Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матурлыҡ алиһәһе – Раушания!
Матурлыҡ алиһәһе –  Раушания! “Башҡортостан һылыуы” матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Раушания Исҡужина – Баймаҡ ҡыҙы. Интернет селтәрен иртүк яулап алған был яңылыҡты һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡығандыр, моғайын. Шулай булмай ни! Алтынға ла, көмөшкә лә бай еремдең гүзәл заттарының береһе сираттағы матурлыҡ алиһәһе тип табылған бит! Беҙ шунда уҡ Раушанияны эҙләп табып, әңгәмә ҡорорға ашыҡтыҡ.


– Раушания, һәр кемде ҡыҙыҡһын­дырған беренсе һорау – бәйгелә ҡатнашып, еңеү яулаясағыңа ышана инеңме?
– Әлбиттә, юҡ. Ә шулай ҙа генерал булырға хыялланмаған һалдат юҡ, тиҙәр бит. Ғөмүмән, бындай бәйгеләрҙә ҡатнашҡан һәр бер ҡыҙ матурлыҡ тажын кейер өсөн сәхнәгә сыға. Минең дә күңел төбөмдә шундай хыял бар ине.
– Ә Гран-приға лайыҡ булыуыңды ишеткәс, ниндәй тойғолар кисерҙең?
– Башта ышанмайыраҡ торҙом. Берсә шатландым, берсә илағым килде. Үҙемде бәхеттең етенсе күгендә йөҙгәндәй хис иттем. Тын алыуҙарым ауырлашты. Ҡотлауҙар, йылы һүҙҙәр, төрлө яҡтан сәләмләүҙәр был юлы бары тик минең өсөн генә ине. Ышаныуы ла ауыр булды.
– Бәйгелә ҡатнашырға нисек батырсылыҡ иттең?
– 2007 йылда ике туған апайым Әлиә Исҡужина Урал аръяғы райондары ҡыҙҙары өсөн ойошторолған ошондай уҡ матурлыҡ бәйгеһендә еңеү яулағайны. Уның өсөн ныҡ шатландым, хис-тойғолары миңә лә күсте. Уның тажын кейеп ҡарағым килде. Миндә лә шундай бәйгелә ҡатнашыу теләге тыуҙы. Был хыялым ун йылдан һуң ғына тормошҡа ашты. Әҙерлекте Өфөләге “Мисс Башҡортостан” модель агентлығында үттем. Бында ҡыҙҙарға матурлыҡ серҙәренә өйрәтәләр, үҙ-үҙеңде нисек яратырға, үҙеңде кеше араһында нисек тоторға, сәхнәлә, бейек үксәле туфлиҙа матур баҫып йөрөргә... Ғөмүмән, гүзәллектең, матурлыҡтың бөтә серҙәренә лә төшөндөрәләр. Сәхнәлә ҡаушауымды еңеп, үҙемде ҡыйыу тоторға өлгәшеүем дә, шундағы күнекмә һөҙөмтәһелер, тип уйлайым. Тап шунда бәйге ойоштороласағы хаҡында ишеттем. Бер ниндәй икеләнеүһеҙ унда ҡатнашырға тигән ҡарарға килдем. Яңылышмағанмындыр, тип уйлайым. Һәр хәлдә, һөҙөмтәһе быны иҫбатлай.
– Бәйгегә әҙерлек нисек барҙы?
– Әҙерлек бер аҙна барҙы. Беҙ дефиле күрһәтергә, бейергә өйрәндек. Төрлө күнекмәләр, фотосессиялар үткәрҙеләр. Еңелдән булманы, хатта аяҡтарым ауыртып китә торғайны... Бөгөн уларҙың барыһы ла артта ҡалды. Әҙерлек барышында ҡыҙҙар өсөн шундай матур итеп танышыу кисәһе уҙғарҙылар. Беҙ бер-беребеҙгә бүләктәр бирештек.
– Бәйгегә әҙерлек барышында “Ба­лаларға ярҙам ит” акцияһы ла ойош­торолған. Ошо хаҡта бер нисә һүҙ...
– Һәр бәйгесе үҙе йәшәгән ҡалала ошондай акция уҙғарҙы. Йыйылған әйберҙәр етем, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә тапшырылды. Баймаҡтағы ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге менән берлектә “Ҡәләм” магазинында ошо акцияны уҙғарҙыҡ. Был акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә магазин үҙ тауарҙарына 15 процент ташлама яһаны. Акцияла йыйылған бүләктәрҙең барыһын да Өфө ҡалаһындағы 9-сы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә тапшырҙыҡ. Был акция беҙҙә бер-береһенә ярҙам итергә теләгән халыҡтың күп икәнлеген иҫбатланы. Йәнә мин үҙемдең бағыусыларыма ла рәхмәт әйткем килә. Улар – шәхси эшҡыуарҙар А. Уразбаева, Р. Сабитов, “Ҡәләм” магазины директоры Р. Сафин.
– Бер аҙ бәйге хаҡында...
– Бәйгелә ун ҡыҙ ҡатнашты. Унда беҙҙең өсөн төрлө һынау ҡуйылғайны. Иң беренсе булып “Балаларға ярҙам ит” акцияһына отчет бирҙек. Кем, ҡайҙа, нисек ойошторған, күпме бүләк йыйылған... Артабан сәләмләү, үҙең менән таныштырыу булды. Сәхнәлә киске күлдәктәрҙә матур итеп атлап йөрөү, аш-һыу, бешеренеү, бейеү буйынса һынау тоттоҡ.
Бәйгелә “Дуҫлыҡ” номинацияһы еңеүсеһен үҙебеҙгә һайларға тура килде. Был беҙҙең өсөн иң ауыры булды, сөнки ҡыҙҙарҙың бөтәһе лә дуҫтарса яҡшы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл булды. Береһен генә айырып күрһәтеү ауыр ине. Уны тауыш биреү юлы менән һайланыҡ. Һөҙөмтәлә был номинацияла Өфө ҡалаһынан Диана исемле ҡыҙ еңеп сыҡты.
– Раушания, Гран-при сифатында ниндәй бүләк бирҙеләр?
– Мультиварка, бер кәрзин косметика, ҡыйбатлы ювелир биҙәүестәр, биҙәнеү студияларына ташламалы сертификаттар һәм һылыуҡай тажы.
– Әйткәндәй, таж бик ҡиммәтлелер?
– Эйе, әлбиттә. Шунлыҡтан уны үҙем менән алырға рөхсәт итмәйҙәр. Ул махсус сейфта һаҡлана. Фотосессияларҙа ғына алырға мөмкин.
– Матурлыҡ бәйгеһендә еңеү яулаясағыңа шигебеҙ юҡ ине, сөнки һинең тәбиғи матурлығың әсир итә: сәстәрең оҙон, буялмаған, косметика менән дә артыҡ мауыҡмайһың...
– Эйе, сәсемде бер ваҡытта ла буятҡаным булманы. Бары тик конкурс алдынан остарын ғына бер аҙ тигеҙләргә тура килде. Ә биҙәнеүгә килгәндә, профессиональ косметикаға өҫтөнлөк бирәм.
– Бөгөн һин – Өфө дәүләт нефть техник университетының III курс студенты...
– Белем алған уҡыу йортоң матурлыҡ ҡанундарын өйрәнеүҙе күҙ уңында тотмай, тип әйтергә теләйһегеҙҙер, моғайын. Миңә ҡалһа, ҡатын-ҡыҙ һәр ҡайҙа ла гүзәл булып ҡалырға тейеш. Ғөмүмән, бәләкәй саҡтан матурлыҡҡа ғашиҡ булып үҫтем. 1–9-сы класты Баймаҡтың 4-се лицейында уҡыным. Шул ваҡытта уҡ “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөнөм. 10-11-се кластарҙа Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия интернатында белем алдым. Унда ла бейеүҙән айырылманым. Өфөләге “Аҡйондоҙ” бейеү ансамблендә шөғөлләндем, ансамблдең солисы булдым.
– Ә яратҡан сәскәң?
– Раузалар күңелемә яҡын.
– Яратҡан ашың?
– Бишбармаҡ, әлбиттә.
– Миҙгелең?
– Ҡыш тыуһам да, йәйҙе нығыраҡ яратам.
– Яратҡан төҫөң?
– Бөтә төҫтәрҙе лә яратам. Тик уларҙы урынын белеп ҡулланырға кәрәк.
– Киләсәккә хыялың?
– Матур итеп уҡып бөтөп, ҡулыма диплом алыу. Халыҡ-ара гүзәллек бәйгеләрендә ҡатнашыу һәм, әлбиттә, еңеүгә өлгәшеү. Шулай уҡ һәр ҡыҙға хас хыялым – ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү.
– Матурлыҡты маяҡ итеп, алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңды тормошҡа ашырырға яҙһын һиңә, һылыуҡай! Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ сәхнәләрҙе яуларһың, тип ышанабыҙ.



Автор: Лилиә ТАКАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә