Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ял итһәң, ҡанунды белеп ял ит
Ауырлы ҡатын, декрет ялына бер ай ҡалғас, үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Ул эштән бушатылғандан һуң мөрәжәғәт иткән осраҡта, эш биреүсе уға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙы түләргә тейешме?

– Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнә торған пособиеларҙы рәсми эшләгән, мотлаҡ социаль страховкаланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың алыу хоҡуғы бар. Эшләмәгән­дәрҙең бындай хоҡуғы юҡ. Үрҙә телгә алынған осраҡҡа килгәндә, ҡатын-ҡыҙ эштән киткән мәлгә тиклем йөклөлөк һәм бала табыу буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелмәгән икән, уға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск бирелмәй һәм пособие түләнмәй.
Страховкаланған граждан (рәсми эшләүсе кеше) хеҙмәт килешеүе буйынса эшен туҡтат­ҡандан һуң 30 календарь көн эсендә сирләп китә йә йәрәхәтләнә икән, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие юлларға хоҡуҡлы. Әммә был положение йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнә торған пособиеларға ҡағылмай.

***
Хеҙмәткәр ойошмаға эшкә 2017 йылдың 16 ғинуарынан һуң урынлашҡан, ул бер нисә урында эшләй, ошо предприятиела – 0,5 ставкаға. Уға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнә торған пособиеларҙы нисек иҫәпләргә?

– Ойошмаға ситтән килеп эшләй икән, был осраҡта хеҙмәткәргә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнә торған пособиелар ошо эш урынынан булмай. Ҡануниәт буйынса, был түләүҙәр граждандың страховкаланған эш урынынан билдәләнә.
Атап әйткәндә, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнә торған пособие страховка хәле ки­леп тыуған көнгә тиклем страховкаланған хеҙмәт­кәрҙең алдағы ике йылдағы уртаса эш хаҡына ҡарап иҫәпләнә, шул иҫәптән башҡа страховка­лаусыларҙа эшләгән осор өсөн дә.
Мәҫәлән, 2017 йылда башланған страховкалау осрағы өсөн (йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск) иҫәпләү осоро булып 2015 – 2016 йылдар тора. Әгәр ҙә страховкаланыусы хеҙмәткәр иҫәпкә ингән осорҙа бер генә етәкселә – төп хеҙмәт урынында, ә пособиелар билдәләгән осорҙа тегендә лә, бында ла эшләгән икән, пособие бер генә урындан – иҫәпләү осорона ингән ваҡытта эшләгән ойошма тарафынан билдәләнә һәм түләнә. Пособие тап ошо эш биреүсе түләгән хеҙмәт хаҡынан сығып иҫәпләнә, башҡа предприятиеларҙан иһә “пособие билдәләмәнек” тигән белешмә талап ителмәй.
Шулай итеп, хеҙмәткәр ойошмаға 2017 йылда урынлашҡан, ситтән килеп ярты ставкаға эшләгән һәм был учреждение менән иҫәп осорона ингән алдағы ике йылда хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән икән, уға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие был урындан түләнмәй.

***
Хеҙмәткәрҙең ҡатыны бала тапҡандан һуң ауыр хәлдә дауаханала ята, ысынбарлыҡта баланы атаһы ҡарай. Хеҙмәткәр баланы ҡарау буйынса “больничный ҡағыҙы” юллай аламы? Эш биреүсе хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие түләйәсәкме?

– Бала сирләгәндә ғаилә ағзаларының бере­һенә (опекунға, попечителгә, башҡа туғандарға) уны ҡарау өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ биреүҙәре ихтимал. Әммә бындай документ әсә декрет ялында саҡта бирелмәй.
Был атай эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ юллап мөрәжәғәт иткән медицина ойошмаһында уға документ биреүҙән баш тартырға тулы хоҡуҡтары бар, сөнки һау баланы ҡарау эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса ҡағыҙ алыу өсөн нигеҙ була алмай. Унан һуң был осраҡта атай төрлө дәүләт пособиеларын да юллай алмай, сөнки бер үк страховкалау осрағы өсөн ике дәүләт пособиеһын бер юлы түләү ҡаралмаған.

***
Хеҙмәткәр декрет ялынан ваҡытынан алда эшкә сығырға теләй. Был ялды өҙөргә мөмкинме? Уның өсөн тулыһынса түләнгән йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнә торған пособие кире ҡайтарылырға тейешме?

Бөгөнгө ҡануниәт ҡатын-ҡыҙҙың ғаризаһы һәм билдәләнгән тәртип буйынса бирелгән эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы нигеҙендә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса оҙайлығы бала тапҡанға тиклем 70 (күп яралғылы йөклөлөк осрағында – 84) һәм бала тапҡандан һуң 70 календарь көнлөк (ҡатмарлы осраҡ булһа – 86, ике һәм унан да күберәк балалар тыуһа – 110 көн) отпуск биреүҙе һәм пособие түләүҙе гарантиялай. Унан тыш йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск суммар рәүештә иҫәпләнә һәм уның бала тапҡанға тиклем фактик ҡулланған көндәренә ҡарамаҫтан бирелә.
Хеҙмәткәр өс йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләү буйынса отпускыһын ғына үҙ теләге менән өҙөргә хоҡуҡлы. Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса ял­ды өҙөү ихтималлығы ҡануниәттә ҡаралмаған. Шул уҡ ваҡытта йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускынан ул тамамланғансы сығыуҙы ла тыйыу юҡ.
Әммә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускынан иртәрәк сығырға теләүселәр булһа, эш биреүсегә шуны белдерергә кәрәк.
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск Рәсәй Социаль страховка фонды саралары иҫәбе­нән түләнә. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ уны өҙөп, эшкә сыға икән, уға эш хаҡы түләргә кәрәк була, ә Закон буйынса пособие һәм эш хаҡы бер юлы түләнмәй.
Эш хаҡын тотоу өсөн нигеҙ булып торған осраҡтар Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында килте­релгән, әммә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие был исемлектә юҡ, һығымта – эш биреүсенең пособие суммаһын эш хаҡынан тотоп ҡалырға хоҡуғы юҡ. Шул уҡ ваҡытта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса түләнгән пособиеның артыҡ суммаһын хеҙмәткәрҙең ризалыҡ тураһында ғариза яҙыуы нигеҙендә генә ҡайтарыу мөмкин.
Хеҙмәткәрҙең ғаризаһы буйынса эш биреүсе йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускыны өҙөргә хоҡуҡлы, әммә был осор өсөн түләнгән пособиены ҡайтанан иҫәпләргә кәрәк. Әгәр ҙә хеҙмәткәр йөклөлөк һәм бала табыу буйынса алған артыҡ сумманы үҙе теләп ҡайтарыуҙан баш тартһа, эш биреүсенең уға алдан эшкә сығыуҙы тыйыу хоҡуғы бар.

Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872