Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йөҙгә етерлек йөрәгем бар...”
“Йөҙгә етерлек йөрәгем бар...”Тормошто яратҡан кеше тиҙ ҡартаймай, тиҙәр. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, күңел көрлөгөн юғалтмаған Мәрфуға Киленбаева ла йәштән тормошто, кешеләрҙе яратҡан, ғүмеренең һәр миҙгеленән йәм-тәм табып йәшәгән. Инәй беҙҙе лә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды һәм әңгәмә барышында үҙенең уҙғандарын кисәгеләй хәтерләүе менән таң ҡалдырҙы.

Әлеге көндә Күгәрсен районының Әлмәс ауылында йәшәп ятҡан Мәрфуға Әхмәтсәғит ҡыҙы 1931 йылда Мәләүез районының Иштуған ауылында донъяға килгән. Ҡояшлы бер иртәлә донъяға тәүге ауазын һалған теремек сабый әсә һөтөн бары тик өс көн генә тәмләп ҡала. Хәҙер инде теүәл генә әйтеүе ауыр: атаһы хәрби кеше булғанмылыр, ниндәйҙер бәрелештә ҡатнашҡанмылыр, әммә ситтә йөрөүе мәғлүм. Һөйләүҙәренсә, әсәһе яңы ғына тыуған сабыйын, әллә кеше була, әллә юҡ, тип уйлап, “эшкинмәгән бала арҡаһында ирһеҙ тороп ҡалмайым инде” ти ҙә атаһы менән бергә сығып китә. Әсә ҡарынынан яңы айырылған сабый уларҙың яҡын туғандары ҡулында тороп ҡала.
Тыуыр-тыумаҫтан ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалһа ла, өлөшлө бала булып сыға ҡыҙ. Уны үҙ тәрбиәһенә алған Кинйәбикә инәй менән Кинйәбай бабай йомшаҡ күңелле, изге йәнле кешеләр була, үҙҙәренең бер улы, бер ҡыҙы менән Мәрфуғаны ла ҡаҡмай-һуҡмай, матур итеп ҡарап үҫтерәләр.
Һуғыш башланғанда ун йәшен яңы тултырған геройыбыҙға тиҫтерҙәре кеүек бала саҡ ишектәрен мәңгелеккә ябырға, башҡалар менән тормош арбаһына төптән егелергә тура килә. Үҙҙәре ашамаһа ашамай, әммә барлы-юҡлы картуфтарын киптереп, тоҡлап фронтҡа ебәрәләр. Ете йәштән шәл, ойоҡ бәйләргә, йөн тетергә өйрәнеүе лә ярап ҡала – ул бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәр шулай уҡ фронтовиктарға ебәрелгән посылкала урын ала.
Иген утауҙа бер кемгә лә һыр бирмәй ул. Кәүҙәгә сибек кенә булыуына ҡарамаҫтан, ут бөрсәһендәй етеҙ булыуын иҫәпкә алып, тракторсы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Был трактор ҡыҫҡа ғына утын – “чуркалар” ярҙамында эшләй, бына шуларҙы ҡырҡып, мейестә киптереү ҙә Мәрфуғаның өҫтөндә була.
Һуғыш тамамланғас та тормош ҡырҡа яҡшырып китмәй әле. Шул уҡ аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Ҡайһы бер фронтовиктар һуғыштан кейем-һалым кеүек трофей алып ҡайта, быны күргән ҡыҙҙың тиҫтерҙәрендәге бөтөн аяҡ һәм өҫ кейеменә күҙе ҡыҙа, их, бер туйғансы икмәк ашаһаң ине, тип хыяллана. Тәүәккәл булғандыр инде, үҙенән саҡ ҡына өлкәнерәктәрҙе ФЗО-ға оҙатҡандарын ишетә лә иптәш ҡыҙын ҡоторта, әйҙә, йәнәһе, унда өҫ-башты ла ҡарарҙар, тамаҡ та туйып ҡалыр. Ышаныслыраҡ күренер өсөн үҙен бер йәшкә арттырып яҙҙырырға уйлай. Тик белешмә яҙып ултырған кешенең белеме үтә һай буламы, әллә ҡыҙҙың әйткәнен аңламаймы – йәшен арттырыр урынға, бер йылға кәметеп яҙа. Шулай итеп, Мәрфуға бер йылға “йәшәрә”. Ярай, әхирәте Венера Рәхмәтуллина ФЗО-ға китергә риза була ла бит, тик бына бәлә – Кинйәбай олатай 14-15 йәшлек ҡыҙын күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡҡа ебәрергә теләмәй.
Аптырап тормай ҡыҙҙар, ҡасып китәләр. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ла, үҫмер генә ҡыҙҙарҙың Кузбасс тиклем Кузбассҡа сығып китеүе аптыратыр ине (ә ул саҡта юл йөрөүе үҙе бер тамуҡҡа тиң): Мәрфуға менән Венераның шунса юлды имен-аман үтеүе үҙе бер мөғжизә бит. Урман ҡырҡыу эшенә егелә әрһеҙ ҡыҙҙар, ҡолас етмәҫлек ҡарағай-ҡарағастарҙы ҡул бысҡыһы менән бысып ауҙарғансы ете ҡат тиреләре әрселгәндәй була, уның ҡарауы тамаҡтары туйып ҡала. 40 градуслы һыуыҡта ла бирешмәй улар. Иң мөһиме – тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, аҡсаны мул түләйҙәр, тип үҙ-үҙҙәрен йыуаталар.
Ете йыл урман ҡырҡа башҡорт һылыуҡайҙары... Ауыр эш ярамаймы, әллә башҡа сәбәптәнме, Мәрфуғаның йөрәге ауырта башлай һәм операция өҫтәленә ятырға мәжбүр була. “Ниндәй йөрәк ҡуяйым”, – тип шаярта хирург. “Эттеке булмаһа ярар”, – була яуап.
– Операциянан һуң табип: “Был йөрәк менән йөҙгә етәсәкһең”, – тигәйне, шул йөрәк менән йәшәп ятам әле, – тип көлә инәй.
Дауахананан сыҡҡас уны еңелерәк эшкә – ашханаға тәғәйенләйҙәр. “Олатайың ауырый” тип алдап телеграмма ебәреп ҡайтартып алмаһалар, сит тарафтарҙа йәнә әллә күпме йөрөр ине әле... Ҡайтыуын-ҡайта ла бит, ауылда хәлдәр әллә ни яҡшырмаған, һаман да шул аҡсаһыҙлыҡ, фәҡирлек. Колхозда эшләмәйем тип, октябрь айында Күмертау ҡалаһына эшкә сығып китә Мәрфуға. Башта тимер юлда, аҙаҡ төҙөлөштә эшләй. Ауыр булһа ла, аҡсаны мул түләгәстәр, ҡыйынһынмай эшләп тик йөрөр ине әле, ҡулы һынмаған булһа. Ҡулы һынған тип тик ятҡырмайҙар, әлбиттә. Колхозға эшкә ебәрелгән студенттарға “ысталауай бешерерһең”, тип башта Мораҡҡа, унан Әлмәс ауылына ебәрәләр. Буласаҡ тормош иптәше уны шунда абайлағандыр инде. Көҙ эш бөткәс, Иштуғанға ҡайтып киткән ҡыҙҙы барып ала.
Тимербулат Нәҙерша улы менән матур йәшәйҙәр, тик уның ғүмере ҡыҫҡа була. 1976 йылда һигеҙ балаһын етем итеп, теге донъяға китә. Иң бәләкәстәре Илшат, дүрт кенә йәшлек булып, атаһының төҫөн хәтерләмәй ҙә ҡала.
– Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн – атай ҙа, әсәй ҙә. Бер кемдән дә кәм-хур итмәне. Ағай-ҡустыларым әрмелә хеҙмәт иткәндә һәр береһе өсөн әсәйемә рәхмәт хаттары килде.
Ҡәҙерлебеҙ көслө рухлы, донъя ығы-зығыһынан өҫтөн була белде. Эште ҡараға-аҡҡа айырманы, сөгөлдөр ҙә утаны, һыйыр ҙа һауҙы... Еңеү көнөн көтөп ала, ҡартайһам да, Еңеүҙең 80 йыллығын күрһәм ине, тип хыяллана, – ти инәйҙең Бикбулат ауылында йәшәгән ҡыҙы Рәйлә.
Инәйҙең әлеге көндә ете балаһы иҫән-һау, һәр ҡайһыһы әсәһе өсөн өҙөлөп тора. Ейән-ейәнсәрҙәр һаны 20 булһа, бүлә-бүләсәрҙәре 25 булып киткән. Ҡәҙерлеләренә уларҙың теләктәре бер: барыһын да ҡыуандырып, рухи терәк булып, тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар йәшә лә йәшә әле!

Күгәрсен районы.


Автор: Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә