Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаҡлы ялға сыҡҡас, күптәргә законлы пенсияны суд аша юлларға тура килә. Рәсәй судтары тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар базаһына күҙ һалһаң, тап ошондай һығымтаға килергә мөмкин.
“Кадровиктар”ҙың хатаһы күпмегә төшә?Йыш ҡына өлкәндәр пенсияны кәметеп түләүгә, өҫтәмәләрҙең иҫәпләнмәүенә зарлана. Бындай хәлдәрҙең сәбәбе төрлөсә – берәүҙәрҙең хеҙмәт кенәгәһендә, документтарында хата киткән, икенселәрҙең стажы иҫәпкә алынмаған һәм архивтың юғалыуы арҡаһында уны раҫлау мөмкин түгел. Мәҫәлән, күптән түгел генә Свердловск өлкәһендәге ҡалаларҙың береһендә суд, Марина Кузнецованың (мәҡәләлә исем-шәрифтәр үҙгәртелде. – Ред.) хоҡуғын яҡлап, ғәҙел ҡарар сығарҙы. Былтыр 1 ноябрҙә район башҡарма комитетында, металлургияла, башҡа предприятиеларҙа иҡтисадсы булып эшләгән ҡатын, 55 йәшен тултырып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Әммә уның 10 йыллыҡ эш стажын иҫәпкә алмағандар һәм пенсияны икеләтә кәметеп түләгәндәр. Рәсәй Пенсия фондының урындағы бүлексәһендә был хәлгә “иҫәп-хисап яһағанда хеҙмәт кенәгәһе иғтибарға алынманы, сөнки талаптарҙы боҙоп тултырылған. Масловаға (ҡыҙ сағындағы фамилияһы) тултырылған титул битендә ойошманың мисәте һәм ҡултамға ҡуйылмаған, фамилияһын Кузнецова тип үҙгәрткәндә никахты теркәү таныҡлығының датаһы юҡ” тигән аңлатма биргәндәр. Өҫтәүенә бер ойошманың атамаһы танымаҫлыҡ итеп яҙылған. Кадрҙар белгесенең ошондай хаталары арҡаһында пенсионерға бер нисә ай суд юлын тапарға тура килгән.
Ниңә хаҡлы ялға ваҡытынан алда ебәрмәйҙәр?
– Пенсияны ваҡытынан алда тәғәйенләүҙән баш тартыу осраҡтары айырыуса күп (инфографиканы ҡарағыҙ). Өлкәндәрҙең бөтәһе лә судҡа ялыу яҙып бармай. Профсоюз ярҙам күрһәтмәһә, аҡса түләп, юрист ялларға тура киләсәк. Күптәрҙең быға аҡсаһы юҡ, – ти Саяногорскиҙағы тау-металлургия профсоюзының юрисконсульты Артем Ромашов.
Күптән түгел ул Марс Ноғмановҡа ярҙам иткән. 2016 йылдың 18 авгусында металлург 50 йәшен билдәләй һәм ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән өсөн ваҡытынан алда пенсия ала башлай. Әммә “Сибметаллургмонтаж”да биш йыллыҡ эш стажын иҫәпкә алмайҙар, сөнки предприятие ябыла, ә архивы юғалтыла. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт кенәгәһенә тейешле мәғлүмәттәр индерелгән, Ноғманов предприятиела махсус шарттарҙа эшләүен раҫлаған белешмә ҡағыҙын да ташламаған.
– Судта еңеүгә өлгәштек. Айлыҡ пенсия күләме ике мең һумға артты, – тине юрист. – Әйткәндәй, Пенсия фонды “Сибметаллургмонтаж”дың дүртенсе хеҙмәткәренә ташламалы стажды иҫәпкә алыуҙан баш тартҡан булып сыҡты.
Саяногорскиҙан Марс Ноғмановҡа пенсияны түләп еткермәһәләр, Таганрог металлургия заводы хеҙмәткәрҙәре Александр Клименко менән Валентина Бутенкоға хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығыуҙы бөтөнләй тыйғандар.
– Улар пенсияға биш йылға иртәрәк сығыу хоҡуғын биргән зарарлы эштә эшләгән. Әммә быны судта иҫбатларға тура килде. Тәүге суд эше ярты йылға һуҙылды, икенсеһе әле дауам итә. Рәсәй Пенсия фонды апелляцияға бирҙе, – ти юрисконсульт Елена Дудкина.
Эш биреүсе иғәнәләрҙе күсермәгән осраҡта пенсия түләүҙән баш тартыуҙары ихтимал. Зарарлы производстволарға килгәндә, компаниялар шулай уҡ өҫтәмә иғәнәләрҙе лә түләргә тейеш. Мәҫәлән, Свердловск өлкәһенән тепловоз машинисы Ю. Титов эшләгән предприятие ошо аҡсаны күсермәгән һәм Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе уға 55 йәштә хаҡлы ялға сығырға рөхсәт итмәгән. Мәсьәләне прокуратура хәл иткән. Ул Титовтың машинист булып эшләгәс, ташламалы пенсияға хоҡуғы барлығын иҫбатлаған. Ә эш биреүсенең иғәнә түләмәүендә хеҙмәткәрҙең ғәйебе юҡ. Судта пенсионер еңеп сыға.
Пенсия фонды уҡытыусыларҙың һәм табиптарҙың квалификацияны камиллаштырыу курсында уҡыу осорон льготалы стажға индереүҙән ныҡышмалы баш тарта. Был мәсьәләне хәл итеүҙең ике юлы бар – судҡа мөрәжәғәт итеү йәки бер-ике йылға артығыраҡ эшләү. Күптән түгел генә Белорет ҡала суды Н. Рябованың хаҡлы ялға алдан сығыу хоҡуғын яҡланы. Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, “курсҡа Н. Рябова етәкселектең фарманына ярашлы ебәрелгән, был осор командировка тип иҫәпләнгән, хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнгән, Рәсәй Пенсия фондына тейешле бүлемдәр күсерелгән”.
Мисәт бәләһе
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәрҙең пенсияға хоҡуғын яҡлау мөмкинлеге юҡ. Новгород өлкәһендәге Божонка ауылында йәшәгән 52 пенсионер дүрт йыл инде ошо мәсьәләне хәл итә алмай интегә. Был турала “АиФ” гәзитендә яҙылып та сыҡҡайны. Ауылдағыларҙың күбеһе урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгән (әле лә эшләй). Фабриканың атамаһы ла, етәкселеге лә күп тапҡыр алмашынған. Шау-шыулы суд эштәре булған. Күрәһең, эҙ яҙлыҡтырыу өсөндөр инде архив юҡ ителгән. Һөҙөмтәлә өлкәндәргә, бер көн дә эшләмәгәндәй итеп, төбәктәге пенсионерҙың йәшәү минимумына тиң күләмдәге социаль пенсия тәғәйенләгәндәр.
– 55 йәшемдә 6 590 һум түләйҙәр ине, хәҙер 59 йәштә 8 мең һум самаһы алам. Шул уҡ ваҡытта 40 йыллыҡ өҙлөкһөҙ эш стажым, “Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, “Хеҙмәт ветераны” тигән исемдәрем бар, – тип зарлана Татьяна Соловьева. – Әйткәндәй, ауылда минән башҡа ошондай уҡ стажға һәм исемгә эйә булған тағы ла ике кеше бар. Күптән түгел 1986 – 1997 йылдарҙағы хеҙмәткә түләү тураһындағы положениены таптыҡ, әммә суд “тере” мисәт талап итә. Беҙ уны ҡайҙан алайыҡ? Президенттан да “Хәлде асыҡларға” тигән яуап алдыҡ, тик урындағы власть бер ниндәй ҙә сара күрмәй, тотош ауылды фәҡирлек сигендә ҡалдырҙылар. Бөгөн, ниһайәт, прокурорҙа булдым, ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Сит кешенекен түгел, үҙемдең хәләл аҡсамды һорайым бит. Ғүмер буйы алһыҙ-ялһыҙ тырышып эшләнем, отпускыларҙан да баш тарттым, ә хәҙер хәйерсе пенсияһына көн күрергә тура килә.
Кәңәштәргә ҡолаҡ һал
Киләсәктә пенсияһыҙ ҡалмайым тиһәгеҙ, хеҙмәт килешеүҙәрен, уларҙағы үҙгәрештәрҙе һаҡлап барығыҙ.
= Эш хаҡы ведомостарын, киләсәктә хеҙмәт хаҡы күләмен раҫларлыҡ башҡа документтарҙы ташламағыҙ.
= Зарарлы йәки хәүефле производствола эшләһәгеҙ, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын ваҡытынан алда тәғәйенләү өсөн кәрәкле махсус эш шарттарын раҫлаған һәм был эште даими башҡарыуҙы иҫбатлаған белешмә ҡағыҙын алығыҙ.
= Кадрҙар бүлегенән хеҙмәт кенәгәһен алып, бөтә яҙмаларҙың дөрөҫлөгөн, бөтә эш осороноң иҫәпкә алыныуын тикшерегеҙ.
= Әүәлге хеҙмәттәштәрегеҙ менән бәйләнеште юғалтмағыҙ – стажығыҙҙы уларҙың ярҙамында иҫбатларға мөмкин.
= Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетығыҙға инегеҙ (бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк) һәм үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәттәр (тупланған балдар күләме, стаж, бөтә хеҙмәт осоро һәм эшләгән урындар, эш биреүсе күсергән иғәнәләр һ.б.) менән танышығыҙ.
= Рәсәй Пенсия фондында үҙегеҙ тураһында тулы мәғлүмәт булмауын асыҡлаһағыҙ, пенсия йәшенә еткәнде көтмәгеҙ. Мәғлүмәттәрҙе тапшырмаған эш биреүсегә барып, ғариза яҙығыҙ. Ғаризаны алғандан һуң өс көндән дә һуңға ҡалмайынса һеҙгә хеҙмәт эшмәкәрлегенә бәйле бөтә документтарҙың күсермәләрен (эшкә алыу һәм бушатыу хаҡындағы фармандарҙы, хеҙмәт кенәгәһенән күсермәне, эш хаҡы, иҫәпләнгән һәм Пенсия фондына күсерелгән иғәнәләр һ.б. тураһындағы белешмә ҡағыҙҙарын) бушлай бирергә тейештәр. Әгәр предприятие ябылған икән, юғарғы ойошмаға, уның хоҡуҡи вариҫына йәки архивҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Пенсия тәғәйенләүҙән баш тартһалар йәки уны дөрөҫ иҫәпләмәһәләр, профсоюзға, прокуратураға мөрәжәғәт итегеҙ, судҡа ғариза яҙығыҙ.