Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҡсала йорт төҙөһәң
Баҡсала йорт төҙөһәңУҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡала янында гөрләп торған баҡса участкалары, дачалар тормошо һүнеп ҡалды. Күптәр бына тигән йорттары булған баҡсаһын ташлап ҡуйҙы. Йәнә, ни генә тимә, заман, быуын үҙгәрә. Башлыса ауылдан килеп, тормошон ерһеҙ күҙ алдына килтерә алмаған быуын өлкәнәйгәс, йәш быуынға ерҙә соҡоноу буш шөғөл кеүек тойолдо.

Һуңғы йылдарҙа эйәһеҙ торған баҡсалар тағы йәнләнә башланы. Йыл һайын фәлән-фәлән йорт төҙөлә тип күкрәк һуҡһаҡ та, үкенескә ҡаршы, бәғзеләр өсөн баҡса йәки дача йыл әйләнәһенә йәшәү урынына әүерелде. Ауыл­дарҙан ҡалаға эш эҙләп килгән­дәрҙең дә күбеһе шул ҡала ситтәрендә үҙҙәренә һыйыныр мөйөш тапты. 2008 йылда Рә­сәйҙең Конституция суды баҡса участкаһында төҙөлгән йортта теркәлеү мөмкинлеген рөхсәт иткәс, ташландыҡ ҡаралтыларҙы тағы тергеҙә башланылар.
Беҙҙең илдә аҡ ҡағыҙға яҙылған хоҡуғыңды раҫлау өсөн әллә күпме бюрократик кәртә­ләрҙе йырып сығырға кәрәклеге һәр кемгә мәғлүм. Ер эше әүәл-әүәл бөткөһөҙ һорауҙар тыуҙырған. Баҡсаларҙағы йорттарға теркәлеү юҫығында һаман аңлашылып бөтмәгән мәсьәләләр бихисап. Мәҫәлән, йорт йыл әйләнәһенә йәшәү өсөн яраҡлы булырға тейеш. Ә пропискаһыҙ эшкә урынлашыу ҙа, медицина ярҙамы алыу ҙа мөмкин түгел. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача хужалығы хаҡында ҡабул иткән яңы закон баҡсаларҙа көн иткәндәргә яңы һулыш бирер тип көтөлә. 2019 йылдың 1 ғинуа­рынан ғәмәлгә инәсәк закон Рәсәйҙең 60 миллион кешеһенә ҡағыла. Тағы уны эшләгәндә 600 мең кеше үҙенең тәҡдимен белдереп, ул ысынбарлыҡта халыҡ законы булараҡ танылды.
Яңы законға ярашлы, хәҙер кооперативтар булмаясаҡ. Бары коммерцияға ҡарамаған баҡса­сы­лыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәре ҡала. Иң мөһиме – граждандарға шуны белергә кәрәк: баҡсасылыҡ ширҡәттә­рендә – йорт төҙөргә, ә йәшел­сәселектә иһә үҫтерелгән уңыш­ты, эш ҡоралдарын һаҡлар өсөн хужалыҡ бүлмәһе йәки бәләкәй һарай төҙөргә мөмкин. Әйткән­дәй, элек тә шулай ине. Хәҙер был юҫыҡта документтарҙы дачанан – баҡсаға йәки кооперативтан ширҡәтселеккә үҙгәр­тергә тура киләсәк. Ҡағыҙ мә­шәҡәттәре менән граждандар үҙҙәре түгел, ә рәйес, идара шөғөлләнәсәк.
Әлбиттә, яңы закондың иң ҡыуандырған яңылығы – баҡса йорто хәҙер торлаҡ йорто булараҡ ҡабул ителеүе ихтимал. Аңлашыла: торлаҡ йортта йыл әйләнәһенә йәшәйҙәр, теркәлергә мөмкин. Йәғни, ниһайәт, закон баҡсасылыҡ ширҡәтендәге өйҙә ял көндәрендә генә түгел, ә йыл әйләнәһенә йәшәргә мөмкин булыуҙы таный. Әлбиттә, әле был юҫыҡта йәнә өҫтәмәләр, аныҡлауҙар булыр тип көтөлә.
Дөрөҫ, быға тиклем дә баҡсасылыҡ участкаларында йорт төҙөнөләр, әммә теркәлеү мең бәләгә әүерелә ине. Бары суд уны ысын мәғәнәһендә йәшәү өсөн яраҡлы тип танығанда ғына хоҡуҡ тормошҡа ашырылды. Яңы закон үҙ көсөнә инһә, был мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителәсәк.
Тағы бер мөһим яңылыҡ: элек баҡсасылыҡ ширҡәтендә аҡсаны теләгән нәмәгә йыялар ине. Хәҙер бындай баш-баштаҡлыҡ закон менән тыйыла. Бары ағзалыҡ һәм маҡсатлы иғәнә генә рөхсәт ителә. Ә уның күләме ширҡәт ағзаларының дөйөм финанс-иҡтисади нигеҙендә билдәләнә. Законда аҡсаны нимәгә тотонорға яраҡлығы хаҡында аныҡ исемлек тә бар.
Әлбиттә, участкалары ошо ширҡәт биләмәһендә урынлашып та, унда ағза булып торма­ғандарға ҡарата талап аныҡ күрһәтелгән. Биләмәләге барлыҡ дөйөм мөлкәтте төҙөклән­дерелгән, шулай уҡ ширҡәт идаралығы буйынса ут, һыу үҙәкләштерелгән булһа, түләүҙәр ҙә ширҡәт ағзаларыныҡы күләмендә тәшкил итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә