Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ырҙында эштәр гөрләй
Ырҙында эштәр гөрләйУраҡ эштәре Ауырғазы районы хужалыҡтарында ла тулы ҡеүәтендә бара. Иң мөһиме, игенселәрҙең күңеле тыныс, сөнки техникалар төҙөк, яғыулыҡ алдан әҙерләнгән. Көндәр генә аяҙ торһон, ти улар.

“Дуҫлыҡ” ауыл хужалығы етеш­тереү кооперативының үҙәге Сәмәндә урынлашҡан. Әйткәндәй, хужалыҡ элиталылар рәтенә инә. Сөнки бында 20 йылға яҡын бойҙай һәм арпаның иң юғары сорттарын үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Быйылғы ашлыҡ бигерәк тә шәп уңған. Гектарынан уртаса 34 центнер уңыш алалар. Бер үк ваҡытта ужым культураларын сәсеүгә лә төшкәндәр. Сәсеүҙә биш агрегат эшләй. Сергей Иванов, Таһир Ғәлләмов, Георгий Александров, Сергей Иванов киләһе уңышҡа нигеҙ һалыуҙа алдынғылыҡ күрһәтә. Мал аҙығы ла әҙерләйҙәр. Силос һалғандар.
Ырҙында эштәр гөрләйБөгөнгө көндә мең гектарҙан ашыу ер эшкәртелгән дә инде. Әйткәндәй, хужалыҡ барлыҡ ер эштәрен дә үҙҙәренең көсө менән башҡара, ситтән көс йәлеп итмәйҙәр. Әлеге көндә “Дуҫлыҡ”тың заманса алты комбайны бар. Ошо көндәрҙә тағы ла берәү өҫтәләсәк. Ғөмүмән, ҡоролма-ҡорамалдарға ҡытлыҡ юҡ хужалыҡта. Һуңғы өс йылда ғына йәмғиәт 120 миллион һумлыҡ техника һатып алған. Заманса орлоҡ киптергес, ырҙын табағы, келәттәр — барыһы ла төҙөк, ҡараулы. Әйткәндәй, орлоҡ киптергестә сәғәтенә 500 тонна ашлыҡ эшкәртелә. “500 ферма” программаһы сиктәрендә һөтсөлөк фермалары ла заманса йыһазландырылған. Ҡеүәтле һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған.
Бөгөнгө көндә хужалыҡтың 3500 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 800-ҙән ашыуы һауын һыйыры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аллат” һөт комбинатына көн һайын 12 тонна аҡ тапшыралар. Тоҡомсолоҡ репродукторы булараҡ, симменталь тоҡомло таналар, үгеҙҙәр ҙә үрсетеп һаталар. Айырыуса Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы эшҡыуарҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Мал һатып ҡына йәмғиәт йылына 10 миллион һум килем ала.
— Бер уңыш та еңел бирелмәй, күп көс, тырышлыҡ йәлеп итергә кәрәк. Хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың эш шарттарына иғтибарлы булыу ҙа мөһим роль уйнай. Кредит ҡулланмайбыҙ, тик үҙебеҙҙең аҡсаға йәшәйбеҙ. Эш хаҡын да ваҡытында түләп барабыҙ, коллектив ағзаларын шифаханаға ла ялға ебәрәбеҙ. Әйт­кәндәй, быйыл мең гектарҙа көнба­ғыш, 500 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө ултыртҡайныҡ, уңыштары ҡыуан­дыра. Шишмә, Мәләүезгә оҙатмаҡ­сыбыҙ, — ти “Дуҫлыҡ” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зиләүер Мәҡсүтов.
Хужалыҡҡа 12 ауыл инә, коллектив 330 кешенән тора. Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Ололарға алмашҡа йәштәр етерлек. Йәмғиәткә эш һорап килеүселәр ҙә күп, сөнки бында хеҙмәт хаҡы юғары, теләгәндәр ашлығын да, быҙауын да ала. Бесән-һалам бушлай таратыла. Зиләүер Хәйҙәр улы ком­бай­нерҙар Камил Ниғмәтйәновты, Дмитрий Петров, Айҙар Ғәлләмов, Вәлийән Йәрмөхәмәтов, водителдәр Николай Иванов, Юрий Алексеев, Фаяз Баймановты маҡтап телгә алды.
Төбәктең эре хужалыҡтарынан һаналған “Наумкин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә эштәр ҡыҙыу бар. Хужалыҡтың 10 мең гектар ере бар. Баҫыуҙарҙа биш комбайн эшләй. Техника паркының бай булыуы ла кампанияны ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ үткәреп сығырға ярҙам итәсәк.
— Беҙҙең продукцияға ихтыяж һәр саҡ ҙур булды. Шуға ла уны һатыу буйынса ҡыйынлыҡтар юҡ, күп кенә ауыл хужалығы предприятиелары менән уңайлы килешеүҙәр төҙөлгән, – ти “Наумкино” хужалығы идарасыһы Любовь Александрова.
Хужалыҡта ҡайҙа ла тәртип, иҫәп-хисап ваҡытында атҡарыла. Игенселек менән бер рәттән төп йүнәлеш итеп малсылыҡ тармағын да алған­дар. Наумкин, Мәҫәле, Төрөмбәт ауылдарындағы өс һөтсөлөк ферма­һында ике мең башҡа яҡын һыйыр малы аҫрала. Шуның 500-ө – һауын һыйыры. Белгестәр белдереүенсә, һауын һыйырҙарын ишәйтеү үҙҙәре үҫтергән таналар иҫәбенә бара. Уҙған йыл ғына ла 60 баш өҫтәлгән. Бынан тыш малҡайҙарҙы Киров өлкәһенән дә һатып алғандар.
Ырҙында эштәр гөрләйЕтәкселек киләсәктә агрофирманы тоҡомсолоҡ заводы итеп күрергә хыяллана, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Йәмғиәт үҙ көсө менән заманса алты һөт үткәргес, һыуытҡыс урынлаштырған. Бөгөн һауынсылар элекке кеүек биҙрә, феләк күтәреп этләнмәй.
Әлеге көндә 218 гектар майҙанда ужым арышы йыйып алынған, уның гектар ҡеүәте 34 центнер тәшкил итә. Шулай уҡ 193 гектарҙа ужым бой­ҙайы, 293 гектарҙа тритикале һуғып ал­ғандар. Ямғырлы йыл булһа ла, иген уңған. Көндәр аяҙ торһа ошо арала арпа, бойҙай, ҡарабойҙайға ла төшмәкселәр. Бер рәттән мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ла бара. Күп йыллыҡ үләндәр сабылған, һигеҙ мең тонна сенаж соҡорҙарға һалын­ған да инде. Кукуруз да уңған. Уны ла ошо арала йыйып, силосҡа һала­саҡтар.
Хужалыҡта 160 кеше иҫәпләнә. Уларға көнөнә ике тапҡыр йылы аш тәҡдим ителә. Эшселәрҙе эш урынына ике “ГАЗель” машинаһы ташый. Йәмғиәттә төҙөлөш, төҙөкләндереү эштәре йыл әйләнәһенә дауам итә. Әлеге көндә ике яңы һөтсөлөк фермаһы, силос соҡорҙары төҙөлә.
– Беҙҙең йәмғиәт башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тырышып эшләгән кешегә йөҙ менән боролоп, шарттар тыуҙырырға ғына кәрәк, – ти йәмғиәт идарасыһы Любовь Александровна.
Етәкселек алдынғы механиза­торҙар Юрий Ефимовты, Александр Васильевты, водителдәр Анатолий Осиповты, Ришат Залиловты, Владислав Семеновты һәр яҡлап маҡтап телгә алды.

Ауырғазы районы.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 0

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4

Республикала БПЛА осороу сикләнә

Республикала БПЛА осороу сикләнә 27.04.2026 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләүгә бәйле ошондай саралар ҡабул ителде....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә