Ауыл нимәһе менән үҙенә тарта? Иң беренсе – саф һауаһын һулап, шишмәһенең һыуын уртлаһаң ғына ла, һулышың иркенәйә, көс-ғәйрәт артыуын тояһың, гүзәл тәбиғәте, ирәүән, ихлас аралашҡан кешеләре, әтәс сәғәте, ҡытҡылдаҡ тауыҡтары, башты ҡаңғыртҡан шаҡылдаҡ ҡаҙҙары менән тиерһегеҙме? Эйе. Уныһы ла дөрөҫ. Шулай ҙа һәр ауылдың үҙенә генә хас сәйер, шул уҡ ваҡытта төрлө ҡылыҡтары менән күңел түренә оялаған кешеләрен оҙаҡ йылдар иҫкә төшөрөрҙәр, мәҙәк хәлдәрен һөйләрҙәр. Күптәренең ҡушаматтары ла бар.Йор һүҙле, шаян Фазлиәхмәт ағай ял ваҡыттарында сәй һемергән арала ла хәтерен яңырта: “Һуғыш осоро. Малайҙар менән бесәнгә сыҡтыҡ. Хәсән бабай үтә егәрле. Ҡулынан балтаһы төшмәй. Ҡараманан беҙҙең кеүек бала-сағаға сана эшләй. Санаһы ла ниндәй бит әле. Йәйенке ҡанатлы, алды бейек, етмәһә, семәрле, оҙон. Ятып-ултырып шыуһаң да була. Сана тиһәң дә сана! Уҫаҡтан саңғыһын, өс саталы һәнәк-тырмаларын – һәммә тауарын этмәле арбаһына тейәп, илле-алтмыш саҡрымда ятҡан Белорет, Мәғнит баҙарына юллана. Һуғыш осоронда бесәнселәрҙе эш ҡоралдары менән тәьмин итә. Улары ла ябай түгел. Тештәрен тура ғына юнмаған, нағышлы, билле. Уҡый белмәй. Беҙ уға фронттағы хәлдәрҙе уҡып ишеттерәбеҙ. Һәр ҡаҙҙан унар йомортҡа түләргә ҡушҡандар, тип алдаштырабыҙ. Бабайыбыҙ сығырынан-сыға. Бирермен мин уларға ҡаҙ йомортҡаһын! Ҡаҙым барлығы дүрт кенә йомортҡа һалған, тип көйәләнә. Йә иһә яраланып ҡайтҡан фронтовик колхоз рәйесе Таяр Шаһыбалов йыйылыш ҡора, эш һөҙөмтәләрен барлай. “Молодым везде у нас дорога, старикам везде у нас почет”, — тип йомғаҡлай. Бабайыбыҙ: “Әәәәй, молодым дорога, ә беҙгә ҡасан булыр!” — тип ҡысҡыра”.
Ыҫпай, һәр саҡ күтәренке күңелле ағайыбыҙ ҡайһы саҡта үҙе тураһында ла һөйләп ташлай. Атаһы, Сәфәрғәле Сурагилдин, Нурғәле, Бирғәле ағаларын арбаһына тейәп ҡайҙарҙа ғына йөрөмәй, ниндәй генә далаларҙы гиҙмәй! Севастополдә лә йәшәгәндәр. Һикһәнгә еткән Өммөниса инәһе, яҙ етһә, оялағы ҡоштарҙы күреп гелән: “Беҙҙең Семистополдәге сыйырсыҡтар был яҡҡа ла килгән...” — тип хәтер яңырта. Фазлиәхмәт ағайҙың документына ҡараһаң, Свердловскиҙа тыуған тигән яҙыуы ла бар. Әҙәм балаһын илебеҙҙәге сәйәсәткә ярашлы туҡтауһыҙ үҙгәртеп ҡоролоштар, аслыҡ, етешһеҙ, мохтаж тормош шулай гиҙҙергәнме, әллә исеме есеменә тура килеп, Сәфәрғәле ҡарт ил гиҙгәнме, кем белһен...
Әммә хәҙерге замана йәшниге, йәғни Интернет селтәре, Әбүталип Сурагилдин олатаһының 1812 йылғы Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмауын, ә ҡанбабаһының Ырымбурҙың ун дүртенсе башҡорт полкында кавалерист булыуы һәм “1812—1814 йылдар һуғыш иҫтәлеге” тигән көмөш миҙал менән наградланыуы тураһында еткерә.
Атаһы Сәфәрғәле фин һуғышына китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Бер туған ағайҙары Бирғәле, Нурғәле лә ошо өйҙән һалдат һурпаһын һемерергә юл тота. Бирғәле ете йыл диңгеҙҙә матрос, ун ете йәшендәге Нурғәле ағайҙары Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмай. Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына Нурғәле Сурагилдинды Ҡыҙыл Йондоҙ ордены эҙләп килә. Оборона министрлығының Үҙәк архивы сайтындағы документ уның Белоруссияла ерләнгәнлеген әйтә.
Атаһынан уға ни ҡалған? Әлбиттә, өйөнөң нигеҙе. Атай йорто нигеҙен туҙҙырмау — алтын аҡыл – башҡортмон тигән ир-егеттең ҡанына күптән һалынған. Бәлки, башҡортта аҫабалыҡ шунан да киләлер. Ике ағаһын юғалтҡан Фазлиәхмәткә Белорет районының Шығай ауылынан алып ҡайтып төҙөгән ҡарағас өйлө нигеҙе уға фани донъяла йәшәргә, нәҫел арттырырға етә.
Атаһы мәрхүм һыу буйҙары билдән бесән, емеш-еләккә бай Ҡырҡты тауына һыйынған Теләш ауылына ҡасан, нисек килеп төпләнгәндер, уға мәғлүм дә түгел, әммә Сурагилдин фамилияһын ул яҡында ғына күккә күтәрелгән Ҡансура тауы менән дә бәйләй. Бәлки, уның тоҡомонда Сура батырҙың ҡаны ағалыр... Тиккә Сура килде тимәгәндәрҙер бит. Берәй ҡанбабаһы серле тауҙа ҡаҙаҡ-ҡалмыҡ баҫҡынсылары менән алышып, ошо ерҙәрҙе үҙ иткәндер. Кем белә?
Ете балаға ғүмер биргән атай кеше бер эштән дә тартынмай. Колхоз осоронда ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сабаҡты күле буйында тауыҡ фермаһында эшләп, һәр аҙна 50 километр алыҫлыҡтағы район үҙәгенә атын егеп йомортҡа тапшырыуҙарымы, көнө-төнө колхоз аттарын ҡарауыллаумы, байрамдарҙа Ҡыш бабай булыумы... Совет осоронда һәр кемгә эш етерлек. Урамда сабата туҙҙырып, эт һуғарып йөрөгән елғыуарҙар күренмәй.
Исеме есеменә тура килгән атаһы Сәфәрғәле менән ер-һыуҙы гиҙгән Фазлиәхмәттең, әлбиттә, белмәгәне юҡ. Ер-һыу атамаларын өйрәнгәндәр ҙә уға мөрәжәғәт итә. Магнитогорск ҡалаһынан этнограф Галина Гончарова унан мәғлүмәттәр туплай. “1958 йылда өй нигеҙен яңыртҡанда баҙынан әллә күпме көмөш тәңкәләр табыуын, береһендә Рәсәй батшаһының һүрәте булыуын һәм Магнит ҡалаһындағы белешенә тапшырыуын һөйләй. Ҡарағай Ҙаҙы башындағы ҡая егендә тимер башлы уҡтарҙы күреүен, Мәскәүҙән ғалим килеп Бүреҡырған тауында ниндәйҙер генералдың ҡәберен эҙләгәнлеген дә, Лапай түбәһендәге әүлиә ҡәберлегендә кемдеңдер ҡаҙыныуын һәм ай икенсе ерҙе яҡтыртып ҡаҙынырға ирек бирмәүен һәм тирә-йүндәгеләргә алтын-байлыҡтың әҙәмгә бер ваҡытта ла бәхет килтермәгәнлеген еткереүҙе лә хуп күрә. Уйлап ҡараһаң, ҡәҙимге ябай ғына ауыл кешеләре кеүек, йөрәктәрҙе йән йылыһы менән солғап, ысынында ниндәй оло изгелек башҡарғандарын бөтә нескәлегендә үҙҙәре лә аңлап еткермәйҙер. Әммә ундайҙар ауылға ғына хас ихласлыҡ, изге күңеллелек, ярҙамсыллыҡ, эскерһеҙлек кеүек күркәм сифаттары менән ошо төбәккә йән өрә.
Туҡһанынсы йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте башланғас та, гөрләп торған ферманан малдарҙы үҙәккә алып китеп бөттөләр. Нисек йәшәргә? Йәштәр ауылды ташлап, сит тарафҡа юлланды. Утһыҙ өйҙәр күбәйҙе, тик йәйҙәрен генә ҡыштан уянған бөжәктәрҙәй тыуған ояларында мәж киләләр. Ауылдан сыҡҡан ҡала ғаиләләре балаларының ниндәй менталитетлы булырын күҙаллай. Сит мөхиттә йәшәгән баланы тик ауыл ғына дауалаясағын, әлбиттә, йөрәктәре менән әллә ҡасан һиҙә, тоя улар. Атайҙан ҡалған нигеҙҙе һыуытмай, сит-ят бауырҙарға һатырға ярамағанлығын да күптән төшөнгәндәр. Әсә һөтө, атай рухы шулай ҡуша. Уларҙан ҡалған нигеҙҙе етемһерәтмәҫкә кәрәклеген аңлаған Магнитогорск ҡалаһында колибровка заводында ҡорос тимер сым һуҙыусы Сәғит Сурагилдин, хаҡлы ялға сығырын күҙаллап, төйәгенә ҡайтырға ниәтләнә. Ундайҙар атаһы ҡаҡҡан ҡаҙау, ишек тотҡаһы, имгәкләп аша сығып йөрөгән тупһаһына тиклем иң ғәзиз ҡиммәттәрҙең береһе икәнлегенә олоғая килә төшөнә, әлбиттә. Хәҙер берәүһе ҡайтып инер тип көткән, оло юлға күҙ һалғандар юҡ, ә шулай ҙа...
Сәғит Сурагилдин ауыл советы идараһына ер участкаһы бүлеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә, бирмәйҙәр. Туҡта, туҡта... Атаһынан уға нимә ҡалған? Әлбиттә, өй төҙөргә нигеҙе. Атай нигеҙен ҡәҙерләмәй ғүмер итһәң, иңеңә иң ауыр гонаһ йөкмәгәнеңде аңлай. Нигеҙен ҡаҙығанда бер түгел ике таш тирмән, 1713 йылғы еҙ аҡсалар табыла. Уларҙы музей экспонаты итеп ҡапҡалағы бәләкәй бураның бер стенаһына беркетеп ҡуйырға ла онотмай. Ошо эш ҡоралдары ата-бабаларының таш тоҙ, иген тартҡанын бала-сағаға һөйләп торһон. Ял ваҡыттарында Фазлиәхмәт ағайҙан ҡалған ҡомартҡы тальян гармунын ҡулына ала һәм ауыл буйлап таныш моңдар ағыла.
Был донъяла ата-бабаңдан һиңә ни ҡалған? Әлбиттә, йорт төҙөргә нигеҙе, ирешеп өлгөрмәгән мораттар ҡалған. Тыл батыры Камил Бәшәров, беренсе колхозсы Бәҙриямал өләсәһенең ҡотло нигеҙен һыуытмай, улдары, ейәндәре Рәмил һәм Ғәбдинур менән бәхетле ғүмер кисерә. Һәр башҡорттоң аңына кинйә малай – нигеҙ хужаһы “тигән тәғлимәт” күптән һалынған. Төп йортта кинйә улы, шул уҡ нигеҙ ырҙынының икенсе осонда Магнит ҡалаһынан хаҡлы ялға сығып ҡайтҡан бер туған ағаһы һалып сыҡҡан донъяһында ҡаҙҙар ҡаңғылдаша, ҡотло нигеҙ икәнлегенә ишаралап, көтөү-көтөү һыйыр-кәзәләр күренә. Әбей батша осорондамылыр, йыл аша тигәндәй Верхнеурал өйәҙендә һалдат бурысын үтәгән атаһы мәрхүмдең туғаны унтер-офицер Нуретдиндың, йәғни уны хәтерләткән “Нурыҡай” төбәгендә ҡолас ташлап сабып, йыл да бесән өйә.
Ҡалала йәшәгән ейән-ейәнсәрҙәре, олатаһы янында экологик таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланып, һаулығын нығыта. “Ауыл урамы буйлап рәхәтләнеп йөрөмәгәс, был донъяның ни ҡыҙығы ла, ни рәхәте” тип, һис тә төйәгенә ҡайтыуына үкенмәй, киреһенсә, ошонда нығынырға әленән-әле хужалығындағы мал-тыуарын арттыра, техника һатып ала. Донъяһының күтәрмәһенә сығып, ҡоролоҡ йылдарында атаһы менән бесән сапҡан ерҙәре – күктәргә олғашҡан тораташтай Ҡырҡтыһына ҡарап баянын һуҙа. Әйтерһең дә, әле генә ат егеп, биш малайын тейәп, атаһы мәрхүм дилбәгәһен тартып бара, хәбәрен һөйләй. Ҡырҡтыға мендергән текә юл күпте күргән, күпте кисергән кешегә бер ни түгел. Иң мөһиме – уның ер-һыуын һаҡларлыҡ биш ҡалҡаны үҫеп килә. “Мортазин”сы атаһынан иртә етем ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған яңғыҙ үҫкән Камилға биш гармунсы малайҙары таяныс та, ғорурлыҡ та. Ысынлап та, ике улы Германияла, берәүһе – Венгрияла, дүртенсеһе Белоруссияла иле алдындағы бурысын үтәй. Баш балаһы — алтын ҡуллы Раиле ошо ауылда ғына ла өс нигеҙ ҡороп, йорт күтәргән. Биш ир-егет ҡурай, гармун, баянда һыҙҙыра башлаһа, уларға ер-һыу ҙа ҡушылып уйнағандай, дәртле моңдар ағылып, ауылдаштарының күңелдәре күтәрелә.
Был донъяла ата-бабаларынан улдарына ни ҡала? Әлбиттә, донъя көтөргә нигеҙе, ҡылған игелектәре, әйткән васыяттары. Рәхмәтулла ҡарттың нисәнсе быуыны ошо нигеҙҙә көн күрҙе, балалар үҫтереп, ҡош балаларылай ояларынан осорҙо икән? Кем белһен? Әммә уның үҙ заманында писарь булыуы, мулла ярҙамсыһы мәзин, дүрт балаһы булғанлығы мәғлүм. Кинйәһе, Ғибәҙәт исемлеһе, өс ҡатыны менән уның нигеҙендә йәшәп, йөҙ ҙә дүрт йәшендә фани донъяны ташлап киткәнлеген беләләр. Алтмыш дүрт йәшендә ҡарт йәш кәләшенән ике малайы булып, кинйәһе – Сафиуллаһы нигеҙен ҡоротмай. Уның нигеҙендә улы Ғүмәр һәм килене Нәғимә береһенән-береһе егәрле лә, ярҙамсыл да малай һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләп, ейән-ейәнсәрҙәргә күмелеп, матур ҡартлыҡта ғүмер кисерә. Дүрт малайы Магнитогорск ҡалаһында төрлө һөнәр эйәләре, хатта ярайһы уҡ юғары вазифа биләгәндәре лә бар. Хеҙмәте барҙың –хөрмәте бар — уларҙың йәшәү девизылыр. Әммә эш унда түгел. Ял көндәре бәхетле әсәнең өйө ейән-ейәнсәрҙәренең шат тауыштарына күмелә, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй, пландар төҙөлә. Әлбиттә, бер ерҙә лә яҙылмаған ҡанундағыса, ҡанбаба Рәхмәтулланың нигеҙе һаҡлана, хаҡлы ялға сығып, Морат ҡайтыр. Ҡаршыһында Мараты, ә ырҙынының осонда Мират төпләнер. Күп тә үтмәй, урын һайлана һәм ике ҡатлы йорт та төҙөлә. Ағалы-ҡустылылар сабата туҙҙырып көн уҙғарғандарҙан түгел...
Шунда уҡ ҡоҙоғо ла ҡаҙыла. Һыуға анализ яһатып тикшертһә, шишмә һыуы икән. Йәйен-ҡышын килгән һайын һыуын ташып эсәләр. Йәйҙәрен бала-сағаларың, туған-тыумасаларың менән рәхәтләнеп аралашырға, бер һүҙ менән әйткәндә, йәшәргә лә йәшәргә. Сит мөхиттә үҫкән балаларың туған телен, ата-бабалар тарихын, күркәм йолаларын үҙләштерһә, зыянмы ни?
Оҙон аҡса артынан ҡыуып, олатайҙар нигеҙе тип борсолоу ике ятып бер төштәренә лә инмәгәндәр ҙә бар. Нигеҙҙән яҙып, атай-олатайҙарының рәнйешен алып, аҡсаларын туҙҙырып, унда-бында һуғылып килмешәк хәлендә йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. Нигеҙҙән яҙыу төйәгеңдән генә түгел, илеңдән яҙғанға тиңдер. Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич юҡҡа ғына: “...донъяң да – ер, ғазабың да – ер, ерҙән айырылһаң, һине һәр кем тапап китер. Эй, туған башҡорт, әгәр булмаһаң бәдбәхет, ерҙе һаҡла, ер ҡосаҡла, ер һиңә — алтын тәхет!” — тимәгәндер бит. Ер мәсьәләһе беҙҙең быуатта ла актуаллеген юғалтмаған.
Арҙаҡлы ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” исемле хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһәк, “Тамъян өйәҙенә ҡараған Теләш ауылында 1859 йылда 30 хужалыҡта 180 йән йәшәгән” тигән мәғлүмәтте табабыҙ. Совет осоронда ул ике хужалыҡҡа күбәйгән, бөгөн иһә 34 иҫәпләнә.
Ат әйләнеп төйәген табыр тигәндәй, газы, асфальт юлы булмаһа ла, ауылыбыҙҙа хужалыҡ тағы ла артыр тигән өмөттәбеҙ. Кем белә?
Әбйәлил районы.