Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыу ҡайтыуын көтәбеҙ
Һыу ҡайтыуын көтәбеҙРәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы быға тиклем яҙғы ташҡын көслө булмаясаҡ тип белдергәйне. Шулай ҙа тәбиғәт үҙенекен итә. Әлеге мәлдә республиканың туғыҙ районындағы 16 ауыл һыу аҫтында ҡалған.
Йәрмәкәй районында Рә йылғаһының ҡапыл ярҙан сығыуын бер кем дә күҙалламаған. Бындағы хәл әле киҫкен булып ҡала. Һыу ярҙарына ҡайтырға ашыҡмай. Өс ауылды һыу баҫҡан, ташҡындың көслө булыуы арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. 400-ҙән ашыу йортто һыу баҫҡан. Ташҡындан бигерәк тә Рәтамаҡ ауылы ныҡ зыян күргән. Бында әле йөҙҙән ашыу йорт — һыу аҫтында. Ауыл халҡы документтарын һәм тәү сиратта кәрәкле әйберҙәрен генә алып эвакуацияланған. Кешеләрҙе ҡотҡарыу менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 100-ҙән ашыу хеҙмәткәре шөғөлләнә. Ҡотҡарыуға 32 берәмек техника йәлеп ителгән. Белгестәр һыуҙың яуым-төшөмдөң күп булыуы арҡаһында ташыуын билдәләй. Урындағы балалар баҡсаһы халыҡты ваҡытлыса ҡабул итергә әҙер. Ташҡында зыян күреүселәрҙең барыһы ла туғандарында урынлашҡан. Телефон аша Рәтамаҡ ауыл Советының эштәр буйынса идарасыһы Рәмизә Насибуллина менән бәйләнешкә индек:
– Кисә һыу 25 сантиметрға ҡайтты, — тине ул. — Эвакуациянан баш тартҡан 40-тан ашыу кешегә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек алып барҙы. Халыҡ шаңҡыуҙан саҡ күҙен аса. Беҙҙең өсөн был көтөлмәгән хәл булды, сөнки йылғаның былай шашынып ташҡаны юҡ ине. Төндә һыу ҡапыл күтәрелеп, халыҡтың ҡотон алды. Элгәре йылдары һыу икенсе көндө үк кире ярҙарына ҡайта торғайны. Быйыл иһә ташҡандан-ташты, ҡоторғандан-ҡоторҙо. Ауыл аҡһаҡалдары әйтеүенсә, 1974 йылда ошоға оҡшаш хәл булған. Шулай ҙа һыу былай уҡ күтәрелмәгән. Ауылда ике йылға аға. Береһе — Рә, икенсеһе — Сүлле. Ауыл халҡы ташҡындың көсөн Сүлле йылғаһының быйыл ныҡ туңыуы менән бәйләй. Һыу әкрен генә булһа ла ағып ятты. Нисек кенә булмаһын, ҡотҡарыусыларҙың теүәл һәм аныҡ эшләүе арҡаһында эвакуация тиҙ үтте. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Халыҡ йорто һәм малы өсөн генә борсола. Мал-тыуарҙы һыу баҫҡан һарайҙарҙан “К-700” тракторы менән хәүефһеҙ урынға сығарҙылар.
Миәкә районының Мәнәүезтамаҡ ауылында Мәнәүез йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан. 70-кә яҡын йортто һыу баҫҡан. 134 кеше эвакуацияланған. Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылында Сәрмәсән йылғаһы ташҡан. Бында һигеҙ йорт һыу аҫтында ҡалған. Стәрлебаш районында Ибраҡай һәм Иҫке Ҡалҡаш ауылдарында Стәрле йылғаһы ташыуы арҡаһында 25 йорт һыуҙан зыян күргән. 57 кеше эвакуацияланған. Ошо көндәрҙә хәл тотороҡланыр, йылғалар кире ярҙарына ҡайтыр тип көтә халыҡ.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә