Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Көсө етһә...– Улым Себерҙә эшләп йөрөй, тиҙҙән өйләнергә йыйына. “Бында дуҫтарым күп, никахты тәүҙә үҙебеҙҙә, унан ауылға ҡайтып уҡытырмын”, – ти. Улай яраймы һуң, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

С. ҒӘФҮРОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Быға тиклемге вәғәздә­ремдә лә гел әйтеп ки­леүемсә, мосолман өсөн никах ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. “Ул – сөннәтем, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Никахһыҙ йәшәгәндәр минең өммәтемдән булмаҫ, ситкә тайпылыр”. Ҡөрьән аяттарында ла быға бәйле бихисап аҡыл тупланған.
Никах мәңгелеккә уҡыла. Уның алдынан ике яҡтан ата-әсә осрашып та­ны­шырға, кәңәшләшергә тейеш. Никах уҡылғас, иң тәүҙә ҡыҙҙан: “Аллаһ Тәғәләнең “Ҡөрьән Кәрим”дәге бойороғо буйынса, Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтенә яраш­лы кейәүгә риза булып барҙыңмы?” – тип һорала. Һөйләмдәге ҡылым ошолай үткән заман формаһында булырға тейеш, ғәрәп телендә лә шулай. Ҡыҙ иһә: “Риза булып барҙым”, – тип яуаплай. Унан егеткә мө­рәжәғәт ителә. Йәштәрҙең риза булып ҡа­уышыуы мөһим, мәжбүр итеп өйләндереү Ислам ҡанунына тап килмәй.
Никахта мәһәр (егет тарафынан ҡыҙға бүләк) һалына. “Тимер йөҙөк булһа ла би­регеҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, мәһәр мотлаҡ булырға тейеш. Ул ҡатындың тотонолмай торған мөлкәте булып һанала, туйҙы уҙғарыу өсөн дә файҙаланылырға тейеш түгел. Элек ҡыҙҙы үҫтергән өсөн ата-әсәгә ҡалым да бирелгән. Ул күпселек осраҡта маллата түләнгән. Атайым мәрхүмдең һөйләүенсә, ҡыҙҙың атаһына – төлкө, әсә­һенә баса тун да бүләк иткәндәр. Ғөмүмән, элек кәләш алыу ҡатмарлы булған. Ғәрәп илдәрендә әле лә шулай. Беҙҙә иһә хәҙер өйләнеү еңелгә әйләнде һымаҡ. Шуға күрәлер ҙә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡатын-ҡыҙға иғтибар ҙа аҙайып китте, ғаи­ләләрҙең тарҡалыуы ғәҙәти күренеш кеүек. Еңел-елпелектең һөҙөмтәһелер был.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе йәрҙәрҙең бер-береһенә тоғролоҡ һаҡламаған осраҡтары тураһында ла күп яҙыла, һөйләнелә. Никахҡа ингәндә ниндәй вәғәҙә бирәбеҙ һуң? Бер-беребеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә, ауыр саҡта терәк-таяныс булырға, тоғролоҡ һаҡларға, ғаилә усағын һүндермәҫкә... Алда әйткәнемсә, һис кемде лә бит мәжбүри өйләндермәйҙәр, барыһы ла ике яҡтың килешеүенә ярашлы башҡарыла. “Ризаһыңмы?” тип һорауға ыңғай яуап биреп, кейәү менән кәләш бер-береһенең генә түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең алдында ҙур яуаплылыҡ ала. Тимәк, матур йәшәргә, балаларыбыҙҙы күркәм үрнәктә үҫтерергә, Раббыбыҙҙың рәхмәтенә өлгәшергә тырышырға тейешбеҙ, хөрмәтле йәмәғәт.
Аллаһ Тәғәлә ике енес вәкиле араһына һөйөү һалған. Был мөхәббәт, мәғлүм ки, әҙәм балаларына ғына түгел, ә барлыҡ тереклеккә хас. Яҙ көньяҡтан әйләнеп ҡайтҡан ҡоштарҙы күҙ алдына килтерәйек: бала сығарыу, уны үҫтереү өсөн нисәмә саҡрым ер үтә был йән эйәләре! Һөйөү хисе, тормошто дауам итеү ниәте йөрөтә уларҙы. Эйе, ошо матур тойғо – мөхәббәт – бөтөн йәшәйештең нигеҙе ул, тормошто алға алып барған көс.
Әлеге һорауға килгәндә иһә, әсә кеше борсолмаһын ине. Никах­ты ҡабат­лап үт­кәреүҙең зарары юҡ. Тик егеткә генә ауырға тура килеүе бар. Әйтәйек, мәһәрҙе ике ерҙә лә тү­ләргә кәрәк була­саҡ бит. Йоланы ситтә лә, ауыл­да ла тулыһынса үтәү зарур. Никахлашыуҙы арлы-бирле, күргәҙмә өсөн генә тигән һымаҡ уҙғарыуҙың бәрәкәте булмаҫ. Ике ерҙә лә ата-әсә, шаһиттар мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.
Ғаилә – дәүләттең ышаныслы терәге. Ул ныҡлы итеп ҡоролһон, нигеҙе ҡотло булһын, иншаллаһ. Бер-беребеҙҙе аңлап, күтәреп, иғтибар-ихтирамда, ҡәҙер-хөр­мәт­тә йәшәргә, ошо күркәм сифаттарҙы ба­лаларыбыҙ күңеленә һалырға яҙһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә