Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡшы эш кәрәкме?
Яҡшы эш кәрәкме?Йәйге осорҙа студенттар ғына түгел, ғәҙәти хеҙмәткәрҙәр ҙә эш эҙләй икән. Статистика буйынса, эштән күпләп китеүҙәр йәйге ялдарҙан һуңғы осорға тура килә. Бөгөн яҡшы ойошмаға, перспективалы эшкә урынлашыу еңел түгел. Беренсе тапҡыр эш белешергә барғанда нимәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк?Эш эҙләү буйынса яҙылған резюме артыҡ оҙон булырға тейеш түгел. Бер бит самаһы булһа, еткән. Күптәр “эш тәжрибәһе” тигән графала иң беренсе итеп тәүге эш урынын яҙа. Башта һуңғы йәки хәҙерге ваҡыттағы эш урынын яҙырға кәрәк, йәғни исемлек башында һуңғы эш урыны булырға тейеш. Өлгәшкән уңыштарығыҙҙы ла күрһәтергә онотмағыҙ. Эш тәжрибәһе булмағандар уҡыуҙағы уңыштарын яҙа ала. Быға айырыуса иғтибарлы булығыҙ, сөнки, нисек кенә тупаҫ яңғырамаһын, һеҙ үҙегеҙҙе “һатаһығыҙ”. Шәп яҡтарығыҙҙы күрһәтергә тырышығыҙ. Резюме төҙөп бөткәс, кәмендә өс кешенән уҡытығыҙ. Ни өсөн тигәндә, грамматик, орфографик хаталар китеүе бар, ә һеҙҙең туралағы беренсе тәьҫирҙе резюме аша алалар. Әгәр ҙә һеҙгә шылтыратып, әңгәмә йәки тест үтергә саҡырһалар, һуңынан аңлашылмаусанлыҡ сыҡмаһын өсөн ниндәй вазифаға дәғүә иткәнеңде, ойошманың ҡайҙа урынлаш­ҡанын, әңгәмәнең ниндәй формала бара­сағын һорашығыҙ. Кем менән һөйләш­кәнегеҙҙе иҫтә ҡалдырығыҙ. Офисҡа килгәс, яуаплы хеҙмәткәрҙе эҙләп табыуы еңел­ләшер, кешегә исеме менән өндәшкәндә, уға ла күңелле буласаҡ. Һеҙҙең турала ыңғай тәьҫир ҡаласаҡ.
Әңгәмәгә әҙерлек етди булырға тейеш. Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ, дөрөҫ итеп кейенегеҙ. Кейем бөхтә, таҙа, уңайлы һәм шул осраҡ өсөн урынлы булырға тейеш.
Әңгәмәгә ун минут алдан килергә тырышығыҙ. Һуңға ҡалһағыҙ, үҙегеҙгә ышаныс бөтәсәк. Офисҡа барыу юлдарын алдан уҡ өйрәнегеҙ. Етди сәбәп менән һуңға ҡалһағыҙ, сәбәбен әйтеп, иҫкәртеп ҡуйығыҙ.
Документтарығыҙҙы матур папкаға һалығыҙ. Күҙ үҙенән-үҙе шуға төшә, был һеҙҙең бөхтә, теүәл кеше икәнегеҙҙе белдерә. Резюменың бер күсермәһе үҙегеҙҙә булһын. Төрлө тренинг үтеүегеҙ тураһында сертификаттарығыҙ булһа, уларҙы ла алығыҙ. Һеҙҙең турала секретарҙың әйткән һүҙҙәре лә мөһим булыуы ихтимал.
Һөйләшеү булмай, икенсе ваҡытҡа күсерелә, тиһәләр, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтергә ашыҡмағыҙ. Бәлки, һеҙҙең стресҡа ҡаршы тороуығыҙҙы тикшерәләрҙер. Бындай хәйләкәр аҙымды ҡулланыуҙары ла бик мөмкин.
Әңгәмә башланыр алдынан телефо­нығыҙҙы һүндереп йәки тауышын кәметеп ҡуйығыҙ.
Әңгәмә барышында иң беренсе һорауығыҙ хеҙмәт хаҡына ҡағылышлы булмаһын. Бындай вазифаға яҡынса күпме түләнгәнен һеҙ алдан белеп бараһығыҙ. Хеҙмәт хаҡын күпме алыр инегеҙ, тип һораһалар, әгәр юғары эш хаҡына өмөт итәһегеҙ икән, нисек бар шулай әйтегеҙ. Үҙ-үҙенә, тәжрибәһенә ышанған кеше ҡурҡмай әйтә ала. Кисәге студент та юғары эш хаҡын һорай ала, ләкин уны иҫбатлау мөһим. Йәш кеше булһам да, ғаиләм бар, фатирға ипотека кредиты түләйем, тип әйтеү ҙә ғәйеп һаналмай.
Ойошманың эшмәкәрлеге тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт туплағыҙ. Ошо эш урыны, вазифа менән ҡыҙыҡ­һыныуығыҙҙы күрһәтергә тырышығыҙ. Һорауҙарҙы үҙегеҙ ҙә бирегеҙ. Уларҙы алдан әҙерләп ҡуйырға кәрәк.
Элекке йәки хәҙерге эш урынығыҙ тураһында насар итеп һөйләмәгеҙ. Коллектив йәки хужағыҙ тураһында бигерәк тә. Элекке эшегеҙҙә низағтар тыуған булһа ла, сит кешегә уны белеү кәрәкмәй. Хеҙмәт хаҡығыҙ аҙ булһа, күберәк түләнә торған ер эҙләйем йәки һөнәри яҡтан үҫергә теләйем тиергә була. Ә проблемаларығыҙ, кредиттар түләүҙең ауырлығы тураһында һөйләү артыҡ.
Ни өсөн беҙҙең компанияла эшләгегеҙ килә, тип һораһалар, бында карьера үҫешен күрәм, фирманың эшмәкәрлеге һоҡландыра тип ебәрһәгеҙ ҙә, артыҡ булмаҫ.
Әңгәмә тамамланғандан һуң, һеҙгә ваҡыт бүлгәндәре өсөн рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе ҡасан буласағын әйтмәһәләр, уны үҙегеҙ белешә алаһығыҙ.
Шуны өҫтәп әйтергә була: Рәсәй буйлап эш эҙләгәндәр өсөн trudvsem.ru порталы эшләй. Унда Бөтә Рәсәй вакансиялар базаһы тупланған. Унда ситтән күсеп килгәндәргә ярҙам итә торған төбәктәр исемлеге лә бар. Ошо уҡ порталдан һәр төбәк тураһында айырым мәғлүмәт алырға мөмкин. Әйтәйек, уртаса хеҙмәт хаҡының күпме булыуы, эшһеҙҙәр һаны, билдәле бер тауарҙар йыйылмаһына, ҡуртымға фатир алыуға уртаса хаҡтар менән танышып була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә