Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Моңға тулған күңел
Моңға тулған күңелУнһыҙ бер мәҙәни сара ла, байрам да үтмәй. Ҡулына гармунын йәки баянын алып, үҙе ойошторған “Серҙәштәр” фольклор ансамбле ағзалары менән ауылда үткән сара булһынмы, һабантуймы – һәр саҡ әйҙәүсе, халыҡҡа моң өләшеүсе лә ул. Әлфиә Йосопова Әлмөхәмәт ауыл мәҙәниәт йортон ғына моңға күммәй, Урал урта мәктәбендә лә балаларға белем бирә һәм шул уҡ ваҡытта музыкаға һөйөү тәрбиәләй. “Арғымаҡ” малайҙар һәм “Шаян ҡыҙҙар” вокаль ансамбле етәксеһе лә.
Әлмөхәмәт тулы булмаған мәктәбендә уҡытҡан саҡта Айгиз Усманов менән Линара Камалетдиноваларҙы беренселәрҙән булып “Сулпылар” телевизион конкурсына әҙерләүсе лә ул. Тап апайҙарының тырышлығы менән улар бәйгелә еңеү яулай.
Әлфиә Дамир ҡыҙы Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында тыуып үҫә. Атайҙары Дамир, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа йыр-моңға маһир. Музыкаға һәләт Әлфиәгә атаһынан күскәндер. Гармун күректәрен тартҡан, баянда, мандолинала рәхәтләнеп уйнаған, ҡумыҙ сирткән ҡыҙҙы Сибай педагогия училищеһына ҡуш ҡуллап алалар. Музыка бүлегендә уҡыған саҡта Әлфиә Йосопова уҡыу йорто, ҡала күләмендә төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнаша, призлы урындар яулай. Артабан белемен Силәбе педагогия университетында дауам итә.
Ишбулды урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Мәктәптең барлыҡ сараларында әүҙем ҡатнаша, уҡыусылар менән төрлө конкурстарҙа сығыш яһай, ауыл халҡы менән концерттар ҡуя. МТС ауылы егете Рифат Йосоповҡа кейәүгә сыҡҡас, йәштәр егеттең тыуған яғында төпләнә. Бынамын тигән күркәм йорт һалып сығалар, заман талаптарына ярашлы йыһазландыралар. Бөгөн уларҙың бөхтә, ҙур һәм яҡты йорто ҡаланыҡынан һис тә ҡалышмай. Ҙурлығы һәм матурлығы менән айырылып та тора.
Татыу ғаиләлә Алина исемле сибәркәй менән Айтуған, Рияз исемле баһадирҙар үҫә. Әйткәндәй, Йосоповтар ғаиләһе йырлы-моңло ғаилә булараҡ та районда танылған. Тормош иптәше ҡурайҙа һыҙҙырһа, хужабикә ҡулына гармунын йәки баянын ала, ҡыҙҙары ҡумыҙ сиртә, Айтуған бик матур итеп йырлай һәм бейей, уларҙан ҡалышмаған бәләкәй Рияз рәхәтләнеп сәпәкәй итә. Юғары зауыҡ менән әҙерләнгән ғаилә концерттары, тамашасының ҙур ихтирамын һәм рәхмәтен яулай. Ижад ҡаҙанында ҡайнап үҫкән балалары сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоп, матур сығыш яһай.
Талантлы кеше бар яҡлап талантлы тигәндәй, Әлфиә Дамир ҡыҙы төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. “Йыл уҡытыусыһы”, “Ауыл уҡытыусыһының художество оҫталығы” республика бәйге­ләрендә ул лайыҡлы рәүештә III урынды яулай. Республика Хөкүмәтенең, район хакимиәтенең Маҡтау хаттарына лайыҡ була. Быйыл район смотрында “Яңғыҙ номер” номинацияһында еңеп сыға.
Әлмөхәмәт мәҙәниәт йорто янында ойошторолған “Серҙәштәр” фольклор ансамбленә төрлө йәштәге ундан ашыу ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Ансамблдең иң олоһо Сәкинә Рамазановаға 58 йәш булһа, иң йәш Лилиә Йәноҙаҡоваға утыҙ ғына!
– Репертуар һайлағанда күберәк ошо төбәктә сыҡҡан йырҙарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Кәрәк икән, таҡмаҡтарҙы үҙебеҙ сығарып, йырлап та ҡуябыҙ. Халҡы­быҙҙың боронғо йолаларын йәш быуынға ҡалдырыу, уны күрһәтеү маҡсатында “Май бешеү”, “Бәпескә исем ҡушыу” кеүек онотола барған йолаларҙы тамашасы­ларға күрһәттек. Һәр йыл район һабанту­йында ҡатнашып, призлы урын яулайбыҙ. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Улар­ҙа үткән “Яҙғы һандуғас” йыр конкурстарында даими ҡатнашып, уҡыусы­ларым лауреат була. Ауылға моң таратабыҙ, – тип йылмая Әлфиә Дамир ҡыҙы.
Ысынлап та, йырҙарҙа йырланғанса, “ауылдарға моң таратырға гармундар кәрәк әле” тигәндәй, гармундарға моң бирерлек, ауылдарға ҡот өҫтәрлек, балаларға йыр өйрәтерлек ауылдарға тап Әлфиә Йосопова кеүек йыр-моң һөйөүселәр кәрәк әле! Моңға тулған күңеле оҙаҡ йылдар һайраһын да һайраһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы

Комментарий өҫтәргә