Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нисек яратылған гүзәл заттар?
Нисек яратылған гүзәл заттар?Бик борон заманда Тәңре яҡты донъяға ҡатын-ҡыҙҙы бар итергә булған. Ярайһы ғына ҡатмарлы һәм оҙайлы эш торған уның алдында. Шул саҡта уның янына фәрештә килгән. Бөйөктөң ҙур тырышлыҡ һәм кинәнес менән эшләп ултырғанын күреп:
– Шул тиклем хеҙмәт талап итәме был эшең, Бөйөк зат? – тип һораған.

– Эйе, сөнки ҡатын-ҡыҙ ысын мәғәнәһендә камил һәм гүзәл зат булырға хаҡлы. Йылы таң нурҙары кеүек иркә һәм наҙлы, ямғыр тамсылары менән сафланған ер кеүек илаһи, сылтырап аҡҡан тау йылғаһы кеүек шаян һәм ҡеүәтле... Илерткес хуш еҫле сәскә нәфислеге лә, киң күңелле көҙҙөң муллығы ла, шаян күбәләктең ҡанаттар еңеллеге лә, тоғро аҡҡоштоң серлелеге лә булыр ул йәндә... Һөйгән йәрен ҡанатландырыр, йүгереп йөрөгән балаларын ҡосоп һөйөр, төҫһөҙҙө төҫләндерер, хәлһеҙгә йән өрөр, саң ҡунғанды пакландырыр, тәндең һыҙлар бер бәләкәй генә өлөшөнән алып яралы йөрәктәргә тиклем дауалар көскә эйә ул ҡатын-ҡыҙ.
Фәрештә, ғәжәп ҡылып:
– Нисек? Бер йәндә бөтә шундай сифаттар… Бының булыуы мөмкинме һуң? Бәлки, был эште иртәгә тамамларһың...
– Борсолма, эшем тамамланыу алдында. Оло һөйөү менән бар иткән заттың береһе булыр ул. Ауыр саҡтарҙа ла бөгөлмәҫ, ауырып киткәндә лә үҙен һауыҡтырыр, көн буйы яратҡан эштәре менән мәшғүл булырға әҙер, һәр көн матурлыҡ тыуҙырырға һәләтле гүзәл зат ул – ҡатын-ҡыҙ...
Фәрештә ҡатын-ҡыҙ янына килеп тәненә ҡағыла:
– Һуң ул бит шундай нескә һәм наҙлы... Ҡайҙан табыр ул бар эштәре өсөн көсөн?
– Уның көсө лә ошо нескәлек һәм наҙлылыҡта сағылыр.
– Ә уның аҡылы булырмы?
– Үҙ аҡылы менән башҡа аҡылдарҙы ла ҡеүәт­ләндерер, өлгөлө эштәргә ҡанатландырыр өлөш хаҡы булыр унда.
Шул саҡта фәрештә ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнә күҙ һала.
– Тәңрем, был гүзәл йәндең битенә ямғыр тамсылары һибелгән... Бәлки, һин уға артыҡ ауырлыҡ һәм яуаплылыҡ һалғанһыңдыр, ел-ямғырҙан аяла нескә заттың үҙен...
– Йөҙөндә уның ямғыр түгел ул, ә йәш тамсылары... Һәм ҡайғырма, ел-ямғыр, ауырлыҡ һәм артыҡ яуаплылыҡтан аялар үҙ яртыһы бар уның, фәрештә.
– Йәш тамсылары... Ә нимәгә һуң улар?
– Күҙ йәштәре аша ул ҡайғы-ғазаптарын да, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да, яңғыҙлыҡ һағыштарын да, оло һөйөү хистәрен һәм мөхәббәтен дә сағылдырыр. Ул ысын мәғәнәһендә серле гүзәл зат...
Шул саҡ фәрештә оло һоҡланыу менән:
– Тәңрем, һин – даһи, ҡөҙрәтең ҙур, бөтә нәмәне шулай уйлап эшләгәнһең. Ул, ысынлап та, һоҡланғыс, камил һәм гүзәл...
Ҡатын-ҡыҙҙа ир-егетте һоҡландырыр көс бар. Гүзәл зат тормош ауырлыҡтарында һынмаҫ бер илаһи һығылмалылыҡҡа эйә. Уның күңелендә һәр саҡ бәхет, мөхәббәт, яҡтылыҡ сатҡылары сағыла... тауыш күтәрер сағында ипле генә йылмая, ә түгелеп илар сағында йырлай... Бәхетле сағында иларға, бәхетһеҙлектә көлөргә лә мөмкин ул ҡатын-ҡыҙ. Уның ысын һөйөүе шикһеҙ һәм сикһеҙ, ә йөрәгендә тыуған оло мөхәббәт көсө менән йәшәргә һәм башҡаларҙы ла йәшәтергә һәләтле. Ошонда уның серлелеге һәм гүзәллеге, ошонда уның көсө һәм көсһөҙлөгө, ошонда уның камиллығы... Бының ошолай булырына бер тамсы ла шикләнмәйем.
– Һин хаҡлыһың... Тик бер нәмә: ошо үҙенә бәхет итеп бүленгән камил сифаттары хаҡында онотмаған саҡта ғына ул ысынлап та гүзәл.
Шуға ла Тәңре тарафынан камил итеп яратылған гүзәл заттар икәнлегебеҙҙе онотмаһаҡ ине, ҡатын-ҡыҙҙар...

Розалия ЗАРИПОВА тәржемәһе.
Интернеттан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә