Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡурҡмай эшләргә кәрәк
Ҡурҡмай эшләргә кәрәкРушан Салауатов XI класты тамамлау менән Башҡорт дәүләт аграр универси­тетының ветеринария факультетына уҡырға инә. Әммә икенсе курсты тамамлау менән ситтән тороп уҡыуға күсә лә тыуған ауылы Байназарҙағы колхозға водитель булып ҡайта. Оҙаҡламай зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Ғөмүмән, колхоз эше ят түгел егеткә. Атаһы ғүмер буйы ошонда зоотехник булғас, ул да ер эшенә тиҙ күнә. Тағы күпмегә барыр ине икән уның был “үҫештәре”, билдәһеҙ. Тик уҙған быуаттың 90-сы йылдары уларҙың колхозына ла үҙгәртеп ҡороуҙар алып килә. Колхоз тарҡала, башҡалар кеүек Рушан да эшһеҙ ҡала. Әммә бирешмәй. Ата-әсәһе, туғандары менән кәңәшләшә лә ныҡлы ҡарарға килә егет — үҙ эшен асып ебәрә. Тәүҙә ул йылҡысылыҡҡа тотона. Быға, бәлки, олатаһы бүләк иткән өс баш йылҡы ла сәбәпсе булғандыр. Кем белә инде. Шулай ҙа йүнсел, тырыш егет оҙаҡламай аттарының һанын 20 башҡа еткерә...
2013 йылда республика кимәлендә йәш эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән төрлө махсус программалар булдырылыуын ишетеп, бында ла үҙен һынап ҡарамаҡсы була, грантҡа документтар тапшыра. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, был юлы ла уңыш йылмая егеткә – 1 миллион һум тирәһе аҡса алыуға өлгәшә. Был тиклем күләмдә ярҙам алғас, Рушан Салауатов яңы пландар, ҙур идеялар менән яна башлай. Булған йылҡыларын һатып, әлеге сумманы ике тапҡырға тиерлек арттыра ла ныҡлап малсылыҡҡа тотонорға ҡарар итә — һөт һыуытҡыс, махсус ҡоролмалар, һауын һыйырҙары һатып ала...
Бөгөнгө көндә эшҡыуарҙың дүрт баш йылҡыһы, 50 баштан ашыу һауын һыйыры бар. Һөттө “Буранбай” ауыл хужалығы етештереү кооперативына тапшыралар. Ҡаймағын, майын, ҡоротон да һатыуға сығаралар. Өс кешегә эш урыны булдырған эшҡыуар. Рушан Айрат улының үҫемлекселеккә лә йөрьәт итеүен алдан әйтеп үткәйнек инде. Быйыл ул ун гектар ерҙә — арыш, алты гектар майҙанда һоло сәскән. Күп йыллыҡ үләндәре лә йәйрәп ята.
— Һәр бер эштә тәүәккәллек кәрәк. Апай-ағайҙарыма, еҙнә-еңгәләремә рәхмәт. Улар менән бергә эшләйбеҙ. Әлбиттә, нимәнелер тотоп ҡына башлап китеүе һәр саҡ күңелгә шом һала. Килеп сығырмы? Ҡулдан килерме? Икеләнеүҙәр булды инде, әммә уңыш-ҡаҙаныштар тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәргә әйҙәй. Киләсәктә иһә мал һанын арттырып, һөт етештереүҙе күбәйтергә ине, — ти Рушан Салауатов.
Техникаһын да яңыртырға иҫәбе бар эшҡыуарҙың. Ярай әле ҡыҙыу осорҙа “Шәрипов” крәҫтиән (фермер) хужалығы егеттәре ярҙамынан өҙмәй. “Әммә үҙеңдеке үҙеңдеке булыр ине”, — ти ул.
Хушлашҡанда Рушан Айрат улынан эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәргә кәңәш йөҙөнән уй-фекерҙәре менән дә уртаҡлашыуын һораныҡ.
— Бөгөн үҙ эшен асырға теләгән йәштәргә мөмкинлектәр күп. Төрлө программалар эшләй, махсус уҡыуҙар ойошторола, форумдар үткәрелә... Ҡыҙыҡһынырға, йөрөргә генә кәрәк. Бизнес-планың бар икән, тимәк, һинең киләсәккә маҡсаттарың ҙур тигән һүҙ. Ә маҡсатлы кеше бер ваҡытта ла туҡтап ҡалмай ул. Тырышырға ғына кәрәк, – тине ул.


Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә