Йәш саҡтан район гәзитендә мәҡәләләрем баҫылып торҙо. Колхоз йәйләүҙәрендә класым менән барып, концерттар ҡуйып, ферма тормошо тураһында репортаждар яҙҙым. Алдынғы хеҙмәтсәндәрҙе данланым, тәнҡит мәҡәләләрем дә булды. Шулай итеп, мәктәптә ҡырҡ бер йыл физиканан уҡытып, хаҡлы ялға сыҡтым. Ҡатыным математиканан белем бирҙе. Хәҙер инде дүрт ҡыҙым да ғаиләле, үҙ донъяһын көтә, Аллаға шөкөр.Һуңғы ваҡытта традицион булмаған медицина тураһында һирәкләп булһа ла һөйләй башланылар. Ванганы ла үҙәк каналдарҙа йыш телгә алалар, ләкин мин халыҡ табиптары менән күрәҙәселәрҙе айырып ҡарар инем.
“Вәт әй, үткәндәремдең барыһын да дөрөҫ әйтте лә бирҙе, киләсәгемә лә күрәҙәлек ҡылды”, – тип аптырай күрәҙәсегә инеп сыҡҡан кешеләр. Ә ислам дине: “Күрәҙәсе ҡолағына шайтандар шыбырлай. Уларға табынырға, ололарға ярамай. Күрәҙәселәр – шайтандар илсеһе”, – ти.
Мин бәләкәй саҡтан әсәйемдең кешеләрҙе үләндәр менән дауалағанын, сыҡҡан быуынды ултыртҡанын күреп үҫтем. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында беҙҙең мәктәпкә физкультуранан уҡытырға килгән ағай Төркмәнстанда хеҙмәт итеп ҡайтҡан ине. Әллә климат алышынғанға, әллә ағыулы себен тешләгәнгәлер инде, уның бер аяғы боҙолоп, эрен ағып йөрөнө, табиптар ҙа ярҙам итә алманы. Кемдер уға Белорет районының Аҙнағол ауылында йәшәгән муллаға барырға кәңәш итә. Уҡытыусы ағай муллаға бара һәм мулла ярҙамында яра уңала. Бөгөн ул ағай – етмеш биш йәшлек пенсионер. Уның кәңәше менән мәрхүм директорыбыҙ ҙа битендәге шешектәрен дауаланы. Бындай миҫалдар күп.
Хәҙер XXI быуатта йәшәйбеҙ. Фән һәм техника күҙ эйәрмәҫлек үҫешкән заманда медицина ла яҡшы күтәрелә һәм алға аҙымдар яһай. Тик уны ла, башҡа өлкәләрҙәге кеүек үк, тар профиллегә әйләндерә башланылар. “Мин һеҙҙең сир буйынса белгес түгел. Ана, фәлән докторға барығыҙ”, – тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, илдәге үҙгәрештәр медицинаға ла ҡағылмай ҡалманы: ҡала-район дауаханалары берләште, ауылдағылары ябылды, стационарҙа койка-урындар ҡыҫҡартылды. Табиптар ҙа етешмәй, дауаханаларҙа етмеште ҡыуған йә уҙған пенсионерҙар күп эшләй.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер: талантлы, ауырыуҙарға иғтибарлы табиптар менән бер рәттән, осраҡлы медицина һөнәрен алып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә илке-һалҡы эшләп йөрөгәндәр ҙә юҡ түгел. Дөйөм диспансерлаштырыу үткән саҡта яҡшылап ҡарау урынына, күп осраҡта тик кеше һаны өсөн генә ҡабул итәләр. “Нимәгә зарланаһығыҙ, ҡайһы ерегеҙ ауырта?” – тип һорайҙар. Комиссия үтергә килгән кешенән аныҡ ҡына яуап ишетмәһәләр, табип тиҙ генә: “Здоров”, – тип яҙып, кешене оҙатыу яғын ҡарай.
Таныш ҡатын бер ир терапевта ҡабул итеүҙә булып, уның: “Что сидишь, подними сиськи!” – тигән һүҙҙәренә кәмһенеп һөйләгәне иҫемдә. Ә бит ул итәғәтле итеп: “Поднимите грудь, пожалуйста, я послушаю Ваше сердце”, – тип әйтә ала бит!
...Эйе, бөгөнгө еңел булмаған тормошта табиптарҙы ла донъя баҫалыр инде, улар ҙа кеше бит! Шулай ҙа дауаханала ҡабул итеүҙән һуң бик ҡәнәғәт булып сыҡҡандар менән бер рәттән, ризаһыҙ ҡайтҡандар ҙа юҡ түгел. Бына шундай тейешенсә яуап ала алмағандарҙың ҡайһы берҙәре төрлө халыҡ табиптарына юллана. Бындай хәлдәр дөрөҫ диагноз ҡуйылмаған, дауаханала дауа тапмаған осраҡтарҙа күҙәтелә.
...Киң мәғлүмәт сараларында халыҡ табиптары тураһында бик үк яҙып, һөйләп бармайҙар, йә булмаһа телеканалдарҙа шоу-бәхәс итеп күрһәтәләр. Быйыл 26 февралдә БСТ каналында Азамат Моратовтың “Ҡыҙыл төймә” тапшырыуында тамашасыларҙың 78 процентының, традицион булмаған медицинаға ышанабыҙ, тип тауыш биргәндәрен күргәндән һуң, мин дә ҡулыма ҡәләм алып, ошо хаҡта яҙырға баҙнат иттем.
Халыҡ табиптары үҙҙәренең дауалау һәләттәре тураһында реклама эшләмәй, уларҙы халыҡ үҙе эҙләп таба. Шуны ла әйтмәй булмай: фән һәм медицина төрлө дарыу үләндәренең дауалау үҙенсәлектәрен инҡар итмәй, улар дарыуханаларҙа һатыла бит. Әлбиттә, халыҡ дауалаусы исемен йөрөткәндәр араһында ла шарлатандар, үҙен белгесмен тип йөрөгән алдаҡсылар бар. Үҙәк телевидение аша Кашпировский, Чумак тураһында күрһәттеләр, ләкин уларҙың да һәләте шик тыуҙырҙы.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: элек-электән батшалар ваҡытында, профессиональ медицина әллә ни таралмаған саҡта, кешеләрҙе халыҡ табиптары традицион булмаған ысулдар менән дауалаған. Уларҙың төрлө үләндәр ҡулланыуы, Ҡөрьән сүрәләре менән өшкөрөүҙәре барыбер һөҙөмтә биргән. Улар халыҡ араһында абруйлы булған. Махсус медицина белемдәре булмаһа ла, һынған һөйәккә ҡалып һала ла белгәндәр, сыҡҡан быуындарҙы ла ултыртҡандар.
...Бөгөн дә төрлө ауырыуҙарҙан дауалаған, халыҡ араһында даны таралған кешеләр юҡ түгел. СССР тарҡалып, колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡҡас, үҙ проблемалары менән тороп ҡалған милләттәштәребеҙ Ырымбур өлкәһе Абдулла ауылына эскелектән арынырға йөрөй башланы. Хатта предприятие етәкселәре эшселәргә ошо маҡсатҡа автобустарын да бирә торғайны. Шул уҡ ваҡытта дауаханаларҙа кеше мейеһенә тәьҫир итеп, кодировка аша дауалай башланылар. “Кодированный” һүҙе әле лә халыҡ теленән төшмәгән.
Төбәктә йәшәгәндәр Баймаҡ районындағы Әхмәтзәки бабайҙың, Әбйәлилдәге апалы-һеңлеле Таңһылыу менән Көнһылыу апайҙарҙы, Архангел районындағы Флүзә апайҙы һәм башҡа дауалаусыларҙы бик яҡшы беләлер.
Беҙ аят уҡытҡанда хәйер таратырға өйрәнгәнбеҙ. Мөрәжәғәт итеүсе лә, дауалаусының хеҙмәтен баһалап, хәйерен бирергә тейеш, ләкин һәр ҡабул итеүҙең, дауалауҙың билдәле хаҡын ҡапҡаһына “Бер ҡабул итеү фәләнсә һум” тип яҙып элеп ҡуйыуҙары был кешенең эшмәкәрлегенә шик тыуҙыра. Һәр бер кеше айырым ҡараш талап итә: кемгәлер өшкөрөүҙәр килешә, кемгәлер – бармай. Унан һуң дауалаусыға килгән кеше тулыһынса ышанырға, рухи яҡтан үҙен әҙерләргә тейеш. Өшкөрөүҙең хаҡын билдәләү үҙе үк мутлашыуҙы, аҡса эшләү маҡсаты ҡуйылғанын күрһәтә.
Һуңғы ваҡытта төрлө массаж кеүек хеҙмәт күрһәткән салондар күбәйҙе. Билдәле, улар буш түгел. Салондарҙа хаҡтар ҙа төрлөсә. Бөтә шифаханаларҙа ла ундай хеҙмәт күрһәтелә. Уларҙың барыһы ла дауалау маҡсатында эшләй, массаж яһаусылар курстарын бөткән, күбеһе дипломлы, урта йәки юғары медицина белемле. Улар араһында нәҫелендә халыҡ табибы булған һәм был һәләтте алған кешеләр осрай. Бына шундайҙар халыҡ араһында абруй ҡаҙана ла инде.
Һәләте нәҫеленән күсеп килгән дауалаусы, шифалы ҡуллы, массаж курсы бөткән Әбйәлил районынан Әнисә Рәйес ҡыҙы Намаҙбаеваны ла улар рәтенә индерергә була. Уның менән танышыу осраҡлы булманы. Беҙҙең таныш ҡатын – пенсионер Фәриҙә апай биленән ҡуҙғала алмай, бөтөнләй кәкрәйҙе, аяҡһыҙ өйөндә шыуышып тигәндәй йөрөй башланы. Баҡтиһәң, ул ауырыу әсәһе түшәккә ятҡас, торғоҙоп ултыртҡан, памперс алыштырған саҡта (әсәһе мәрхүмә эре һөйәкле ине) билен ҡаймыҡтырған. Ҡалаҡ һөйәктәре араһындағы арҡа һөйәктәре лә тайған булған. Табиптар укол, ауыртыуҙы баҫа торған май, дарыуҙар яҙған. Уларҙың файҙаһы теймәгәс, ул халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итергә була. Һораша торғас, Әнисәнең массаж ярҙамында төрлө ауырыуҙарҙан арынған кешеләргә тап булып, телефонын табып, Дәүләт ауылына юлландыҡ.
Әнисә Рәйес ҡыҙы Фәриҙә апайҙы ҡарағас, өс көнгә алып ҡалды. Бер юлы унда ҡатыным да ҡаралды. Сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә, хәләл ефетем әйтмешләй, табип баштағы сәс остарынан алып аяҡ бармаҡтарына тиклем массаж яһап, уның бала саҡта велосипедтан ҡолап имгәнгән тубығын йүнәлтте. Түбәнләп йөрөгән эсен һылап, урынына ултыртты, умыртҡа бағанаһындағы бер нисә һөйәген урынына ҡуйҙы.
Фәриҙә апайҙы ала барғанда үҙем дә ҡаралырға булдым. Шуныһы аптыратты: Әнисә ҡулдары менән тәнде һыйпап ҡарап, шунда уҡ диагноз ҡуя. Мәҫәлән, арҡамды ҡулдары менән һыйпаны һәм: “Ошо ерегеҙ ауырта”, – тип ауыртҡан урынды табып, дауалау сараһын күрҙе. Массаж ваҡытында Әнисә Ҡөрьәндән үҙенә генә билдәле сүрәне уҡып тора. Елкә һөйәктәремдән бармаҡтары менән үткәндә: “Башығыҙҙың елкә яғы ла ауырта икән”, – тип ул урында бармаҡтары менән йөрөтә башланы һәм бер аҙҙан баш бармаҡтары менән елкә һөйәктәремде шыртлатып сыҡҡас, башыма рәхәтлек йүгерҙе.
Бына ике йыл тигәндәй башымдың ауыртыуын белмәйем. Һул аяғымдың һөйәге тазға тоташҡан ере ваҡыты-ваҡыты менән сыҙағыһыҙ ауырта торғайны, бигерәк тә рулдә оҙайлы йөрөгәндән һуң аяҡты яҙып алыу үҙе үк бер ғазап була ине. Ә мин күпме “Кетонал” кеүек май һөрттөм. Ул урынды ла Әнисә үҙе табып, һылап-һыйпап, баш бармағы менән генә баҫҡайны, шырт итеп кенә урынына ултырҙы һәм бөгөнгәсә ауыртҡаны юҡ. Фәриҙә апай ҙа өс көнлөк дауа алып, билдәренең ауыртыуы бөтөп, Әнисәгә рәхмәттәр уҡып йәшәп ята, Аллаға шөкөр.
Өс туған һеңлем операция тәғәйенләнгән ерҙән Әнисәгә өс тапҡыр барып, ҡан килеүен туҡтатты. Уның тормош иптәше ун биш йыл буйы уң ҡулын күтәрә алмай ыҙаланды. Халыҡ табибы сығып йөрөгән яурын башын урынына ултыртты һәм уның ҡулы күтәрелеп ҡалды. Ун йәшлек малайҙың бер аяғы ике сантиметрға ҡыҫҡа була. Әнисә Рәйес ҡыҙы бот төбөнән сығып йөрөгән аяҡты урынына ултыртҡас, малай: “Әсәй, аяҡтарым тигеҙләнде лә ул”, – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме!
Ә табиптар әсәй кешегә улының ҡыҫҡараҡ аяғы үксәһенә ҡаты резинанан олтораҡ һалып йөрөтөргә кәңәш иткән. Абҙаҡ ауылындағы Гүзәл исемле ханым МРТ (магнит-резонанс томографияһы) үткәндән һуң организмындағы егерме дүрт дефектлы урынын йәки ауырыуын асыклай. Әнисә массажсының өс сеансын алғандан һуң яңынан тикшереү үткәс, ун ете ауырыуының юҡҡа сығыуы йәки йүнәлеүе асыҡланғас, МРТ уҡыған доктор ҙа аптырауҙа ҡала. Шунан һуң ул үҙе лә ҡайһы бер ауырыуҙарға Әнисәнең массажын тәҡдим итә башлай.
Һөлөк менән дауалау Әнисәнең йомғаҡлау этабы булып тора. Бер нисә дауалау массажы эшләгәндән һуң, һөлөк һалып дауалау процесын тамамлай. Мәҫәлән, арҡа һөйәгендәге бүҫерҙе дауалағандан һуң һөлөк һалына. Бер апайҙың операциянан һуң эсәктәре йәбешә, дауалау бер нисә массаждан һуң һөлөк һалыу менән тамамлана, спайка юғала. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Улар тураһында Әнисәгә ике йөҙҙән ашыу рәхмәт яҙылған дәфтәр һөйләй. Халыҡ табибы тураһында беҙҙең яҡтарҙа һәм күрше райондарҙа ла яҡшы беләләр, сөнки Әнисәнең исемен уның ҡулынан дауаланғандар тарата.
...Әлеге ваҡытта Әнисә Рәйес ҡыҙы Өфөлә йәшәй, дауалау массажын дауам итә. Айына бер тыуған яҡтары – Әбйәлил районы тарафтарына ҡайтып, ҡабул ителеүгә яҙылғандарҙы дауалай.
Әнисәгә кеше һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән изге эшендә һаулыҡ, уңыштар теләйһе генә ҡала.
Белорет районы.