Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аттарға ла тыуған ер ғәзиз
Беҙ, Чкалов исемендәге
колхоз һабансылары,
1944 йылдың 24 июнендә яҙғы баҫыу эштәрен
тамамлап, сәскес,
һабан-тырмаларыбыҙҙы һөйрәп Ҡаршытау юлы менән ауылға килеп төштөк. Ас булһаҡ та, кәйеф көр, сәсеү бөттө тип ҡыуанабыҙ, бәлки, аҙыраҡ ял да бирерҙәр, мунса инеп, үҙебеҙҙе бер аҙ тәртипкә килтерербеҙ тип
план да ҡорабыҙ.



Ауылда “һабан батырҙарын” көтөп торғандар икән: беҙҙе һыу менән ҡойондора башланылар. Берәүҙәре шул тирәләге берҙән-бер ҡоҙоҡтан, Ҡасҡынсы йылғаһынан йүгереп йөрөп һыу ташый, икенселәре күнәк-сүместәр менән аттарыбыҙға ла, үҙебеҙгә лә һирпә. Өҫтөбөҙ лыс һыу булды, сабаталарыбыҙ йомшарҙы, шылғаҡланып тая башланы. Беҙ ҙә, аттарыбыҙҙан төшә һалып, колхоз рәйесеме, апай-еңгәйме, ҡартмы-йәшме — барыһын да еүешләй башланыҡ. Бына шулай көлөшөп-шатланышып, бер килке шаярып, боронғо бер йолабыҙҙы атҡарып, арып-талып өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Ололарҙың һөйләүе буйынса, был йоланың мәғәнәһе шулдыр: ошолай һыу һибешһәң, иген уңа икән...
Әсәй янына ҡайтып, сәй эсергә лә өлгөрмәнем: “Кәнсәгә бар”, — тип саҡырып та киттеләр. Барһаҡ, рәйес асыулы, үҙе еүеш.
— Шунан, малайҙар, сәсеү бөттө, ял иттегеҙ, бына райкомдан күрһәтмә килде, Иҫәнғол эргәһендәге Новопетровск колхозына ерҙәрен һөрөргә ярҙамға бараһығыҙ — алты һабан, 24 ат, 12 кеше. Һабандарығыҙҙы хәҙер үк арбаларығыҙға тейәп ҡуйығыҙ, таң менән ҡуҙғалаһығыҙ.
Рәйес һүҙе — закон. Иртәгәһенә төш етер-етмәҫтән Новопет­ровскиҙа инек. Бригадирҙары беҙ һөрә торған баҫыуҙы күрһәтеп, аттарҙы ҡайҙа көтөү, ашау-эсеү нисек буласағын аңлатты ла ҡайтып китте.
Арбаларыбыҙҙа ятып йоҡланыҡ та иртә менән сәй эсеп, эшләй башланыҡ. Баҫыуҙары һәйбәт, ере тигеҙ. Иҫәнғол менән ошо ауыл араһын һөрәбеҙ. Ашау яғы ла насар түгел: кашауар мәрйә апай иртүк сәй алып килеп эсерә лә төшкөлөккә тәмле итеп кәбеҫтә ашы бешерә. Аҙыраҡ картуф ҡушып һалынған арыш икмәге лә, тоҙло ҡыяр-помидоры ла бар. Дүрт-биш ай икмәк төҫөн күрмәгән беҙҙең өсөн был ғәжәп тойолдо. Шулай өс-дүрт көн һөрҙөк баҫыуҙарын, нормаһын да арттырып үтәйбеҙ.
— Һеҙгә тағы биш-алты көн эшләргә тура килер әле, — тине бригадир. — Үткән көҙ күп кенә еребеҙ һөрөлмәй ҡалды.
Ошо һөйләшеүҙән һуң беҙгә күңелһеҙ булып китте, ҡапыл ғына ауылды һағыныу хисе барлыҡҡа килдеме, бригадирҙың баяғы биш-алты көн тигәне бик оҙаҡ тойолдомо, бынан тиҙерәк ҡотолорға кәрәк тигән уй бөтәбеҙгә лә бер юлы килеп инде шикелле. Урыҫтың ҡара арыш икмәген, яңы ғына күнегеп килгән ҡыяр-помидорын ашап, мул ғына ит төшкән кәбеҫтә һурпаһын эсеп, ерҙәрен һөрөп бөтөрөп, законлы рәүештә ҡайтып китһәк тә бит?! Юҡ шул, ҡасырға кәрәк! Тағы бер көн эшләнек тә, кистән шыпырт ҡына әҙерләнеп, таңдан тороп һыпырттыҡ. Тик шунда уҡ алда иҫәпкә алынмаған проблема килеп сыҡты: район үҙәге Иҫәнғолдо нисек үтеп китәбеҙ? Милиция тотһа, бөттө баш... Арабыҙҙан берәү: “Ауылға инмәйбеҙ, һырт яғынан үтәбеҙ. Мин бәләкәй саҡта бәйгегә килгәйнек, шунан беләм юлын. Тик шым ғына”, — тигәс, аттарыбыҙҙы йомшаҡ ҡына юрттырып, Иҫәнғолдо ла иҫән-һау үтеп киттек.
Аръяғында күрһәгеҙ ине был ҡасҡалаҡтарҙы, тәгәрмәс тейгән ергә тейә, теймәгәненә — юҡ, бер сиған да беҙҙе ҡыуып етә алмаҫ ине! “Һә” тигәнсә Таҙлар, Муйнаҡ ауылдарын артта ҡалдырып, Тумарлыға (хәҙерге Ҡойобар) етер алдынан бер бәләкәй генә йылға эргәһендә хәл алырға туҡтаныҡ. Аттарыбыҙ ярһып киткән, сапсынып ҡайтыу яғына ынтылып тора. Улар ҙа беҙҙең кеүек тыуған ерен һағына, күрәһең...
Дарһылдап типкән йөрәк­тәребеҙҙе тынысландырырға тырышып, бит-ҡулыбыҙҙы йыуып, кеҫәгә һалып алған берәр һыныҡ икмәгебеҙҙе шишмә һыуына ҡушып ашап алғас, күңел күтәрелде, арыуыбыҙ ҙа бөткәндәй булды. Артыҡ оҙаҡлап торманыҡ, сөнки кемдәрҙер килеп етеп, кире алып китер кеүек тойолдо. Төш башынан ауылға ҡайтырға шөрләнек. Колхозыбыҙҙың Иҙәш башындағы (Серекәй ауылынан үрҙә) йәйләүенә боролоп индек. Унда инде бөтәһе лә үҙебеҙҙекеләр эшләй: апай, еңгәй, олатай-инәйҙәребеҙ. Кис булғансы ошонда ял итеп, ҡатыҡ-эремсек, май-ҡорот ашап, хуш еҫле мәтрүшкә сәйҙәрен эсеп, ниһайәт, төн булғас ҡына ауылыбыҙға, ныҡ һағынып өлгөргән ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ, һөйкөмлө һылыу-ҡустыларыбыҙ янына ҡайтып йығылдыҡ...

Булат АҠМАНОВ,
тыл эшсәне.


Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә