Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҫыл ғына ерҙәр, матур һыуҙар беҙҙең генә тыуған ил булыр
Аҫыл ғына ерҙәр, матур һыуҙар беҙҙең генә тыуған ил булырҺис ялҡытмаҫ, аңды көсөргәндермәҫ, ҡәләм тотҡан ҡулды талдырмаҫ тема ла яҙышыусы кеше өсөн була икән! Хәйер, юғары рухлы әҫәрҙе уҡып, йөрәкте елкендерерлек йырҙы тыңлап, буяуҙары мәңге төҫ ташламаҫ гүзәллекте күреп кем туйған инде? Ошоларҙың һәммәһе лә күҙ алдына һиңә ғүмер биргән ғәзиз әсәйең, ҡанат ҡуйған илең, йөрәгеңдә мәңгелеккә тамыр йәйгән йәрең булып килеп баҫа.


Зирәк уҡыусы хәбәрҙең башынан уҡ кем һәм нимә хаҡында һүҙ барғанын аңғарғандыр. Эйе, ул — Башҡортостан. Башҡортомдоң баш йорто, ғәйре күп ҡәүемдәргә лә төйәк булған йомарт ер.
Йыл һайын, ҡарасайҙа, Республика көнө уңайынан Башҡортостанға иғтибарыбыҙ йәнә көсәйеп китһә лә, халҡым, ул йәшәгән ил тарихы 1990 йылдан да, ХХ быуаттың 1919 йылынан да, хатта ХVI быуат менән дә башланмаған. Әгәр ғалимдарға ихласлап тикшеренеү форсаты булһа, тарих тамырҙары беҙҙе меңдәрсә йыл тәрәнлегенә, икһеҙ-сикһеҙ Евразия киңлектәренә алып китер ине. Халҡыбыҙҙа “Таштың да тарихы була” тигән һүҙ бар. Ә телле, мәҙәниәтле, хәрби данлы, традициялы һәр ҡәүем ҡая таштан ғына түгел, түбәләре асманға олғашҡан мәғрур тауҙарҙан да бейегерәк тора. Ошо фекеремде нығытыу маҡсатында, Мостай ағайҙың матбуғатта байтаҡ йылдар әүәл донъя күргән “Аңлау дәлиле” тигән мәҡәләһенән ҙур ғына өҙөк килтермәк булдым.
“Һәр халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәттәренең үҫеү ҡеүәһе, мәғлүмдер, төрлө кимәлдә булған. Берәүҙәр үҙҙәренең ижади дәртен — иртүк, бүтәндәр һуңыраҡ бойомға ашыра ал­ған, өсөнсөләр шул дәртте дарман килеп сыҡ­ҡансы туплай торған. Тупраҡҡа бер юлы һибелгән тос орлоҡтар ҙа дәррәү һәм ҡөҙрәтле көс тартҡандай ҡапыл үҫеп китә алмай. Һәр үҫен­тенең ерҙе тишер үҙ мөҙҙәте. Мәңгелек өсөн дә, мәлгә лә — бер үк ҡанун. Шул уҡ ваҡытта, рухи ҡалҡыныуҙар һәм түбәнселектәр кисереп тә ижади энергияһын быуындар дауамында һаҡлап ҡалған милләтем тураһында уйлайым.
Һәр халыҡтың үҙ дәрәжәһен күтә­реүгә һәм үҙен үҙе баһалауға лайыҡ булыуын раҫлау өсөн генә үткәндәргә әйләнеп бағам. Әлеге баһалар уның тарихи юлына, тарихи яҙмышына тап килә. Халыҡтың үҙен баһалауын ситтән кемдер үҙгәртә алмай. Был йәһәттән – вәссәләм. Ул бы­лай ти: “Мин бына ошолаймын. Нисекмен, шулай ҡабул ит. Һеҙгә ҡарата ла мөғәмәләм шулай булыр”.
Халыҡтар бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәт­тәрҙе милләттең үҙен нисек баһалауы кеүек ҡымшанмаҫ факттарға таянып ойошторорға тейеш. Сит-ят­тарҙың баһаһы ла, ихтыяры ла һис кемгә лә көсләп тағыла алмай. Әгәр көнкүреште, әхлаҡи һәм эстетик ҡим­мәт­тәрҙе, дин һәм ғәҙәттәрҙе бүтән­дәр ҙә аңлай алһа, ятһыныуҙарға, әйтә алмаған фекерҙәргә урын ҡалмаясаҡ”.
Сәбәбе бармы-юҡмы, иллә хәҙер ил тарихы, халыҡтар яҙмышы тураһында сираттағы һүҙ ҡуйыртыуҙар осорон кисерәбеҙ, шикелле. Бөйөк Рәсәй өҫтөнә ситтәге “яуыз дуҫтар” теленән дә, илдәге бәғзеләрҙән дә яһиллыҡ яуа. Халыҡ шағиры әйткәнсә,
“Рәнйетәләр һине, Ватан-әсә,
Кәмһетәләр һине, илебеҙ.
...Берәү һата һинең иманыңды,
Берәү тарта алтын сәсеңдән,
Берәү рәхәт таба күҙҙәреңдән
Сәсрәп сыҡҡан тоҙло йәшеңдән”.
Бына шулай шул. Ер йөҙөндә нисәмә мең йыл йәшәй торғас, байтаҡ ҡәүемдәрҙең теленән ҡолаҡҡа яғылыр һүҙ юғалды, әпәкәй бирер баҫыуҙарҙа хәҙер шайтан үләне хужа. Берәүҙәр хәрәм байлыҡтан шашынған бер заманда икенселәр аслыҡтан шешенә. Был да күпселегебеҙ өсөн уртаҡ яҙмыш.
Башҡортостан Республикаһы — оло Рәсәй Федерацияһының Көньяҡ Урал армыттарына төпләнгән бер төбәге. Уның бәғзе дәүләтселек атрибуттары бар, әммә, Конституция буйынса, бүтән субъекттарҙан айырылып торған хоҡуҡтары ла, кәм бурыстары ла юҡ. Уртаҡ ҙур илебеҙ Рәсәй алдында һәр беребеҙ тиң, күп милләтле дәүләттең һәр эше алдында күп һанлы рус халҡы ла, уға ҡәрҙәш булып йәшәргә ынтылған бүтән һәммә ҡәүемдәр ҙә берҙәй яуаплы. Әгәр беҙ ошо хәҡиҡәттән яҙмаһаҡ, Рәсәйҙең ҡеүәте юғалмаясаҡ. Ер йөҙөндәге халыҡтар, дәүләттәр алдында республикабыҙҙың йөҙө яҡты, намыҫы саф. Беҙҙең ғорурланырлыҡ ғәмәлдәребеҙ бихисап, ләкин һауаланыуға, тәкәбберлеккә барыбер урын юҡ. Ул тойғо хатта байрам көндәрендә лә өҫтөнлөк ала алмай. Был йәһәттән француз әҙибе Фредерик Сульеның әйткәне бар: “Маҡтансыҡлыҡ яңғырауыҡлы һүҙгә лә хуш була, әммә ғорурлыҡ өсөн бөйөк эштәр кәрәк”. Тормош күргән кеше был раҫлауҙың хаҡ икәнлеген белә инде.
Бөгөн, байрам көнөндә, күңелдә ташҡан хистәрҙе лә ғәмгә сығармау мөмкин түгел. Беҙгә, башҡортостандарға, ошо тәү ҡарашҡа ҡырыҫ, әммә йомарт һәм гүзәл ерҙә тыуыу бәхете тейгән. Башҡортостан үҙенә генә хас ылыҡтырыу көсөнә эйә, уның тау-урмандары, дала-яландары борон-борондан башҡорттар менән рәттән иркенлекте, ышаныслы күршене һәм тоғро дуҫты эҙләгән бүтән милләт вәкилдәрен дә үҙенә һыйындырған. Изге күңелле халҡым башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәттәрен дә, үҙенең михнәттәрен дә йөрәгенә һыйҙырырға һәләтле. Йөрәгенән шатлыҡ урғылып ташҡан саҡта иң беренсе уны дуҫтары менән уртаҡлаша. Ысын дуҫлыҡ һәм эскерһеҙ татыулыҡ хөрлөк көндәрендә түгел, ә ауыр һынау, мәхрүмлектәр кисергән саҡтарҙа һыналыусан. Башҡорт халҡының яҡын күршеләре – рустар, татарҙар менән мөнәсәбәт­тәренең бөтөн тарихы – бер йортта татыу һәм ризалыҡта йәшәү өсөн һис ниндәй тел, дин, этник айырмалыҡтарҙың кәртә булып тормауының үҙен­сәлекле миҫалы ул. Артабан, заман һәм хәл-шарттар ҡушыуы буйынса, башҡорт ерҙәрендә сыуаштар менән мариҙар, удмурттар менән мордвалар, украиндар менән йәһүдтәр, белорустар менән алмандар, латыштар менән ҡаҙаҡтар – йөҙҙән ашыу ҡәүемдең ул һәм ҡыҙҙары үҙ төйәген тапты.
Һәммә был халыҡтарҙың яҙмыштары, бер-береһе менән үрелеп, фажиғәле ваҡиғалар көрәш һәм ижади хеҙмәт менән тулы уртаҡ бер тарихты хасил итте. Башҡортостан халыҡтары кешелек тарихының иҫәпһеҙ-һанһыҙ батырлыҡ һәм ышаныс биттәренән ижад ителеүен күп тапҡыр иҫбатланы.
Башҡорт тигән милләткә нигеҙ һалған ете иң ҙур башҡорт ырыуының символы ете тажлы ҡурай хәҙерге Башҡортос­тандың мөһим тамғаларының береһенә әүерелде. Ләкин, уйлай китһәң, был сим­волдағы таждар һаны байтаҡҡа күберәк була алыр ине, сөнки Башҡортостанда тарихи яҡтан шундай берҙәмлек барлыҡҡа килде: халыҡтарҙың бындай берлеге тупланған күп этнослы бүтән теләһә ҡайһы дәүләткә дан һәм хөрмәт килтерер ине.
Башҡортостанда дәүләт сәйәсәтенең мәғәнәһен тәшкил иткән ижади эш һәр кемдә лә ихлас ҡыуаныс тыуҙыра, тип уйлау бер ҡатлылыҡ булыр. Күрше­һенең өйө бейегерәк булыу бәғзе берәүҙәргә оҡшап етмәй. Кеше бәхетенә көнләшеп ҡараған әҙәмдәр табылып ҡына тора. Шуға ла беҙ уртаҡ йортобоҙҙа туғандар араһын боҙорға тырышыу кеүек күренеш­тәрҙе лә башыбыҙҙан үткәрҙек. Әммә Башҡортостан ере шундай үҙенсәлеккә эйә: ул ышанмаусанлыҡ һәм дошманлыҡ кеүек орлоҡтарға шытып сығырға ирек бирмәй. Ағиҙел менән Ҡариҙел, Һаҡмар менән Дим, Йүрүҙән менән Танып, Сөн менән Сәрмәсән кеүек саф йылғаларыбыҙ көфөрлөк һәм ситләшеү шытымдарын үрсетмәй. Беҙ Ер йөҙөндәге көллө байлыҡтар ҙа бүлешеп ашаған бер телем икмәккә тормай тигән мөҡәддәс хәҡиҡәттән сығып эш иттек һәм әле лә шул юлдабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне

Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне 18.04.2025 // Йәмғиәт

Депутаттар Азат Хәкимовты Белорет районы башлығы итеп тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн  глэмпинг төҙөлә

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә 18.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн глэмпинг төҙөлә...

Тотош уҡырға 20

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә 18.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала бер аҙ ямғырлы йылы һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 25

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды 18.04.2025 // Йәмғиәт

Архангел районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 22

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы 17.04.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров «Республика LIVE #өйҙә» командаһының эшен юғары баһаланы...

Тотош уҡырға 24

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта 17.04.2025 // Йәмғиәт

Республикала аҙна һуңында +20° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тыл ветераны Лидия Ситчихина 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә...

Тотош уҡырға 28

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде 17.04.2025 // Йәмғиәт

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 31

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде 17.04.2025 // Йәмғиәт

Яҡташ ҡыҙыбыҙ «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды 17.04.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 29

Өфөлә навигация миҙгеле башлана

Өфөлә навигация миҙгеле башлана 16.04.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә навигация миҙгеле башлана...

Тотош уҡырға 30