Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт әҙәбиәтен – Рәсәй, донъя кимәленә
Башҡорт әҙәбиәтен – Рәсәй, донъя кимәленәБыл хаҡта беҙ күптән һөйләшеү, фекер алышыу алып барабыҙ, әммә дөйөм Рәсәй әҙәбиәтен бергә туплаған, уларҙың ижади ҡаҙаныштары менән таныштырған баҫмаларыбыҙ ҙа бөгөн төбәктәге әҙәбиәтселәрҙе урап үтә төҫлө. Ғөмүмән, үҙенең туған телендә ижад иткәндәрҙең яҙғаны кемгә ҡыҙыҡлы? Кәрәкме уларҙың әҫәрҙәрен тотош донъя кимәленә сығарыу? Юҡ-юҡ, һеҙ дөрөҫ уҡынығыҙ, тап ошондай һорау биргәндәр ҙә бар, сөнки бөгөн, тәржемәне сәнғәт институты итеп таныу яңынан тергеҙелә башлаған мәлдә, туған телдә ижад иткәндәрҙең әҫәрҙәренең дә әҙәбиәт ҡаҙанышы булыуы мөһим.
Бөтә Рәсәй “Лиффт” әҙәби журналы проектына ҡушылыр алдынан, әлбиттә, мин дә бик икеләндем, уйландым, сөнки бөгөн милли әҙәбиәттәр иғтибарҙан ситтә ҡала барған төҫлө, унда ла яҙыусының әҫәре урыҫ телендә булыуы шарт ине. Әммә донъяла тәржемә тигән ғәжәйеп күренеш барлығын ҡабат иҫкә төшөрөп, ошо рәүешле тап башҡорт телендә яҙышҡандарҙың ижадын киңерәк даирәләргә алып сығырға мөмкин булыуын аңланым. Эйе, “Бельские просторы” журналы бар, әммә уның бөгөн үҙ йүнәлеше. Унда күпселеге урыҫ телендә ижад иткән Рәсәй яҙыусы­ларының әҫәрҙәре баҫыла. Ә бит күп милләтле Башҡортостан өсөн тик тәржемәнән генә торған журнал кәрәк. Эйе, тим тағы ла, беҙ тәүге һандарҙы авторҙар иҫәбенә эшләйәсәкбеҙ, әммә был һис кенә лә унда баҫылған әҫәрҙәрҙең баһаһын төшөрмәй, киреһенсә, ниндәйҙер кимәлдә күтәрә генә. Бөгөн әҙәбиәт менән әҙәбиәтсе үҙе шөғөлләнмәһә, уның мөһим­леген уҡыусыға аңлатмаһа, заман һүҙен ҡағыҙға яҙыусы үҙе төшөрөп ҡалмаһа, кем уның өсөн эшләргә тейеш? Тота килеп бейеүсе, йырсы булып китә алмайым, әммә һайлаған юлға тоғро ҡалып, ошо өлкәлә башҡаларҙың эшмәкәрлеген дә сағылдырыу, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү, бөгөн булмаһа ла, киләсәк өсөн замана һүҙ сәнғәте өлгөләрен бер ҡыйыҡта туплау теләгенән яралды был журналды сығарыу, фестиваль эшенә ҡушылыу теләге. Быларҙы тәфсирләп яҙыуым да юҡҡа түгел, сөнки яҙыусыларҙан да, уҡыусыларҙан да ошо һорауҙы йыш ишеттем. Шуға күрә Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаларын ғына түгел, әҙәби ижад менән шөғөлләнгән һәр кемде журналға автор булырға, ижади хеҙмәттәшлеккә саҡырам.
Башҡорт әҙәбиәтен – Рәсәй, донъя кимәленәАртабан [email protected] электрон почтаһына шиғырҙар, хикәйәләр көтөп ҡалабыҙ, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре лә бик кәрәк. Урыҫ телендә яҙылыуы мөһим. Эйе, туған телдә лә бирәбеҙ мәғлүмәтте, әммә был тәржемә булған осраҡта ғына. Әҫәрҙәребеҙҙе Рәсәй, донъя уҡыусыһына тәҡдим итеү өсөн беҙгә тәржемә эшен йәйелдереү зарур. Яҙыусы үҙ халҡының хеҙмәтсеһе, ижадсыһы булырға тейеш тигән фекер менән дә килешәм, әммә сит төбәктәрҙә йөрөгәндә, беҙҙе тап талантлы әҙиптәребеҙ, шәхестәребеҙ аша таныйҙар. Был хаҡта оноторға ярамай.
Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә сентябрҙә Өфөлә, Дәүләкән, Бөрө, Борай райондарында Бөтә Рәсәй “Лиффт” әҙәби журналының исем туйҙары үтте. Ошо хаҡта мәғлүмәт менән гәзит уҡыусы­ларҙы ла таныштыр­маҡсымын.

Иң мөһиме – яҡтылыҡҡа
хеҙмәт итеү


Башҡорт әҙәбиәтен – Рәсәй, донъя кимәленәБаш ҡалабыҙҙа ойошторолған сарала Мәскәү ҡунаҡтары, был әҙәби хәрәкәттең етәксеһе, шағирә Маргарита Аль, “Лиффт” фестиваленең ойоштороусыһы Әнүәр Әлмөхәмәтов ҡатнашты. Башҡортостан халыҡтары ассам­бле­яһы етәксеһе, депутат Зөһрә Рәхмәтуллина ла республи­кабыҙҙа сыға башлаған журнал­дың исем туйына ҡушылды, яҡты теләктәрен еткерҙе.
Журналдың 1-се һанында респуб­ликаның 14 районы, Өфө авторҙары әҫәрҙәре тәҡдим ителде, Дыуан, Хәйбулла, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура, Әбйәлил, Илеш, Бөрө, Дәүләкән, Күгәрсен, Баймаҡ, Архангел, Борай төбәктәре хаҡында мәғлүмәт тә бирелде. “Әҙәби фестивалдәр кисә, бөгөн, иртәгә”, “Лиффт” журналының ҡунаҡханаһында”, “Әҙәби оҫталыҡ мәктәбе”, “Йәш тауыштар”, “Мәңгелек ут”, “Тән­ҡит­се колонкаһы” рубрикаларында әҙәби мөхитте, Башҡортос­танды сағылдырған мәҡәләләр ҙә урын алды. Өфөлә үткән исем туйына тәүге һанда әҫәрҙәре баҫылған шағирҙар Рауил Бикбаев, Светлана Чураева, Зәлифә Кашапова, Зөфәр Вәлит, Сергей Янаки саҡырылғайны. Башҡорт әҙәбиәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән шағирҙар Рауил Бикбаев, Әнисә Таһирова, Тамара Ғәниева Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Әлиә Әхмәтйәнова, сараға йыйылыусыларҙы республика өсөн ҙур ваҡиға менән тәбрикләп, артабан да әҙәбиәттең үҫешенә ҙур йоғонто яһаған баҫма булып үҫешеүен теләне. Байрамды Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованың, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Венер Сәйфетдиновтың ҡурай моңдары биҙәне.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев Башҡортостан әҙәбиәтен пропагандалауға индергән өлөшө өсөн фестивалдең көмөш миҙа­лына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Башҡорт әҙәбиәтен – Рәсәй, донъя кимәленәАртабан сара З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала дауам итте. Унда ҡунаҡтар китапханасылар, уҡыусылар менән осрашты, уларҙы ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға яуап бирҙе. “Лиффт” проектының үҙенсәлеге йәнә шунда: унда әҙиптәр үҙаллы ижад донъя­һында йәшәп кенә ҡалмай, ә уҡыусылар, китапханасылар менән аралашып, бергә әҙәби мөхит тыуҙыра. “Иң шәп китапханасы”, “Иң шәп уҡыусы” номинацияларын билдәләп өлгөрһәк, улар Сочиҙа үтәсәк III “Лиффт” әҙәби фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
Әйткәндәй, журналдың һәм фести­валдең исеме “Лиффт” тип аталыуы менән риза булмағандар ҙа табылды, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш­ҡандар ҙа осраны. Иң беренсе шуны билдәләп үтәйек: исемен ойоштороусылар авангард ижады алымына таянып һайлаған, унда төбәктәрҙең ҡыҫылышы юҡ. Эйе, “Илһам”, “Мөғжизә”, “Әҙәбиәт” тип аталһа был журнал, ҡушҡуллап ҡабул итер инек, тигәндәр ҙә бар. Ойоштороусылар тапалған юлдан атламау яҡлы, беҙ ҙә ул фекерҙе хуплайбыҙ. Ижад үҙе үк бер кем дә атламаған шырлыҡтарҙы барлауға тиң. Был проект үҙе лә бөгөн ижади эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Евразия, Бөтә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы ҡанаты аҫтында ойоштороласаҡ III фестивалгә Азияның бик күп илдәренән яҙыусылар саҡырылған. Әйткәндәй, уның тәүге лауреаты бөтәбеҙгә лә таныш Олжас Сөләймәнов булыуы хаҡында яҙып киткәйнек инде.
Журналдың дизайны өҫтөндә лә Рәсәйҙең билдәле рәссамдары эшләне, шуға күрә яңы формат, яңы исем, яңы тышлыҡ тәүҙә ауыр ҡабул ителгән һымаҡ тойолһа ла, киләсәктә һәр яҙыусыны ғына түгел, уҡыусыны ла ижади процестың әүҙем ҡатнашҡан вәкиле итеп күрергә ниәтләйбеҙ. Был әҙәби хәрәкәттең башында шағир Константин Кедров тороуы тураһында ла яҙып киткәйнек. Әйткәндәй, яңы һулышлы, яңы формалы был шиғриәт бер нисә тапҡыр Нобель премияһына тәҡдим ителгән.
Йәнә шуны ла иғтибарға алырға кәрәк: бөтә өмөт йәштәрҙә генә түгел, ә ижад иткән һәр яҙыусыла. Иң мөһиме – ижад, яңыса ҡараш, яңы һүҙ, яҡтылыҡҡа хеҙмәт итеү.


Дәүләкән
районында


Башҡорт әҙәбиәтен – Рәсәй, донъя кимәленәБыл төбәктәге осрашыуҙар район мәҙәниәт йортонда башланып китте. Ҡунаҡтарҙы баш­ҡорт йолаһы буйынса ҡымыҙ менән “Әхирәттәр” фольклор ансамбле ҡаршы алды.
Зал тулып ултырған китапханасылар, башҡорт, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары журналға арналған осрашыуҙы йылы ҡабул итте. Район хаки­миәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Әхмәт­рәхимов, исем туйына йыйылған халыҡты байрам менән ҡотлап, журналдың авторы булырға саҡырҙы.
Маргарита Аль: “Һәр кем туған телендә ижад итергә тейеш, шуның өсөн дә тәржемә тигән бик ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы һөнәр бар. Башҡорт телендә яҙығыҙ, сығыш яһағыҙ, ул тел юҡ икән, республика ла булмаясаҡ. Тимәк, илебеҙҙең бер биҙәге юҡҡа сығыуы ихтимал”, – тине.
Дәүләкән районы авторҙары Александр Бондаренко, Миңзәлә Хәлилова, Гөлшат Саматова, Владимир Родин тамашасыларға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Ошо ергә аяҡ баҫып, Башҡор­тостан­дың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейын нисек күрмәй китәһең инде! Унда “Дим” әҙәби берекмәһендә ижад иткәндәр әҫәрҙәрен уҡыны, райондағы ижади процесс менән таныштырҙы.
Асылыкүл буйына, Шарлама шар­лауығына сәйәхәт тә ошо төбәк хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирә торғандыр. Бында ҡунаҡтарҙы Боранғол, Ҡыҙрас, Сапай ауыл мәҙәниәт усаҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Резеда Ҡорбанғәлиева “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосынан өҙөк, Асылыкүл хаҡында легендалар һөйләне. Ә Юлиә Йәһүҙина мандолина моңона ҡушылып, Ҡәнзәфәр бей тураһында ҡобайыр әйтте, самауыр менән бейене. Рафаэль Дәүләтбаев баянда уйнап, эстрада йырҙарын башҡарҙы. “Гәүһәр” вокаль ансамбле таҡмаҡтар ҡойҙо, ә мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәре Наилә Фәйзуллина “Асылыҡай буйы” башҡорт халыҡ йырын бик оҫта итеп һуҙҙы. Юҡҡа ғына, яҙыусының асылын тойорға теләһәң, уның тыуған яғына рәхим ит, тимәйҙәр, күрәһең. Ошо төбәк яҙыусыларының йәшәгән ерен күреп, ижади мөхиттә ҡайнауына инанып ҡайтты ҡунаҡтар. Киләһе фестивалгә дәүләкәндәр өс делегат әҙерләргә вәғәҙә итеп ҡалды.


Бөрө ҡалаһында

Бында мәшһүр Һәҙиә Дәүләтшина ижад иткән, шуға күрә төбәккә сәфәрҙе уға арналған музейҙан башламаһаҡ, дөрөҫ тә булмаҫ ине. Филология фәндәре кандидаты, ғалимә Гөлнур Ҡасҡынова бына инде нисәмә йыл һуҙымында әҙибәнең ижадын пропагандалау, уның яңы биттәрен асыу менән шөғөлләнә. Бында ла ул яҙыусының ижад һәм ғүмер юлы менән генә таныштырып ҡалманы, ә һуңғы йылдарҙа табылған экспонаттар хаҡында ла һөйләне. Аҙаҡ беҙ Һәҙиә апайҙың ҡәберенә лә зыярат ҡылдыҡ, доғалар уҡыныҡ.
Бөрөлә журналдың исем туйы “Умникум” мәҙәни-мәғариф үҙәгендә үтте. Бында ла әҙәбиәт менән яҡшы таныш авторҙар ҡаршы алды. Китапханасыларға айырым даналар бүләк ителһә, баҫма менән хеҙмәттәшлек итергә теләгән авторҙарға журналдың концепцияһы хаҡында мәғлүмәт бирелде.
– Журналдың төп маҡсаты – Рәсәйҙең төрлө субъекттарында ижад иткән авторҙарға әҫәрҙәрен баҫтырыу өсөн майҙан булдырыу. Ҡайҙа ғына йәшәүенә, ижад итеүенә ҡарамаҫтан, бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. “Лиффт” – ул һәр саҡ ижади хәрәкәттә булыу, яңылыҡтарға, яҡтылыҡҡа үрләү, ә кәрәк икән, кемдәрҙеңдер артынан ҡабат төшөп, уларҙы ла эйәртеү, – тине Маргарита Аль, һорауҙарға яуап биреп.
Был төбәктә ижад иткән шағир Александр Хватков быйыл фестивалдең лауреаты булды. Йәштәр менән осрашыуҙы, “Умникум” менән таныштырыуҙы ла ойошторҙолар бында. Әйткәндәй, бик үҙенсәлекле үҙәк, уның ярҙамында журналдың яңы проекттарын да тормошҡа ашырырға була.
Киләсәктә журналда Һәҙиә Дәүләтшина хаҡында мәҡәләләр, уның әҫәрҙәренән өҙөктәр ҙә күрергә теләр инек. Эйе, уның хаҡында үҙ заманының күренекле яҙыусылары йылы һүҙҙәрен әйткән, әммә әҙәби мираҫ та ситтә ҡалырға тейеш түгел. Баҫманың 10 проценты донъя күргән уҙған быуат әҫәрҙәренә бүленәсәк.


Борай районында

Башҡорт әҙәбиәтен – Рәсәй, донъя кимәленәБыл төбәктә осрашыуҙар 3-сө мәктәптә үтте. Әйткәндәй, мәғариф бүлеге етәк­сеһенән, уҡытыусыларҙан телде уҡытыу хаҡында һорашҡанда, 97 процент ата-әсәләр башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнергә теләк белдерҙе, тинеләр.
Күркәм биҙәлгән зал, осрашыуға килгән яҙыусыларҙың китаптарынан күргәҙмәләр эшләнгән. “Лиффт” журналында күренекле сатирик яҙыусы Марсель Сәлимовтың хикәйәһе баҫылды. Ул, сығышы менән ошо төбәктән булараҡ, яҡташтарына шиғри күстәнәстәр тейәп ҡайтҡайны. Улар райондың үҙәк китапхана селтәренә тапшырылды.
Бында ла йәнә баҫманың тап Баш­ҡортостан әҙиптәренең ижад емештәрен Рәсәй, донъя кимәленә сығарыу маҡса­тынан ойошторолоуы хаҡында әйтеп кителде. Йәштәрҙе генә түгел, ҡулына ҡәләм алып һүҙ әйтергә ниәтләгән һәр кем журнал редакцияһына мөрәжәғәт итә ала. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев: “Бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә ижади күперҙәр ҡабат тергеҙелә, тәржемә эшенә ихтыяж арта, шуға күрә әҙәби процестан ситтә ҡалмағыҙ!” – тине төбәктәрҙә үткән осрашыуҙарҙа.
Төбәктең күркәм урындарының береһе – Аҡҡош күле тип аталған тәбиғәт ҡомарт­ҡыһына ла сәйәхәт ҡылды ҡунаҡтар. Унан тыш, тап ошо яҡ авторҙары әүҙем булып сыҡты, иң тәүҙә уларҙан шиғри күстәнәстәр килеп төштө. Мәктәп уҡыусылары яҙмаларын гәзиткә тәҡдим итәбеҙ.
Әйткәндәй, “Лиффт” проекты нигеҙендә Рәсәйҙә Яҙыусылар һәм уҡыусылар союзы барлыҡҡа килде. Юҡҡа ғына көйөнөп әйтмәне бит Олжас Сөләймәнов Евразия халыҡтары ассамблеяһында: “Хәлдәр былай барһа, оҙаҡламай яҙыусылар һаны уҡыусыларҙыҡы менән тигеҙләшер ул”, – тип. Бәлки, шулай ҙа булыр, әммә улар бергә хеҙмәттәшлек итергә бурыслы. Уҡыусыһыҙ яҙыусы юҡ, ә инде әҙипһеҙ халыҡ та булмай!

Лариса АБДУЛЛИНА.



Башҡортостан

Башҡортостан Республикаһы –
Рәсәйҙең бер өлөшө.
Ҡунаҡҡа саҡырам һеҙҙе,
Килеп бер күрегеҙсе!

Бар тәм, бар йәм Өфөлә,
Ул көн дә матурлана:
Йәнле урам, бейек йорттар.
Ҡунаҡтар бик таң ҡала.

Иҙел буйы ярҙарында
Йәшеллек, әрәмәлек.
Киң хәтфә болондарҙа
Үҫә үлән, бесәнлек.

Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай,
Йәнле иген ҡырҙары…
Мул уңыштар йыялар
Тимер комбайндары.

Бик оҡшар ул Башҡортостан:
Яғымлы уның халҡы,
Һөйләшәләр туған телдә,
Йөҙҙәре тора балҡып.

Радмир БИКБУЛАТОВ.



Республикам минең


Башҡортостан! Бейек тауҙар иле,
Аллы-гөллө аҡлан, яландар,
Оҙон йылға, тәрән күлдәр иле,
Йырып сыҡҡыһыҙ ҡарурмандар.

Балыҡ тулы зәңгәр күлдәр һиндә,
Кейек, ҡош-ҡорт тулы урманың;
Еләк-емешкә бай аҡландарың,
Ер ҡуйының – тотош хазина.

Мөғжизәләреңә һоҡланырлыҡ,
Шихан тауҙарың серле.
Быуаттар тарихын һаҡлай
Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Дәүләт символдарына ла баҡһаң,
Флагың хәтерләтә үҙеңде:
Зәңгәр төҫөң – һыулап туймаҫ һауаң,
Ә йәшеле – хәтфә үләнде.

Аҡ төҫөң дә тәрән мәғәнәле:
Сафлыҡ-паклыҡты ул аңлата.
Аҡ әбейҙәр, аҡ бабайҙар, һөлгө –
Бөтәһе лә шуға ишара.

Мин ғорурмын һиндә тыуғаныма,
Саф һауаңды һулап туймайым.
Рәхмәт һиңә, ҡәҙерле республикам,
Бәхет тойоп һиндә йәшәйем.

Ләйлә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 707

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 833

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 115

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 806

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 052

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 182

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 789

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 831

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 625

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 881