Хәйбулла далалары кеүек киң күкрәге тулы моң һаҡлаған, халҡыбыҙҙың онотолған көйҙәрен күңел түрендә йөрөткән, йыр-моң байлығын биш бармағы кеүек белгән халыҡ йырсыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев 93 йәшен тултырырға ынтылған бер мәлдә арабыҙҙан китте. “Беҙҙе илдән ҡыуҙылар...”
Ул Хәйбулла районының Һаҡмар Бүреһе ауылында донъяға килгән. Һаҡмар йылғаһы буйындағы туғайҙа, Аҡъюл менән Сик (Ҙур Арыҫланғол) ауылдары араһында урынлашҡан ул. Ата-бабалары һөйләп ҡалдырғанса, ауылға нигеҙ һалған Наҙарғолдоң ете улы булған. Ошо малайҙар үҫеп етеп, таралышып, үҙаллы ауылдарға исем биргән, һәр ауыл атамаһында (Бүре, Наҙарғол) исемдәре ҡабатланған, барыһы ла ике исем йөрөткән: Башбүре – Үрге Наҙарғол, Ҡатралы Бүреһе – Түбәнге Наҙарғол, Һаҡмар- Бүреһе – Һаҡмар-Наҙарғол.
Атаһы Абдулла – Ҡотой байҙың өсөнсө балаһы. Уның тәүге ҡатыны Хәлимә – Сик ауылында йәшәгән Әбделмән мулланың ҡыҙы. Үкенескә ҡаршы, никахтары ҡыҫҡа ғүмерле булған. 20-се йылдарҙа Хәлимә гүргә инә. Хәлимә вафат булғас, атаһы икенсегә өйләнә. Уның икенсе ҡатыны Шәмсибаһар (Мөхәмәтйәндең әсәһе) – Аҡһыйыр ауылы (Ишкилде) муллаһы Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәровтың ҡыҙы. Мөхәмәтйәндән һуң тыуған балалар – Мөхәмәтхан, Рауза, Маһира, Шәмсинур, Өммөгөлсөм, Рәшит, Саҙиҡ.
Атайҙарының бер ат сапҡысы булған, шуның менән иген, бесән әҙерләгәндәр. Әсәләре көлтә бәйләгән. Кәртә аҫтында ғына ырҙындары булған. Көлтәләрен ырҙынға ташып, кәбән ҡойоп, үҙҙәренең ҡулы тейгәндә, ҡыш көнө һуҡҡандар. Пар ат егә торған фургондары ла буш тормаған. Колхозлашыу осоро башланғас, атайҙары ла колхозға ингән, ең һыҙғанып тир түккәндәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы иң беренселәрҙән булып кулак яһап, Себергә оҙатҡандар.
1931 йылдың 7 авгусында төҙөлгән исемлек һаҡланған: Абдулланың ике быҙаулы һыйыры, ике танаһы, дүрт баш йылҡы малы, һигеҙ һарығы, бер аҙ төҙөлөш материалдары, дүрт ултырғысы, бер һандығы, бер сәғәте, бер көҙгөһө, ике самауыры, бер өҫтәле, бер ҡаҙаны, ике күнәге, биш тәрилкәһе, бер ат сапҡысы булған. Барлыҡ мөлкәте уртаса крәҫтиән хужалығынан ғибәрәт.
Таларға килеүселәр араһында Ғәлиәхмәт Сәйфуллин да булған, ул иң тәүҙә Шәмсибаһарҙың беләҙеген тартып алған, әйберҙәрен һатҡандар.
1931 йылдың авгусында иң тәүҙә атаһы менән Хәким ағаһын ҡулға алғандар. Уларҙы Әбеш ауылында бер келәткә ябып ҡуйғандар. Һуңынан аталарын Ҡыуандыҡҡа бикләгәс, сират әсәләренә еткән. Үҙҙәренең фургондарына тейәп, Хәким ағаһының ҡатынын, балалары менән әсәһен, Маһира һеңлеһен, Мөхәмәтхан ҡустыһын, Рауза һеңлеһен (1927 йылғы), имсәк балаһы – Шәмсинур һеңлеһен Ҡыуандыҡҡа алып киткәндәр. Ете йәшлек бала был хәлде нисек аңлаһын инде. Кешелек йәмғиәте икегә бүленде түгелме: бер яртыһы һис ғәйебе булмаған көйөнсә, тыуған төйәген ҡалдырып, ҡайҙалыр юл алһа, икенсе яртыһы Һаҡмар буйында ҡала түгелме?
Кескәй бала Мөхәмәтйән, шундай уйҙарға күмелеп, алыҫҡа йүнәлгәндәренә ҡушылмай, Вәзәм буйында үлән араһына инеп боҫто ла ни булырын көтөп ята бирҙе. Һаҡмар буйына ҡара төн юрғанын ябындырҙы. Ни эшләргә? Ҡурҡыныс һорау уның башынан китмәне: әгәр Аҡһыйырға олатайымдарға йүгерһәм? Ул бынан 20 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта. Бүренән дә, төнгө ҡараңғылыҡтан да ҡурҡыу бөттө. Кешенән ҡурҡам!
Әсәһе аҙаҡ һөйләй торған булған: “Китеп барышлай Әбеш, Вәзәм урамында туҡтаттылар. Әртистәр килгәнме ни, әҙәм балалары арыу кейемдәрен кейеп, балаларын күтәреп, йыйылышып беҙҙе ҡарап торҙо”.
Ҡотлогилде ҡартатай 1929 йылда был мәхшәрҙән алда донъя ҡуйғайны. Бәләкәй генә өйҙә 80 йәшлек ҡартәсәй һәм Фазыл менән Шакир тороп ҡалды. Шул өй ошо көнгә тиклем һаҡланған, барлыҡ мөлкәттән бер шкаф тороп ҡалған. Беҙҙең өйҙө, атайҙарҙы алып киткәс үк, боҙоп алдылар. Йортобоҙҙо, һарайҙарҙы Сиккә ферма итеп күсереп һалдылар.
Һөргөнгә атайымдарҙы йөк вагондарына тейәп алып киткәндәр. Әллә нисә ғаиләне бер йөк вагонына тыңҡыслап тултырып, ишектәрен шартлатып ябып, Себергә алып киткәндәр. Әсәйем һуңынан һөйләй торғайны: “Бер ай тирәһе алып барғандарҙыр. Балалар илаша, бәҙрәф юҡ. Унда-бында туҡтатып, тамаҡ ялғатып алалар. Шулай бара торғас, Кемерово өлкәһенең Кузнецк ҡалаһына килеп еттек. Ошо ҡаланан 10 саҡрым тирәһе алыҫлыҡҡа йәйәү алып киттеләр. Обь йылғаһының аръяғында Талзост тигән йылғаның буйына туҡтаттылар. Тирә-йүндә ҡара урмандан башҡа бер ни ҙә юҡ”. Сентябрь айы – Себерҙә һыуыҡ төшкән мәл. Һөргөнгә ҡыуылған әҙәм балалары төрлө ерҙән балта, бысҡы табып, ағас ауҙарып, бура бурап, ҡышҡы бурандар башланыуға барак төҙөп ингән. Аслыҡ, яланғаслыҡ. Әҙәм балалары себен кеүек ҡырылған. Маһира исемле ҡыҙҙары юлда барғанда уҡ вафат булған, имсәк балаһы Шәмсинур һалҡын баракта йән биргән. Сабира тигән килендәренең Мөхәмәтйән исемле улдары тайгаға сығып китеп, аҙашып үлгән. Зәйнәп тигән ҡыҙҙары вафат булған. Әсәһенең ошо ваҡиғаларға арнап сығарған бәйетен тыныс ҡына уҡып булмай:
Илебеҙҙән сығып киттек
иҫәнләшеп,
Атам-әсәм илап ҡалды
бәхилләшеп,
Ҡайтһаҡ ине беҙ, меҫкендәр,
әйләнешеп,
Шулай итеп, хәйер-доға ҡылған
инде.
Сәүитский ф(ы)лагларын кем
буяған,
Был сәфәрҙең оҙаҡларын кем
уйлаған,
Хисабы юҡ был донъяла ҡан
илаған,
Бер хоҙайым, фазыл менән
ҡотҡар инде.
Ете йәшлек ир бала Мөхәмәтйән, ата-әсәһенән айырылып тороп ҡалып, Аҡһыйыр ауылында йәшәгән ҡартатайы Сәйетгәрәй мулла ғаиләһендә һыйыныр урын тапҡан.
Сәйетгәрәй ҡартатаһы указлы мулла булған. Ул, Ырымбур өлкәһенең Мөхәмәтйәр ауылында Минһаж хәҙрәттең мәҙрәсәһендә дини белем алғас, Өфө дин идаралығының указы менән Аҡһыйыр ауылына мулла итеп тәғәйенләнгән. Ҡартатай ир балаларҙы бушлай уҡытҡан, яҙыу танытҡан, дин ғилемен дә өйрәткән. Ҡартәсәй иһә өйҙөң икенсе яртыһында ҡыҙ балаларҙы йыйып уҡытҡан. Үтә ғилемле булмаһа ла, боронғо яҙыуҙы танып уҡырға өйрәткәндер инде. Боронғо китаптары бик күп булған. Ҡартатаһы ниндәй генә китапты ҡулына алмаһын, һыу шикелле уҡыр булған, унда яҙылған һүҙҙәрҙе лә шунда уҡ тәржемәләп әйтеп торған. Әсәһе лә бик ғилемле кеше. “Мөхәмәҙиә” китабын 12 йәшемдә уҡып сыҡтым”, тип яҙып ҡалдырған.
Ҡартәсәһенең тағы ла бер һөнәре булған – ул элек-электән им-том иткән, әҙәм балаларын дауалаған. Уның “Тибет китабы” тип аталған китабы бар ине. Шуға ҡарап, кеше баға торғайны. Ә унда төрлө үләндәр тураһында мәғлүмәт, әҙәм балаһын һауыҡтыра торған рецепттар бирелгән. Ошо шөғөлө алып ҡалды беҙҙе аслыҡ үлеменән.
Ҡартатайҙар кешегә һүҙ ярҙамы менән генә сикләнмәгән, мохтаждарға матди ярҙам да күрһәткәндәр. Үҙ ғүмерҙәрендә өс етемде тәрбиәләп үҫтергәндәр. 1921 йылғы аслыҡта үлер сиккә еткән ҡыҙ баланы (Фәтхиә исемле) үҙ өйҙәренә алып ҡайтып, бағып, тәрбиәләп үҫтереп, кейәүгә биргәндәр. Тәүге кейәүе вафат булғас та, ул Сәйетгәрәй муллаға кире әйләнеп ҡайтҡан. Икенсе тапҡыр Аҡнаҙар ауылы кешеһе Әхмәт Байсуринға кейәүгә барып, биш ул тапҡан: Сәлих, Булат, Яңыбай, Хәким, Азат. Булат һуғышта һәләк булған, Сәлих уҡытыусы булып эшләне, хәҙер ул да, Яңыбай ҙа гүр эйәһе, Хәким – инженер, Азат – журналист, оҙаҡ ҡына “Башҡортостан” гәзитендә эшләне.
Мөхәмәтйән Аҡнаҙар мәктәбенә уҡырға барған. Икенсе класты – Аҡһыйырҙа, 3-4-се кластарҙы – Сик ауылында, 5-сене Аҡъюл ауылында тамамлаған. Ошоноң менән белем алыуҙың сигенә еткән.
“Кулак балаһы”
Кулак малайы тигән яман ҡушаматты һәр саҡ ишетеп, шуның арҡаһында күргән йәберләү-кәмһетелеүҙәр, сит әҙәмдәрҙең уға ҡарата ҡылынған йәмһеҙ эштәре, әсәй-ҡартәсәйҙәрҙең сеңләп илауҙары, ас балаларҙың ыҙаланып яҡты донъянан китеүе, ҡартатайының, атаһының язалы үлеме – ошоларҙың барыһы ла йәш бала күңелендә мәңге онотолмаҫлыҡ булып, хәтеренә уйылып ҡалған. Уйлап ҡараһаң, уйылып китерлек шул – етеш йәшәгәне, бөтмөр, егәрле булғаны өсөн күптәрҙе ҡаты язаға тарттырҙылар ҙабаһа!
Ҡартаталары һис кенә ҡыйырһытмаһа ла, сабый ғына сағында ата-әсәһенән айырылған Мөхәмәтйән үтә лә яҡындарын һағына, уларҙы күргеһе килә ине. Ә улар үҙ тормошо хаҡында бер ниндәй ҙә хәбәр ебәрә алмай.
Ә һөргөндәге хәлдәрҙең үтә лә яман икәнен үҙе унда булған әҙәм балаһы ғына беләлер. Эш ауыр, көндәлек нормаңды үтәй алмаһаң, алырға тейешле аҙығыңды бирмәйҙәр. Аслыҡтан, һыуыҡ һауанан яфа күргән һөргөнсөләр ҡасып ҡотолорға ҡарар иткән. Хәким ағаһы, ҡатыны менән әсәләре Ғәрифәне ҡалдырып, Фәтих улдарын алып, тыуған яҡтарына юл алған (әсәһе аяҡтан яҙып йөрөй алмай ҡалған).
1932 йылда Мөхәмәтйәндең ата-әсәһе лә ошондай аҙымға барырға булған. Таң һарыһынан йыйынғандар, кесе ҡыҙҙары Рауза рәхәтләнеп йоҡлап ята икән, әсәһе ҡыҙын уятырға тип килә лә, йәлләп уятмай, “йоҡлаһын инде сабый, иҫән булһаҡ, бер килеп алырбыҙ әле” тип, уны ҡалдырып юлға сыҡҡандар. Әммә уны барып алыу мөмкин булмаған. Аҙаҡ эҙләп хат яҙып ҡараһалар ҙа, осона сыға алманылар. Ғәйеп булды Раузалары. Үҙҙәре менән бергә һөргөнгә барған улдары Мөхәмәтхан да, Себерҙә тыуған Әмир ҙә, Саҙыҡ та вафат булған.
Атаһы үҙ ауылына ҡайтҡас, колхозда эшләп йөрөгән, әммә тотош ил халҡын зар илатҡан 1937 йыл тыуған. Өҫтөңдән бәләкәй генә ялыу килеп етһә, бөттөң тигән һүҙ. Илдә ҡот осҡос репрессия башланған. Мөхәмәтйәндең атаһын тағы ҡулға алып, һөргөнгә ебәргәндәр, был юлы Себергә түгел, ә Аҡ диңгеҙҙәге Соловки тигән утрауға алып киткәндәр, унда өс йыл йөрөп ҡайтты ул, әммә оҙаҡ йәшәй алмай, гүр эйәһе булды.
1937 йылда ҡартатаһы Сәйетгәрәйҙе лә төрмәгә ябып ҡуйғандар. Йәшәү өсөн ҡулында бер нәмә лә ҡалмаған Шәмсибаһар улы менән хәйер һорашып йөрөп көн күргән.
Атаһын һөргөнгә ебәреп, ҡартатаһы Сәйетгәрәйҙе лә ҡулға алғас, бәләкәй балаға донъя көтөргә кәрәк тәбаһа. Баҡсалағы бәләкәй өйҙә бер нәмә лә юҡ. Үрнәк ауылында йәшәгән Мәхүп еңгәләре – бер тауыҡ, Сик ауылында йәшәгән Мәрхиә еңгәләре сыбар тауыҡ биргән. Шул тауыҡтарҙы ҡуйырға урын юҡ, кәртә-ҡураны, өйҙө алып киткәндәр, нигеҙ таштары ла ҡалмаған. Кулактарҙы юҡ итеү мәхшәре алдынан кешеләр хәллеләрҙе бик ҡыҫты.
Һайғау ҡырҡып, ҡыуыш ҡороп, тауыҡтарҙы шунда ҡышлатҡандар. Яҙ сыҡҡас, тауыҡтар күршеләре Шакирйәндәрҙең ишек алдына ингән. Шакир уларҙы үлтерә һуғып, төҙөп ингән ҡыуыштары алдына килтереп быраҡтырған. “Бына һеҙҙең тауыҡтарығыҙ!” – тип аҡырынған.
Тауыҡтан эш сыҡмағас, улар йорт ҡуяны алғандар. Ҡуян үрсеп киткән, аслыҡтан биҙрәгән әҙәм балаларына аҙыҡ булған. Үҫмер тиреһенән күн эшләгән, кәпәс теккән, уны бер тоҡ арышҡа алмаштырғандар. Ҡулынан эш килгән кеше ниндәй генә ауыр хәлдәрҙән дә сығыу юлын тапҡан.
Һуғыш алдынан әҙәм балалары бик наҡыҫ йәшәгән. Әбешкә тауар килә тигән хәбәр сыҡҡас, халыҡ бер аҙна әҙерләнгән. Пайҙа торған кешеләре китеп бөткәс, Әбешкә Мөхәмәтйән йүнәлгән. Унда шул тиклем күп халыҡ йыйылған. Сират Әхмәтша магазинынан алып Һаҡмарҙың яр башына тиклем һуҙылған. Сиратҡа баҫҡан үҫмер, тик тәүге көн сират уға етмәгән, сиратты юғалтмайыҡ тип, шунда урамда йоҡлағандар. Иртәгәһенә төшкә ул да барып еткән. Комиссияла дәү бер нисә ир ултыра. Мөхәмәтйән улар янына килгәс, шуларҙың береһе “Һин кем малайы?” – тип өндәшкән. “Абдулланың улы” тигән яуапты алғас: “Ә, кулак малайы икәнһең, һиңә бер ниндәй ҙә тауар бирелмәй”, – тип сираттан ҡыуып сығарған. Ике көн сират тороп, төндә урамда йоҡлап, бер ниндәй тауарһыҙ илай-илай ҡайтып киткән.
Февраль айында Медногорск баҙарына әсәһе менән бесән һатырға барғандар. Үгеҙ еккәндәр. Һыртҡа сыҡҡас, буран башланып киткән. Көслө ел бесәнде ауҙара ла ҡуя икән. Медныйға саҡ барып етеп, бесәндәрен һатып, бер шәм филтәһе, бер буханка икмәк алғандар.
1939 йыл, үҫмергә 15 йәш тирәһе. Ул эшсе һаналған, колхозда һәйбәт кенә эшләп йөрөгән. Ат менән ер һөргән, иген сапҡан. Сик ауылына йыш ҡына эшкә ебәргәндәр. Унда ат менән иген баҫҡандар. Бер ваҡиға хәтерендә уйылып ҡалған. Аттың ҡамыты ла эшкә ашмай, арҡаны өҙөлә лә китә. Өлкәндәр: “Малай, һалам төшөртмә, һалам күбәйеп китте!” – тип асыулана. Ул, йәне көйөп, илай-илай өҙөлгән арҡанды төйнәп, үҙенсә йүнәтеп торһа, Сиктән Ғиҙелхаҡ Байбулатов тигән әҙәм: “Ә-ә, боронғо ваҡыт булһа, бөйөрөңә таянып, бойороп торор инең, бына һиңә, кулак балаһына, шул кәрәк!” – тип мыҫҡыллай. Уның һүҙе Мөхәмәтйәндең күңелендә мәңгегә уйылып ҡала.
Бала саҡты, бигерәк тә үҫмер осорон иҫләһә, Мөхәмәтйәндең һаман да күңеле тулып китә. Һин дә ас, улар ҙа ас – тигеҙләндек, ә шулай ҙа улар араһында Мөхәмәтйән бер яңғыҙы. Уға гел генә “кулак балаһы”, “ҡан эскес”, “алдаҡсы мулла тоҡомо” икәнен иҫенә төшөрөп торғандар. Аҡһыйырҙа торғанда, 1937 йылда, әрәмәлектә һабантуй булған. Мул итеп бутҡа бешереп, кешеләргә ашатҡандар, балаларға айырым бүлгәндәр. Мөхәмәтйәнгә бутҡа һалмағандар. Ул өйҙәренә илап ҡайтҡан да ҡартәсәйенә ошо хаҡта әйткән, нахаҡҡа рәнйеткәндәре өсөн икәүләшеп күҙ йәше түккәндәр...
Үҫә төшкәс, Мөхәмәтйән шуны аңлай: тырышып эшләйем тиһә, һаман да байығырға теләйһеңме, тип көләләр, егәрле кешене кулакка оҡшаған тип мыҫҡыл итәләр.
Ошондай шарттарҙа үҫеп килгән талантлы бала нимә эшләргә тейеш? Мөхәмәтйән шундай уйҙарға батып, ни ҡылырға кәрәклеген аңлап, уйҙарын ғәмәлгә ашырырға тотона. Ҡартатаһы Сәйетгәрәй, ҡартәсәһе Шәмсикамал йырлаған йырҙарҙы, Аҡмулланың, Ш. Бабичтың, Ғ. Туҡайҙың шиғырҙарын күңеленең иң төбөнә йәшерә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡайҙа ғына юл тотһа ла, отоп алған йырҙарҙы йырлап, шиғырҙарын ҡабатлап, хәтерендә нығыта.
Ғүмер йылғаһы туҡтауһыҙ ағыуын дауам итә. 1941 йылда ҡот осҡос һуғыш башланып китә. 1942 йылда Мөхәмәтйәнгә лә сират етә. Уны армияға саҡыралар, әммә һуғыш уты дөрләгән көнбайышҡа ебәрмәйҙәр, ни өсөндөр Алыҫ Көнсығышҡа йүнәлтәләр. Ул яҡта ла илебеҙгә ҡурҡыныс янай икән дәбаһа. Приморье крайындағы Хәрби һауа көстәренең Тымыҡ океан флотына ҡараған 66-сы төҙөлөш элемтәһендә хеҙмәт итеп, 1945 йылда Япония империяһына ҡаршы һуғышта ҡатнашып, 1948 йылда ғына Тыуған иленә әйләнеп ҡайта.
Мөхәмәтйәнде күтәргән сифаттар
Ауылында ла эш күбәйгән икән, бәләкәс өйҙәренең ҡыйығы туҙған, тишектәренән ямғыр ҡоя. Мөхәмәтйән йортто һүтеп ташлаған. Әбеш ауылы оҫталарын саҡырып, бура ултыртып ҡуя. Торор урыны булғас, өйләнеү мәсьәләһен дә хәл итә. Аҡнаҙар ауылында йәшәгән Бибиһан исемле ҡыҙ менән никахҡа инәләр. Тормош юлдашынан уңа Мөхәмәтйән. Кәләше эшкә егәрле, ваҡ-төйәк хәбәр йөрөткән бисә түгел. Иң башта ҡыҙ бала тапты. Унан Һаҡмар йылғаһы буйында үҫкән төҙ тирәктәр һымаҡ биш ир бала донъяға килә. Һалдат ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай колхозда эшләй башлай. Ат ҡараусы ла була, үгеҙ менән ер ҙә һөрә.
Һуғыш бөтөп, өс йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡтың һаман арыу тормошҡа өлгәшкәне юҡ, аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Ауыл тормошонда әллә ни үҙгәреш һиҙелмәй. Көҙөн урып йыйыу бөткәс, келәттәрҙә бер нәмә лә ҡалдырмай, һыпырып алып китеп торалар. Халыҡ ас. Яҙ етһә, Саранан йәки Федоровканан йөкмәп орлоҡ ташыу башлана.
Ошо тормоштан ҡасып, Мөхәмәтйән 1952 йылда ҡатыны менән Ивановкаға юллана. Һалдатты МТС-ҡа шофер итеп алалар, Бибиһан һатыусы булып китә. Ошо машинаһы менән ул күп колхоздарға ярҙам иткән. Күберәк иген ташырға тура килә. Бер нисә бот иген алырға ла форсат сыға. Аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге тыуғас, эш хаҡы ла ваҡытында түләнгәс, ғаилә һәйбәт кенә йәшәп китә. МТС-та ике йыл эшләгәндән һуң, үҙ ауылына ҡайта, унда ла уға машина бирәләр. Оҙаҡ ҡына “Зис-5” машинаһында эшләгәндән һуң, уны умартасы һөнәренә тәғәйенләйҙәр. Был эште лә ныҡлап өйрәнеп, 1978 йылда 60-лап умартанан 3,5 тонна бал ала. Умартасылыҡта пенсияға сыҡҡансы эшләп, үҙенең улы Садиҡты өйрәтеп, ял итергә китә.
Мөхәмәтйән ауыл хужалығы эштәрен оҫталыҡ, оло егәрлелек менән башҡарып ҡына ҡалмай, башҡорт халыҡ йырҙарын яҡшы белеүе менән таныла, Һаҡмарҙың түбәнге ағымында йәшәгән үҫәргәндәр ижад иткән рухи хазиналарҙы һәм шулай уҡ ҡанбабаларҙың тәрбиә традицияларын милләтебеҙгә еткерә. “Мәғри”, “Силәбе”, “Ғәзизәкәй”, “Сәхипъямал” кеүек һирәк осраған йырҙар, “Ҡаһарман кантон” йырының ғәжәп үҙенсәлекле варианты, “Ирмәк”, “Ынйы”, “Вәхит”, “Шафиҡ”, “Кәмәлек”, “Мәҙинәкәй”, “Һыр” йырҙарының ҡабатланмаҫ башҡарылышы, “Наполеон Бонапарт”, “Муса Мортазин” кеүек уникаль марштар, бихисап мөнәжәттәр, боронғо китаптарҙы үҙ көйө менән көйләп уҡыу, Аҡмулла, Бабич, Туҡай әҫәрҙәрен улар йәшәгән дәүерҙәгесә, йәнле рәүештә башҡарыу өлгөләре беҙҙең көндәргә килеп етеүе менән беҙ Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа бурыслы. Нәҡ ошо сифаттары Мөхәмәтйәнде юғары күтәрҙе лә инде.
1989 йылда Хәйбулла районында тыуған бөйөк ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев ижадына бағышланған йырсылар конкурсы була. Ошо конкурста ҡатнашып, Мөхәмәтйән 1-се урынды яулаған. 1991 йылда Башҡортостан радиоһы үткәргән радиофестивалдә Ҡаҙаҡбаев юғары бүләккә – Гран-приға лайыҡ булған. Уның абруйы йылдан-йыл үҫә генә барҙы. Хәҙер уны йырсылар бәйгеһенә йырсы рәүешендә түгел, жюри ағзаһы итеп саҡыра торған булдылар.
“Шулай ҙа Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың Мифтахетдин Аҡмулла һүҙҙәренә яҙылған аҡыл етмәҫлек йыр һәм бәйеттәре – ошондай сығыштарының юғарғы нөктәһе, һуңғы баҫҡысы ул”, – тип яҙған журналист Юлай Ғәйнетдинов. Улар тик башҡорт тамашасыһы өсөн генә түгел, бәлки, йыр ижадын һөйгән күп кенә төрки халыҡтар – ҡаҙаҡтар, татарҙар, уйғырҙар һәм башҡалар өсөн ысын-ысындан асыш булды.
Халыҡ-ара йыр фольклорын өйрәнгән япон профессоры Танимото – ошондай данлыҡлы белгестәрҙең береһе. 1998 йылда башҡорт халыҡ йырын ғилми яҡтан өйрәнеү маҡсатында ул алыҫ Япониянан Өфөгә килеп төшә. Ул Мөхәмәтйәндең йырлауын тыңлай. “Ҡаҙаҡбаев башҡарыуында йырҙы ишеткәс, – тип яҙа Юлай Ғәйнетдинов, – ул, күҙ йәшен һөртөп, бөгөн минең иң бәхетле көнөм, тине”.
Һуңынан иң бәхетле көндәр Мөхәмәтйәндең үҙенә төштө, ул төрлө илдәрҙән Японияға килгән халыҡ йырҙарын башҡарыусылар фестиваленә Мөхәмәтйәнде лә саҡырҙы. Уның менән бергә тағы ла делегация составына ысын-ысындан халыҡ таланттары булған бер нисә кеше инә. Ю. Ғәйнетдинов уларҙы “традицияға ингән башҡарыусылар” тип атай. Уларҙы профессиональ башҡарыусыларға ҡарағанда ла нығыраҡ яраталар.
Ҡағиҙә булараҡ, ундай кешеләр үҙҙәрендә халыҡ ижадының күп төрҙәрен – йырлау, бейеү, теге йәки был музыка ҡоралында уйнау оҫталығын кәүҙәләндерә. Ошондай таланттарҙы эҙләп табыу менән күптән шөғөлләнгән Ю. Ғәйнетдинов Японияға барырға тейешле ҙур булмаған делегация составын төҙөгән. Унда Учалы районынан Розалия Фәйезова, Мөхәмәт Түләбаев (Белорет районы), Ташбулат Дәүләтшин (Баймаҡ районы), Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев ингән. Билдәле инде, делегация етәксеһе Юлай Ғәйнетдинов та улар менән бергә барған. Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк, ул етәксе ролен генә үтәмәгән, һәйбәт ҡурайсы ролендә башҡорт көйҙәрен башҡарған.
Сәсәндең Японияға осҡаны
Японияға барыу сәфәрен йырсы-сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев ошолай итеп һөйләгәйне:
– Шереметьево аэропортынан Токиоға остоҡ. Башта алыҫ сәфәрҙән шикләнеңкерәһәм дә, аҙаҡ тынысландым. Алтыбыҙ бер ғаилә балалары һымаҡ туғанлаштыҡ. Иң олоһо – мин. Ҙурлап, хөрмәтләп кенә торалар. Тик мине бер генә нәмә борсой – сәхнәлә ҡаушамаһам, тауышым һығылмаһа ярар ине, тип Хоҙайҙан һорайым. “Боинг” самолетында Токиоға туғыҙ сәғәт буйы остоҡ. Бик ҙур, бөтә уңайлығы булған һауа лайнерында үҙемде ожмахтағы һымаҡ тойҙом. Хисемде юлдаштарыма бигүк белдермәһәм дә, һоҡланыуымдың сиге юҡ ине. Ғүмер буйы колхоз эшенән бушамаған, сирек быуат самаһы шофер булып эшләгән кешенең күңелендә башҡа ни булһын?! Сит ҡитғала нисек ҡабул итерҙәр икән, тип уйлап киләм, эстән генә көйләп алам, мөнәжәт-нәсихәттәремде күңелдән генә барлайым. Ҙур сәхнәгә сығам бит. Уйландыра…
Токио аэропортында беҙҙе ҙурлап ҡаршыланылар. Япондарҙың донъяһы үҙҙәренсә, беҙҙекенән ныҡ айырылғанын күреп, хайран ҡалдым. Баш эйеп, йылмайып, бик кеселекле һәм әҙәпле ҡаршылайҙар икән. Тауыш, шау-шыу тигән нәмә юҡ. Аэропорттары төҙөк, матур, ялт итеп тора, юлдары, автомобилдәре, ҡунаҡханалары – һәммәһе кеше ҡулланһын, рәхәтләнһен, тип тәғәйенләнгәне асыҡ сағыла.
Токионан Осакаға юлландыҡ. Беҙҙең делегацияны профессор Танимото ҡатыны менән үҙе килеп хөрмәтләп ҡаршыланы.
Фестивалгә 70 илдән килгәндәр. Рәсәйҙән беҙ һәм Тыва милли округынан биш кеше ҡатнашты. Фольклор тамашаһын 130 ил делегацияһы ҡараны. Ошо һандарға ҡарап ҡына ла был фольклор сараһының ни тиклем әһәмиәткә эйә булғанын фараз итеү ҡыйын түгел.
Көн һайын икешәр концерт бирҙек. Буш торорға форсат теймәне. Беҙ япондарға башҡорт мәжлесен күрһәттек. Мин – тирмә хужаһы, оло аҡһаҡал. Доға уҡыным, Ш. Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләнем. “Халҡым өсөн”дө йырланым. Ҡурайсыларыбыҙ Мөхәмәт Түләбаев, Ташбулат Дәүләтшин һәм Рәйес Низаметдинов йыр башҡарҙы, Розалия Фәйезова бейене, йырланы, ҡобайыр әйтте, һәр сығышын алҡышлап оҙаттылар.
Ҡунаҡ көндәре йылдам үтте. Хушлашыу концерты бирер көн дә килеп етте. Һәр ил сәхнәлә үҙенең һөнәрен күрһәтеп ҡалырға теләй, әммә ул бәхет барыһына ла эләкмәне. Ун илде генә һайлап алдылар йомғаҡлау концертына. Башҡортостан шулар араһында булды. Ныҡ ғорурландыҡ. Тимәк, япон тамашасыларына хуш килгәнбеҙ.
Уйлаһаң, уйылып китерлек. Донъя һуғыш яланына оҡшаған. Әле генә бер төбәктә һуғыш барһа, иртәгәһенә икенсе дәүләт халҡы һуғыша. Меңәр йыл буйына Ер шарында йәшәп тә, күршеңде өйрәнеп, уның уй-ниәттәрен белмәгән саҡтар ҙа була икән. Ә бына йыр, сәнғәт кешеләрҙе яраштыра. Йырҙың сиге юҡ. Ул ҡитғаларҙы яҡынайта, халыҡтарҙы дуҫлаштыра, йырға тәржемәсе кәрәкмәй. Уны тамашасы, кем булыуына ҡарамаҫтан, күңеле менән тоя. Япондар ҙа беҙҙең моңдо, ҡурайҙы үҙ итте. Шуға ҡыуанырға кәрәк.
***
Ярты быуаттан артығыраҡ мөҙҙәттән элек ҡулына ҡорал тотоп, Алыҫ Көнсығышта япон самурайҙарына ҡаршы сыҡҡан, Тыуған иленең азатлығын ҡурсалаған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, йыраусы һәм сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың һуңынан япон халҡына ҡарашы бөтөнләй үҙгәрә. Япондарҙы ул дошман тип түгел, ә дуҫ итеп белә, эскерһеҙ ҡаршылап, оҙатып ҡалғандарына һөйөнөп бөтә алмай ҡайта.
Быйыл июнь баштарында Мөхәмәтйән менән телефон аша элемтәгә ингәйнем.
– Иҫән-һаулыҡтамы, ҡорҙаш? (Бер-беребеҙгә гел генә шулай өндәштек. Сәбәбе – беҙ тиҫтерҙәр, тик һуғышҡа ул Алыҫ Көнсығышҡа киткән, мин – Көнбайышҡа, һүҙҙәр килешә торғайны).
– Иҫән-һаулыҡ былай түҙерлек тә, ҡорҙаш, тик һуңғы көндәрҙә бер аҙ сирләберәк торам.
– Тимәк, беҙ һүҙ бирешкән ниәтебеҙ үтәлә алмаймы ни?
– Ә шулай һөйләштек тә – 95 йәште бергә байрам итербеҙ, тип. Әллә ашар ризыҡ наҡыҫайҙымы икән, ҡорҙаш?
– Бирешмә, Мөхәмәтйән, йәшәйбеҙ әле.
Шулай күңелһеҙ генә һөйләшкәйнек. 6 июндә уның баҡыйлыҡҡа күсеүе билдәле булды. Донъялыҡта ҡылған эштәрең һине, һис шикһеҙ, йәннәттең түрендә урын алырға хоҡуҡ биргәндер. Иманым камил.
Рамаҙан ҠОТОШОВ,
Бөйөк Ватан
һуғышы ветераны,
подполковник.