Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аңлы халыҡ — аяҙ таңлы халыҡ
Аңлы халыҡ — аяҙ таңлы халыҡ Халҡыбыҙҙа Аң тигән һүҙ ике төрлө мәғәнәне иңенә һалған, әммә ике осраҡта ла Аң кешенең донъяны танып-белеү кимәленә, шул белемде йәшәйешкә яраҡлаштырып файҙалана алыуына, тәрбиәһенә, намыҫына һәм тоя белеү ҡеүәһенә бәйләнгән. Беренсе мәғәнәһендә Аң — ул аҡыл, зиһен, белем аша үткәнде, бөгөнгөнө, киләсәкте тоташтырыусы.


Икенсе мәғәнәһе күңел тойомо менән бәйле һәм Кешенең Эске донъяһын билдәләй. Аңдан ҡанға, ҡандан заңға, ти халыҡ. Аң үҙенән-үҙе бар булмай. Ул нәҫелдән нәҫелгә ҡан аша күсә килә. Аң һинең кемгә оҡшауыңа, ҡайһы нәҫелдән булыуыңа, ниндәй мөхиттә йәшәүеңә ныҡ бәйле.
Аң ҡан аша күсә килгәс, уны үҙгәртеп буламы һуң? “Урал батыр” эпосында Урал батыр ағаһы Шүлгәнгә былай ти:

Тыумыштан уҡ юҡ булған
Һинең ыулы йөрәгең.
Таш ирер, ул иремәҫ,
Яҡшылыҡты тиңһенмәҫ,
Кешеләрҙе ишһенмәҫ.
Кешеләрҙе һөйһәң, һин
Бергә йәшәп, ил ҡороп,
Батыр булам, тиһәң һин,
Кешеләргә дошманды
Үҙеңә ҡаршы яу һана,
Дошман ҡанын күл итеп,
Битең йыуыр һыу һана.
Кешеләргә яу асып,
Буштан-бушҡа ҡан ҡойоп,
Яуызлыҡты дан һанап,
Яҡшылыҡты хур һанап,
Олпатланып, маһайып,
Кәперәйгән тәнеңдә
Рәхәтләнгән йәнеңде,
Ҡарайып бөткән ҡаныңды,
Үткәнеңде уйлатып,
Йөрәгеңде һыҙлатып,
Тәнең һыҙлап ҡарайһын,
Йәнең һыҡтап ағарһын,
Йөрәгеңдәге ҡара ҡан
Кибеп ҡабат ҡыҙарһын,
Шунда кеше булырһың,
Илдә бергә ҡалырһың,
Яуҙа батыр булырһың.
“Урал батыр” эпосында әйтелгән фекергә ҡарағанда, холоҡ-фиғелде үҙгәртеү өсөн, насар ҡанды тотош киптереп, яңынан ҡыҙартырға кәрәк. Ғәмәлдә ул мөмкин түгел. Ә үҙгәрергә, үҙенең хаталарын аңлап яңыса йәшәй башларға теләгән кеше ни эшләргә тейеш һуң? Аңды тәрбиә аша үҙгәртеп буламы?
Кешелек донъяһында һәр халыҡта быуындан быуынға күсә килгән, камиллашҡан ҡиммәтле һәм ғәйәт әһәмиәтле тәрбиә ҡанундары бар. Ошо ҡанундар нигеҙендә һәр халыҡ үҙенең киләсәген үҙ традицияларында тәрбиәләй. Шунлыҡтан, күп һанлы милләттәрҙән башлап, Филиппин утрауҙарында йәшәгән һәм 50-гә яҡын ғына кешенән торған иң аҙ һанлы тасадайҙарға тиклем үҙ традицияларын һаҡлап килә.
Традицияларҙы тәрбиә менән биреп булғас, бәлки, холоҡ- ғәҙәттәрҙе лә үҙгәртеп булалыр? Ә холоҡ-ғәҙәттәрҙе тәрбиә менән үҙгәртеп булһа, ни өсөн бер үк ғаиләлә төрлө холоҡло балалар үҫә? Ни өсөн хатта игеҙәк балаларҙың да холҡо төрлөсә була? Уларҙы ҡайһылай ғына тәрбиәләмә — барыбер ҡандарына һалынған холоҡтары үҙ яғына ҡайыра. Ни өсөн бынамын тигән маҡтаулы атай-әсәйҙең балаһы уларҙың йөҙөнә оят килтерерлек холоҡло булып киткән йәки, киреһенсә, балаһының киләсәге хаҡында бөтөнләй борсолоп та бирмәгән атай-әсәй ғаиләһен­дә бынамын тигән үҙаллы кешеләр үҫеп сыҡҡан осраҡтар ҙа бар һуң?
Нимә һуң ул аң? Үҙгәрә торған тө­шөнсәме? Үҙгәрмәй торғанмы? Тормоштағы миҫалдарға, хәл-ваҡиғаларға күҙ һалайыҡ. Иң элек “аңһыҙ” тип аталған хайуандар донъяһынан үҙем күргән һәм ишет­кән бер-ике миҫалға туҡталайым.
Балаларымдың атаһы, ирем — Диҡҡәт Бураҡаевтың тыуған ауылы Үрге Мотал (Көйөргәҙе районы) “киләсәкһеҙ” – “перспективаһыҙ” ауыл­дар исемлегенә индерелеп, мәңгегә юҡ ителде. 1960–1970 йылдарҙа ауылдың һуңғы кешеләре тырым-тырағай таралышып бөттө. Бер аҙҙары, шул иҫәптән Диҡҡәттең ҡайһы бер туғандары, “Холодный ключ” тигән ҡатнаш милләтле ауылға күсеп йәшәй башланы. Уны хатта ауыл тип тә атаманылар, “Ферма” тип кенә йөрөттөләр. Беҙ йәйгеһен унда йәшәгән туғандарға барһаҡ, эсебеҙ бошоп ҡайта торғайныҡ. Үрге Моталдың бынамын тигән традицияһы, үҙенә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, йыр-моңо, урам көйҙәре юҡҡа сыҡҡан. Балалар рус мәктәбендә уҡый, туған телдәрен аңламай, русса ла йүнләп өйрәнмәгәндәр, берәй ҡатмарлыраҡ һорау бирһәң, йә башҡортса, йә русса яуап бирә алмай “че” тип күҙгә текләй ҙә торалар. Үҙ әсәһе менән туған телендә аңлашмаған бөтә балаларға хас булғанса, уларҙың да ҡарашында йылылыҡ — күңел нуры сағылмай башлаған. Балалар уйындары, бәләкәйҙәрсә йырлау-бейеү, күңел асыуҙың әҫәре лә ҡалмаған. Тик айырым ғаиләләр генә, ауыл ғәҙәтен тотоп, моталса йәшәп маташалар.
Диҡҡәттең атаһының бер туған ҡустыһы Фәсхетдин Бураҡаев (миңә ҡайнаға була) менән Ғәлиә еңгәйҙәргә килеп, хәл белеп, ҡунаҡ булып киткеләй инек. Ғәлиә еңгәй – ғәжәп уңған, эшсән хужабикә. Аш-һыуы мул, түшәк-ҡаралтыһы таҙа, биш балаһы ла бөхтә кейенә, үҙе совхозда алдынғы быҙау ҡараусы.
Йорт алдында бик матур баҡсалары бар. Унда алма төбөнә урындыҡ һалғайнылар. Бер көн урындыҡта ял итеп, һөйләшеп ултырабыҙ. Эңер төшөп килә. Көтөү ҡайтҡан мәл. Ҡайнаға бала­ларына:
— Йүгерегеҙ, ана, ҡарағыҙ — һыйыр тағы Мотал яғына һыпыртты, — тип ҡысҡырҙы (халыҡ Моталдан күсенә башлағас, ҡайнағалар унан һыйыр һатып алған икән).
Фәсхетдин ҡайнаға балаларына йомош ҡушып ебәрҙе лә башлаған һүҙен дауам итте:
— Малды аңһыҙ, тиҙәр. Итерһең уларҙы аңһыҙ! Тәки онотмайҙар Моталды. Бына мин ғүмер буйы мал араһында эшләйем, Ғәлиә егерме биш йылдан ашыу быҙау ҡарай. Малдың аңы тураһында әллә нисә китап яҙырлыҡ. Кеше һымаҡ бит улар. Бөтәһен дә аңлап торалар. Имеш, мал уйлай белмәй, уларҙа ғәҙәт кенә, тиҙәр. Уйлайҙар, ҡайһылайыраҡ уйлайҙар әле улар! Ҡайһы саҡта әҙәм башым менән үҙем аптырап ҡуям уларҙың аңына. Бына ошо һыйырҙы алғаныбыҙға хәҙер өсөнсө йыл, тыуған яғын һағынып ҡайта ла китә. Хатта бер тапҡыр башмаҡ булып бөткән элекке быҙауын да, йәш быҙауын да эйәртеп алып, өсәүләшеп киткәндәр Үрге Моталға. Үҙебеҙҙең элекке йорт урынына барып, элек һарай торған урында ятҡан булалар көйшәп. “Ҡуңыр буға” йыры буштан сыҡмаған ул, — тип малдарҙың ҡулдан таныуҙарын, кешенең кәйефен һиҙеүҙәрен, бер һыйырҙан тыуған быҙауҙарҙың төрлө холоҡта булыуҙарын, инәһенең дә, үҙ быҙау­ҙарының холоҡтарына ҡарап, уларға ҡарата төрлө мөнәсәбәттә булыуын иҫе китеп һөйләне. Хатта быҙауын имеҙмәй һауған һыйыр һөтөнөң тәме үҙгәреүен дә телгә алды. “Ҡәйнәмдең ферма һөтө һалмағыҙ сәйгә, имеҙмәй һауған һыйырҙың һөтө татһыҙ була ул, тигәненә ышанмай торғайным, олоғая килә үҙем тәм айыра башланым”, – тип беҙҙең өсөн яңылыҡ асты.
— Фәсхетдин ҡайнаға, һыйыры­ғыҙ, бәлки, Моталға ҡайтып ғәҙәт­лән­гәнгә генә шул яҡҡа ыңғайлап китә лә баралыр? — тип һорау бирәм. Үҙемдең ниәтем — тағы бе­рәй ҡыҙыҡлы фекер әйтмәҫме тип көтәм.
— Башта мин дә шулайҙыр тип уйлағайным. Юҡ икән. Ул бит ашҡынып, баҡыра-баҡыра, башын болғай-болғай ҡайта. Элекке өй урынына бара, һарай торған ергә килә лә үҙәктәргә үтерлек итеп баҡырып ебәрә... Эйәреп барып күҙәткәнем бар. Хәс тыуған ерен һағынып ҡайтҡан кеше һымаҡ. Уларҙы күҙәтеп күҙҙәргә йәш тула хатта.
Был һөйләшеүҙә Диҡҡәттең ҡартатаһы Зыяйетдин Бураҡаев та, беҙҙе күрергә тип килгән Әбделхәй ҡайнаға ла бар ине. Әбделхәй ҡайнаға уның һүҙен йөпләп дауам итеп алып китте:
– Кешенән башҡа бөтә йән эйәһе лә аңһыҙ тигәнгә мин дә ҡаршы ул. Һин, Фәсхетдин мырҙам, йорт малын әйтәһең, ә бына ҡырҙағы йәнлектәрҙе ҡара. Уларҙы ла аңра тип әйтеп булмай бит. Нисек тәрбиәләнәлер аң? Ғәжәпкә ҡалыр миҫалдар байтаҡ. Зыя­йетдин ағай, иҫеңдәме, бер йылы ауылға айыу бейетә килгәйне берәү, — тине лә, беҙгә ҡарап, — килен, Диҡҡәт ҡустым, тыңларға форсатығыҙ булһа, һөйләйем? — тип өндәште (һоҡланырлыҡ эске әҙәп бар ауыл халҡында!)
– Һөйлә, ағай, һөйлә. Беҙ ундай хәлдәрҙе ҡыҙығып тыңлайбыҙ ул, — тип ҡеүәтләп ебәрҙе Диҡҡәт.
— Элек ауылдан-ауылға йөрөп мәҙәк күрһәткәндәр күп була торғайны. Хәҙер ундай мәҙәктәр ҙә бөттө, яңылары ла юҡ. Айыу етәкләп ауылдан-ауылға йөрөгән бер кеше бар ине беҙҙең яҡта. Үҙе ҡулға эйәләштереп өйрәтеп алғайнымы икән — уныһын һорашҡан кеше юҡ, иллә-мәгәр “Айыу бейетеүсе килгән!” тигән хәбәр ишетелеү менән, халыҡ эркелешеп үрге мәсет эргәһенә йыйыла торғайны. Иркен, һыу өҫтө һымаҡ тигеҙ майҙан бар ине унда.
Әбделхәй ҡайнағаның “үрге мәсет” тип телгә алыуы булды — Зыяйетдин ҡайным тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. Ике күҙе лә тома һуҡыр ҡалған, тукһанды үткән ҡайным — Диҡҡәттең ҡартатаһы кинйә улы Фәсхетдин менән киленендә ине.



(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873