Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Көнкүрештә газ бик хәүефле һәм иғтибарһыҙлыҡты яратмай!”
Йылытыу миҙгеле башланыу менән компания көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса сираттағы айлыҡ үткәрә.
Көҙгө һалҡындар башланды, ҡар ҡатыш ямғыр яуа, төндә ҡырау төшә. Был осорҙа барыбыҙ ҙа мейес яғабыҙ, йылытыусы газ приборҙарын ҡабыҙырға ашығабыҙ. Ә ҡорамалдар бөтәбеҙҙә лә бер төрлө түгел, йәй айҙарында күптәребеҙ улар тураһында ла, приборҙарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен дә онотҡандыр, моғайын. Ә газ иһә иғтибарһыҙлыҡты яратмай!
Был һис тә арттырыу түгел. Йәй буйы төтөн һәм елләтеү юлдары тығылған газ мейесен, газ менән эшләгән йылытыу ҡаҙандарын йәки колонкаһын ҡабыҙһағыҙ, ағыуланыу хәүефе тыуа.
Онотмағыҙ: ағыулы газдың (СО) төҫө лә, еҫе лә юҡ. Һауала уның миҡдары 1,2 проценттан юғары булған осраҡта бер-ике тын алыуҙа кеше аңын юғалта, өс минут эсендә үлә.
Шуға күрә газ колонкаһынан газ сығыуы, төтөн юлдарында тартыу көсөнөң юғалыуы асыҡланһа, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 майындағы 410-сы ҡарары менән раҫланған Газдан файҙаланыу ҡағиҙәләренә ярашлы, һеҙгә газ бүлеү, алдан хәбәр итмәһәгеҙ ҙә, кисекмәҫтән туҡтатыласаҡ. Бинала газдың тулыһынса янып бөтөүе өсөн кәрәкле миҡдарҙа һауа булмауы, газ бүлеүҙе автоматик рәүештә туҡтатыу ҡулайламалары боҙолоуы йәки уларҙы үҙ белдегең менән көйләү, ҡорамалды үҙаллы тоташтырыу асыҡланһа ла, ошондай уҡ сара күреләсәк. Бындай вәкәләттәргә ҡулланыусы менән йорт эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү тураһында килешеү төҙөгән махсус ойошма, Башҡортостанда иһә “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре эйә.
Әле телгә алынған ҡағиҙәләргә ярашлы, газ приборын хәүефһеҙ файҙаланыу, төтөн юлының төҙөклөгө өсөн йорт хужалары яуаплы.

Күп фатирлы торлаҡ фондын хеҙмәтләндергән ойошмаларҙың бурыстары:

=йылытыу осоро башланыр алдынан миҙгелгә ҡарап эшләгән газ ҡорамалының төтөн юлдарын тикшереүҙе тәьмин итеү, был турала акт төҙөү;
=йылына кәмендә ике тапҡыр газ приборы ҡуйылған биналарҙағы елләтеү юлдарын тикшереүҙе тәьмин итеү, был турала акт төҙөү;
=йылытыу миҙгеле башланыр алдынан һәм артабан өс ай һайын төтөн юлдарын һәм мейестәрҙең торбаларын ҡоромдан таҙартыу;
=төтөн һәм елләтеү юлдарын төҙөкләндереү;
=ҡышҡыһын айына бер тапҡыр төтөн һәм елләтеү торбаларын боҙҙан һәм сүп-сарҙан таҙартыу;
=мейестәрҙә янғынға ҡаршы талаптарҙы боҙоуға һәм газ сығыуға килтергән етешһеҙлектәрҙе кисекмәҫтән яйға һалыу.

Шуны ла әйтергә кәрәк: торлаҡ фондын хеҙмәтләндергән ойошмалар торлаҡ хужалары алдында елләтеү һәм төтөн юлдарын хеҙмәт­ләндереү буйынса йөкләмәләрен үтәмәгән өсөн яуаплы. Торлаҡ йорттарҙы һәм сәнәғәт предприятиеларын газ менән өҙлөкһөҙ һәм хәүефһеҙ тәьмин итеү, зәңгәр яғыулыҡ бүлгән махсус ойошма булараҡ, “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең төп бурысы. Был бурысты үтәү өсөн газ селтәрҙәрен һәм ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү шарт. Үрҙә әйтелгән ҡағиҙәләргә ярашлы, йорт эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү йылына кәмендә бер тапҡыр үткәрелергә тейеш.
Көҙ, ҡыш етеү менән төтөн һәм елләтеү юлдарына айырым иғтибар талап ителә.
Уяу булығыҙ: ваҡытығыҙҙы йәлләмәйенсә төтөн юлдарын үҙаллы даими таҙартығыҙ, газ приборын ҡабыҙыр алдынан һәм ул эшләгән саҡта тартыу көсөн тикшерегеҙ. Бының өсөн газ приборындағы кескәй тәҙрәгә ҡағыҙ киҫәген (яндырмайынса!) яҡын килтерегеҙ. Әгәр ҡағыҙ приборҙағы тәҙрә яғына тартылһа, тартыу көсө бар, тартылмаһа, тимәк, юҡ.
Тартыу көсө юғалған осраҡта йорт хужалары һәм торлаҡ милекселәре ошо эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуға лицензияһы булған ойошма белгестәрен саҡырырға тейеш. Газ ҡорамалындағы барлыҡ теүәлһеҙлектәр “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте белгестәре тарафынан төҙәтелә. Бының өсөн ҡулланыусыға компания филиалына ғариза яҙырға кәрәк. Был ойошмалар шулай уҡ газ ҡорамалын урынлаштырыу һәм алмаштырыу мәсьәләләрен дә хәл итә.
Ҡулланыусылар газ ҡорамалын үҙаллы монтажламаһа, газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙмаһа, күп кенә фажиғәләргә юл ҡуйылмаҫ ине.
Был ҡағиҙәләр бик ябай, әммә уларҙы үтәмәү ҙур бәләгә килтереүе ихтимал.

Газ приборҙарын файҙаланғанда:

=газ ярҙамында эшләгән һыу йылытҡыстарҙы, йылытыу мейестәрен ҡабыҙыр алдынан һәм улар эшләгәндә төтөн юлындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;
=газ мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асырға онотмағыҙ;
=елләтеү юлдарындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;
=елләтеү юлындағы рәшәткәне обой менән ҡапламағыҙ;
=күп ҡатлы йорттарҙа шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы файҙаланмағыҙ;
=газ үткәргескә бау бәйләмәгеҙ, газ плитәһе өҫтөндә әйбер киптермәгеҙ;
=газды файҙаланғас, ҡорамалдағы крандарҙы ябығыҙ. Төндә һәм йорттан сығыр алдынан газ приборының һүндерелгәнен тикшерегеҙ. Эшләп торған приборҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Фатирҙа, подъезда, подвалда һәм башҡа бүлмәләрҙә газ еҫен тойһағыҙ, шырпы ҡабыҙмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр яҡтыртҡыстарын һәм приборҙарын тоҡандырмағыҙ, һүндермәгеҙ, газды туҡтатығыҙ, бинаны елләтегеҙ, һаҡ ҡуйығыҙ һәм, газлы бинанан сығып, 04 (кеҫә телефоны операторҙарынан 104) телефоны буйынса авария газ хеҙмәтен саҡырығыҙ. “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикала тәүлек әйләнәһенә авария-диспетчер хеҙмәте күрһәтә.
Онотмағыҙ!

Көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәп,
һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың именлеген
тәьмин итәһегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә