Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауыл ҡатынының тәүәккәллеге
Ауыл ҡатынының тәүәккәллегеИшей ауылында көслө рухлы ҡатын-ҡыҙ бихисап. Улар заман ҡуйған талаптарға тиҙ төшөнә, иртәгә ни булыр тип ҡурҡмай, ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып алға атлай. Шуларҙың береһе Фәрзәнә Зиннәт ҡыҙы Ҡотлобаева – ауылда эшҡыуарлыҡҡа тотонған
иң тәүге ҡатын-ҡыҙ.

Фәрзәнә апай 1959 йылда Ишей ауылында тыуа. Хеҙмәт юлын 18 генә йәшендә Темәс урмансылыҡ хужа­лығының Ишей бүлексәһендә түбәнге келәттә ҡарауылсы булып башлай. Артабан уға пилорамала ауыр эштәр ҙә башҡарырға тура килә. Ауылдашы Мансур Ҡотлобаев менән ғаилә ҡороп, өс ҡыҙға ғүмер бирәләр, уҡытып оло тормош юлына сығаралар.
1994 йылда күңеленә оҡшаған һатыусы һөнәре буйынса ауыл магазинына эшкә сыға. Сибай урман хужалығы бөтөрөлөү сәбәпле, магазин ябыла. 2001 йылда Темәс ауылы эшҡыуары Радик Ахаев Фәрзәнә апайҙың бәләкәй өйөндә магазин аса һәм тырыш ҡатынды һатыусы итеп тәғәйенләй. 10 йылдан ашыу Ишей халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәс, магазинын ябырға була. Булдыҡлы ауылдашыбыҙ баҙап ҡалмай, сөнки халыҡҡа көндәлек аҙыҡ-түлек кәрәк, кейем-һалымға ла күптәр ҡырға йөрөй алмай, бигерәк тә оло быуын кешеләре.
Ошоларҙың барыһын да уйлап, ең һыҙғанып эшкә тотона Фәрзәнә Зиннәт ҡыҙы. Әлбиттә, сауҙа эшен башлап ебәреү еңел бирелмәй. Күп кенә инстанцияларҙы үтеп, тейешле документтар туплай һәм шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, үҙ магазинын йәнләндереп ебәрә ул. Тырыша торғас, ике урында кибет булдыра. Тауарын Магнитогорск, Сибай, Баймаҡ ҡала­ларынан ташый.
Ишейгә юл алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, магазиндарында һәр саҡ яңы бешкән икмәк, һөт ризыҡтары, йәшелсә, еләк-емеш һәм башҡа продукция була. Әйткәндәй, тормош иптәше Мансур ағай – һөйөклө ҡатыны өсөн ныҡлы терәк һәм ярҙамсы. Тилбер ғаилә бергәләп аҙнаһына ҡайһы саҡ ике-өс тапҡыр тауарға йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрарға ла ваҡыт табалар. Фәрзәнә апай үҙенең сауҙа нөктәләрен тик үтемле, халыҡ яратып ҡулланған тауар, ризыҡ төрҙәре менән тулылан­дырыуға ҙур иғтибар бүлә. Тағы ла ул һәр кемдең ихтыяжынан сығып, кәрәкле әйберен табырға тырыша, халыҡтың заказдарын да теүәл үтәй.
Шуныһы мөһим: Фәрзәнә Зиннәт ҡыҙы ауылда үткән бөтә байрамдарға ла ярҙам итә, бигерәк тә балалар өсөн үткә­релгәндәренә ҡыуанып бағыусы була. Йыл да Халыҡ-ара бала­ларҙы яҡлау көнөндә үҙе йәшәгән урам балалары өсөн байрам ойоштора. Үҙендә урғылған дәртте башҡаларға ла күсерергә һәләтле ул: был мәрхәмәтле тәҡдимде шул урам ҡатындары ла ихлас күтәреп ала. Сама­уырҙарын борҡотоп, тәм-том ризыҡтарын тотоп, балалар өсөн уйындар үткәреп, йырлатып-бейетеп, күңелле тамашаға әүе­релдереп, кескәйҙәрҙең күңелен күтәрәләр. Әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, Фәрзәнә апайҙың өс ҡыҙы ла һатыусы һөнәрен үҙләштерҙе. Әлеге мәлдә бул­дыҡлы эшҡыуар, ҡатын, дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәй булып, тырышып эшен киңәйтә.

Баймаҡ районы,
Ишей ауылы.


Автор: Венера ҠАСҠЫНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә