Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре
Матурлыҡтың юҡтыр сиктәреЭлек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һылыулығы менән таң ҡалдырған. Был йөҙҙәрсә йырҙа данланған, риүәйәттәрҙә, әкиәттәрҙә һүрәтләнгән. Бөгөн дә төшөп ҡалғандарҙан түгел башҡорт ҡыҙҙары, матурлыҡ бәйгеләрендә лайыҡлы сығыш яһап, әленән-әле төрлө бейеклектәр яулайҙар. Мәҫәлән, күптән түгел шундай һылыуҙарҙың береһе “Мисс Азия Альма матер-2017” исеменә лайыҡ булды.

Тыва милли театрында тамамланған Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында “Һылыуҡай-2017” башҡорт гүзәлдәре республика конкурсы еңеүсеһе, “Bashkirian Beauty” студияһы моделе, 18 йәшлек Земфира Байдәүләтова Гран-при яуланы.
Земфира — Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы ҡыҙы. Нәзәкәтлелеге, һығылмалылығы, йомшаҡлығы менән айырылып тора. Уның менән ғаилә хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Был хаҡта Земфира сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер:
– Мин күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе булып донъяға килгәнмен. Урамыбыҙҙы йәмләп торған ҙур йортобоҙ бар. Атайым бик уңған, тырыш. Нимәгә тотонһа ла еренә еткереп башҡара. Таҙалыҡты, матурлыҡты ярата. Ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора. Әсәйемде иһә бик ихтирамлы, иғтибарлы булғаны өсөн яраталар. Иң яҡшы кешем шулай уҡ күркәм холоҡло, наҙлы, йылы йөрәкле. Ул миңә бала саҡтан халыҡ бейеүҙәренә һөйөү уятты. Әйткәндәй, ул үҙе лә матур бейей.
Сәхнә тормошом бейеү менән башланып китте. Мин әсәйемә оҡшарға тырышам. Тышҡы ҡиәфәтем менән атайыма оҡшағанмын, тиҙәр. Ә күңелем, холҡом әсәйемдеке тип уйлайым. Уның кеүек һәр кешегә ярҙамға килергә әҙермен.
Һәр яҡлап ҡурсалап, яҡлап тороусы алты ағайым бар. Уларға ярҙам һорап төнгө өстә шылтыратһам, биш минуттан килеп етәләр. Мине һәр саҡ аңлаған, кәңәш менән ярҙам итеп торған еңгәйҙәрем бар. Тағы ла апайым... Ул — минең өсөн дуҫ-әхирәт. Уға бар серҙәремде, уйҙарымды һөйләй алам. Ошондай ҙур ғаиләнән башҡа үҙемде күҙ алдына килтермәйем.
Баҡса эшендә, хужалыҡта ярҙамлашып, бәпкә көтөп, бәрәңге утап үҫтек. Ауылымдың тәбиғәтен, урманға еләк йыйырға йөрөргә яратам. Туғандарыбыҙ ҙа күп, йәй бала-саға йыйылышып китә торғайныҡ. Ихатала һатыусы, уҡытыусы булып уйнаныҡ.
Башланғыс белемде уңған ҡыҙ тыуған ерендә – Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында ала. Етенсе кластан һуң уҡыуын Өфө республика инженерҙар лицей-интернатында дауам итә. Өлгөр ҡыҙ дүрт йыл буйы баскетбол менән шөғөлләнә. Был спорт төрө буйынса ике йыл рәттән капитан да булған. Республика инженер лицей-интернатында Земфира физика-математика класында белем ала. Информатика һәм программалау фәндәрен төптән үҙләштерә.
Бала саҡтан уҡытыусы булыу хыялы Земфираны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына алып килә. Бөгөн информатика, иҫәпләү техникаһы һәм компьютер технологиялары йүнәлеше буйынса профессиональ белем ала. “Был һөнәргә эйә булыу теләге минең ҡанымдан килә. Әсәйем яғынан туғандарым – барыһы ла уҡытыусы”, – тине һылыу.
Земфира бар көсөн уҡыуға бағышлаған. Каникулда көс туплап, яңы уҡыу йылын башлаған. Тәмле ризыҡтар бешерергә, фотоға төшөргә ярата. Йылдан артыҡ “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһында шөғөлләнә. “Һылыуҡай-2017” конкурсында ла ошо студияла шөғөлләнгәнгә ҡатнашырға баҙнат итә. Уға тиклем “Мисс Рили-2015” конкурсында еңеү яулай.
Әңгәмәсемдән “Мисс Азия Альма Матер” конкурсы хаҡында ентекләберәк һорашам. Земфира кисерештәре менән ихлас уртаҡлашты:
– Студия етәксеһе, миңә шылтыратып, халыҡ-ара конкурста ҡатнашырға саҡырыуҙары тураһында хәбәр итте. Ҡыуанысымдың сиге булманы. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмайынса, әҙерләнә башланыҡ. Рушана Әбсәләмова миңә бейеү ҡуйып бирҙе. Портфолио өсөн Айбулат Аҡбутин менән фотосессия эшләнек. Остазым Альбина Усманова мине оҙатып барҙы.
Тыва Республикаһы беҙҙе матурлығы, хозур тәбиғәте менән әсир итте. Халыҡтың ҡунаҡсыллығына иҫ китерлек, ҡайҙа барһаҡ та, беҙҙе йылы ҡаршы алдылар.
Ә инде конкурсҡа килгәндә, бында Башҡортостан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Ҡаҙағстан, Бүрәт, Ҡалмыҡ, Хакас һәм Тыва республикалары вәкилдәре ҡатнашты. Һәр республиканың иң һылыу ҡыҙҙары бер сәхнәлә көс һынашты. Бөтә һылыуҡайҙар ҙа үҙ-ара дуҫ, татыу булды. Бәйге барышында Тыванан Айлана Монгуш менән айырыуса дуҫлашып өлгөрҙөк. Алсаҡ, барыһы менән дә тиҙ уртаҡ тел таба алған ҡыҙ миңә ярҙам итте. Үҙ телендә сәләмләргә өйрәтте. “Урянхай” студияһына рәхмәттәрем сикһеҙ.
Тыванан мин бары яҡты, ыңғай тәьҫораттар менән ҡайттым. Әйткәндәй, конкурс бер нисә этаптан торҙо. Минең өсөн иң тулҡынландырғаны милли костюмдар конкурсы булды. Алфавит буйынса тәүгеләрҙән булып сығыш яһаным. “Мисс Азия-2017” конкурсын башҡорт милли кос­тюмында асып ебәрҙем. Визитка конкурсында тамашасыларҙы төрөк телендә сәләмләп, үҙем тураһында башҡорт һәм рус телендә һөйләнем. Таланттар конкурсында иһә самауыр менән башҡорт халыҡ бейеүен бейеһәм, Экология йылына арналған авангард костюмдар конкурсында балыҡ булып кейендем. Ошо кейемем менән һыу экосистемаһының проблемаһына иғтибарҙы йүнәлттем. Бөтә ҡыҙҙар араһында заманса бейеү конкурсы ла булды. Әйткәндәй, сәхнәгә мин Зәйнетдиндең “Евразия йөрәге” йыры оҙатыуында Башҡортостаныбыҙҙың флагы, сәк-сәк менән сыҡтым. Был ваҡытта айырыуса яуаплылыҡ тойҙом. Тамашасы сығышымды йылы ҡабул итте, тәнәфес ваҡытында биҙәнеү бүлмәһенә инеп, уңыштар теләп, фотоға төшөргә теләктәрен белдереүселәр ҙә булды.
Нәзәкәтлелек, һығылмалылыҡ, ғаиләнән килгән өлгөлө тәрбиә, күңел донъяһының матурлығы һәм тәрәнлеге, инсафлыҡ, ихласлыҡ сифаттары Земфираны тағы ла сибәр итә.
– “Мисс Азия Альма Матер-2017” конкурсында ҡатнашыу мине яҡшы яҡҡа ғына үҙгәртте. Бындай конкурстар кәрәк тип һанайым. Конкурсҡа әҙерләнеү ваҡытын һағынып иҫкә алам. Үҙ-үҙемә ышанысым, көсөм, ҡыйыулығым артты. Был еңеүҙә ғаиләмдең, дуҫтарымдың, уҡытыусыларымдың өлөшө ҙур. Ошондай сараларҙа ҡатнашырға мөмкинлек биргәне өсөн “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһына, хореограф Рушана Әбсәләмоваға, һәр ваҡыт эргәмдә булған остазым Альбина Усмановаға, миңә ярҙам иткәндәргә, атай-әсәйемә, туғандарыма, дуҫтарыма ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Улар минең өсөн терәк булып, йән атып торҙо. Киләсәктә лә бергә еңеү үрҙәрен яуларға яҙһын, – ти Гран-при хужаһы Земфира Байдәүләтова.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә