Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер тинде биш итергә тырышалар
Башҡортостанда крәҫтиән (фермер), шәхси ярҙамсы хужалыҡтар йылдан-йыл арта. Тик үҙ ихатаһында етештергән ит-һөттө, ҡорт балын, тирене, емеш-еләкте, тир түгеп йыйған дарыу үләндәрен ауыл халҡы ҡала йәки район үҙәгендәге баҙарға көн дә алып барып һатыу мөмкинлегенә эйә түгел. Һөҙөмтәлә ул көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде.
Республика Хөкүмәте менән Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы продукцияһын йыйып, эшкәртеүсе бәләкәй предприятиелар ойоштороу бурысын күтәреп сыға — был ауыл ерендә яңы эш урындары булдырыу мәсьәләһен дә хәл итергә тейеш. Был юҫыҡта Учалы районындағы (Фаил Фәйзуллин етәкселек итә) “Фортуна” ҡулланыусылар кооперативын өлгө итеп күрһәтергә була.
Иңендә аграр университет белеме, колхоз рәйесе тәжрибәһе булған йәш белгес 2008 йылдың йәйендә үҙ кооперативын төҙөй һәм уға биш шәхси ярҙамсы хужалыҡты йәлеп итә. Яңы ойошманың төп маҡсаты — ауыл халҡынан, үҙенең пайсыларынан һәм райондың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренән продукция һатып алып, уны һаҡлауҙы һәм артабан һатыуҙы ойоштороу. Өс йыл эсендә “Фортуна” бөтә район буйлап ит, картуф, кәбеҫтә, һуған, кишер, сөгөлдөр һәм башҡа продукция йыйыуҙы ойоштороуға өлгәшә. Ул ғына ла түгел, кооперативтың хеҙмәте күрше райондарға, шулай уҡ Силәбе өлкәһе халҡына ла бик оҡшап ҡала, һәм кооперативтың хеҙмәтенә ихтыяж көндән-көн арта.
“Фортуна”ның йыйып алған тауары районда ҙур ихтыяж менән файҙалана. Әйтәйек, Учалы үҙәк район дауаханаһы, мәктәптәр, балалар баҡсалары, йәйге ял лагерҙары, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ашханаһы менән хеҙмәттәшлек булдырылған. Был учреждениелар һәм предприятиелар өсөн кооператив эшенең иң уңай яғы — мохтажлыҡ кисергән продукцияның кәрәкле күләмдә даими килтерелеүе һәм сифатлы булыуы. Бынан тыш, кооператив һәр төрлө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һәм күсмә сауҙала әүҙем ҡатнаша.
— Унар баш һыйыр малы тотҡан шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы йәлеп итәбеҙ. Бының өсөн, әлбиттә, ауыл һайын йөрөп кешеләр менән һөйләшергә, килешергә, уларҙың ышанысын яулап алырға тура килде. Халыҡ, һүҙебеҙҙе эш менән нығытҡан партнер икәнлегебеҙҙе күреп, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә тырышып тора. Ауыл хакимиәттәре лә уй-ниәтебеҙҙең изге булыуын аңлай: икенсел сеймалды ойошҡан рәүештә йыйыу ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте бысратмау, һаҡлау мөмкинлеген бирә, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша йүнсел.
Кооперативтың бөгөнгө уңыштары еңел генә килмәгән. Трактор һатып алыу өсөн кредит юллап, “Россельхозбанк” тупһаһын ике йыл тапарға тура килә Фәйзуллинға. Үҙенең нәҡ ошо банк кредитына дәғүә итеү хоҡуғын ул Өфөлә генә раҫлауға өлгәшә.
“Фортуна” үҙенең мәнфәғәтен генә ҡайғыртмай. Яҙғы сәсеү, көҙгө уңыш йыйыу осоронда ул халыҡҡа транспорт ярҙамы ла күрһәтә.
Биш кешенән, йәғни үҙе, атаһы, ике ағай-энеһе, ике туған ҡустыһынан торған коллектив, өс йыл эсендә аяҡҡа баҫып, райондың социаль-иҡтисади баҙарында ныҡлы урын тапҡан. Халыҡтан йыйған продукция менән генә ҡәнәғәтләнмәй, хужалығында алтмышлап баш һыйыр малы аҫрайҙар. Хеҙмәтләндереү даирәһен тағы ла киңәйтеү яғын ҡарап, киләсәктә икенсел сеймал (тире, макулатура, сепрәк-сапраҡ, пластик шешәләр) йыясаҡтар, һуған үҫтерәсәктәр, бәшмәк, емеш-еләк йыйып, киптереп һатасаҡтар. Был эшмәкәрлеккә кооператив рөхсәт алған. Уның өсөн, әлбиттә, матди-техник базаны нығытырға, йәғни биналар төҙөргә, ҡоролмалар, техника һатып алырға кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Шуға күрә өс гектар ер юллап алғандар. Унда ҡыяр, помидор, борос, тәмләткес үләндәр үҫтереү өсөн теплица төҙөләсәк. Быйыл йәй ит магазины асырға йыйыналар. Ҡыҫҡаһы, был бәләкәй коллективтың уй-ниәттәре лә, башҡараһы эштәре лә байтаҡ. Иң мөһиме — бындай эшмәкәрлек бер тинде биш итергә тырышып торған халыҡ өсөн бик мөһим һәм уңайлы.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Учалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә