ошо ябай мираҫы,
Эйәрҙәр ҡала тора шул
Ауһа ла яуҙа аты.
Ҡәһәрле утыҙ етелә
Ауып ҡалған олатай,
Күпме эйәрҙәр буш ҡалған,
Яуһыҙ ҡырылған ҡатай,
Дауһыҙ ҡырылған ҡатай!
Улына ҡалған эйәре,
Атай ҙа юҡ, ат та юҡ,
Ҡайҙа ятып ҡалғанлығын
Асыҡларға хат та юҡ.
Тик эйәр – заттың шаһиты,
Маңҡортлоҡтан ҡурсыусы,
Ырыу ыҙанын һаҡлаусы,
Ҡан хәтерен тотоусы.
Алтын түгел, көмөш түгел
Ҡанбаба ҡомартҡыһы,
Ир намыҫын әләм иткән
Үткәнебеҙ сатҡыһы.
Ҡалдырам ейәндәремә
Олатайым мираҫын,
Эйәрһеҙ ҡала күрмәһен
Ырыуҙың тарих аты...
Әрме
Хәрби хеҙмәттә
һәләк булған туғаныма.
Түгелептәр илай таулы һуҡмаҡ
Ҡойоп яуған ямғыр артынан,
Бер баҫырҙы әллә унар баҫып,
Шул һуҡмаҡтан үргә артылам.
Ошо үрҙән һуңғы ҡараш ташлап,
Хушлашҡанһың икән, туғаным.
Белмәнек шул күктәр алдан күреп,
Үкһеп-үкһеп йәшен ҡойғанын.
Бер баҫырҙы унар баҫып менәм
Ауылыңдың текә үренә,
Урман эстәренә ингән юлда
Һинең һының, гүйә, күренә.
Олоғаябыҙ, ә һин һаман йәп-йәш,
Әрмеләргә китеп барышың,
Яулыҡ болғай ҡыҙҙар кемуҙарҙан,
Кем оҡшарҙан һиңә, ярышып.
Тиҫтерҙәрең инде атай булып
Улҡайҙарын әрме ебәрә.
Яҙманы шул бишек бәүетергә
Һинең өсөн тыуған сибәргә.
Олоғайҙы ҡыҙҙар ятаҡтарҙа,
Ҡараңғыла – етем тәҙрәләр.
...Һеҙҙән тыуыр балаларға тейҙе
Һеҙгә тоҫҡалынған йәҙрәләр.
Өйөр
Йүгерәләр күмәк. Кемдер әйткән –
Бәхет була икән шул яҡта.
Ҡушылалар. Бәлки, хаталыр ҙа —
Уйлаусылар һирәк шул хаҡта.
Күмәк әйткәс, тимәк, дөрөҫ инде...
Йүгерәләр хәлдәр бөтөрөп.
Шул урында нөктә ҡуям тиһәм,
Бар бит әле уның өтөрө.
Өйөр менән икән – өйөр менән! –
Быуат-быуат һеңгән шул ҡанға!
Тик...
Бәхет тигән ерҙә бәхетһеҙлек
Көтөп тора бергә-бер һанда.
Беләү
Бүләк бирҙе икән – яҙмыш һынай,
Бар бит әле уның түләүе:
Һәр тарафтан көнсөл килеп сыға,
Саңҡылдатып ғәйбәт беләүен.
Эй ҡайрайҙар уҙып берен-бере,
Бағышлайҙар шуға һәр көнөн:
Аңламайҙар – беләү тейгән һайын,
Үткерерәк йөҙө бәкенең...
Буран сағым
Ҡар сыңлаймы? Сыңлай микән,
Сыңын кемдер тыңлай микән?
Көлмә, көлмә!
Бейәләйҙә – йондоҙ бөртөк,
Иреп төшөр бөрсөк-бөрсөк,
Яҡын килмә!
Һәр бөртөгө – үҙе башҡа,
Уй-толпарҙа – йондоҙ ҡашҡа –
Елеп үтәм,
Күбәләктәй өйөрөләм,
Күгәрсендәй сөйөрөләм,
Болот тетәм.
Буран булып, болоттарҙан
Йондоҙ һуғам гәлсәр ҡарҙан,
Һибәм ергә!
Тыңла – ҡар бит йырлай, сыңлай,
Үтәйексе тыңлай-тыңлай
Икәү бергә!
Аҡ төлкөләй ҡарҙар йылғыр,
Аяҡ аҫты – көмөш зыңғыр,
Гәлсәр сыңдар...
Керпеккә ҡар йондоҙ яға,
Битем буйлап иреп аға
Һинең тындан.
Буран тынған...
Ирей тындан...
Туған хаҡы
Талашалар ҡайсаҡ бер туғандар
Ҡарттарынан ҡалған мираҫҡа –
Сәйнүгенә, әлүмин ҡалаҡҡа,
Көйә төшкән иҫке балаҫҡа.
Кем байыраҡ – ҡалған атай йорто,
Машинаһы, гәлсәр, келәме –
Тиндәренә тиклем бүлешәләр,
Йөрөр кеүек шунһыҙ теләнеп.
Ҡомһоҙланып мираҫ бүлә-бүлә
Байығамы улар – белмәйем,
Тик күрәбеҙ – донъя малы өсөн
Туғанлыҡты һалып ерләүен.
Туған хаҡы, гүйә, бер ни тормай!
Баҡый күсһәң, әйберең ни һан!
...Аҙ ҡалғанмы инде, уйлай китһәң –
Ғүмерлеккә ҡалған Ер, Йыһан...
Өс ҡыл
“Өс ҡыл яндыр, кәрәк булһам!” –
Шулай тигән Аҡбуҙат.
Өс ҡыл, бары өс хәжәтен
Батырҙың үтәй була.
Өс ҡыл янған – бик хәтәрҙә,
Тик алда булған ҙуры –
Иң-иң ауыр, буй етмәҫтәй,
Алырҙай йәнде һурып!
Алышҡан батыр, көрәшкән,
Ергә батҡан күкрәктән,
Тик, бирешмәй, ҡалҡып сығып
Аяҙ күкте күкрәткән!
Донъя ла шул – бер көс һалмай
Ҡай сағында юл уңа,
Өс ҡыл түгел, услам-услам
Тотторғандай ҡулыңа.
Ә һуңғараҡ түләтелә
Тиҫтәләтә хаҡ менән,
...Яҙыҡтыр ул маһайыуҙар
Юл асылған саҡ менән.
Еңел килгән – бәрәкәтһеҙ,
Өс ҡыл тиеп янмайыҡ,
Күкрәктән батып китһәк тә,
Күкрәтеп килеп сығырлыҡ
Көс-ғәйрәттән яҙмайыҡ.
Күккә ҡасам
Ҡанатланып китә кем шатлыҡтан,
Талпына ла күктә ҡош кеүек,
Оса алмай, тиеп, әҙәми зат
Әйтеүҙәре хатта буш кеүек.
Һөйөнөстө ерҙән айырылмай,
Ҡанатланмай ғына кисерәм,
Бәрәкәтле булыр кеүек күпкә,
Аяҡ аҫтым булһа ер-сирәм.
Уртаҡлашыр өсөн хәсрәтемде
Тапмаҫһығыҙ бергә эҙләшеп:
Мин күктәргә ҡасам илағанда –
Төшөп етмәй унан күҙ йәшем.