Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һөнәр-фиғелемә тоғро ҡалам...”
Ул ваҡытта хужалыҡ эштәренең гөрләп торған сағы ине. Ауылдың барлыҡ халҡы йә баҫыуҙа, йә һөтсөлөк фермаһында. Шулай бер ваҡыт фермала йөрөгән Юныс Сафин исемле йәш кенә ауылдашыбыҙ ем яра торған ҡоролмаға эләккән. Бер туҡтауһыҙ өйрөлөп торған электр ҡоролмаһы йәш кәүҙәне аямаған. Умыртҡа һөйәге ныҡ ҡына һынып ҡазаланған. Көтөлмәгән был хәлгә барыһы ла ҡойолоп төштө. Бик ауыр хәлдәге егетте “Ашығыс ярҙам” машинаһына урынлаштырып, ул ҡуҙғалып киткәс, һуңғы юлға оҙатҡандай тороп ҡалғайны ауыл халҡы...
Ә ул иҫән ҡалды. Был хәл мөғжизә тип ҡабул ителде. Ҡатмарлы операциянан һуң бик оҙаҡ ҡына Сибай дауаханаһының травматология бүлегендә ятып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтты ауылдашыбыҙ. Әле ҡатыны менән Байыш ауылында ғүмер итә, бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Юныс Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған табибы, юғары категориялы травматолог-ортопед Ирнат Ибраһи­мов­тың ҡулына эләккән икән. Был турала яңыраҡ ҡына белдем. Нисәмә йыл үткән, ә хирург Ибраһи­мов был операция тураһында кисәгеләй хәтерләй. Пациентының исем-шәрифен, хатта ҡайһы ауылдан икәнен дә онотмаған. Табип хәтерләүенсә, шул кистә уның эш көнө еңелдән булмаған. Сираттағы ашығыс операция бер ҙә булмағанса иң ҡатмарлыһы булып иҫендә ҡалған. “Үлем менән айҡашҡан йәп-йәш егеттең ғүмере өсөн көрәш оҙаҡ барҙы”, – ти ул. Был мәлдә күңелендә нимәләр кисергәнен Ирнат Шәйхи улы үҙе генә беләлер. Инде ошоға тиклем күпме операциялар эшләнгән, күпме кеше ғүмере ҡотҡарылған. Доктор Ибраһимовтың ҡулынан кемдәр генә үтмәгән: юл фажиғәһенә эләккәндәр, эскеселәр, һуғыш суҡмарҙары... Береһен дә айырып ҡарау юҡ, уның өсөн пациенттар ғына бар һәм барыһын да аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Доктор хәҙер хаҡлы ялда. Уның бай тормошон тағы бер тапҡыр байҡауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

– Һеҙ – Сибай ҡалаһында ғына түгел, ә Урал аръяғында, хатта республикала танылған ортопед-травматолог. Ипле ҡулдарығыҙ имгәнгән-һыҙланған әллә күпме пациентты тән яраларынан ҡотҡарған. Иҫәпһеҙ операциялар яһалып, ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалғандар ҡотҡарылған... Тәбиғәттән бирелгән һәләтегеҙҙе тойомлап, йәштән табип булырға ҡарар иттегеҙме?
– Беҙҙең быуын – һуғыштан һуң тыуған балалар. Күптәребеҙҙең яҙмышы, биографияһы оҡшаш та. Кемде генә алма, тормошта тәғәйен урынына етер алдынан мотлаҡ ауыл ерендә хужалыҡта хеҙмәт юлын башлаған бит. Беҙ бит ниндәй генә эш күрмәнек! Әле быуындарыбыҙ нығынмаған үҫмерҙәр баҫыу эшендә ҡайнай инек. Һуңынан барыбыҙ ҙа тиерлек әрме сафында хеҙмәт иттек. Ана шул хужалыҡта эшләү, әрме беҙҙең тормошҡа тәжрибә өҫтәне.
Әбйәлил районының Сиҙәм ауылында йәшәнек. Ғаиләбеҙ 1954 йылда Сибайҙан сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү программаһы буйынса күскәйне унда. Мин I класҡа палатканан эшләнгән мәктәпкә барҙым хатта. Һуғышта һаулығын ҡаҡшатып ҡайтҡан атайым 46 йәшендә генә вафат булды, ә миңә 16 йәш тә тулмағайны әле. Ғаиләлә өлкән бала булғанлыҡтан, киске мәктәпкә күсеп, токарь ярҙамсыһы сифатында эшкә төштөм. Унан һуң әрме сафына алындым, Архангельск ҡалаһында өс йыл ракета ғәскәрҙәре хәрби часында хеҙмәт иттем. Ана шунда медицинаға ҡыҙыҡһыныу уянды ла инде.
Хәрби ант биреү тантанаһында һушымды юғалтҡанмын. Баҡтиһәң, тән температурам 41-гә еткән икән, пневмония эләктереп, ике аҙна полктың медицина пунктында дауаландым. Палатала бер үҙем, шуға ла полк табибының эшен күҙәтә башланым, һалдаттарға ниндәй процедуралар эшләй, мине нисек дауалай, барыһы ла мәрәкә күренде. Ул быны һиҙеп ҡалып, һалдаттарҙы дауалау журналдарын тултырышыуҙа ярҙам һораны. Миңә ҡыҙыҡ булып китте, ризалаштым. Бер саҡ ул дарыу алырға тип, самолетҡа ултырып ҡалаға китте лә ни өсөндөр оҙаҡланы. Шул арала, башҡа бер кем дә булмағас, миңә уның вазифаһын үтәргә тура килде. Медицина буйынса ғилемем булмаһа ла, күҙәтеүҙәрем ярҙам итте, һалдаттарға арыу ғына беренсе табип ярҙамы күрһәтә алдым. Был тәүге аҙым яуаплы һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уятты. Киләсәктә табип булырға тигән маҡсат ҡуйҙым.
– Ә белем кимәле нисек ине, әҙерлегегеҙ бар инеме?
– Армиянан ҡайтҡас та, тиҙ генә уҡыу бәхете тәтемәне. Сибай элеваторында, башҡа предприятиеларҙа токарь булып эшләнем. Өлгөлө хеҙмәтем өсөн коммунистар партияһы сафына ҡабул иттеләр. Шул уҡ ваҡытта юғары белем алыу теләге лә көслө ине. Бер төркөм егеттәр менән мин дә әҙерлек курсында уҡыным. Бер нисә үҫмер менән тау инженеры һөнәрен һайларға ла уйлағайныҡ, сөнки туғыҙ ай буйы Магнитогорск ҡалаһының Тау-металлургия институтынан уҡытыусылар килеп, әҙерлек курсы ла алып барғайны. Әммә медицина өлкәһе үҙенә нығыраҡ тартты, шуға күрә тоттом да документтарымды Башҡорт дәүләт медицина институтына тапшырҙым, өс ай биология һәм химияны нығыраҡ белеү өсөн әҙерлек курсы үткәс, ошо уҡыу йортоноң студенты булып киттем.
– Нисек уҡынығыҙ? Травматологияны үҙегеҙ һайланығыҙмы?
– Медицина институтында уҡыу еңелдән түгел, ләкин тырышып белем алдым, ауырлыҡтарҙы еңергә тырыштым. Шул арала ғаилә ҡорорға, атай булырға ла өлгөрҙөм. Уҡырға ла, ғаиләне бағырға ла кәрәк. Көндөҙ уҡыным, кис балалар баҡсаһын ҡарауылланым, шунда дәрес әҙерләнем. Институтты бөткәс, мине Стәрлетамаҡ ҡалаһына интернатураға ебәрҙеләр. Дөйөм хирургияны һайлағайным, ләкин урын булмау сәбәпле, травматолог булырға кәңәш иттеләр. Эшләй башлағайным, был өлкә ифрат оҡшаны ла ҡуйҙы.
– Тәүге операцияғыҙҙы иҫләйһегеҙме? Нисек үткәйне ул?
– Хәтеремдә, әлбиттә. Беренсе үҙаллы операцияны мин Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында бер егеттең тубығына эшләнем. Ул ғәмәл “менис­кэктомия” тип атала. Шул уҡ ваҡытта бер Сибай егете Стәрлетамаҡ янында аварияға осрағайны, мин уның уң яҡ яурынына “остеосинтез” эшләнем. Аллаға шөкөр, ике операция ла уңышлы үтте.
– Яңыраҡ Интернетта, 89 йәшлек хирург Алла Левушкина һаман да операциялар яһай, тигән мәғлүмәт күренде. Ошо йәштә уңышлы операция эшләү мөмкинме? Һеҙ, мәҫәлән, “пенсияға сығыу” тигән төшөнсә булмаһа, нисә йәшкә тиклем операция яһай алыр инегеҙ?
– 89 йәш… Кем белә, әгәр ҙә үҙ һөнәрен ярата икән, иң мөһиме – һаулығы бар икән – бәлки, яһайҙыр ҙа… Ләкин йәш үткән һайын һаулыҡ та ҡаҡшай. Кешегә операция эшләү – бик яуаплы бурыс. Хирургияла операциялар бер-береһенә оҡшаған. Ә тән йәрәхәте төрлөсә була, ҡайһы һөйәк ҡайһы урындан һынырын алдан белеп булмай бит… Мин әле лә эшләр инем операцияларҙы, тик беҙҙең үксәгә баҫып килгән йәш быуын бар икән, ни өсөн ауыртҡан бил, һыҙлаған ҡул менән пинцет тотоп торорға? Инде эстафетаны йәштәргә бирҙем, әйҙә, улар дауам итһен беҙҙең һөнәрҙе. Хәҙер эш шарттары бик һәйбәт, беҙҙең замандағы кеүек түгел. Ә мин ҡатмарлы операцияларҙы төшөмдә генә яһайым… Хирургтар шулай ғүмер буйы операция өҫтәле янында хис итәлер инде үҙен… Пенсияға сыҡҡаныма – 15 йыл. 70 йәшкә тиклем эшләнем бит инде. Аллаға шөкөр, тиҫтәләрсә йыл элек аяҡ-ҡулдарын төҙәтеп ебәргән пациенттар осраһа, һаман да рәхмәт әйтә, ҡайһы берәүҙәр әле булһа ла консультация һорап мөрәжәғәт итә. Мин – табип, тимәк, ғүмер буйы ошо һөнәр эйәһе булып йәшәүемде дауам итәм...
– Һеҙҙе һәләтле табип, оҫта ҡуллы травматолог булыуҙан тыш, ышаныслы, йүнсел, хәстәрлекле ғаилә башлығы, изге күңелле ир-уҙаман булараҡ та беләбеҙ...
-– Һәр кешенең яратҡан шөғөлө була – бала саҡтан балыҡ тоторға яратам. Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итәм. Ҡайһы саҡ бер балыҡ та эләкмәй, ләкин йылға буйында уҙғарған ваҡыт тәнгә арыу ҡатыш ял, күңелгә байрам кәйефе, йән тыныслығы бирә. Телевизор ҡарарға әүәҫмен. Донъялағы яңылыҡ­тарҙы, "Һунарсы һәм балыҡсы", "Йән­лектәр донъяһы" тапшырыуҙарын, тарихи киноларҙы, "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсын көтөп алам.
Үҙ өйөбөҙҙө төҙөп сыҡҡандан бирле ер эшенән айырылмайбыҙ. Урамды таҙа, матур тоторға тырышабыҙ, йәшел­сә, еләк-емештән тыш, хәләл ефетем Фирҙәүес менән төрлө сәскәләр, айырыуса рауза гөлдәрен үҫтерергә яратабыҙ. Һуңғы йылдарҙа төрлө сортлы виноград үҫтереү менән шөғөлләнә­беҙ. Быйыл таныштар, дуҫтар өсөн дә үҫентеләр әҙерләнек. Әйҙә, беҙҙең яратҡан емештәр уларҙы ла ҡыуан­дырһын!
Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы менән тормош ҡороуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Ул шул тиклем изге, йомшаҡ күңелле, кешеләргә ярҙамсыл. Травматологтар­ҙың эше бик ауыр бит инде. Ҡатыным өйҙә эштә булған барлыҡ ҡытыршы хәлдәрҙе, проблемаларҙы оноттороу өсөн бар көсөн һала торғайны: тәмле аш, йылы һүҙ, яғымлы ҡараш, ял итеүгә барса уңайлыҡтар... Шулай икән, нисек итеп өйгә ашыҡмайһың! Оло йәштә булһам да, ураған һайын уға: "Мин һине яратам. Әлдә һин бар әле бәхетемә!" – тип әйтәм. Бына бер йылға яҡын икебеҙ ҙә хаҡлы ялдабыҙ, өй мәшәҡәттәре менән булышабыҙ, тормоштоң матур­лығына һоҡланып йәшәйбеҙ. Аралашыу­ға туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ күп, шуға ҡыуанабыҙ. Хәҙер беҙҙең өсөн иң мөһиме – һаулыҡ булһын, балалар бәхет-ҡыуанысын күреп, оҙағыраҡ йәшәргә яҙһын, донъялар имен торһон!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 993

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527