Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Толомдарыбыҙҙа – йәшәү көсө
Толомдарыбыҙҙа – йәшәү көсөНисек уйлайһығыҙ, күңелдәге төрлө үҙгәрештәр беҙҙең йөҙ-ҡиәфәтебеҙҙә сағылыш таба аламы? Йә булмаһа, тыштан үҙгәреү, үҙебеҙгә тейешле иғтибар эске торошобоҙҙо, күңел донъябыҙҙы үҙгәртәме икән? Әлбиттә, һәр саҡ яҡты һәм матур уйҙар менән байытылып торған күңел донъябыҙҙың, йәғни эске үҙгәреш ыңғай һөҙөмтәләр бирмәй ҡалмайҙыр, моғайын. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡта тышҡы үҙгәрештәр ҙә – яңы кейем һәм биҙәнеү әйберҙәре, матур килешле прическа, төҫ-ҡиәфәтебеҙгә яңыса ҡараш гүзәл заттарға берҙәй яҡшы йоғонто яһай. Әйтергә теләгәнем – борон-борондан инәй-өләсәйҙәребеҙгә, әсәйҙәребеҙгә, ҡыҙҙарға ла матурлыҡ һәм күркәмлек төҫөн биргән сәс-толомдар хаҡында.


Кемдең генә халыҡ йырҙарында телгә алынған ҡара ебәк сәстәрҙе күҙ алдына килтереп хайран ҡалғаны, ҡуйы толомдарын икенән үреп сәхнәлә йөҙөп бейегән “Ете ҡыҙ”ға һоҡланып ҡарағаны булмаған икән! Ял мәлендә ауылда саҡта өләсәйемдең кис ятыр алдынан һүтеп тараған оҙон сәсен үҙем дә иҫләйем әле... Күркәмлек өлгөһө, матурлыҡ билдәһе булған бит ошондай оҙон һәм ҡалын толомдар. Шулай ҙа хәтәр заман һулышы гүзәл заттарыбыҙға яңыса ҡараш бүләк иткән әллә ҡайһы арауыҡта оҙон сәстәрҙе уртаса оҙонлоҡта, “малайҙарса” ҡыҫҡа итеп, хатта бөгөн килеп бер өлөшөн ҡыҫҡа, икенсеһен оҙон итеп һәм, ул ғына ла түгел, заман зауығылай күреп, әллә ниндәй биҙәк һалып йә таҡыр итеп алыуға тиклем барып етте. Үҫһен генә, артабан күңелең нисек теләй, шулай киҫтер ҙә “зауыҡлы” булып йөрө әйҙә...
Үҙемде белә-белгәндән сәс киҫтереү теләгем VII класта уҡығанда булғандыр. Шулай булмай, балалыҡтан өлкәндәр сафына күскән саҡ бит, матур булғы ла килә. Шул саҡта бергә уҡыған яҡын әхирәтем тулҡынланып торған һап-һары сәсен ҡыҫҡа ғына иттереп ҡырҡтырғас, минең дә ярайһы уҡ оҙон булып үҫкән толомдарымды киҫтергем килеп китте. Әсәйем иһә, киҫтермә, аҙаҡтан үкенерһең тиһә лә, үҙем уйлағанса матур һәм әхирәтем кеүек “текә” булыу теләге көслөрәк булғандыр инде. Уҡыу алдынан ике туған апайым эшләгән бөҙрәханаға инеп, ҡырҡтырып та сыҡтым. Артыҡ ҡайғырманым да шикелле, шулай ҙа класташтарымдың ҡапыл да ғына таный алмағанын хәтерләйем.
Унан һуң “кикелек” ҡалдырып, ялҡытып киткән осраҡта шул “кике­лекһеҙ”, сәстәрем бер аҙ үҫә төшкәс, каре иттереп, унан уртаса оҙонлоҡта ҡалдырып киҫтереү... Университетта уҡығанда иһә “Студент яҙы”нда сығыш яһау өсөн ерән төҫкә буяғаным да иҫемдә. Унан һуң тағы ла бер нисә тапҡыр төҫтәрҙе үҙгәртеү...
Әммә бер саҡ килеп сәстәргә һәм, бәлки, матурлыҡҡа ла ҡарата булған ҡарашым яйлап ҡына бөтөнләйе менән үҙгәрҙе. Студент йылдарында буласаҡ ирем менән танышыу шулай йоғонто яһанымы, тормошҡа икенсе төрлө ҡарашыммы? Әммә әсә булғандан һуң ҡатын-ҡыҙ матурлығы һәм бәхете хаҡындағы уйҙарым ҡырҡа үҙгәреш кисерҙе: сәстәребеҙҙең хәл-торошо йәшәү рәүешебеҙгә һәм ҡатын-ҡыҙ булараҡ күңел кисерештәребеҙгә бәйле икәнен асыҡ аңланым.
Ә бит, ғалимдар билдәләүенсә, тормошҡа сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың 53 проценты ғаиләлә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында йә һөйгән йәре менән айырылышыу хәлендә ҡыҫҡа сәс йөрөтә, йә булмаһа, киреһенсә, ғаиләләге ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу маҡсатында уны киҫтерә – эске донъяһында бер ни тиклем (ыңғаймы йәки киреме – билдәһеҙ) үҙгәреш кисерә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, ә оҙон толомдар ир менән ҡатын араһында яҡшы мөнәсә­бәттәрҙе һаҡларға ярҙам итәме икән? Миҫал өсөн, бөгөнгө заманды – ир-егеттәр менән тиң булыуыбыҙҙы алайыҡ. Кейем, сәс, эш йәһәтенән дә... Уйлап ҡараһаң, салбар-костюм кейгән, ир-егеттәр кеүек сәсен ҡыҫҡа итеп алдырған, эштә лә яуаплы йөкләмәләр башҡарған ҡатын-ҡыҙҙы нисек ҡабул итә икән ир-егеттәр? Һәм гүзәл заттың был осраҡта көслө заттан ниндәй айырмалыҡтары бар? Ә бит айырма­лыҡтар тап беҙҙең нескә, нәзәкәтле булыуыбыҙҙа сағылырға тейеш түгелме һуң? Шул оҙон сәс, тулҡынланып торған толомдар ҡатын-ҡыҙҙы күркәм һәм гүзәл яһаған матурлыҡ һәм серлелектең бер билдәһе түгелме?!
Бер мәл мин, фатихалы өләсәйҙә­ремдең кәңәштәрен, әсәйемдең белеп әйткәндәрен ҡолағым аша үткәреп ебәргән ҡала ҡыҙы, үҙ хаталарым һәм уйланыуҙарым аша бер ҡарарға килеп, эске матурлығым – гүзәл донъям, ә үҙем бәхетле әсә һәм ҡатын-ҡыҙ икәнемде аңлайым. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡото итеп танылған матурлыҡ – сәстәр менән дә тәжрибәләр үткәреү күптән артта ҡалған. Хәҙер килеп күҙ ҡабул итмәҫ сәс буяуҙарын да ҡулланмайым. Ә бит уйлап ҡараһаң, тәбиғәт, бөтә тере йәндәргә үҙ төҫөн билдәләгән кеүек, беҙҙең сәстәребеҙгә ниндәй төҫ килешеүен дә үҙе белә. Әсә ҡарынында ятҡанда уҡ сәсебеҙҙең, күҙебеҙҙең ниндәй төҫтә булыуы беҙҙең генетик кодтарҙа Хоҙай Тәғәлә тарафынан алдан билдәләнгән. Ошо ҙур бүләк – сәсебеҙгә мелировка яһау, тәбиғи төҫөн алыу, буяу, әллә ниндәй заман технологиялары ярҙамында торошон үҙгәртеп бөҙрәләтеү йә, киреһенсә, турайтыу, сәс ҡушыу һ.б. минең өсөн бөтөнләй кәрәк түгел, сөнки матурлыҡ – ул тәбиғәттән һәм беҙҙең тәбиғи ябайлыҡта.
Сәсемде кәрәккән-кәрәкмәгәндә тәләфләп, киҫтереп бармайым, улар элекке оҙонлоғона ҡайтып бара. Йөҙ-ҡиәфәткә тейешле һәм аңлы иғтибар талап иткән был тормош үтә лә ҡыҙыҡлы һәм матур икән ул. Ошо бәләкәй генә күҙәтеүҙәрем күп нәмәне аңларға ярҙам итте. Мәҫәлән, оҙон толомдар менән үҙемдең гүзәл заттан икәнлегемде нығыраҡ тоям. Өйҙән сыҡҡанда сәсемде тағатып йөрөгәнем юҡ, сөнки ул осраҡта сәс аша ауырлыҡ килеүе һиҙелгән кеүек. Ә бит борон инәй-өләсәйҙәребеҙ бушҡа ғына түбәтәй-башлыҡтарҙа, ҡашмау-ҡушъяулыҡтарҙа йә булмаһа яулыҡ ябынып йөрөмәгән. Сәстең тартыу көсө һәм тағатҡан хәлдә уның аша ҡатын-ҡыҙ көсөнөң исрафланыуы тураһында уҡығайным бер саҡ. Шуға ла халыҡ булған ерҙә түгел, киреһенсә, йорт араһында, яҡындарың янында ғына уны тағатыу дөрөҫөрәктер, моғайын.
Эштә саҡта сәсемде өҫкә йыйып ҡуйыу ҙа минең эшкә булған ҡарашымды шунда уҡ үҙгәртә, етди кешегә әйләнәм. Был алым миңә иғтибарымды бер нәмәгә йүнәлтергә, ныҡышмал, түҙемле булырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта ошондай ҡиәфәттә ҡаты булыуымды, үҙем генә тойған нескә тойғоларымдың кәмеүен һиҙәм. Ә көн дауамында шулай йөрөгән гүзәл зат йәки спортсы ҡатын-ҡыҙ тураһында иҫкә төшөрәйек әле. Уйланырға нигеҙ бар.
Сәсем бик оҙон булмаһа ла, уны өс тотамға бүлеп үреү үҙемдең гүзәт зат икәнемде тойорға ярҙам итә, көҙгөгә ҡарап матур һәм мөләйем булыуымды күрәм. Көсөм дә бушҡа исраф ителмәгән кеүек, сөнки сәсем матур һәм йыйнаҡ.
Бәлки, үҙегеҙ ҙә иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Мәҫәлән, ҡыҙҙар сәсен икенән үрергә ярата. Уйлап ҡараһаң, был – еңеллекте, сафлыҡты, көләкәслекте күрһәткән балаға хас матур билдә. Уйнап-көлөп тә алыр, кәрәккәндә ярҙам да һорар, ауыртынған осраҡта балауыҙ һығып алыр ҡыҙҙарҙың күңел торошона хас сифаттар. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа иркә ҡыҙсыҡтың да, һөйөклө ҡатындың да, хәстәрлекле әсәнең дә сифаттары булырға тейеш тигән фекер был хәҡиҡәттең бер өлөшө бит. Беҙ – ҡыҙ бала, илаһи гүзәл зат, сабыр әсәләр ҙә...
Шуны аңлайым: юҡҡа ғына борон ҡатын-ҡыҙ оҙон толом йөрөтмәгән шул, сәстәрен дә ебәк ише матур итеп тәрбиәләгән, сөнки уға насип йәрен үҙенә ҡаратыр көсө сәстәрендә, күркәмлегендә, йомшаҡлығында. Һәм буштан ғына мосолмандарҙа һәм башҡа динлеләрҙә сәсте ят һәм яман күҙҙән һаҡлап яулыҡ ябыу булмаған. Сәстәрҙе тәрбиәләү, яулыҡ ябыныу, сәскә яман күҙҙең ҡағылыуы, сәс киҫеү ҡағиҙәләре – былар барыһы ла халыҡта булған, тик ваҡыт үтеү менән онотола барған фәһемле тәрбиә өлгөләре.
Толомдарында ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү көсө тип тә юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Мәҫәлән, ҡайһы бер халыҡтар ҡатындың сәс оҙонлоғо – уның хәләл ефетенең ғүмер оҙонлоғо тигән кинәйәле фекерҙә булған.
Әлбиттә, ҡыҫҡа сәс йөрөтөү – уңайлы, тарап ултырырға ла кәрәкмәй, артыҡ тәрбиә лә талап ителмәй. Йыуғандан һуң кипкәнен дә оҙаҡ көтәһе юҡ, ирең, балалар менән булғанда иртән торғас та тиҙ генә тарап, эш башлау ҙа бер ни түгел. Өҫтәүенә бөгөн заманса зауыҡлы итеп киҫтерелгән прическалар бигерәк матур. Әммә, нисек кенә булмаһын, эске тойғо, үҙеңде нәзәкәтле итеп тойоу бары матур, һау һәм тәрбиәле сәстәр булғанда ғына мөмкиндер ул. Кемдәрҙер оҙон толомдарға ҡарата булған ҡара­шымды өнәп бөтмәҫ, миҫалдарымда заманаға ярашһыҙ ябайлыҡ, боронғолоҡ өлгөһөн күрер. Ләкин, йәшермәйек, матур итеп үрелгән йә ниндәйҙер прическа эшләнгән оҙон толомло гүзәл затҡа барыбыҙ ҙа һоҡланып ҡарай, шулай бит? Һүҙ сәстәрен йыймайынса, тағатып йөрөгәндәр хаҡында түгел, һәр кемдең матурлыҡҡа үҙ ҡарашы. Әммә миңә ҡалһа, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – ул тыйнаҡлыҡ та, иплелек тә, ябайлыҡ та. Күҙ яуын алырҙай сәсем юҡ шул тиерһегеҙ, әммә һәр нәмә үҙенә яратыу-иғтибарҙы, тәрбиәне талап итә.
Сәстә матурлығыбыҙ һәм көсөбөҙ – ҡатын-ҡыҙ көсө. Шуға ла уға Хоҙай ҡөҙрәте менән бирелгән бүләк итеп һәм оло ихтирам менән ҡараһаҡ ине. Бөгөнгө ығы-зығылы тормошта бер аҙға туҡта­лып, гүзәл зат булараҡ, үҙебеҙҙең күңел торошона, тәбиғи матурлығыбыҙға, йөҙ-ҡиәфәтебеҙгә иғтибар итһәк ине, сөнки йөҙ күркәмлеге күңел донъябыҙҙың да камиллығын билдәләй. Һәр саҡта ла ябай һәм серле булып ҡала белгән ҡатын-ҡыҙҙың илаһи матурлығы – сәскә иғтибар бүлә белгән гүзәл заттар булайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872