Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кирза итектәрҙе сисәйек...
Кирза итектәрҙе сисәйек...Беҙ һәммәбеҙ — Ер кешеләре, тәбиғәт балалары. Донъя киңлектәрендә әле тағы меңәрләгән үҫемлек, урман-болондар, йылға-диңгеҙҙәр, ҡош-ҡорт, кейектәр үҙ көйөнә йәшәп ята. Беҙгә меңәр быуаттар элек бына ошондай донъя менән туғандарса йәнәшә, татыу йәшәү гармонияһы бүләк ителгән. Ләкин беҙ, кешеләр, ошо алтын ҡағиҙәне боҙҙоҡ: үҙебеҙҙе ашатҡан, эсергән, һулыш алырға мөмкинлек биргән берҙән-бер тәбиғәтебеҙҙе рәнйеттек һәм әле булһа ҡыйырһытабыҙ, тирә-йүнебеҙҙәге барлыҡ нәмәне һәм тере йән эйәләрен ҡырып-һепереп юҡҡа сығарабыҙ. Ҡыҙыл китап астыҡ-асыуын, әммә браконьерҙар уны уҡыймы һуң?

Тәбиғәт һәм ундағы макро-микродонъя беҙҙән башҡа ла бик рәхәтләнеп, үҙ ыңғайына йәшәй алыр ине. Юҡ, беҙ бит уның һәммә мөйөшөнә тиклем мылтыҡ һәм кирза итек менән үтеп инәбеҙ, сәйәси телдә әйтһәк, “эске эштәренә ҡыҫылабыҙ”, күп нәмәләрҙең аҫтын-өҫкә килтерәбеҙ.
Миҫалдармы? Быуа быуырлыҡ! Уларға туҡталғансы, иң әүәл ғалимдар һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ әле. Улар аңлатыуынса, бөгөнгө заманда донъяға һәм кешелеккә өс төрлө ҡурҡыныс янай: экологик һәләкәт, атом һуғышы һәм, ниһайәт, быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән мәҙәни-әхлаҡи хазиналарҙың емерелеүе.
Донъяла кешенән дә рәхимһеҙ зат юҡтыр, моғайын. Ниндәйҙер шауҡымға бирелеп, бәрәкәтле сәсеүлек ерҙәребеҙҙе химик ашламалар менән ағыуланыҡ. Батшалыҡ дәүерендә лә һәм советтарҙың “биш йыллыҡтар”ында ла ҡалын-ҡалын урмандарҙы ҡул һәм техника көсө менән ҡырҙыҡ, таланыҡ, киҫтек-тураныҡ. Был ҡырылыу процестары Себер киңлектәрендә әле булһа дауам итә: урман әҙерләүселәр илгә лә, күрше Ҡытайға ла гектары-гектары менән ағасты ҡыра-ауҙара, эшкәртә тора. Тейешле контроль етмәгәнлектән, быларҙың күбеһе йәшертен һәм енәйәтсел юл менән эшләнә.
Себер һәм Амазонканың атаҡлы урмандары донъялағы иң таҙа һәм бай хазиналарҙан һанала ине, ләкин хәҙер бының менән маҡтанып булмай. Кешеләр был байлыҡты талай, исраф итә һәм ошо һөжүмде туҡтатырлыҡ аҡыл көсө әлегә күренмәй.
Нефть ҡатламдарына тәрәнерәк төшә барған һайын йылға-күлдәребеҙ, шишмәләр кибә, һыуыбыҙ эсергә яраҡһыҙға әүерелә. Донъялағы иң таҙаларҙан һаналған Байкал күлебеҙ ҙә үҙенең сафлыҡ сифаттарын юғалта бара, сөнки уның йәнәшәһендәге ҡағыҙ-целлюлоза комбинаты үҙенең әшәке-ташландыҡ һыуын һаман шунда ағыҙа бирә. Был экологик енәйәттәр өсөн әле берәүҙе лә хөкөм иткәндәре юҡ. Ангара, Енисей кеүек гиганттарҙы ла буйһондорорға, йүгәнләргә тырышып ҡараныҡ. Улай ғынамы, хатта ҡайһы бер йылғаларҙы кирегә бороу пландарына хәтлем барып еттек. Ошо фантастик, бойомға ашмаҫтай уй-ниәттәр менән йәшәгән ахмаҡ ғалимдарҙың үҙҙәренең муйынын ваҡытында кирегә бороп ҡуяһы булған да бит!
“Сиҙәм ерҙәр” тигән булып, күпме даланы яраҡһыҙ хәлгә килтерҙек. Хәҙер ундағы тәбиғәт балансын төҙәтеп-дауалауға көсөбөҙ етерме икән? Ерҙәгеһе – бер хәл, инде ғаләмгә лә ҡул тыға башланыҡ. Йы­һанға күтәрелеү һәм “йондоҙҙар һуғышы” өсөн күп­ме миллиардтар, ҡул һәм аҡыл көсө, нанотехнология, затлы металл исраф ителә! Был иҫәпһеҙ аҡсаны кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, кәм тигәндә, йорттар төҙөү өсөн файҙаланаһы ине лә бит...
Күктең атмосфера һәм озон ҡатламдары йыһан ракеталары тарафынан күптән тишкеләнеп бөттө инде. Был “ҡара тишек”тәрҙән йәһәннәм еле өрә хәҙер.
Әҙәм балаһының насар һәм алама ғәмәлдәренә яуап рәүешендә тәбиғәт үҙенең үсен ҡайтара башланы түгелме? Күп ҡалалар һыу аҫтында ҡалды. Японияны ла ут менән дә, һыу менән дә бик ныҡ киҫәтте тәбиғәт. Европаның алға киткән илдәренә һыу ташҡыны ябырылды. Ғалимдар бының сәбәбен теүәл генә аңлата алмай, ләкин шуныһы асыҡ: үҙен рәнйеткән өсөн тәбиғәт беҙҙән — кешеләрҙән ана шулай үс ала.
Аҡмы-ҡыҙылмы, ҡарамы-зәңгәрме – ниндәй төҫтә генә булмаһын, Ер шарындағы иҫәпһеҙ-һанһыҙ генералдарҙың барыһы ла бер сыбыҡтан һөрөлгән тиерлек: уларҙың психологияһы, йәшәү һәм фекерләү рәүеше власҡа, кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ итеүгә, ер бүлешеүгә, бәләкәй һәм көсһөҙ илдәрҙе ҡурҡытыуға, баҫып-яулап алыуға ҡоролған. Ошо миссияларына мәңге тоғро улар.
НАТО илдәре кешелеккә ҡаршы бик күп яуызлыҡ эшләп өлгөрҙө. Афғанстан һәм Ираҡҡа баҫып инеү... Бер гонаһһыҙ Ливияны тупҡа тотоу... Саддам Хөсәйенде аҫып ҡуйыу... Муамар Каддафиҙы үлтереү һәм мәйетен бөтә ватандаштары алдында мәсхәрә итеү... Һикһәндән уҙған Хөсни Мөбәрәкте аяҡһыҙ-телһеҙ ҡалдырыу һәм башҡалар. Мосолман донъяһына “тәре походы” түгелме ни былар? Сиратта кем? Донъя­ла бер генә президент та, ил башлығы ла саф була алмай. Ыңғай хеҙмәттәрен иҫәпкә алмайынса, уларҙың һәммәһен дә хурлыҡ бағанаһына терәп ҡуйыу дөрөҫ ғәмәлме?
Статистика буйынса, кешелектең тарихын 300 меңгә яҡын һуғыш-бәрелеш тәшкил итә. Күпме үлтереш, юғалтыуҙар, харабалар тигән һүҙ был! Барлығы дүрт миллиардтан ашыу кеше үлтерелгән. Әгәр аҡылыбыҙ етһә, ҡылысһыҙ ғына йәшәй алмаҫ инекме ни? Ҡул һәм аҡыл көсөбөҙҙө төҙөлөшкә һәм ижади эштәргә бағышлаһаҡ, тормош яҡшырып ҡына китәсәк тәбаһа.
Кешелек атлаған юлдар ҡан, ғазап һәм күҙ йәштәре менән йыуылған. Хәрби машина беҙҙе һаман да иҙә, тапай, мыҫҡыл итә, ашар ризығыбыҙҙы тартып ала, ерҙәге гармонияны боҙа. Иң ҡыҙғанысы – бының иге-сиге күренмәй. Заманында Гитлер, Сталин, Мао кеүектәр донъя халыҡтарының ғазаптарын арттырған, көсәйткән генә. Уларға алмашҡа тарих сәхнәһенә эреле-ваҡлы яңы тирандар килмәксе. Бер ниндәй бәддоғанан, Аллаһтан ҡурҡыу юҡ.
Йәмғиәтебеҙҙе әхлаҡи сафландырыу көндән-көн ҡыйынлаша бара. Ергә, тәбиғәткә, уның бай­лыҡтарына йылы мөнәсәбәт, кешелектәге сәләмәт ҡанундарҙы хөрмәт итә белеү, намыҫлы булыу әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренә туранан-тура бәйле. Боҙоҡ һәм тәртипһеҙ йәмғиәттә йәшәү һауаһы етешмәй, әхлаҡ шишмәләре һайығып ҡала, ҡорғаҡһый. Һуңғы ун-егерме йылда беҙҙә аҡсаға табыныу культы көсәйҙе. Был бик ҡурҡыныс. Ә бит иң саф, дөрөҫ юл – Аллаһҡа табыныу, уның мәрхәмәтенә һыйыныу. Дин һәм кешелеклелек юлына аяҡ баҫҡан илдәр, халыҡтар, милләттәр үҙенең йөҙөн һәм шөһрәтен һис ҡасан юғалтмаҫ.
Тормошобоҙҙа енәйәтселәр ниңә күбәйеп китте? Бөтә бәлә – динһеҙлектә, иманһыҙлыҡта. Телевизор каналдарының ҡайһыһын ғына ҡабыҙып ебәрһәң дә – үлтереш һәм енәйәт... Шул уҡ ваҡытта бынан йөҙ йыл, мең йыл элек хандар, батшалар, ил башлыҡтары ни һөйләһә — бөгөнгө оло сәйәсмәндәр ҙә тыныслыҡ, яҡшылыҡ, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ тураһында нәҡ шул уҡ һүҙҙәрҙе тәҡрарлай. Исем-фамилиялар, йөҙ-ҡиәфәттәр генә үҙгәрә, үҙ-ара татыулыҡҡа саҡыралар, йәнәһе, ә ысынбарлыҡта шуларҙың гел киреһе эшләнә.
Тормошобоҙҙа барған аяныс, хатта ҡот осҡос хәлдәрҙе күҙҙән кисергәндән һуң бер һорау тыуа: беҙ кем, кеше тип аталырға хаҡыбыҙ бармы?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә