Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гүзәл заттың матурлығы нимәлә?
Вәли ҒҮМӘРОВ, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Әҙәмдең ҡабырғаһынан яратылған Һауа кеүек, был донъяға бар ителгән гүзәл заттың тәбиғи асылы, яҡтылығы һәм тәғәйенләнеше тураһында уйланырға мөмкин. Тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙ – ул беҙгә тормош биргән, донъя йәмен булдырған, күңелдәре һөйөү менән тулы әсәйҙәребеҙ. Һәр сабый әсәһенең наҙы, йылыһы аша яҡындарын, тормошто яратып үҫә. Ә әсәләрҙең балаларға булған һөйөүе – мәңгелек, шуға ла донъяға булған һөйөү, мөхәббәт тойғоһо аша ҡатын-ҡыҙҙың асылы сағылалыр, тип уйлайым. Икенсе сиратта, хәләл ефеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ – буласаҡ әсәйҙәр, киләсәк өсөн рухи тормошто булдырған нескә күңелле һәм беҙҙең яҡлауға мохтаж кешеләр. Ә матурлыҡтары Аллаһ Тәғәлә уларға биргән күркәм сифаттарында һәм тәғәйенләнешендә сағыла. Ошо матурлыҡтарын аңлап, дөрөҫ ҡабул иткән һәр ҡатын-ҡыҙ гүзәл һәм матур.

Ләйсән ҒӘСИМОВА, гүзәллек бәйгеләрендә еңеүсе:
– Ҡатын-ҡыҙҙы саф тәбиғәт, йылы ҡояш нурҙары менән сағыштырырға мөмкин. Уларҙың матурлығы, минең уйлауымса, үҙҙәрен әҙәпле тотоуҙа, рухи яҡтан бай, башҡаларға өлгө була алыуҙалыр. Ер йөҙөндәге һәр кешелә матурлыҡ өлгөләре бар, шул күркәмлекте таҙа тоторға, яман ҡылыҡтар менән бысратмаҫҡа ғына кәрәктер, тип уйлайым.

Дамир ҒҮМӘРОВ, уҡыусы:
– Әсәйҙәрҙең, ҡыҙҙарҙың матурлығын йәйге яландағы һоҡланғыс матур сәскәләргә тиңләргә мөмкин. Бәлки, шуғалыр ҙа тап уларға сәскә бүләк итәләр. Ә өләсәйҙәр – Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендәге имән кеүек көслө, сабыр кешеләр. Улар янында беҙгә һәр саҡ тыныс, уларға һыйына алабыҙ, ҡунаҡҡа барһаҡ тәмле ҡоймаҡ-бәлештәр ашап рәхәтләнәбеҙ. Барыбыҙ ҙа уларҙы яҡларға, һаҡларға, ярҙам итеп торорға бурыслы.

Зөбәржәт УТАРБАЕВА, йәш әсә:
– Ҡатын-ҡыҙ – тәбиғәте менән иҫ киткес гүзәл зат, милләт тотҡаһы, ғаилә усағының йылыһын һаҡлаусы, һәр саҡ һоҡланыуға һәм иғтибарға лайыҡ. Матур ҡатын-ҡыҙ ул төҫ-башы менән сибәр генә түгел, ә күңеле менән таҙа, саф. Матур матур күренмәй, һөйгән матур күренә, тиҙәр. Ғаиләһендә үҙ бәхетен табып, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй булғандар, шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен яратып хөрмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар, ысынлап та, матур, һөймәлекле, мөләйем. Исламда ир заты өсөн фани донъялағы иң ҙур ниғмәт булып иманлы ҡатын тора. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ итеп яратылған һәр гүзәл зат күңелен иман менән нурландырып, йөҙө-һүҙе менән дә күркәм булып, йылмайып йәшәһен ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә