Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Майҙансыҡтар шатландыра
Майҙансыҡтар шатландыра Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн талап ителгән шарттарға яуап биргән спорт майҙансығы булмауы Ҡараттамаҡ ауылы халҡын күп йылдар хафаға һалып килде: киләсәк быуын вәкилдәре оло юл янында ғына уйын ҡорҙо, ундағы таусыҡ та хәүеф тыуҙыра ине. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы мәсьәләне ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирҙе.


Был Иҫке Туймазы ауыл би­ләмәһе хакимиәте булышлы­ғын­да башҡарылды. Телгә алын­ған программаға ниндәй проект менән ҡушылыуҙы тик­шер­гәндә, әлбиттә, күпселектең тәҡдиме иң тәүҙә иҫәпкә алынды. Ойоштороу эштәрен тейешле кимәлдә үткәреү, инициатив төркөмдөң ныҡышмалылығы һәм, әлбиттә, халыҡтың әүҙем­леге республика конкурсында еңеп сығыуҙы тәьмин итте.
Программа буйынса ҡарал­ған өлөшләтә финанслау кәрәк­леген барыһы ла ыңғай ҡабул итте. Бағыусы иғәнәләре менән дөйөм сығымды ҡаплауға шулай уҡ урындағы “Ҡуш-Бүләк”, “Панакс-Агро”, “Ландыш” һәм “Наследник” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла ҡушылды, дөйөм хәстәрҙән район Советы депутаттары Марат Ғәйфуллин менән Фәнил Исламғолов та ситтә ҡалманы.
Хәҙер баскетбол, волейбол һәм мини-футбол яландары, тейешле ҡорамалдар ҡуйылып сафҡа индерелгән заманса спорт майҙансығында тәүге эштәр башланыу менән ауыл халҡы тағы ла әүҙемлек күрһәтте.
— Битарафтар бөтөнләй булманы, — тип һөйләне инициатив төркөм етәксеһе Әлфиә Шәрә­фет­динова, майҙансыҡты ҡороу барышын хәтергә төшө­рөп. – Һәр кем үҙ мөмкинле­генән сығып тырышты. Ауылдаштарым нигеҙҙәрҙе нығытыу өсөн ҡул арбаһы менән балсыҡ та ташыны, йәйәүлеләр һуҡма­ғын да һалды, яңы таусыҡ, эскәмйәләр ҡуйыуҙа ла ярҙам­лашты. Аҙаҡтан яҡын-тирәгә ағастар ултыртыу ҙа уртаҡ хеҙмәт менән башҡарылды.
Шуға ла район хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновтың спорт майҙансығын асыу тантанаһында ауыл халҡына белдергән рәхмәте бик тә урынлы яңғыраны. “Бындай социаль объекттар спортты пропагандалау, йәш быуындың һаулығын нығытыу менән бергә демографик хәлгә лә ыңғай йоғонто яһай”, — тип билдәләне етәксе.
Әйткәндәй, Ҡараттамаҡ хал­ҡының башланғысы районда күптәр өсөн өлгө булды. Быйыл­ғы программала ҡатнашыу өсөн 12 ауыл биләмәһе ғариза бирҙе, ә Иҫке Туймазы һәм Ҡарат ауыл советтары тағы ла еңеүселәр исемлегенә инде. Уларға ҡараған Уяҙытамаҡ һәм Горный ауылдары балаларын һәм үҫмерҙәрен дә яңы уйын-спорт майҙансыҡтары шатландыра.

Туймазы районы.


Автор: Әминә МӨФТӘХОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә