Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҙыл төҫ икән, тикшереү көт!
Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығында “Рәсәй Федерацияһының контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегендә административ реформалар” өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыуҙа хоҡуҡты файҙаланыу ғәмәле буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте. Сарала контроль-күҙәтеү ведомстволары, йәмәғәт ойошмалары, күҙәтеүгә эләккән ойошмалар, бизнес берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.


Мәғариф өлкәһендә контроль-күҙәтеү бүлеге начальнигы Светлана Антипина киләсәктә күҙәтеү субъекттарын (объекттарын) бил­дәле хәүеф категорияһына индереү критерийҙары нисек ҡулланыласағы тураһында аңлатып үтте. Был йәһәттән төбәктәге вәкәләтле ведомство тарафынан контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырғанда хәүефкә идара итеү системаһы әҙерләнә. Уға хәүеф категорияһын һәм хәүеф менән идара итеү ведомствоһы система­һының өлгөргәнлек стандарты ла ҡарай. Белем биреү учреждениеһы йәки муниципалитет матрицаға ярашлы хәүеф буйынса иң күп балл йыйһа, мотлаҡ планға индерелә, йәғни хәүефте бүлеү матрицаһы өс йүнәлештән төҙөлә:
=мәғариф өлкәһендә федераль дәүләт контроле (күҙәтеүе);
=белем сифатын федераль дәү­ләт күҙәтеүе;
=лицензия контроле.
Тикшереүҙе үткәреү даимилығы, административ ҡануниәтте боҙоу­ҙар, өс йылда килгән ялыуҙар һанын иҫәпкә алып, тикшереү планы әҙерләнә. Ҙур хәүеф тыуҙырһа, ҡыҙыл төҫ менән билдәләнә һәм учреждениела тулы тикшереү талап ителә. Һары төҫ менән күрһәтел­гәндә, әллә ни боҙоуҙар булмауын аңлата һәм айырым бер йүнәлеште тикшерәсәктәр. Ә йәшел төҫ иһә унда барыһы ла яҡшы – тикшереү планына индерелмәйәсәге тура­һында һөйләй.
Ведомствоның юридик һәм кадрҙар хеҙмәте начальнигы Максим Кумызов контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегендә административ реформа үткәреү буйынса һөҙөмтәләр тураһында һөйләне. Республиканың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының 2017 йылдың 14 июлендә ҡабул ителгән бойороғонда юл картаһы раҫланған. Был документ 2017–2025 йылдарҙа төбәктә мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү реформаһы өҫтөнлөклө программаһы паспортын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Июндә ведомствоның Йәмәғәт советы ултырышында юл картаһы буйынса тыңлауҙар ойоштороп, уны раҫлау тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр.
Сарала 2018 йылға тикшереү планын әҙерләгәндә хәүефкә йүнәлтелгән алым ҡулланылған. Шулай уҡ идаралыҡта контроль һәм күҙәтеү буйынса саралар үткәргәндә республиканың башҡарма органдары менән ведомство-ара хеҙмәт­тәшлек итеү системаһы ла индерелгән. Быйылдан ведомство “Роспотребнадзор”, “Росреестр”, Федераль һалым инспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә эшләй.
Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә быйыл тикшереүҙәр һаны 35 процентҡа кәмегән. Мәҫәлән, августа ведомство планға ярашлы 22 тикшереү ойошторған. Уның һөҙөмтәһендә 22 иҫкәрмә бирелгән.
Республиканың Мәғариф өлкә­һендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Айбулат Хажин ведомство ойошторған сараларҙың етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе, профилактиканы тәү­маҡсат итеп ҡуйыуы тураһында белдерҙе.
Тыңлауҙарҙа ҡатнашҡан кеше­ләр тәҡдимдәр индерҙе. Шулай уҡ тикшереүҙең файҙаға булыуы, норматив документтарға индерел­гән яңылыҡтар менән дә танышыуға булышлыҡ итеүе тураһында фекерҙәр әйтелде.


Автор: Р. ХӨСНУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә