3 октябрҙә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында уҙған “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында 2021 йылға тәғәйенләнгән 47-се конгресты Башҡортостанда үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворкович был мөһим халыҡ-ара сараны ойоштороу буйынса документтар әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.
Бөтә донъя умартасыларының сираттағы оло йыйынын беҙҙә үткәреү инициативаһын тәүге тапҡыр 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Жиль Ратиа менән осрашыуҙа күтәргәйне. Унан һуң ойошманы етәкләгән Филип МакКейб Башҡортостанда булып, конгресс ойоштороу өсөн кәрәкле инфраструктураны ентекләп өйрәнде һәм уны бик юғары баһаланы, ә уникаль башҡорт балы тураһында: “Бындай юғары сифатлы продукцияны халыҡ-ара баҙарҙа иң ҡиммәт хаҡҡа аласаҡтар. Был тиклем яҡшы балды донъяла бер ҡайҙа ла тәмләп ҡарағаным булманы!” – тип белдерҙе. Уның менән бергә Италиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән белгестәр сикһеҙ һоҡланып: “Ысын бал ниндәй булырға тейешлеген беҙ Башҡортостанда ғына аңланыҡ!” – тине. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, башҡорт балын республиканың иң затлы бренды сифатында киң пропагандалау, умартасылыҡ тармағын заманса технологияларға нигеҙләнеп үҫтереү, унан алынған ҡиммәтле продукцияны кондитер, фармакология, косметика өлкәләрендә киңерәк ҡулланыу талап ителә.
Апимондия конгресында ҡатнашыуға әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов тикшереүгә тәҡдим ителгән ғаризаның нисек әҙерләнеүе, конгреста тикшерелгән мәсьәләләр, 2021 йылға тормошҡа ашырылырға тейешле бурыстар хаҡында һөйләне.
– Күптән түгел генә “Апимондия” тигән һүҙ республика һәм федераль медиа-киңлектә бик аҙ таныш ине. Умартасылыҡ федерацияһы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Федерацияның тамырҙары 1893 йылда ойошторолған умартасылыҡ буйынса конгрестарҙың Халыҡ-ара комитетына бәйле. Тәүге конгресс 1897 йылда Брюсселдә үткән. Хронологияға күҙ һалһаҡ, Төркиәлә 120-се конгресс уҙғарылған. Заманса Апимондия 1949 йылда ойошторолған. СССР федерацияға 1954 йылда ингән.
Ойошманың маҡсаты – бөтә донъяла умартасылыҡты фәнни, техник һәм иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Бөгөн ул донъяның 82 иленән 118 умартасылыҡ ассоциацияһын берләштерә.
Рәсәйҙән иһә Ауыл хужалығы министрлығы һәм Рәсәй милли умартасылар союзы – федерацияның тулы хоҡуҡлы ағзалары. Истанбулда республика умартасылары өсөн әһәмиәтле ваҡиға булды – Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ассоциация ағзаһы сифатында Апимондия составына инде.
Апимондия конгрестары ике йыл һайын уҙғарыла. Ошо йыйын нигеҙендә умартасылыҡ донъяһында иң ҙур “АпиЭкспо” күргәҙмәһе ойошторола. Унда бал ризыҡтары, заманса ҡорамалдар һәм технологиялар, дауалау препараттары тәҡдим ителә. Күргәҙмәнең экспоненттары – ҙур умартасылыҡ ассоциациялары һәм компаниялары вәкилдәре. Конгрестың ғилми йүнәлеше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡағиҙә булараҡ, тиҫтәнән ашыу көнүҙәк тема билдәләнә. Улар буйынса умартасылыҡ йүнәлешендәге төп донъя ғалимдары һәм эксперттары, практиктар һәм технологтар ҡатнашлығында әүҙем фекер алышыу ойошторола. Апитерапия, ауыл ерендә умартасылыҡты үҫтереү, бал ҡорттарының сирҙәре, уларҙы дауалау менән бәйле мәсьәләләр тикшерелә.
Иң мауыҡтырғыс һәм мөһим сараларҙың береһе – төрлө номинациялағы конкурстар. Улар коммерция һәм шәхси класс буйынса уҙғарыла.
– Конгреста һәм уның сараларында ҡатнашыу нимәһе менән әһәмиәтле? Уны Өфөлә үткәреү нимә бирәсәк?
– Беренсенән, конгресс – тәжрибә алмашыу, ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, бал етештереүҙең һәм эшкәртеүҙең, бал ҡорттарын үрсетеүҙең, аҫрауҙың һәм дауалауҙың өр-яңы технологиялары, технологик яңылыҡтар менән танышыу өсөн бай майҙансыҡ ул.
Икенсенән, уны үткәреү Башҡортостанды донъя кимәлендә умартасылыҡ төбәге булараҡ танытыуға булышлыҡ итәсәк, туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Өсөнсөнән, умартасылыҡты ғына түгел, шулай уҡ иҡтисадтың башҡа бик күп тармаҡтарын, мәҫәлән, ауыл хужалығын, ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен, эшҡыуарлыҡты ғилми, иҡтисади, экологик һәм технологик йәһәттән үҫтереүгә көслө этәргес бирәсәк.
Дөйөм алғанда, совет осоронда ла бындай саралар үткәреүҙең әһәмиәте ҙур булды. 1971 йылда Мәскәүҙә Апимондияның 23-сө конгресы уҙғарыла. Унда донъяның 45 иленән 2 500 кеше ҡатнаша. Туғыҙ кешенән торған Башҡортостандың рәсми делегацияһы ла була унда.
– Конгресты Өфөлә ойоштороу идеяһы нисек тыуҙы һәм баш ҡалабыҙҙы 47-се конгресты үткәреү хоҡуғына кандидат сифатында күрһәтеүгә әҙерлек нисек барҙы?
– Бындай идеяны умартасыларыбыҙ Сибайҙа ойошторолған “Урал аръяғы-2012” форумында билдәләгәйне. Апимондия конгрестарының береһен Өфөлә уҙғарыу башланғысын иһә тәүге тапҡыр 2015 йылда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов тәҡдим итте. Рәсәй Федерацияһының ауыл хужалығы министры Александр Ткачев һәм заявка биреү хоҡуғына эйә булған Рәсәй милли умартасылар союзы президенты Арнольд Бутов уны хуплап сыҡты.
Рөстәм Зәки улының күрһәтмәһе буйынса ошо мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән әүҙем эш башланды. Федерацияның башҡарма секретариаты вәкилдәре менән бәйләнеш булдырылды. 2015 йылдың авгусында Апимондияның элекке президенты Жиль Ратианың Башҡортостанға сәфәре ойошторолдо. Артабан 2015 йылдың сентябрендә Көньяҡ Кореяның Тэджон ҡалаһында уҙғарылған 44-се конгреста генераль секретарь Рикардо Себастиани һәм Апимондияның яңы һайланған президенты Филип МакКейб менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙем. Был сараларҙа конгресты ойоштороу шарттары һәм үҙенсәлектәре асыҡланды, шулай уҡ уларҙың Башҡортостанға сәфәре тураһында һөйләшеп килештек.
Былтыр августа Филип МакКейб Башҡортостанға тәүге тапҡыр килде. Ул конгресты Өфөлә үткәреү идеяһын хупланы һәм республикала умартасылыҡтың үҫеш кимәленә, инфраструктураға, ойоштороу мөмкинлегенә юғары баһа бирҙе.
Бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһының заявкаһын танытыу йәһәтенән эш дауам итте, Башҡортостандың Конгресс-бюроһын йәлеп итеп, 45-се Апимондия конгресында ҡатнашыу үҙенсәлектәре ентекле тикшерелде. Төркиәнең ойоштороу комитеты вәкилдәре менән ышаныслы һәм тығыҙ мөнәсәбәт булдырылды. Улар ҙур ярҙам күрһәтте. Стендтың һәм бренд-буктың дизайны эшләнде, заявка китабы төҙөлдө, таныштырыусы видеоролик төшөрөлдө, сувенирҙар һәм таратыла торған әсбаптар әҙерләнде.
Үҙебеҙҙең һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара әүҙем бәйләнеш булдырылды. “Инстаграм” һәм “Фейсбук” социаль селтәрҙәрендә ғаризаны үҫтереү өсөн даими яңыртылған сәхифәләр барлыҡҡа килде. Әйтергә кәрәк: “Инстаграм”дағы сәхифәне ҡараусылар һаны, мәҫәлән, конгресс үткәрелгән аҙнала ун тапҡырға артып, 80 меңдән ашып китте. Махсус баҫмаларҙа мәҡәләләр донъя күрҙе. Тауыш хоҡуғына эйә булған Апимондия ағзалары менән киң аңлатыу һәм агитация эше алып барҙыҡ.
Ошо йүнәлештәге форумдарҙа Рәсәйҙең заявкаһын әүҙем таныттыҡ. Мәҫәлән, былтыр сентябрҙә Алматыла уҙғарылған 21-се Апиславия конгресында уның менән таныштырҙыҡ. Был умартасылыҡ федерацияһына БДБ-ның һәм Көнсығыш Европаның айырым илдәре инә. Уларҙың күпселеге беҙҙең башланғысты һәм Өфөнөң кандидатураһын хупланы.
Августа, Апимондияның инспекция төркөмө сәфәре барышында, Өфөлә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй оҫталыҡ конкурсының “Иң яҡшы умартасы” номинацияһындағы федераль этабы уҙғарылды. Инспекторҙар 2021 йылда конгресты үткәреүгә инфраструктураны һәм ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. Әҙерлек хәл иткес этапҡа сыҡты.
– Конгресс нисек үтте һәм еңеүсене билдәләү тәртибе ниндәй булды?
– Конгресс ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең өсөн, әлбиттә, Генераль ассамблея ултырыштары төп сараға әүерелде. Уларҙа дәғүәселәрҙең ғаризалары менән таныштырҙылар, еңеүсене билдәләнеләр. Конкурста ҡатнаштыҡ, стендта агитация һәм һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ.
29 сентябрҙә сараны һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһен асыу тантанаһы булды. Унда донъяның 102 иленән 13 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 16 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан донъялағы иң ҙур умартасылыҡ күргәҙмәһе үҙенең күләме менән таң ҡалдырҙы.
Иң ҙур стендты Рәсәй Федерацияһы ойошторҙо. Унда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең, шулай уҡ Татарстан, Алтай крайы, Кемерово һәм Силәбе өлкәләре умартасыларының бал продукцияһы һәм фәнни ҡаҙаныштары ҡуйылды. Стенд эргәһендә бал һәм эйәрсән продукттарҙы тәмләп ҡарау ойошторолдо. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.
Беҙҙең стенд ҙур танылыу яуланы. Ябай умартасылар һәм умартасылыҡ ассоциациялары вәкилдәре менән бер рәттән, уның эргәһенә рәсми кешеләр ҙә килде. Мәҫәлән, эшлекле осрашыу барышында Төркиәнең аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы һәм малсылыҡ министры Әхмәт Факыбаба Рәсәй заявка кампанияһының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне һәм башҡорттарҙың солоҡсолоҡ йолаларына айырым ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Рәсәйҙең Истанбулдағы Генераль консулы Андрей Подъелышев бал продукцияһының төрлөлөгөнә һәм сағыу мәҙәни программаға иғтибарҙы йүнәлтте. Истанбулдың элекке мэры Ҡадир Топбаш та стендты юғары баһаланы.
Ошо уҡ көндө Апимондия менән Рәсәй милли умартасылар союзы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ сираттағы конгресҡа әҙерлек һәм уны үткәреү барышында яҡтарҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм әһәмиәтен алдан билдәләй.
30 сентябрҙә Генераль ассамблеяның тәүге ултырышы булды. Ул – Апимондияның төп вәкиллекле органы. Ултырышта яңы ағзаларҙы ҡабул итеү мәсьәләләре тикшерелә, бюджет, отчеттар, докладтар, пландар раҫлана һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала. Ассамблеяның иң әһәмиәтле һәм сағыу сараһы – сираттағы конгресты үткәреү хоҡуғына дәғүә иткән кандидаттар менән таныштырыу. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйем: бындай илдәр – Рәсәй, Дания, Сербия һәм Словения. Таныштырыу сараларының барыһы ла үҙенсәлекле булды. Дәғүәселәрҙең һәр береһе үҙенә хас үҙенсәлектәрҙе айырым күрһәтергә, конгресты тап ошо илдә үткәреү зарурлығына инандырырға тырышты.
Октябрҙең тәүге ике көнө бик көсөргәнешле үтте. Ошо ваҡыт эсендә 50-нән ашыу осрашыу һәм һөйләшеү уҙғарылды. Беҙ күргәҙмәлә һәм ғилми конференцияларҙа Апимондияның тауыш биреүсе ағзаларын эҙләнек. Кемдәрҙелер алдан уҡ стенд янына саҡырҙыҡ. Күндерҙек, вәғәҙә иттек, беҙҙең өсөн тауыш биреүҙе һораныҡ. Ҡайһы берәүҙәр менән хатта сауҙалашырға тура килде. Ошо әүҙем эш буласаҡ еңеүебеҙгә нигеҙ һалғандыр, моғайын. Әйтергә кәрәк, һөйләшеүҙәр тауыш биреү мәленә тиклем дауам итте. Мәҫәлән, Куба, Кувейт һәм Вьетнам вәкилдәре менән залға ингәс, икенсе Генераль ассамблея башланыр алдынан һөйләштек.
Бер үк ваҡытта төрлө номинацияларҙа конкурстар үткәрелде. Быйыл Рәсәй Федерацияһы умартасылары төрлө дәрәжәләге 16 награда яуланы. Башҡортостан вәкилдәренең һигеҙ миҙалға лайыҡ булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Витринаны биҙәгән өсөн беҙҙең умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге алтын миҙал алды. Кристаллашҡан бал өсөн – көмөш, йәшел ылымыҡлы бал өсөн бронза миҙал эләкте. Әйткәндәй, 1971 йылда художестволы һауыттағы башҡорт йүкә балы, танылған “Силәкле айыу” сувениры һәм Стәрлетамаҡ механика заводының бал һурҙырғысы күргәҙмәлә өс алтын миҙал яулай.
Ниһайәт, 3 октябрь етте. Генераль ассамблея ултырышы башланды. Башта шулай уҡ федерацияның сетерекле мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Артабан дәғүәсе илдәргә ғаризалар менән таныштырыу өсөн тағы ла икешәр минут бирҙеләр. Тап Өфө, Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн тауыш бирергә инандырыу, ҡатмарлы ярыш барған мөхиттә беҙҙе яҡларға күндереү еңелдән булманы. Был сараны үткәреү хоҡуғын ҡатмарлы конкурентлы көрәштә яуланыҡ.
Тауыш биреү йылдам һәм көсөргәнешле үтте. Беренсе тур йомғаҡтары буйынса Рәсәй – 61, Дания – 30, Сербия – 22, Словения 12 тауыш йыйған. Апимондия ҡағиҙәләренә ярашлы, әгәр беҙ 50 % + 1 тауыш, йәғни 66 тауыш йыйһаҡ, көрәш беренсе турҙа тамамланыр ине. Икенсе тур һөҙөмтәләре буйынса 45 тауышҡа ҡаршы 75 тауыш менән Башҡортостан 47-се Апимондия конгресын һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһен үткәреү урыны итеп һайланды. Биш йыллыҡ ҡатмарлы һәм көсөргәнешле әҙерлек эше уңышлы тамамланды!
– Беҙ еңеп сыҡтыҡ. Артабан нимә көтә?
– Алда – Апимондияның 47-се конгресына дүрт йыллыҡ ҡатмарлы әҙерлек осоро. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, “Беҙ күләмле форумды, һис шикһеҙ, үткәрәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең белемде, компетенцияны, оҫталыҡты, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтен, солоҡсолоҡто күрһәтербеҙ. Төп умартасылыҡ хужалыҡтарын тәртипкә килтереп, Өфөлә һәм солоҡсолоҡ менән таныштырасаҡ Бөрйән районында мотлаҡ умартасылыҡ ауылдарын төҙөйәсәкбеҙ. Яңы ҡунаҡханалар һалырбыҙ. Улар умартасылыҡ туризмын, агротуризмды үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк”. Асылда иһә, был – беҙҙең ғәмәлдәр программаһы. Төп бурыс – умартасылығыбыҙҙы тәғәйен ваҡытта үҙебеҙҙекеләрҙе һәм сит ил ҡунаҡтарын ылыҡтырырлыҡ яңы үҫеш кимәленә еткереү.
Ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, 47-се конгресс үҙәгендә, кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеге факторы булараҡ, бал ҡорто торасаҡ. Донъя умартасылығындағы ҙур проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында ғилми секцияларҙа иҡтисад һәм умартасылыҡты ойоштороу, биология мәсьәләләрен, бал ҡорттарының сирҙәрен һәм уларҙы дауалау алымдарын тикшереү күҙаллана. Бал ҡорттарын аҫрау һәм үрсетеү, умартасылыҡ продукттары етештереү, ялған продукцияға юл ҡуймау технологияларына иғтибар бүлеү ҡарала. Шулай уҡ кадрҙар әҙерләү системаһын яңыртыу, ауыл биләмәләрендә умартасылыҡты үҫтереү һәм апитерапия менән бәйле темалар билдәләнә.
Техник турҙарҙы әүҙем ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә булмаҡсы. Уларҙа ҡатнашыу Рәсәйҙең һәм республиканың умартасылыҡтағы алдынғы тәжрибәһен өйрәнеү, ҡаҙаныштарыбыҙ менән таныштырыу мөмкинлеген бирәсәк. Ҡунаҡтарға райондарҙағы солоҡсолоҡто, умарталыҡтарҙы, Апитерапия үҙәген һәм башҡаларҙы күрһәтәсәкбеҙ.
Сит ил умартасылары менән бәйләнеште киңәйтеп, тәжрибә алмашыуҙы арттырып, йүнәлешле конгресс сараларында әүҙемерәк ҡатнашырға кәрәк. Мәҫәлән, 2018 йылда Мәскәүҙә үтәсәк 22-се Апиславия конгресы яҡшы майҙансыҡ була ала. Апитерапия буйынса форум үткәреү планлаштырыла.
Яҡын арала бер нисә ойоштороу ҡарарын ҡабул итеү бурысы тора. 1971 йылдағы 23-сө Апимондия конгресына әҙерлек барышында Мәскәүҙә ил Хөкүмәте кимәлендә ойоштороу комитеты төҙөлгән. Беҙ ҙә шулай итербеҙ, моғайын. Башҡортостан Башлығы тарафынан ошондай бурыс ҡуйылды. Әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерлек, заявка кампанияһы кеүек үк, проект идараһы технологияларын файҙаланып тормошҡа ашырыласаҡ.
Проектҡа ярашлы, инфраструктураны (умартасылыҡтыҡын ғына түгел) үҫтереүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Бөрйән районы өсөн ҡыуанырға була. Бында Иҫке Собханғол – Ғәҙелгәрәй, Иҫке Собханғол – Мораҡ һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә илткән юлдың айырым участкалары реконструкцияланасаҡ, яңы юл һалынасаҡ. Тарихи-мәҙәни комплекстың да йөҙө яңыртыласаҡ. “Бөрйән” туристик-рекреация кластерына үҫеш өсөн киң мөмкинлектәр асыласаҡ. Бөгөн үк, Апимондия брендын файҙаланып, туристарҙы бында әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк.
Конгресс, һис шикһеҙ, иҡтисадтың бик күп өлкәләренә үҫеш өсөн ҡеүәтле этәргес бирәсәк. Башҡортостан сираттағы тапҡыр донъя күләмендәге ваҡиғаның үҙәгендә буласаҡ. Беҙҙең бурыс ябай түгел: ул – 2021 йылдың сентябрендә Өфөлә тарихта иң яҡшы Апимондия конгресын үткәреү.
Алексей ВАЛЕРЬЯНОВ әңгәмәләште.