Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туған телгә ихтирам ғаиләлә тәрбиәләнә
Туған телгә ихтирам ғаиләлә тәрбиәләнә Туған телдә белем бирелеүе, гәзит-журналдар нәшерләнеүе, радио, телевидение тапшырыуҙарының ойошторолоуы, милли мәҙәниәттең йәшәүе – туған тел үҫешен билдәләгән төп факторҙар. Улар иҫәбенә шулай уҡ телдең таралыу, ҡулланыу даирәһе лә инә.
Республикала әлеге мәлдә башҡорт телендә уҡытҡан мәктәптәр бар, гәзит-журналдар ҙа сыға, радио, телевидение һөйләп тора, гөрләп театрҙарыбыҙ эшләй. Таралыу йәһәтенән дә башҡорт теле Рәсәйҙә рус һәм татар телдәренән һуң өсөнсө урында килә.
Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле 2009 йылда уҡ ЮНЕСКО тарафынан юғалыу ҡурҡынысы янаған телдәр иҫәбенә индерелде. Ни өсөн? Бының төп сәбәбе, беҙҙеңсә, туған телдең көндәлек тормошта ҡулланыу даирәһенең тарайыуында һәм уны киләсәк быуынға тапшырыу кимәленең бик түбән булыуында.


Бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ҡала ерендә милли мәктәптәр булмаһа ла, артыҡ бошонорға урын юҡ кеүек ине, күпселек башҡорт ауыл ерендә йәшәй, балалар башланғыс белемде генә түгел, ә урта белемде туған телдә ала, милли традициялар һаҡлана, йәш быуын улар нигеҙендә тәрбиәләнеп, тәүфиҡлы, илһөйәр, телһөйәр шәхес булып үҫә ине. Ауыл милли генофондты һаҡлаусы ролен теүәл үтәй торғайны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауылда хәлдәр ҡырҡа үҙгәрҙе. Беренсенән, балаларҙың кәмеүе сәбәпле, ҡайһы бер ауыл мәктәптәре ябылды, бәғзе береһендә хатта башланғыс мәктәптәр ҙә ҡалманы.
Икенсенән, бөгөн көнө-төнө йөҙләгән канал балалар өсөн әленән-әле йәнһүрәттәр күрһәтә. Күп ғаиләләрҙә балаларҙың телевидение, компьютер менән мауығыуы бер нисек тә сикләнмәй. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек рус телендә бара. Шул йәнһүрәттәр аша бөгөн саф башҡорт мөхитендә үҫкән балалар ҙа рус телен үҙләштерә. Әйтергә кәрәк, рус әҙәби теленә түгел, грамоталы һөйләү кимәле түбән булған йәнһүрәттәр теленә өйрәнә.
Өсөнсөнән, Берҙәм дәүләт имтихандары, Бөтә Рәсәй тикшереү эштәренең рус телендә үткәрелеүенә һылтанып, ауыл мәктәптәре етәкселәре уҡытыуҙы рус теленә күсерә башланы. Бөгөн 9-сы класҡа тиклем туған башҡорт телендә белем биргән мәктәптәр Башҡортостанда юҡ. Майҙың 12-һенән 17-һенә тиклем һигеҙ райондың мәктәптәрен ҡараныҡ: ҡайһы бер мәктәптәрҙә 1– 4-се кластарҙа башҡорт телендә белем бирелә, ә 5-се кластан бөтә мәктәптәрҙә лә фәндәр рус телендә уҡытыла башлай. Уҡытылһа ни, уның ни зыяны бар, тиерҙәр. Зыяны шунда: математика, бигерәк тә тарих, география, биология кеүек фәндәрҙе русса үҙләштергән балалар рус телендә фекерләргә күнегә. Ә кешегә ниндәй телдә фекер йөрөтһә, шул телдә аралашыуы еңелерәк. Былай барһа, беҙҙең ауыл балалары ла бер 10 – 15 йылдан тик русса ғына аралашасаҡ, күптәре милли рух, халҡыңа хеҙмәт итеү, илһөйәрлек кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙән йыраҡ буласаҡ.
Йыш ҡына рус телендә уҡытыуға күсеүҙең инициаторҙары булып мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар сығыш яһай, сөнки туған телдә уҡытыу өсөн әҙерәк үҙеңә лә уйларға, ҡаршылыҡтарҙы үтергә кәрәк. Ә былай еңел, нимә ҡушһалар, шуны эшләп тик йөрөйһөң. Улар был өлкәлә ата-әсәләр менән дә тейешле кимәлдә эш алып бармай.
Ә төрлө социаль сайттарҙа имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе, бигерәк тә рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тураһында уҡып ултырған әсәйҙәр, аңын-тоңон белмәйенсә, “беҙгә рус теле кәрәк, русса уҡытығыҙ” тигән талап ҡуя.
Телде юғалтыу иң тәүҙә тәрбиә өлкәһен емерәсәк, сөнки туған телдәр – аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың быуаттар буйы тупланған тормош тәжрибәһен, бигерәк тә тәрбиә өлкәһендә, аҡылын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын киләсәк быуынға тапшырыусы ла. Элек-электән баланы тыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә, ата-әсәһен хөрмәт итергә шул милли йолалар нигеҙендә өйрәткәндәр.
Бөгөн беҙ балаһынан ваз кисеп, айнымай эсеп йөрөгән әсәйҙәргә лә, әсәһенең пенсияһын талап эсеп, эшләмәй ятҡан ир-егеттәргә лә күнектек. Заманы шулай тибеҙ, ә бит заманды шул дәүерҙә йәшәгән һәм эшләгән кешеләр тыуҙыра. Заман түгел, ә беҙ үҙебеҙ йүнһеҙләндек, сөнки халҡыбыҙҙың тормош тәжрибәһенән ситләшәбеҙ, балаларҙы хеҙмәт менән тәрбиәләү урынына, уларҙы артыҡ ҡурсалайбыҙ. Ошондай шарттарҙа нимә эшләй алабыҙ һуң? Иң тәүҙә милли мәғарифты һаҡларға кәрәк.
Рәсәй Федерацияһының төп закондары – “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законының 14-се статьяһына ярашлы, беҙ балаларҙы 1 – 9-сы класҡа тиклем туған башҡорт телендә уҡыта алабыҙ. РФ Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителгән бойороғона ярашлы, уҡыусылар 9-сы кластан һуң төп дәүләт имтихандарын (ОГЭ) туған телдәрендә тапшыра ала, бының өсөн мәктәп 1 мартҡа тиклем ошо турала Обрнадзорға хәбәр итергә генә тейеш.
Мәктәптә генә түгел, балалар баҡсаларында ла балалар үҙ телендә тәрбиәләнергә хоҡуҡлы. Әгәр һеҙҙең ҡалала, район үҙәгендә башҡорт балалар баҡсалары юҡ икән, балаһының башҡорт телендә тәрбиәләнеүен теләгән ата-әсәләрҙән ғаризалар йыйырға кәрәк. Ауыл ерендә – 20, ҡала ерендә 25 ғариза тупланһа, баҡса булмаһа ла, бер башҡорт төркөмө асылырға тейеш. Ғариза булып та асмаһалар, ҡыйыу рәүештә прокуратураға мөрәжәғәт итергә була, шунда уҡ асырҙар.
Мәктәптәр ҙә бөгөн ауыл йыйындарының ризалығынан тыш ябылырға тейеш түгел. Иң мөһиме – мәктәптәрҙе филиалға әйләндереүгә ҡаршы торорға кәрәк, сөнки филиалды һеҙҙән һорап та тормай ябырға хоҡуҡтары бар етәкселәрҙең. Йәнә шуны әйтергә кәрәк: башланғыс мәктәп һәр ауылда булырға тейеш. Был – республика Башлығының да күрһәтмәһе. Ауылда башланғыс класс йәшендәге биш-алты бала бар икән, ябылған мәктәпте лә кире астырырға була.
Туған телдең баланы тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлап та, балаһын әсә теленән яҙҙырған кешеләрҙе үҙе ултырған ботаҡҡа үҙе балта сапҡан бәндәләр менән генә тиңләргә ҡала. Киләсәк теленән, диненән яҙған, үҙ халҡынан ваз кискән, аҡса, байлыҡ тип теше төшкәндәр ҡулында түгел, ә телен, халҡын, илен яратҡан, кешелек тыуҙырған мәңгелек ҡиммәттәрҙе идеал итеп алған йәштәр ҡулында буласаҡ. Заманалар болғаныуы, халыҡтың аңы буталыуы кешелек тарихында һәр ваҡыт булған, буласаҡ. Ошо буталсыҡ заманда аҙашмаҫ өсөн халыҡтарҙың меңәр йылдар буйы йыйылған тормош тәжрибәһенә, аҡылына таянырға кәрәк.


Автор: Рәйсә КҮЗБӘКОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә