Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң күп эскеселәр – төньяҡта һәм ... Мәскәүҙә
Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәрҙе иң йыш ҡулланған халыҡ Магадан өлкәһендә йәшәй. “Роспотреб­надзор” биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был төбәктә үткән йыл ҡулланылған алкоголь йән башына 14-әр литр саф спирт тәшкил итте. Күп эскәндәр исемлегендә шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы, Сахалин өлкәһе һәм Коми Республикаһы бар.
Һыраны иң күп ҡулланыуҙа Мәскәү өлкәһе алдынғылыҡты бирмәй – бында уҙған йыл, йән башына иҫәпләгәндә, 90-ышар литр һыра эскәндәр. Иҫерткес продуктты аҙ һатып алыусылар – Чечня, Ингушетия, Ҡабарҙа-Балҡар һәм Төньяҡ Осетия-Алания халҡы.
“Роспотребнадзор”ҙың былтыр яһалған “Алкоголь ҡулланыу һәм тәмәке тартыуҙың халыҡтың һаулығына йоғонтоһо” тигән докладынан күрене­үенсә, һуңғы биш йылда Рәсәйҙә ҡеүәтле спиртлы эсемлектәр ҡулланыу 40 процентҡа кәмегән. “Росстат” мәғлүмәттәре лә шуны уҡ тиерлек раҫлай: 2011 йылда 1,54 миллиард литр араҡы һәм ликер-араҡы продукцияһы һатылһа, былтыр ошо күрһәткес 930 миллион литр ғына тәшкил иткән. Ил буйынса һуңғы биш йылда һатылған иҫерткес эсемлек, йылына уртаса алғанда, йән башына 10,9 литрҙан 6,6 литрға төшкән.
Ошо уҡ докладта күрһәтелеүенсә, халыҡтың һыра һатып алыуы ла тотороҡло рәүештә кәмей бара: 2011 йылда ул йән башына 70,8 литр һатылһа, былтыр 53,3 литр булды, йәғни 25 процентҡа кәмегән. Былтыр һыраны иң күп эскәндәр Мәскәү өлкәһенә, Хаҡас Республикаһына һәм Сахалин өлкәһенә тура килә. Һыра “яратмаған” төбәктәр – Ингуш һәм Дағстан республикалары.
“Роспотребнадзор” белгестәре раҫлауынса, иҫерткес эсемлектәр һатыуҙың кәмеүенә тотош сәбәптәр комплексы тәьҫир иткән, улар, нигеҙҙә, тыйыу сараларына һәм дәүләттең акциз сәйәсәтенә ҡайтып ҡала. Иң йоғонтоло ҡанун – дәүләттең этил спирты етештереү һәм әйләнешкә индереүҙе көйләүе тураһындағы законы. 2012 йылдың аҙағында үҙ көсөнә ингән ошо ҡанун алкоголде һатыу ваҡытын һәм урындарын сикләй. Акциз хаҡын күтәреү ҙә спиртлы эсемлек хаҡының артыуына килтерҙе һәм уны һатып алыу кәмене.
Хәйер, алкоголь һатыуҙың шулай 40 процентҡа кәмеүенә барыһы ла ышанып бөтмәй. Федераль һәм төбәк алкоголь баҙарҙары буйынса тикше­ренеү үҙәге етәксеһе Валерий Дробиз раҫлауынса, иҫерткес продукцияны һатыуҙың 40 процентҡа төшөүе ялған араҡы баҙарының ғәйәт ныҡ киңәйә башлауы менән аңлатыла. Белеүе­беҙсә, бындай баҙар статис­тикаға буй­һонмай һәм бер ҡайҙа ла иҫәпкә инмәй.
Башҡортостанда ла быйыл 1 ғинуар­ҙан “Башҡортостан Республи­каһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнешкә индереүҙе көйләү тураһында”ғы Закон ғәмәлгә ингәйне. Республика прокура­тураһы башлан­ғысы менән ҡабул ителгән был ҡанун күп фатирлы торлаҡ йорттарҙа һәм уларҙың төкәтмәләрендә урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында алкоголле эсемлек һатыуҙы тыя. Тейешле талаптарға яуап биргән кафе һәм ресторандарға ғына был сикләү ҡағылмай.
Әммә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт был тыйыуҙы хоҡуҡ боҙоу тип иҫәпләй, сөнки ул йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары өсөн тиң булмаған шарттар тыуҙыра. Был ялған алкоголь продукцияһы етештереүҙе кәметеүгә йоғонто яһай алмаясаҡ, тип аңлата белгестәр. Тимәк, сауҙа өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙарҙың был сикләүҙе суд аша юҡҡа сығарыу ихтималы ла бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә