Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡ эште халыҡ күрә
Хаҡ эште халыҡ күрәБөрйән — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш ра­йоны. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны – 4442 квадрат километр. Үҙәге — Иҫке Собханғол ауылы. Халыҡ һаны, 2010 йылдағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 18,1 мең кеше. Күпселек башҡорттар йәшәй. 35 ауыл бар.
Район территорияһы көнсығышта һыу айырғыс Уралтау һыртына, Көнбайышта Ҡалыу һыртына барып терәлә. Улар араһында Ҡыраҡа һәм Юрматау һырттары ята. Айырым урындарҙа абсолют бейеклек 850 – 1040 метрға етә. Район территорияһының ҡап уртаһынан тиерлек – төньяҡтан көньяҡ-көнбайышҡа табан – Ағиҙел йылғаһы, көнбайыш сигенән Нөгөш йылғаһы аға. Ер аҫтында барит, төҙөлөш таштары, һәүер таштар, кирбес сеймалы, ҡом, мергель, доломит, магнезит ятҡылыҡтары бар, ләкин улар геологик йәһәттән бөтөнләй тиерлек тикшерелмәгән.

Ер өҫтөнөң таулы, тупрағының ярлы, уҡмашып ҡатҡан һәм йоҡа булыуы, территорияһының күп өлөшө урмандар менән ҡапланыуы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 41,3 мең гектар ғына (бөтөн территорияһының 9,3 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр һигеҙ мең гектар тәшкил итә. Ауыл хужалығы тәбиғи көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар нигеҙендә малсылыҡтың ит-һөт тармағы буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ үҫешкән.

Урман майҙаны 208,1 мең гектар, ағас запасы 45,5 миллион м3. Ағас әҙерләү эше менән Бөрйән урман хужалығы шөғөлләнә. “Шүлгәнташ”, “Башҡорт­остан” ҡурсаулыҡтары ойошторолған. Районда 34 дө­йөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта мәктәп бар. Иҫке Собханғолда музыка мәктәбе, һөнәрселек училищеһы һәм М. Сәғитов музейы эшләй. 23 дөйөм китапхана, 20 клуб, үҙәк район һәм ике ауыл участка дауаханаһы бар.
Бөгөн ҡала, ауыл тормошон яйға һалынған төҙөкләндереү системаһынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Беҙ уңайлы шарттарға – урамдарҙағы таҙалыҡ-тәртипкә, төнөн электр уттары яҡтыһына, сүп-сарҙың даими йыйылыуына күнеккәнбеҙ. Ә бит бөтә был эшмәкәрлек яуап­лы кешеләрҙең –торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеһы эшселәренең оло хеҙмәте. Бөрйән районының “Ком-ЭнергоСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге лә тәү ҡарамаҡҡа ваҡ, әммә үтә мөһим бурыстарҙан ғибәрәт.
Бөрйән районының “КомЭнергоСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – күп тармаҡлы ойошмаларҙың береһе. Компания 2008 йылда ойошторолған. Төп эшмәкәрлеге иҫәбендә –электр энергияһы селтәрҙәрен ремонтлау, яҡтылыҡ менән тәьмин итеү, һыу үткәреү, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм башҡалар. Бөгөн предприятие 1500 шәхси хужалыҡты һәм 125 ойошманы берләштергән Иҫке Собханғол һәм Ишдәүләт ауылы электр линияларын, 26 саҡрымға иҫәпләнгән үҙәкләштерелгән һыу үткәреү селтәрен, насос станцияһы комплекстарын, һыу колонкаларын һәм скважиналарын хеҙмәтләндерә.
Хаҡ эште халыҡ күрә– Бөгөн “КомЭнергоСервис” ойошмаһында бөтәһе 49 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Район халҡы предприятиеның хеҙмәте менән ҡәнәғәт – оло яуаплылыҡ талап иткән бөтә эштәр сифатлы һәм ҡыҫҡа арауыҡта башҡарыла. Мәҫәлән, электр энергияһы селтәрҙәре тотҡарлыҡһыҙ эшләһен өсөн хеҙмәткәрҙәр линияларҙы даими ҡарап, йүнәтеп тора. Инвестиция программаһына ярашлы район үҙәге урамдарындағы иҫке электр бағаналары, сымдар яңыртылды, яңы төҙөлгән 100-гә яҡын йортҡа электр уты үткәрелде. Һыу үткәреү буйынса ла бик күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, ике йыл эсендә 80-дән ашыу йортҡа һыу индерелде, – ти Бөрйән районының “КомЭнергоСервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Баязитов. – Эшебеҙҙә энергия һаҡлаусы технологияларҙы киң ҡулланабыҙ. Предприятиеның шәхси лабораторияһы ла бар. Әле терегемөшлө лампаларҙы күпкә сифатлыраҡ натрийлы лампаларға алмаштырабыҙ. Төрлө ойошмаларҙың һәм халыҡтың ғаризалары буйынса “Меркурий” заманса электр счетчиктары ла ҡуябыҙ. Бынан тыш, беҙҙең компания көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, ҡышҡыһын биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыу кеүек хеҙмәттәрҙе лә үтәй. Әлбиттә, бының өсөн махсус техника талап ителә. Был йәһәттән 18 машинабыҙ бар, улар йыл һайын төҙөкләндерелә һәм яңыртыла. Ғөмүмән, эш барышы – төҙөкләндереүҙең, һыу, электр менән тәьмин итеүҙең тотҡарлыҡһыҙ эшләүе коммуналь хеҙмәттән килгән килем менән туранан-тура бәйле. Сөнки, финанслауға тарифтар ҙа индерелгән, халыҡтан бурыс йыйылып киткән осраҡта, һанап кителгән хеҙмәттәрҙән финанслау булмаясаҡ. Шуға ла беҙ был һорауҙарҙы урындарҙа ыңғай хәл итергә тырышабыҙ, сөнки компания тарафынан эштәрҙе тормошҡа ашырыу беренсе сиратта ошо мәсьәләләргә ҡайтып ҡала. Шуға ла был йәһәттән урындағы халыҡ менән ойошмаларҙың да теләктәшлеген күреү ҡамасауламаҫ ине. Сөнки, мәҫәлән, шул уҡ сүп-сарҙы тәғәйен урындарға илтеү, күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытлы түләүҙәр алып барыу үҙе үк эштәрҙе ыңғай һәм тиҙ хәл итергә ярҙам итә.
Хаҡ эште халыҡ күрәБылтыр предприятие 48 һыу колонкаһы, 34 гидрант, 277 ҡоҙоҡ, ике скважинаны берләштергән 39 саҡрымлыҡ һыу үткәреү селтәрҙәрен хеҙмәтләндергән. Тиҙҙән һыу тултырыу, һыу һурыу насостарын автомат­лаштырылған системаға көйләйәсәкбеҙ. Был эште күпкә еңеләйтеү менән бергә, ҡышҡыһын һыуҙы туңыуҙан да һаҡлаясаҡ. Сүп-сарҙы сортына ҡарап айырыу алымын да үҙләштерергә уйлайбыҙ. Ғөмүмән, хеҙмәтебеҙ халыҡ һәм ойошмалар тарафынан ҙур һорау менән ҡулланыла, һәм беҙ уларҙың ихтыяжын тейешенсә ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ.
Һыу үткәреү селтәрен капиталь ремонтлау, көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү – яҡын арала хәл ителәһе мәсьәләләр.
Хаҡ эште халыҡ белә. Халыҡ мәнфәғәте өсөн башҡарылған эштәрегеҙ киләсәктә лә уңышлы һәм емешле булһын.

Р. ЗАРИПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә