Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәңге тере “Локомотив”
Мәңге тере “Локомотив” Бөгөн хоккей – иң популяр спорт төрҙәренең береһе. Бәлки, шуға ла “Йәшлек” гәзитендә эшләгән йылдарҙа уйынсылар, матчтар тураһында йыш яҙырға насип булды. Денис Афиногенов, Руслан Нуретдинов, Рөстәм Камалетдинов, Ринат Хәсәнов кеүек оҫталар менән әңгәмә ҡоролдо. “Салауат Юлаев” хоккей командаһының элекке уйынсыһы Андрей Василевский ике улын ул йылдарҙа хоккейға йөрөтә генә ине әле. Ул малайҙар менән булған тәүге әңгәмә лә йәштәр баҫмаһында сыҡты. Тренер Сергей Николаев заманында “Салауат Юлаев”тың ҡапҡа һаҡсыһы булған Константин Симчукты бер үҙе “ярты команда” ти торғайнылар. Уның менән һөйләшеү ҙә ныҡ хәтергә һеңеп ҡалды. “Салауат Юлаев”тың кемлеген беләһеңме?” тигән һорауға ул: “Тарас Бульба үҙ халҡы өсөн кем булһа, Салауат Юлаев та башҡорттар өсөн шундай уҡ ҡаһарман!” – тип яуаплағайны. Быны ишетеүе бик күңелле булды, сөнки бынан 10-15 йылдар самаһы элек спортсыларҙың, хоккейға балаларын йөрөткән ҡайһы бер ата-әсәләрҙең дә Салауат Юлаевтың кемлеген белеп бөтмәүен яҙғайнылар.
Хоккейсылар араһында төрки фамилиялыларҙы ишетеп ҡалһаң, улар менән әңгәмәләшергә тырышыу теләге уяна. Шундайҙарҙың береһе – Ярославлдең “Локомотив” командаһы уйынсыһы Александр Ғәлимов менән беренсе һәм һуңғы тапҡыр күрешкән булып сыҡтыҡ. Йәш уйынсы Континенталь хоккей лигаһында ғына түгел, Рәсәй суперлигаһында ла үҙен күрһәтеп өлгөргәйне. Александр Сәйетгәрәй улына әңгәмә ҡорорға теләп өндәшкәйнем, әммә ваҡыт самалы булыу сәбәпле, өлгөр­мәнек. Шулай ҙа быға әллә ни әһәмиәт тә бирмәнем, сөнки Ринат Хәсәнов менән һөйләшеүҙе лә ул “Салауат Юлаев”та уйна­ғанда башлаһаҡ, аҙаҡ, икенсе командаға күскәс, тамамлап ҡуйғайныҡ.
2011 йылдың 7 сентябрендә Саша Ғәлимов йәнә үҙе хаҡында хәбәр итте. Был мәлдә мин ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас үҙенсәлекле сүрәттә – йөклө килеш шифа­ханаға килеп урынлашҡайным. Телевизорҙы тоҡандырғас, иң тәү ишеткән хәбәрем шул булды: “Як Сервис” авиакомпанияһына ҡара­ған “Як-42” авиалайнеры халыҡ-ара рейсты үтәгәндә Ярославль ҡалаһы эргәһендә ҡолаған. Һөҙөм­тәлә 45 кешенән торған экипаждың 43-ө шунда уҡ һәләк булды. Александр башта иҫән ине әле. Уның хатта үҙенең фамилияһын атауы, иң шәп табиптар ҡулына эләгеүе ҙур өмөттәр уятты. 12 сентябргә тиклем таныш хоккеисының терелеүен теләнем, әммә... Бөтә тәне, эске ағзаларының 87 проценты янған Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы, үҙ эшенең оҫтаһы Александр Ғәлимов мәңгелеккә күҙен йомдо.
Был көн минең өсөн шифаханала аҙаҡҡыһы булды, шунда уҡ дауаханаға илтеп һалдылар. Хоккей спортын үҙ иткәнгә генә түгел, тотош команданың күҙ асып йомған арала һәләк булыуы менән килешеүе бик ауыр ине шул. Шуға күрә юлым Ярославлгә төшһә, мотлаҡ мәңгелеккә атлаған хоккей командаһы шөғөлләнгән спорт һарайын инеп күреп, уларҙың яҡты рухына арнап шул ерҙә доға ҡылам, ултыртылған ағастарҙы ҡарап сығам тигән һүҙем бар ине. Бына, ниһайәт, был ҡаланы ла яҡындан күрергә насип булды.
Дөрөҫөн әйткәндә, самолет шартлауға алты йыл тулған мәлдә “Локомотив”ты ниңә хәтергә алыуымды үҙем дә аңлатып бирә алмайым, әммә команданың уйындары үткән, күнекмәләре барған ҡаланы, спорт һарайын барып күргәс, Саша менән эшләнмәгән әңгәмәнең тынғы бирмәүе ҡулға яңынан ҡәләм алырға мәжбүр итте, күрәһең.
Самолетта ул ваҡытта, алда әйткәнемсә, 45 кеше булған: 37 пассажир һәм экипаждың һигеҙ ағзаһы. 39-ы тән йәрәхәттәренән, өсәүһе һыуға батып, береһе тәне бешеүҙән шунда уҡ яҡты донъя менән хушлашҡан. Хоккейсы Саша Ғәлимов менән авиация һәм радиоэлектрон йыһазландырыу буйынса инженер Александр Сизов дауаханаға урынлаштырылды (әйткәндәй, ул бөгөн дә иҫән, әммә бер кем менән дә аралашмай ҙа, әңгәмә лә бирмәй). Икеһе лә иң аҙаҡҡы рәткә ултырыу һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәү сәбәпле, самолет ҡолау менән Туношонка йылға­һына ырғытылған. Сашаны шул мәлдә дежурҙа булған Эске эштәр министрлығына ҡараған омон отряды хеҙмәткәрҙәре табып алған. Ул мәлдә хоккейсы үҙ аңында булып, хатта фамилияһын атаған. Ул янған самолет эсенән дә үҙе сыҡҡан.
Бөтә донъя менән доға ҡылыуға ҡарамаҫтан, фани­лыҡ­тың үҙ ҡанундары. 12 сентябрҙә Александр Ғәлимов та А. Вишневский исемендәге ғилми-тикшеренеү институты дауахана­һынан командалаштары артынан “эйәрҙе”.
Ул көндө “Як-42Д” Ярос­лавлдән Минск ҡалаһына чартер рейс булараҡ һауаға күтәрелгәйне. Континенталь хоккей лигаһының регламентына ярашлы, “Локомотив” ҡаланың “Динамо” командаһы менән уйынға йүнәлгәйне. Әммә Мәскәү ваҡыты буйынса 15 сәғәт 58 минут 36 секундта “Туношна” аэропортында ҡәҙимге тәбиғәт шарттарында һауаға күтәрелер өсөн осош һыҙатынан ситкә тайпыла һәм күккә ҡара тупраҡтан күтәрелә башлай. Әммә оҙаҡ оса алмай лайнер – биш-алты метр бейеклеккә күтәрелеү менән радиомаякка бәрелеп, Туношонка йылғаһы ярҙарына килеп төшә һәм шартлай. Самолет емерек­лектәре һәм ҡойроҡ өлөшө йылғаға ҡолай...
Төп составтың һәләк булыуы сәбәпле, был миҙгелдә “Локомотив” хоккей командаһы КХЛ-дан төшөп ҡалды. Әммә ул тиҙ арала тупланып, әйткәндәй, 90 процент үҙ тәрбиәләнеүселәренән, киләһе миҙгелдән көйәрмәндәрҙе ҡыуандырып та, һыҙландырып та боҙ майҙанына сыҡты.
Әгәр Башҡортостан халҡы, хоккей көйәрмәндәре хәтерләһә, тап ошо көндө, 7 сентябрҙә, Өфөлә КХЛ уйындары башланыу айҡан­лы “Салауат Юлаев” менән “Атлант” командаһы араһында матч башланып тора ине. Әммә авиаһәләкәт тураһында хәбәрҙе Континенталь хоккей лигаһының президенты Александр Медведев иғлан итеү менән, уйын туҡта­тылды. 12 сентябрҙә ошо уҡ командалар яңынан осрашып, “Локомотив” кубогы өсөн көс һынашты. “Салауат Юлаев” һәм “Атлант” командалары уйынсылары Өфөләге сиркәүгә йүнәлде, көйәрмәндәр ҙә улар артынан ҡалманы. Был көн ана шундай күңел һыҙланыуҙары менән тарихҡа инеп ҡалды.
Ә нимә булды һуң самолет менән? Ошо һорауҙы һәр кем үҙенә биргәндер, моғайын. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү менән Дәүләт-ара авиация комитеты шөғөлләнде. Һәләкәттең төп сәбәбе тип самолет ҙур тиҙлек алған мәлдә пилоттарҙың береһенең тормоз педаленә баҫыуын атанылар. Ул көндәрҙә бөтә ваҡытлы матбуғат баҫма­лары, радио һәм телетапшы­рыуҙарҙа тик ошо ваҡиға ғына телгә алынды, ентекле тикшерелде. Бар халыҡ таң ҡалды: донъялағы иң популяр спорт төрө уйынсылары ултырған самолет шартлаған икән, башҡаларға ни һан... Илдең авиация базаһы, профессионалдарҙың эшмәкәр­леге ҡабат-ҡабат телгә алынды. Малахов кеүек популяр тележурналистар бер генә түгел, әллә нисәмә тапшырыуҙарын ошо ваҡиғаның төбөнә тоҙ ҡойоуға бағышланы.
Ә шулай ҙа ниндәй лайнерға ултырған булған икән уйынсылар? “Як-42Д” самолеты (регистрация һаны RA-42434, заводтыҡы 4520424305017, серия һаны 17-05) Һарытау авиация заводы тарафынан 1993 йылдың 1 ок­тябрен­дә эшләп сығарылған. Ул федераль милек исемлегендә торған һәм 2009 йылдың 24 сентябрендә М. Хруничев исе­мендәге дәүләт йыһан үҙәгенә тапшырылған. Шул уҡ йылда “Як Сервис” авиакомпанияһы тарафынан лизингка алынған булған. Быға тиклем ул “Орел Авиа (Универсал)” (1993 йылдың 21 июненән 1997 йылдың 18 апреленә тиклем), “Быково Авиа” (2000 йылдың 10 мартына тиклем), “Центр-Авиа” (2002 йылдың 18 ғинуарына тиклем), “ФГУ АП “МЧС” (2002 йылдың 10 октябренә тиклем), “Шар Инк ЛТД” (2004 йылдың 30 ноябренә тиклем), “Аэро Рент” (2007 йылдың 23 авгусына тиклем), “Галактика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (2009 йылдың 24 сентябренә тиклем) ҡара­мағында торған. Осоу яраҡлылығы сертификаты 2013 йылдың 1 октябрендә сығырға тейеш булған. 2011 йылдың 16 авгусында, йәғни фажиғә булыр алдынан 20 көн элек кенә, ул Ҡазанда план буйынса техник хеҙмәтләндереү үткән һәм бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәре асыҡланмаған. Лайнер А. Ивченко исемендәге ике контурлы турбореактив “Прогресс” Д-36 3МКБ двигателдәре менән йыһазландырылған. Һәләкәт көнөнә тиклем 3112 тапҡыр осош яһаған, йәғни 6490 сәғәт (тәғәйенләнгән ресурстан – 12000 сәғәттән – ике тапҡырға әҙерәк) осҡан. Әйткәндәй, быға тиклем дә, йәғни 2011 йылдың 27 авгусында, хоккейсылар тап ошо самолетта Рига – Мәскәү араһын үткән һәм “Латвия тимер юлдары кубогы”н яулап ҡайтҡан. Барыһы ла ыңғай ғына кеүек тә бит, әммә белгестәр “Як Сервис” авиакомпа­нияһының ошондай ете самолеты булған, әммә улар менән файҙаланыу өсөн лицензия 2011 йылда туҡтатылған тип тә иҫәпләй. Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Вдадислав Третьяк, Рәсәй йыйылма командаһы ҡабат бер ҡасан да “Як” самолеттарына ултырмаясаҡ, тип белдерҙе.
Самолет менән бик тәжрибәле экипаж идара иткән. Һауа судноһы командиры – 44 йәшлек Андрей Соломенцев, икенсе пилот – 49 йәшлек Игорь Жевелов, бортмеханик – 42 йәшлек Сергей Журавлев. Экипаж яңыраҡ төҙөлгән була һәм был составта бары тик ике рейс ҡына эшләп өлгөргән. Ниндәй генә тикшереүҙәр, ентекле анализдар эшләһәләр ҙә, бөгөнгәсә бындай фажиғәләрҙең төп сәбәбе асыҡланмаған, тиергә лә була. Ғөмүмән, тап ошо фажиғәнән һуң ул ваҡыттағы ил башлығы Дмитрий Медведев Рәсәйҙең бөтә авиация системаһын тикшерергә, самолет паркын ҡыҫҡартырға ҡушты, шәхси ҡулдарға күсеүҙе тыйҙы, үҙебеҙҙең самолет етештереүселәргә ҡаршы килһә лә, иң сифатлы лайнер­ҙарҙы сит илдән алырға тәҡдим итте.
Һәләкәттең эҙемтәләрен бөтө­рөүҙә 44 махсус техника һәм 103 кеше, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы белгестәре лә ҡат­нашты. 2011 йылдың 7 сен­тябрендә һәләк булғандарҙың һәр береһенең кәүҙәһе табылған.
...Яңынан Саша хаҡындағы мәғлүмәттәргә әйләнеп ҡайтам. Уның менән көйәрмәндәр “Арена-2000” боҙ һарайында 13 сен­тябрҙә хушлашты. Мосолман йолаларын үтәп, доға ҡылынып, Ярославлдең Чурилков зыяратында ерләнде. Тура трансляциялар барышында урындағы мулланың Александрҙың эргәһенән дә китмәй тиҫбе тартыуын күрһәт­теләр. Башҡалар бүтән дин вәкилдәре булғас, улар үҙ йолаһы буйынса ер ҡуйынына тапшырылды. Сашаны мосолманса ерләүҙе ойошторғандары өсөн ата-әсәһенә лә рәхмәт. Әйткәндәй, уның 2009 йылда тыуған Кристина исемле ҡыҙы ҡалды. Ҡатыны Марина ла – спортсы, “Ярославич” волейбол командаһы хореографы, ҡеүәтләү командаһы бейеүсеһе.
Бала сағынан уҡ Саша бик йомшаҡ күңелле, йомарт бала булған. Иҫ китерлек бай ғаиләлә лә үҫмәгән ул, әммә тәүге эш хаҡына скумбрия балығын алып, бәрәңге бешереп ҡуйып, ата-әсәһенә ғаилә байрамы эшләгән. Балыҡ тоторға яратҡан егет атаһы менән тап самолет ҡолаған йылғаға йөрөгән. Ярославлдең төп хоккей командаһында уйнай башлау менән ата-әсәһенә лә ошо йылға ярында өй һатып алып биргән. Юлға сығыр алдынан бер көн элек тә атаһы менән балыҡҡа барып килгәндәр. Берҙән-бер улдарын юғалтҡан Ғәлимовтар бөгөн бер-береһенә терәк булып йәшәй, ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә, тип хәбәр итәләр Интернет селтә­рендә. Ярҙамсыл, йомарт Саша­ның ата-әсәһенә генә түгел, туғандарына, таныштарына һоҡ­ланғыс мөнәсәбәттә булыуы хаҡында күп яҙҙылар социаль селтәрҙәрҙә. Һәр кем хоккейсыға киң күңеллелеге, иғтибарлылығы, тормошто яратыуы өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: самолет шартлап, бер нисә ай үткәс, Елена менән Сәйетгәрәй Ғәлимовтарҙы “Локомотив” хоккей командаһының генераль директоры Юрий Яковлев осрашыуға саҡыра. Улар, нимә булды икән тип аптырап ҡалһа ла, бара. Баҡтиһәң, Түбәнге Кама ҡала­һында йәш, шәп уйынсы бар икән, әммә уны Ярославль коман­даһына алыр өсөн Сашаның ата-әсәһенең рөхсәте кәрәк. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки егеттең фамилияһы Ғәлимов! Эйе, Эмиль Ғәлимов 2011 йылдан 2016 йылға тиклем ошо командала уйнаны. Сашаның ата-әсәһе менән тығыҙ аралашты.
Александр Ғәлимовтың командалашы капитан Иван Ткаченко хаҡында ла һәләк булғандан һуң тетрәндергес мәғлүмәттәр билдә­ле булды. Баҡтиһәң, хоккейсы ил буйынса бик күп яман сирлеләргә һаулығын нығытырға ярҙам иткән, ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Иң һуңғы тапҡыр ул 500 мең һум аҡсаһын тап һәләк булған көндө бер ауырыу ҡыҙҙың иҫәбенә күсергән. Егеттәр, әйтерһең, үҙҙәренең бәхетен башҡаларға өләшеп биргәндәй, янындағы­ларҙы, тәү күрешкән, хатта күрешмәгән кешеләрҙе ҡыуанды­рып, Ер йөҙөндә изгелек ҡылыу тигән иң изге ғәмәл ҡолдары булып Күккә олғашҡан...
Самолет шартлағандан һуң бер ай буйына Ярославлдә ямғыр яуған. 44 кешенең ғүмерен өҙгән фажиғә был ҡаланы ғына түгел, тотош донъяны тетрәтте. Туғыҙ ил гражданы ултырған булған лайнерға. Һәр илдә хоккейсы­ларҙың исемдәрен мәңге­ләштереү эштәре барҙы. Әйтәйек, “КХЛ-ТВ” телеканалы 12 сентябргә тиклем “Локомотив” хоккей коман­даһының быға тиклемге ике миҙгел уйындарын күрһәтте, уйынсылар менән булған әңгәмәләрҙе ҡабатланы.
10 сентябрҙә “Арена 2000” боҙ һарайына команда ағзалары менән хушлашырға 100 меңдән ашыу кеше килгән. Ошо уҡ көндө “Арена Омск” комплексында ҡапҡасы Александр Вьюхинды һуңғы юлға оҙаттылар. Өлкә губернаторы Леонид Полежаев уның ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтәсәге һәм ҡәберенә һәйкәл ҡуйыу сығымын Омск өлкәһе ҡаҙнаһынан алына­сағы хаҡында әйтте.
Праганың Иҫке урын май­ҙанында ла 11 сентябрҙә күҙе йәшләнмәгән кеше бул­ма­ғандыр. Рәсәй көйәр­мәндәре яратып өлгөргән көслө уйынсылар Карел Рахунек, Ян Марек, Йозеф Вашичек менән хушлаштылар унда. “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйынсыһы Александр Радулов Ян Марек менән боҙ өҫтөндә бер генә тапҡыр сәкәләшмәне, шуға күрә уны беҙҙең көйәрмәндәр айырыуса яҡшы хәтерләй торған­дыр. Чехияның хоккей союзы рәйесе Томаш Крал 4, 15, 63 уйын һандары тап ошо хок­кейсыларҙа мәңгелеккә тороп ҡаласағы һәм илдең йыйылма командаһы оҫталары иҫтә­легенә һәйкәл ҡуйыласағы хаҡында хәбәр итте. Былары хәтер өсөн, киләсәк өсөн эшләнде.
Ошо уҡ йылдың 9 сен­тябренән һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына 2 025 000 һум күләмендә аҡсалата компенсация түләнәсәге хаҡында хәбәр ителде. Бынан тыш, Ярославль өлкәһе ҡаҙна­һынан 300 мең һум, ҡала ҡаҙнаһынан 150-шәр мең һум ярҙам бүленеүе билдәле булды. Аҡса нимә инде, анау хәтлем йәш ғүмерҙәр өҙөлгәндә, был һандарҙың артында нисә нуль тороуы берәүҙе лә ҡыҙыҡһын­дыр­маны. Яҙмыш тигән нәмә барыһын хәл итә лә ҡуя. Ана бит, Юрий Урычев йәрәхәт алыу сәбәпле, Минскиға бөтөн­ләй осорға тейеш булмаған, әммә команданан тороп ҡалмайым тип юлға сыҡҡан... Ә Александр Калянин өсөн был матчҡа икенсе һөжүм итеүсе Максим Зюзякин барырға тейеш булған, әммә тәүгеһенең йәрәхәте төҙәләүе асыҡланғас, икен­сеһе ҡалала тороп ҡалған...
Ярославлдең боҙ аренаһы янына яҡын килгәндә үк күңелде тәрән тетрәнеү солғап ала. Сәкәндәрҙән эшләнгән осоп барған әллә самолет, әллә ҡош һынын күреп, күҙгә йәш эркелә. Ә боҙ аренаһының диуарында “Мәңгелек команда” исеме аҫтында хоккейсыларҙың йылмайған фотолары ҡаршы ала.
Үҙ-үҙемә яңынан һорау бирәм: ниңә яҙырға булдым әле был хаҡта алты йыл үткәс? Һоҡланғыс хоккей оҫталары хаҡындағы иҫтәлек тынғы бирмәнеме? Әллә Саша менән эшләй башлаған әңгәмәне тамамлап ҡуйғы килдеме? Унһыҙ ғына. Әллә илдең авиация базаһы торошо уйға һалдымы? Хәйер, был хаҡта барыбер һыҙла­ныуымды еткерергә тейеш инем кеүек...

Ярославль ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872