Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юрист кәңәштәре
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Ҡәйнәмде шатландырам тигәйнем...

— Декабрь аҙағында ҡәйнәмә кер йыуыу машинаһы алып биргәйнем. Ул баштан уҡ хөрт кенә эшләне, февралдә бөтөнләй боҙолдо һәм мартта магазиндың сервис үҙәгенә ремонтҡа алып киттеләр. 45 көндән кире ҡайтарырбыҙ, тиҙәр. Минең ул тиклем көткөм килмәй. Яңы кер йыуыу машинаһы йәки тауар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыуҙарын талап итә аламмы? Әгәр был мөмкин икән, хоҡуҡтарымды ниндәй закон яҡлай?
Зәйнулла, Салауат ҡалаһы.


— Граждан һәм тауарҙы ваҡлап һатыусы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законы көйләй. Шунан башлайыҡ: кер йыуыу машинаһы ҡатмарлы техник тауар иҫәпләнә, шуға күрә ҡулланыусы үҙенең хоҡуҡтарын яҡлағанда, Закон ҡайһы бер сикләүҙәр ҡуя. Тауарҙы эшләүсе уға мотлаҡ бер йылдан да кәм булмаған гарантия срогы билдәләргә бурыслы. Әгәр тауарҙы һатып алғандан һуң 15 көн эсендә унда етешһеҙлектәр тапһағыҙ, аҡсағыҙҙы кире алырға йәки тауарҙы шундай уҡ яңыға алмаштырырға йәки тауарҙың хаҡын кәметеүҙе талап итә алаһығыҙ. 15 көн ваҡыт үтеп китһә, түбәндәге осраҡтарҙа ошо уҡ талаптарҙы ҡуя алаһығыҙ:
— тауарҙа етди етешһеҙлек тапһағыҙ;
— уның етешһеҙлеген бөтөрөү өсөн әлеге Закон менән билдәләнгән срок боҙолғанда;
— гарантия осоронда тауарҙың боҙолоу көндәре, дөйөм алғанда 30 көндән ашып китһә.
Закондың преамбулаһында билдәләнеүенсә, тауарҙың етешһеҙлеген бөтөнләй төҙәтеп булмағанда йәки ул бер нисә ҡат асыҡланғанда, ул етди тип һанала. Шулай уҡ ремонттан һуң тауар ҡабаттан боҙолһа, был да етди етешһеҙлек иҫәпләнә. Шуға күрә ремонтта булған машинағыҙ тағы ла бер тапҡыр боҙолһа һәм әлеге сәбәптәр буйынса эшләмәһә, һеҙ Закондың 18-се статьяһына нигеҙләнеп аҡсағыҙҙы кире ҡайтарыуҙы талап итә алаһығыҙ. Ошо уҡ Закондың 20-се статьяһына ярашлы, ремонт ваҡыты ике яҡтың яҙма килешеүе буйынса билдәләнә, тик 45 көндән ашыу булырға тейеш түгел.
Әйткәндәй, Закондың 20-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы, әгәр өс көн эсендә талап итһәгеҙ, һеҙгә ремонт осоронда бушлай ҡулланыу өсөн шундай уҡ тауар биреп торорға тейештәр.

Суд ҡайҙа булырға тейеш?

— Суд бары тик яуап тотоусының йәшәгән урынында ғына булырға тейешме? Дәғүә биреүсенең йәшәгән ере буйынса ла үтеүе мөмкин, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
Рәхилә, Борай районы.


— Рәсәйҙең Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 28-се статьяһына ярашлы, судҡа дәғүә яуап тотоусының йәшәгән урыны буйынса бирелә. Кодекстың 29-сы статьяһында башҡа судта ҡаралырға тейешле осраҡтар ҙа билдәләнгән. Түбәндә дәғүә биреүселәрҙең йәшәгән урыны буйынса ҡаралған эштәр исемлеген бирәбеҙ. Улар: алимент талап итеү, атайлыҡты билдәләү, никахты өҙөү (дәғүә биреүсе балалы йәки һаулығы буйынса яуап тотоусы йәшәгән ергә бара алмаған осраҡта). Бынан тыш, ғәриплек йәки һаулыҡҡа зыян килтереүҙәре сәбәпле зыянды ҡаплағанда, ҡараусыһы вафат булып ҡалғанда, хеҙмәт, пенсия һәм торлаҡ хоҡуҡтарын тергеҙгәндә, законһыҙ тартып алынған милекте йәки уның хаҡын ҡайтарғанда граждан күргән зыянды ҡаплатҡанда, законһыҙ рәүештә енәйәт яуаплылығына тарттырғанда, законһыҙ һаҡ аҫтына алғанда йәки арест һалғанда, шулай уҡ ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлағанда.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә