Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөнәжәттең моңло сыңы күңелдәрҙе пакланы
Мөнәжәттең моңло сыңы күңелдәрҙе пакланыСибай ағинәйҙәре, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм сәнғәт колледжының “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе тарафынан ойошторолған V төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан
198 бәйгесе ҡатнашты.



Билдәле ғалим-фольклорсы Кирәй Мәргәндең “Башҡорт халыҡ ижады” китабына күҙ һалғанда, мөнәжәт тәбиғәте, йәшәү формаһы менән бәйеткә яҡын. Ул күбеһенсә дини темаларҙы сағылдырған һәм мотлаҡ рәүештә көйләп башҡарылған. Конкурстың маҡсаты – башҡорт халҡының милли мәҙәниәтендәге һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау.
Бәйге шарттарына ярашлы, быйыл конкурс мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләре номинациялары буйынса билдәләнде. (Авторҙан: Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабынан сүрәләр көйгә һалынып тәҡдим ителде). Сарала авторҙың ҡатна­шыуы, баһалама ағзаһы булыуы үҙе үк оло мәртәбә ине. Шулай уҡ бәйгеселәрҙе Башҡортостан Рес­публикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, билдәле журналист, халыҡ ижадын, йолаларын өйрәнеүсе, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Сәрүәр Сурина баһаланы.
Конкурсты ойоштороусы һәм уға нигеҙ һалыусы, Сибай ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, сәсәниә Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, был бәйге – халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижадын һаҡлап ҡалыу маҡсатында атҡарыл­ған ғәйәт ҙур эш. Мөнәжәт, нәсихәттәр, ғәҙәттә, дини теманы сағылдыра һәм мотлаҡ көйләп әйтелә. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа ошо йүнәлештә йәнә бер яңы жанрҙың барлыҡҡа килеүенә шаһит булдыҡ. Ул да булһа, яҙыусы һәм шағир Мәүлит Ямалетдиновтың “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабынан сүрәләрҙе көйгә һалып әйтеү. Конкурс шарттарына ярашлы, бәйгеселәр был номинацияла бик әүҙем ҡатнашты.
Сибай сәнғәт колледжының “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбендә шөғөл­ләнеүсе ҡыҙ һәм егеттәрҙең сәхнәләге сығыштары менән башланған сара ысын мәғәнәһендә рухиәтебеҙҙе байытҡан, күңелдәрҙе нурлаған сауаплы күркәм кисәгә әйләнде. Мөнәжәтселәргә “Тәҡүә” мәсете имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов үҙ фатихаһын биреп, эштәрендә уңышлыҡтар, ыңғайлыҡтар теләп, доға ҡылды. Артабан бәйгеселәр бер-бер артлы мөнәжәт, нәсихәт әйтте, сүрәләр башҡарҙы. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, был юлы бәйгелә уҡыусылар араһында Әбйәлил райо­нынан Нәркәс Баймырҙина ғына ҡатнашты. Иң оло мөнәжәт әйтеүсегә – 85 йәш. Йылдан-йыл мөнәжәтселәр конкурсы камиллаша, сығыш яһау­сылар оҫтара бара. Элегерәк мөнәжәт һәм нәсихәтте бәйет, ҡобайыр жанры менән бутап сығыш яһаусылар осра­һа, хәҙер бәйгеселәр халыҡ араһында һирәк ишетелгән, боронғоса баш­ҡарыу оҫталығы менән айырылып торған сығыштары менән барыһын да хайран ҡалдырҙы. Күгәрсен районының Һаҙ ауылынан Гөлсәсәк Йәғәфәрова, Ишембайҙан һикһән дүрт йәшлек Рәйлә Ҡол­мырҙина, Мәләүездән Рәүфә Зарипова, Салауат районы Урмансы ауылынан Сафуан Сәйетғәлин, Әбйәлил районынан “Ҡыҙылым” һәм “Гөлнә­зирә” ансамблдәре сығыш­тарын конкурстың иң сағыу биҙәге тип билдәләргә була.
Бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашыу­ҙарына ҡарамаҫтан, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле лә бик матур сығыш яһаны. Ташбулат ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөлфирә Моратшина әйтеүенсә, ошондай конкурстарҙа башҡаларҙың сығыш­тарын ҡарау, улар менән аралашыу бик мөһим. Киләсәктә бындай сара яңы башланғыстарға этәрә, илһам бирә, яңы эштәргә дәрт өҫтәй. “Ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең дә мөнәжәткә мөрәжәғәт итеүҙәре һәм Мәүлит ағайҙың шиғри аңлатма сүрәләрен халыҡтың үҙ итеүе ҡыуандыра”, – ти Зөлфирә Фәрит ҡыҙы. Шулай уҡ Сибай ҡалаһының “Миләш” вокаль ансамбленең сы­ғышы ла тамашасыларҙы хайран итте. Ансамблдең етәксеһе, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова конкурс башланғандан алып ҡатнаша. Ул Дилә Булгакова нәсихәттәренә көй яҙып, тәүге йылдарҙа үҙе башҡарһа, бөгөн уның ижадын башҡа райондарҙан сығыш яһаусылар ара­һында ла осратырға мөмкин. “Мө­нәжәтте ике тауыш менән башҡарҙыҡ, күптәрҙең ул мотлаҡ әйтелергә тейеш тигән фекере менән килешмәйем. Һәр ерҙә үҫеш булырға тейеш, шуға күрә мөнәжәтселәргә лә артабан камиллашырға, бер урында туҡтап ҡалырға, тик бер көйгә һалып мөнәжәт йәки нәсихәт әйтеүҙән арынырға кәрәк”, – тине Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы.
Сибай ерендә һут алып, бөгөн төбәк-ара кимәлгә еткән конкурсты киләсәктә Бөтә Рәсәй мөнәжәтселәр бәйгеһенә сығарыу тәҡдиме лә булды. 2020 йылда республикала Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәк төбәк өсөн халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижады өлгөләрен бар илгә танытыу мәртәбә генә өҫтәйәсәк.
Быйылғы конкурстың еңеүселәре тип түбәндәге бәйгеселәр билдә­ләнде: Мәүлит Ямалетдинов эшкәр­теүендә Ҡөрьән сүрәләре номинация­һында Әбйәлил районынан Фәнүзә Биктимерова, мөнәжәт әйтеү буйынса Белорет районынан Зәйтүнә Түлә­баева һәм нәсихәт буйынса “Гөл­нәзирә” халыҡ фольклор ансамбле (Әбйәлил). Дөйөм райондар буйынса Гран-приға әбйәлилдәр лайыҡ булды. Уларға бәйгенең даими бағыусыһы, Өфө ҡалаһынан “Башбланкиздат” етәксеһе Гөлсәсәк Әлибаеваның бүләге тапшырылды. Шулай уҡ сәсә­ниә Асия Ғәйнуллина, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов, тележурналист Сәрүәр Сурина, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваларҙың махсус бүләктәре тапшырылды. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар өсөн “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо, фойела теләүселәргә Сибай ағинәйҙәре тарафынан башҡорт ҡатын-ҡыҙ биҙә­үестәрен эшләү, селтәр, түшелдерек, сәсмәү, хәситә яһау серҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, төрлө күргәҙмәләр эшләне.

Сибай ҡалаһы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә