Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туғандар янында...
Туғандар янында...Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай шылтыратҡайны: “Тыуған районымдың Мәмбәт ауылына, ундағы мәсеттең 190 йыллығына саҡырҙылар. Аллаһ йортоноң ҙур юбилейына арнап буклет та сығартҡайныҡ”. Ҡәҙим ағайҙың тыуған яҡтарында былтыр ғына йөрөп ҡайтһаҡ та, башыма килгән фекерҙе әйттем: “Теләһәгеҙ, үҙем алып барам, тик сәфәрҙе киңәйтергә тәҡдим итәм — Ырымбур өлкәһенә лә етеп ҡайтайыҡ”.


Республикабыҙҙан ситтә йәшә­гән милләттәштәргә буш ҡул менән барып булмай бит инде, көнэлгәре “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” редакцияларынан жур­налдар, З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтенән китаптар алдыҡ.
Алты йөҙ саҡрым юл үтеп, ниһайәт, Орск ҡалаһының “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайына барып еттек. Бында беҙҙе милләттәштәребеҙ көтә ине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) урындағы бүлексәһе етәксеһе Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Ҡәйепова, һүҙ алып, ойошманың эшмәкәр­леге менән ҡыҫҡаса таныш­тырҙы. Орскиҙа Ҡоролтай менән иңгә-иң терәшеп “Ағинәйҙәр клубы”, “Ләйсән” фольклор ансам­бле әүҙем эшләй икән. Башҡорт рухын һүндермәй һаҡларға тырышалар. “Ләйсән” коллективы ошо арала “халыҡ ансамбле” тигән маҡтаулы исем аласаҡ.
Хужабикәнән һуң һүҙҙе Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай дауам итеп, республика яңылыҡтары, баш­ҡорт әҙәбиәте, туған телде һаҡ­лау, милли матбуғат тураһында йөрәккә үтеп инерлек фекерҙә­рен әйтте, шиғырҙарын уҡыны. Сығыштар Башҡортостан сәнғәт академияһы студенты Айтуған Усмановтың ҡурай моңо менән аралаш барҙы.
Орск ҡалаһында йәшәгән башҡорттар туған телгә, туған моңға шул ҡәҙәр сарсаған, күптәр күҙ йәштәрен йәшермәне. Улар бында Башҡортос­таны­быҙҙы һағынып йәшәй икән... Бер аҙ йөрәктәрен баҫҡас, беҙгә һорауҙар яуҙырырға кереште­ләр, үҙҙәре лә урындарынан тороп һөйләнеләр. Милләт­тәш­тәребеҙ Орскиҙа балаларына туған телде уҡытыуҙарын теләй, ләкин мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте бөтөнләй уҡы­тылмай икән.
Осрашыу аҙағында милләт­тәш­тәребеҙгә автографлы ки­таптарыбыҙҙы, журналдар бү­ләк иттек. З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән китаптарҙы һатыу ҙа ойошторолдо.
Икенсе көндә ҡаланың иҫке өлөшөндә булып, ХVIII быуатта һалынған ҡәлғәне, мемориаль комплексты, Шевченко һәм Кириллов һәйкәлдәрен барып ҡараныҡ. Элекке сауҙагәр йортонда урынлашҡан бөйөк украин шағиры һәм рәссамы Тарас Шевченко музейында ла беҙҙе йылы ҡаршыланылар. Бында Украинанан килтерелгән уникаль экспонаттар тупланған, хатта Тарас Григорьевичтың үҙ ҡулы менән төшөрөлгән һүрәт­тәр альбомы ла бар.
Ҡәҙим Аралбай “Тарас һәм Ҡарас” поэмаһынан өҙөк уҡып, үҙе тәржемәләгән Шевченко шиғырҙары ингән китабын бүләк итте музейға. Т. Шевченко Орс­киға сәйәси ҡарашы өсөн ун йылға һалдатҡа ебәрелгән бул­ған икән. Шул йылдарҙа урын­дағы башҡорттар менән ара­лашҡан, уларҙы һүрәттәрендә һынландырған.
Шәхсән үҙемде иң ныҡ тетрәндергәне ошо булды: Тарас Шевченкоға донъяның 32 илендә меңдән ашыу һәйкәл ҡуйылған! Ә беҙ халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре Әхмәтзәки Вәлиди, Мөхәмәтша Буран­ғолов, Шәйехзада Бабич һәм башҡаларға баш ҡалабыҙ Өфөлә һаман да һәйкәл ҡуя алмайбыҙ...
Хәйбулла районының Мәм­бәт ауылы киң йәмәғәтселеккә 1965 йылда шағир Ҡәҙим Аралбай тарафынан табылған тарихи-әҙәби, рухи-мәҙәни ҡомарт­ҡыбыҙ “Мәмбәт шәжәрәһе” аша яҡшы таныш. Был рухи хазина ғилми-фәнни әйләнешкә ныҡлы ингән: “Мәмбәт шәжәрәһе” айырым китап итеп сығарылған, уның хаҡында халыҡ шағиры Ҡ. Аралбай, академик Ғ. Хөсә­йенов, фән докторҙары, про­фессорҙар С. Галин, Ф. Нәҙер­шина, М. Нәҙерғолов һәм башҡа ғалимдар мәҡәләләр яҙған.
Бай тарихлы Мәмбәт ауылы мәсетенең 190 йыллығы ла гөр­ләп үтте. Ҙур тантанаға рес­публикабыҙҙың төрлө тарафтарынан бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Беҙ ҙә сығыш яһаныҡ был оло байрамда. Мәмбәт ауылы, шәжәрәһе, мәсете тарихын бәйән иткән буклет бүләк иттек.

Флүр ҒӘЛИМОВ,
яҙыусы,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә