Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫкәртеү ул ҡотҡарыу түгел әле...
Иҫкәртеү ул ҡотҡарыу түгел әле...Күптән түгел Өфөләге туберкулезға ҡаршы диспансерҙа янғын сыҡты. Бер сирле палатала тәмәке тартып йоҡлап киткән дә ятҡан түшәгенә ут тоҡанған икән. Бында иҫһеҙ-аҡылһыҙ бер бәндәнең үпкәһе ауырыу килеш таңғы сәғәт дүрттә тәмәке ҡабыҙыуы – бер хәл, ләкин икенсе мәғлүмәт нығыраҡ аптырата: дауаханалағы янғынға ҡаршы автоматик сигнал ҡорамалдары әллә ҡасан уҡ урынлаштырылған, ләкин ул... ғәмәлдә эшләмәй икән! Ә уныһы инде ошо учреждение етәкселегенең яуаплылыҡ тойғоһо барлығына шик уята.


Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһы ултырышындағы сығыштарҙы тыңлағанда шул хәл иҫкә төштө. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алып барған был кәңәшмә “Республиканың торлаҡ фондында, шулай уҡ мәғариф ойошмаларында янғында кешеләр, шул иҫәптән балалар һәләк булыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә янғын хәүефһеҙлеге саралары комп­лексы тураһында” тип аталды.
Һуңғы биш йылда республикала янғында 90 бала һәләк булған. Шуларҙың 16-һы – ҡалаға, 74-е ауыл еренә тура килә. Уларҙан 79 сабый бер фатирлы шәхси өйҙәрҙә, туғыҙы – күп ҡатлы торлаҡ йортта, ике үҫмер таҡтанан ҡоролған ташландыҡ ҡаралты эсендә үлгән. Бик иртә баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең 75 проценты – мәктәпкәсә йәштәге балалар.
Был фажиғәнең сәбәптәрен белгестәр түбәндәгеләргә ҡайтарып ҡалдыра: 1) оло­ларҙың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, шул иҫәптән – тәмәке тартыуы (30 бала үлгән); 2) балаларҙың үҙҙәренең ут менән шаярыуы (26 бала); 3) электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу (26 бала); 4) ут төртөү (өс бала); 5) мейесте ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу (ике бала); 6) көнкүреш газ приборҙары буйынса техник талаптарҙы боҙоу (бер бала); 7) башҡа сәбәптәр (ике бала).
Сабыйҙар барыһы ла янғындың ағыулы продукттары (төтөн) арҡаһында һәләк булған. Янғындан һуң тикшереү күрһәте­үенсә, ололар ҡарауһыҙ ҡалдырмаһа, ошо сабыйҙарҙың күпселеге иҫән ҡалыр ине: 90 баланың 53-ө йорттан үҙаллы сығып китеү сараһын тапмай тонсоҡҡан икән, ә 38-е йоҡоһонан да уянмай үлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комис­сияның ултырышы, көтөлгәнсә, быйыл йәй Бөрө районының Үгеҙ ауылында булған фажиғәне иҫкә төшөрөүҙән башланды. Хәтерегеҙҙәлер, был янғында торлаҡ йорт эсендә туғыҙ кеше янып һәм тонсоғоп үлгәйне, шуның бишәүһе – сабыйҙар.
Бер янғында шул хәтлем күп кеше һәм бер юлы биш бала үлеүе бөтә республика халҡын тетрәтте. Әлеге ултырыш мәленә ошо һәләкәттең аныҡ сәбәбе билдәле түгел ине әле. Рәсәй Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 3-сө өлөшө (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү) нигеҙендә асылған енәйәт эше ике фаразды күҙ уңында тота: электр сымдарының төҙөк булмауы йәки һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө. Был ваҡиға, Марат Шәриф улы билдәләп үткәнсә, беҙҙә янғынды иҫкәртеү эшенең бөгөнгө талаптарға яуап бирмәүен күрһәтә.
Ниндәй ҙә булһа ваҡиғаның киң бил­дәлелек алыуы һәр саҡ ашығыс саралар күреүҙе талап итә. Был юлы ла Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия сираттан тыш ултырышын үткәрергә булды. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушы­уына ярашлы, өҫтәмә саралар күреләсәк.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов был сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө төҙөлөүе һәм уға тәғәйен бурыстар йөкмәтелеүе хаҡында һөйләне. Тәүге сиратта энергетиктар ауыл ерендә электр сымдарының нисек урынлашыуын тикшереп сығырға тейеш икән. Улар был эшкә тотонған да инде. Сер түгел: ауылда электр сымы туҙып бөткән, изоляцияһы боҙолоу арҡаһында ағас стеналарға тейеп торған иҫке йорттар бик күп. Уларҙы ваҡытында яңыртыу, хәүефһеҙ итеү саралары күрелмәй, сөнки хужалары йә бик оло йәштә, йә эскеселәр (уларҙы әлеге ултырышта “социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр” тип атанылар). Кемдер килеп сараһын күргәнде көтөп ултыралар, тимәк. Был һәйбәт сифат түгел, әлбиттә, ләкин эш төркөмөнә ундай йорттарҙа хәүефле урындарҙы асыҡлағанда ҡаҙна иҫәбенә төҙәтергә йәки яңыртырға ҡушылды. Ниндәйҙер аңһыҙыраҡ ғаилә арҡаһында бөтә урамдың, ауылдың янып китеү ҡурҡынысы бар бит.
Республика етәксеһенең күрһәтмәһе буйынса хәҙер барлыҡ хәүефле урындарҙа янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар ҡуйып сығасаҡтар. Был ҡоролма (автономиялы йәки сым буйлап хәбәр иткән) температура ныҡ күтәрелгәндә йәки төтөн еҫен “һиҙгәндә” сигнал бирә башлай. Хәҙер ҡалала төҙөлгән күп ҡатлы яңы торлаҡ йорттарҙа улар мотлаҡ ҡуйыла, ләкин ауыл ерендә әлегә һирәк осрай.
Элегерәк һәр ауылда тиерлек янғын каланчаһы була торғайны. Ҡайҙалыр ҡуйы төтөн күренһә, хәҙер килеп етәләр. Хатта көслө ел мәлендә мунса яҡҡан вайымһыҙ хужаның мөрйәһенә һыу һиптереүҙәре тураһында мәрәкәләп һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Мәрәкә, ләкин хәүефһеҙлек талабы. Хәҙер был эш, тимәк, приборҙарға тапшырыла, ләкин һәр кемдең уларҙы үҙ йортона урынлаштырыуын йыш күрергә тура килмәй. Бигерәк тә ауылдар өсөн хас күренеш был, шуға күрә янғында һәләк булған кескәйҙәрҙең 85 проценты ауыл еренә тура килеүе лә осраҡлы түгелдер. Аҡсаһыҙлыҡ ғәйеплеме бында, вайымһыҙлыҡмы... Хәйер, бер приборҙың 150-250 һум ғына тороуын иҫәпкә алһаҡ, икенсеһелер, моғайын.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров үҙенең сығышында төп иғтибарҙы ошондай приборҙарға йүнәлтте. Фәрит Риф улы әйтеүенсә, был ҡорамал республика райондарында былтыр уҡ ҡуйыла башлаған. Күп балалы һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр йәшәгән йорттарға 4 700 прибор беркетелгән, шуларҙың ике меңе Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә, ҡалғаны райондарҙың үҙ аҡсаһына һәм бағыусылар ярҙамы менән һатып алынған. Күпселек райондар был эште әүҙем башҡара, ләкин һүлпәнлек күрһәткәндәре лә бар, улар иҫәбендә — Күгәрсен, Ҡалтасы, Шишмә һәм Иглин райондары. Ошо аталғандарында күп балалы һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр йорттарына бер прибор ҙа урынлаштырылмаған икән.
Өҫтәмә сараларҙың икенсе йүнәлеше тип Фәрит Риф улы мәғлүмәт-иҫкәртеү эшен атаны. Ул ата-әсәләр араһында ғына түгел, ә балалар менән дә үткәрелә икән. Өсөнсө йүнәлеш – социаль яҡтан хәүефле булған һәм район хакимиәттәрендә иҫәптә торған ғаиләләрҙе даими барып тикшереп тороу.
– Биш йыл эсендә янғын осраҡтарында ғына ла 90 баланы юғалтыуыбыҙ тулыһынса ололарҙың намыҫында, уларҙы ҡотҡарырға мөмкин ине, ләкин тейешле саралар күрелмәгән. Шуға күрә хәҙер селектор аша райондарҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса ниндәй саралар күрелеүе һәм нимәләр планлаштырылыуы тураһында мәғлүмәт тыңлаясаҡбыҙ, рәхим итегеҙ! – тине Марат Шәриф улы, селектор экранына мөрәжәғәт итеп.
Бөрө районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, былтыр ошо төбәктә ауыл ерендә – 11, ә ҡалала 21 тапҡыр янғын сыҡҡан. Күптән түгел бында 14 иҫкәртеү төркөмө ойошторғандар, улар һигеҙ меңдән ашыу торлаҡ йортто тикшереп сыҡҡан, өс тапҡыр өйрәнеү күнекмәләре (учение) уҙғарылған. Урындағы 59-сы янғын һүндереү часының әҙерлеге лә бер нисә тапҡыр тикшерелгән, уның техник кимәлен яҡшыртыу маҡсатында 23 мотопомпа һатып алғандар.
Үгеҙ ауылында янғын арҡаһында торлаҡһыҙ ҡалған ғаиләгә бағыусылар ярҙамы менән яңы йорт һалып бирәсәктәр икән. Әле бураһын килтереп тә ҡуйғандар. Район ҡаҙнаһынан 100 мең һумлыҡ матди ярҙам да бүленә.
Баҡалы районы етәкселеге янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын күргәндә иң тәүҙә күп балалы ғаиләләргә иғтибар бирелеүе тураһында һөйләне. Ундайҙар 503 ғаилә иҫәпләнә. 2015 йылда районда 36 янғын сыҡһа, былтыр ундай ваҡиғалар 28 тапҡыр булған. Шуныһы һөйөндөрә: ике йыл эсендә Баҡалы ерендә бер кем дә янғында үлмәгән.
Ғафури районында янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе аңлатыу маҡсатында 115 йыйылыш үткәрелгән, уларҙа барлығы һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Төбәктәге янғындарҙа былтыр ҙа, унан алдағы йылда ла дүртәр кеше янып үлгән. Шуларҙың өсәүһе иҫерек килеш тәмәке тартҡанда янғын сығарған һәм үҙҙәре лә тонсоҡҡан. Районда социаль яҡтан хәүефле 32 ғаилә бар. Уларҙы, етәкселек вәғәҙә итеүенә ҡарағанда, әленән-әле тикшереп торасаҡтар.
Балтас һәм Шаран райондарының хакимиәт башлыҡтары ла үҙҙәрендә ошондай уҡ саралар күрелеүе тураһында хәбәр итте.
– Тормош күрһәтеүенсә, янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары ғына хәүефһеҙлекте тәьмин итә алмай, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары. – Стәрлетамаҡ ҡалаһында яңыраҡ бер иҫерек ир үҙенең фатирын яндырған һәм кескәй балаһын һәләк иткән. Туғандарын янғындан ҡотҡарған балалар йыш осрай, ләкин ғаиләһе һәм кескәй балалары ут-төтөндән тонсоғоп үлеүҙә туранан-тура ғәйепле булған ололар тағы ла күберәк.
“Янғын тураһында хәбәр иткән приборҙарҙың батареяһын алмаштырып торорға кәрәк бит. Социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр был талапты күҙәтерме икән?” Минең был һорауыма комиссия ағзала­рының береһе шулай тине: “Эш батареяла ғына булһа икән, бындай приборҙарҙы ҡуйыу менән кире бороп алып һатып эскән ғаиләләр тураһында ла ишетелә башланы инде”. Тимәк, ошондай ғаиләләрҙе кон­тролдә тотоу һәм, ғөмүмән, янғын хәүеф­һеҙлеген күҙәтеү – бөтә халыҡ эше.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506