Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үҫешкә яңы этәргес биреп

Башҡортостанда республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса I Төбәк-ара форумы уҙғарыла. Ошо туралағы бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең интернет-порталында донъя күрҙе.

Форум 7 декабрҙә Салауат районында үткәрелә. Уның темаһы – “Ваҡиғаларҙы берләштереп, биләмәләрҙе үҫтерәбеҙ”. Сарала 200-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Унда федераль һәм республика власть органдары, ҙур сәнәғәт предприятиелары, ғилми үҙәктәр һәм мәғариф ойошмалары, йәмәғәт берекмәләре, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект­тары вәкилдәре киләсәк. Форумдың маҡсаты – Баш­ҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә яңы этәргес биреү, инвестиция һәм эш шарттарын яҡшыртыу, муниципаль-ара кооперацияны, Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу.
Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, Иҡтисад һәм Ауыл хужалығы министрлыҡтары, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, “Янғантау” шифаханаһы ойоштора.





Тәҡдимдәр индерәйек


“Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, мәктәп директорҙарына, муниципалитет хакимиәттәренең мәғариф бүлектәренә ярҙам күрһәтеү өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында хоҡуҡи ярҙам үҙәге асылыуы тураһында хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһын­да республика Башлығының дәүләт телдәре һәм республика халыҡтарының туған телдәре тураһындағы Указын бойомға ашырыу маҡсатында эш төркөмө төҙөлгән. Ул мониторинг алып барасаҡ һәм һөҙөмтәләр буйынса “Башҡортостанда тел мөхите торошо тураһында” доклад әҙерләйәсәк.
Хоҡуҡи ярҙам үҙәгенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә, тәҡдимдәр индерергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3, 101-се бүлмә. Телефон: 8 (347) 246-30-42, электрон почта: kurultay-ufa@mail.ru.




Йәшәү минимумы артты

2017 йылдың икенсе кварталында Рәсәйҙә йәшәү минимумы 4,2 процентҡа артты, тип хәбәр ителә ил Хөкүмәте сайтында.

Был күрһәткес 10 329 һум күләмендә билдәләнде. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул 11 163 һум, пенсионерҙарға – 8 506, балаларға 10 160 һум тәшкил итә. Беренсе кварталда йәшәү минимумы 9 909 һум булғайны.




ЯңылыҡтарКүмәкләшеп – өмәгә

Баш ҡалабыҙҙа дөйөм өмәлә 80 мең кеше ҡатнашты.

Улар иҫәбендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәға­риф, һаулыҡ һаҡ­лау, сауҙа һәм хеҙ­мәттәр өлкәһе, сә­нәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, студенттар бар ине.

Күптәр үҙҙәренең ихаталарын тәртипкә килтерҙе. Өмәгә 898 берәмек техника йәлеп ителгән. Улар ярҙамында урамдар, тротуарҙар, туҡталыштар сүп-сарҙан таҙартылды. Полигонға 5,4 мең кубометр сүп-сар сығарылды. Бер көн эсендә 200-гә яҡын ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.






Хоҡуҡи белемде камиллаштырабыҙ

Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы балалар күҙлегенән” баҫмаһы донъя күрәсәк. Уның макеты республика Конституция суды тарафынан үткәрелгән балалар рәсеме конкурсы йомғаҡтары буйынса әҙерләнде. Яңы китапты төҙөгәндә бәйге һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы тип танылған 212 һүрәт (192 биттә) файҙаланылды.

Әлеге баҫма Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса саралар планына индерелде. Конституция суды тарихында бындай конкурс беренсе тапҡыр уҙғарылды һәм шунда уҡ ҙур резонанс тыуҙырҙы. Бәйгегә 44 райондан һәм 9 ҡаланан 1 600-ҙән ашыу рәсем ебәрелде. Унда балалар баҡсаларынан, мәктәптәрҙән, башҡа мәғариф учреждениеларынан тыш, республикалағы бөтә социаль приюттар ҡатнашты.
Бәйге юғары кимәлдә үткәрелде, эштәргә талап көслө булды. Уларҙы Конституция суды судьялары, Башҡортос­тан­дағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары вәкилдәре ингән комиссия баһа­ланы. Бәйгенең кураторы, судья Рузилә Кәримова әйтеүенсә, эштәр художество йәһәтенән генә түгел, йөкмәткеһенә ҡарап та баһаланды. Шулай уҡ балаларҙың ижади һәләтенә, Башҡортостан Конституцияһының мәғәнәһен, асылын сағылдырыуына иғтибар бирелде.




Иң шәп йүгеректәр – беҙҙә

Мәскәү мараф­онында Өфөнән еңел атлет Артем Алексеев еңеп сыҡты.

28 йәшлек спортсы Мәскәү марафонында икенсе тапҡыр уңыш яулай. Ул билдәләнгән арауыҡты 2 сәғәт 14 минут 13 се­кундта үтә. Бер йыл элек ул дистанцияны 2 сәғәт 13 минут 40 секундта үтеп, рекорд ҡуйғайны.
24 сентябрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән ярышта 70 дәүләт гражданы, 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Артем Алексеев Мәләүез ҡалаһында тыуған. Әле Өфөлә йәшәй. 2013 йылда үткәрелгән марафонда беренсе тапҡыр еңеү яулай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә